«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Йондоҙнамә (5 – 11 сентябрь)



05.09.2016 Йондоҙнамә (5 – 11 сентябрь)

Йондоҙнамә   (5 – 11 сентябрь)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Был аралағы аралашыуҙар һәм осрашыу­ҙар файҙалы булыр. Кеше йомоштары менән артыҡ күп булышаһығыҙ кеүек. Үҙ мәсьә­ләләрегеҙ тураһында ла онотмағыҙ. Йомала өмөтлө тәҡдим алыуығыҙ бар.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Уртаса аҙна. Шишәмбе һәм кесе йома мотлаҡ уңышлы үтергә тейеш. Йомала бер аҙ көтөлмәгәнерәк ваҡиғалар булыр. Шулай ҙа бынан бер ниндәй ҙә зыян күрмәҫһегеҙ.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Осор төп эшегеҙҙә етәкселәр һәм башҡалар менән аралашыу өсөн уңайлы. Һәр хәлдә лә үҙ фекерегеҙҙе яҡлай алырһығыҙ. Был арала күптәрҙең ижади һәләте асылып китер. Һуңғы ваҡиғалар күп нәмәне аңларға булышлыҡ итер.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Ҡәҙимге осор. Ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән кешеләрҙе артыҡ өмөтләндерергә тырышмағыҙ. Үҙегеҙ ҙә күп һөйләгәндәргә ышанмағыҙ. Яңы таныштарығыҙ араһында ышанысһыҙ кешеләр осрар.

Буға (21.04 – 21.05)
Был арала ҡайһы бер элекке бәйләнештәрҙең юҡҡа сығыуы ихтимал. Борсолмағыҙ, уларҙың башҡа кәрәге юҡтыр. Төп эшегеҙҙә үҙ фекерегеҙҙе һәр саҡ яҡларға тырышығыҙ. Күптәр йәмәғәт эштәренә сумыр.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Аҙна теләһә ниндәй эшмәкәрлек өсөн дә файҙалы булыр. Үҙһүҙлелегегеҙ арҡаһында шишәмбелә хаталаныуығыҙ ихтимал. Был арала шәхсән эштә күберәк уңырһығыҙ.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Осор төрлө ваҡиғаларға бай булмаҡсы. Әгәр шишәмбелә килем көтөлһә, кесе йомала ниндәйҙер юғалтыу янай һымаҡ. Йомала осрашыу-һөйләшеүҙәр күп булыр. Йондоҙҙар ҡоро һүҙгә ышанмаҫҡа ҡуша.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Был арала уңыштарығыҙ менән әллә ни маҡтана алмаҫһығыҙ. Һәр бер әүҙем аҙымығыҙ төрлө ҡаршылыҡҡа осрар. Маҡсаттарығыҙға ирешеү өсөн йыш ҡына икенсе, урау юлдарҙы эҙләргә тура килер, бәлки.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Эшегеҙ күп булыу сәбәпле, яҡындарығыҙға ҡарата иғтибарҙы кәметерһегеҙ, ахыры. Был хәл бәғзеләр менән булған мөнәсәбәттәргә кире йоғонто яһауы ла мөмкин. Иң өмөтлө көндәрегеҙ – кесе йома һәм шәмбе.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Төп эшегеҙҙән ҡәнәғәтлек алырһығыҙ. Яҡын киләсәктә гел ыңғай ваҡиғалар ғына көтөлә. Башҡарған эшегеҙ тейешенсә баһаланыр, моғайын. Был арала ҡайһы бер кешеләрҙе яҡшыраҡ аңлай башларһығыҙ. Күргән төштәрегеҙҙе тура юрағыҙ.

Саян (24.10 – 22.11)
Һаман да матди мәсьәләләр бер аҙ борсоп торор. Берүк бурысҡа аҡса ала күрмәгеҙ, аҙаҡ быға бик үкенерһегеҙ. Таныштарығыҙға ҡарата иғтибарлыраҡ булығыҙ, уларҙың кәрәге тейеүе ихтимал. Йомала яҡшы хәбәр ишетерһегеҙ.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Аҙна башында эштәрегеҙҙе ҡуҙғатыуы ауыр буласаҡ. Ҡаршылыҡтар күбәйер, кәрәкле кешеләрҙе таба алмаҫһығыҙ. Хәлегеҙ шаршамбынан һуң ғына яйланыр. Йома һәм шәмбе яҡшы үтер.


















Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға