«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » «Мине күперҙең уң яғынан эҙләгеҙ»



18.12.2010 «Мине күперҙең уң яғынан эҙләгеҙ»

Өфөлә 17 йәшлек студент фажиғәле рәүештә һәләк булған
Бөрйән районының Бай­назар ауылы егете Илнур Буранбаевтың фажиғәле һәләк булыуы бөтәбеҙҙе лә тетрәндерҙе. 5 йәшенән генә беренсе синыфҡа уҡырға барып, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының беренсе курсында уҡып йөрөүсе егеттең ғүмеренең ниндәй сәбәптәр арҡаһында өҙөлөүе аңлашылып бөтмәй. Әле 17 йәше лә тулмаған Илнур башҡа курсташтары менән бергә Өфөлә, үҙе уҡып йөрөгән юғары уҡыу йортоноң ятағында, йәшәгән.
Әлегә шул билдәле: 14 декабрҙә Илнур йәшәгән ятаҡ бүлмәһенә сит егеттәр (исемдәре асыҡланған) ингән. Шунан һуң Илнур Буран­баевтың нисек итеп урамға барып сығыуы билдәһеҙ. Уның телефонынан бер туған апаһына «Мине күперҙең уң яғынан эҙләгеҙ» тигән мәғәнәләге смс-хәбәр килгән. Оҙаҡ ҡына эҙләгәс, Илнурҙы Өфөнөң Нижегородка биҫтәһендәге тимер юлы күпере аҫтында аҫылынып торған килеш тапҡандар. Туғандары әйтеүенсә, егет ныҡ туҡмал­ған, тәнендә күгәргән ерҙәре күп, үҙе йоҡа салбар һәм футболкала ғына булған. Телефоны ла кәүҙәһе янында бер нисә өлөшкә бүленеп, туҙып ятҡан.
«Йәшлек» гәзите был ҡот осҡос хәлгә күҙ йомоп ҡала алмай. Шуға ла фажиғә сәбәптәрен артабан да тикшереп, асыҡлыҡтар индерәсәкбеҙ. Хөрмәтле гәзит уҡыу­сылар, Илнур Буранбаевтың фажиғәһенә битараф түгел­һегеҙ һәм ниндәйҙер мәғлүмәт менән бүлешкегеҙ килә икән, редакцияға шылтыратығыҙ йәки беҙҙең электрон почтаға хәбәр итегеҙ! Енәйәт ҡылынған осраҡта, ғәйеплеләр үҙ язаһын алырға тейеш!

Лилиә СИРАЕВА.

(Бөтә онлайн яңылыҡтар – беҙҙең сайтта, уе02.ru.).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға