«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Йондоҙнамә (20 - 26 март)



20.03.2017 Йондоҙнамә (20 - 26 март)

Йондоҙнамә (20 - 26 март)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Мәл киләсәккә маҡсаттар ҡороу өсөн уңайлы. Башҡаларға был турала әлегә белдермәгеҙ. Бәғзеләр менән арағыҙ һыуынып китеүе лә ихтимал. Уҡып йөрөгәндәр ҙә ваҡытлыса ауырлыҡ кисерер.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Ҡыйынлыҡтар һаман да бөтмәҫ әле. Быға аҡсаға мохтажлыҡ та өҫтәлер, моғайын. Шаршамбыла аралашыуҙа иғтибарлыраҡ булығыҙ. Һеҙҙе алдарға теләүселәр табылып торор.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Матди хәлегеҙ әлегә бер ҙә ҡыуандырмай һымаҡ. Кемдер элекке бурысығыҙ тураһында иҫегеҙгә төшөрөр. Был арала етәкселәрҙән арыраҡ йөрөгөҙ. Ижади кешеләрҙең эштәре туҡтағандай тойолор.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Бөтә эшегеҙ ҙә һәйбәт барған кеүек. Буталсыҡ көндәрҙән һуң бер аҙ иркен тын алырға форсат булыр. Шаршамбыла ниндәйҙер мөһим хәбәр ишетерһегеҙ. Иң яҡшы көнөгөҙ йома булырға тейеш.

Буға (21.04 – 21.05)
Киләсәккә маҡсаттар тураһында күп уйланыр­һығыҙ. Ижади кешеләрҙең һәләттәре асылып китер. Был арала кешеләр менән уртаҡ тел табыу күпкә еңеләйер. Туғандарығыҙҙың йомоштары ғына даими ҡамасаулар.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Ваҡиғалар әкрен барған кеүек тойолор. Файҙаһыҙ һөйләшеүҙәр, оҙон-оҙон осрашыу­ҙар күп булмаҡсы. Шаршамбынан һуң ғына бер аҙ еңеллек һиҙерһегеҙ. Үткәндәрҙе онотоп, алға ҡарап эш итегеҙ.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Төп эшегеҙҙәге хәл бер аҙ борсоп торор. Төптән уйлағанда, һеҙгә бер ни ҙә янамай һымаҡ. Шаршамбыла ниндәйҙер яуаплы эште оҫта ғына башҡара алырһығыҙ. Әлеге иң мөһиме – өлгәшелгәнде һаҡлап ҡалыу.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Алда һеҙҙе мөһим ваҡиғалар, яңы табыштар көтә. Үҙегеҙҙе яҡшыраҡ аңлай башларһығыҙ, башҡалар ҙа һәләтегеҙҙе асыҡ күрер. Уҡып йөрөгәндәр бигерәк тә уңыр. Йомала маҡтау һүҙҙәре лә ишетерһегеҙ. Бүләктәр алыуығыҙ ихтимал.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Осор аралашыуға, осрашыуҙарға бай булмаҡсы. Тормошҡа ҡыҙыҡһыныуығыҙ тағы ла артыр, ижади һәләттәрегеҙ уяныр. Ғөмүмән, мәл иҫкенән бушаныу өсөн уңайлы. Шаршамбыла күптән көткән ярҙам килер, моғайын.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Һеҙҙең тирәләге хәлдәр ҡуйырырға самалай. Шаршамбыла ниндәйҙер юғалтыуҙар, эс бошорғос ваҡиғалар булыуы ла ихтимал. Тәнҡит һүҙҙәрен дә ишетерһегеҙ. Йомала икеләнеү тойғоһо кисерерһегеҙ кеүек.

Саян (24.10 – 22.11)
Яратышып йөрөгәндәр өсөн бик мөһим осор. Тик йондоҙҙар яратҡан кешегеҙ менән дүшәмбе-шишәмбелә ваҡытты күп үткәрмәҫкә кәңәш итә. Артабанғы көндәрҙә барыһы ла ал да гөл булыр. Йомалағы хәлдәрҙән бәғзеләр матди килем алыр.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Был көндәрҙә йыш ашығырға мәжбүр булыр­һығыҙ. Шаршамбыла ошоға бәйле ниндәйҙер низағ-дәғүә лә килеп сығыуы ихтимал. Кесе йомала башлаған эштәрегеҙҙе шундуҡ тамамларға тырышығыҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға