«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Янғындар – урмандың ҡурҡыныс дошманы



15.08.2016 Янғындар – урмандың ҡурҡыныс дошманы

Янғындар –   урмандың ҡурҡыныс дошманыИке аҙна элек тотош республиканы монар ҡапланы. Зәңгәрһыу пәрҙә аҫтында хатта ҡояштың да нурҙары һүрән генә төшөүе күптәрҙе хәүефкә һалды. Метеорологтар был күренеште Себер урмандарындағы торф ятҡылыҡтары янғандағы төтөндөң беҙгә лә килеп етеүе менән аңлатты. Нисәмә мең саҡрым аша һауаға тарал­ған янғын ҡалдыҡтарының беҙгә килеп етеүе генә лә ундағы уттың ниндәй ҙур майҙандарҙы биләп алыуы тураһында һөйләй. Хәтерегеҙҙәлер, 2010 йылдың ҡоро йәйендә 20 төбәктә урман янғындары ҡоторҙо. Хатта утты ваҡытында ауыҙлыҡлай алмауы арҡаһында 127 ауыл тулыһынса юҡҡа сыҡты, 53 кеше һәләк булды. Ә бит ауыл халҡы ут ҡамауында тороп ҡалғас, тик эре йылғаларға ғына төшөп тороп ҡотолоп ҡалған. Рязань, Пермь, Ульяновск, Владимир өлкәләре, Мари Иле, Мордва Республикалары янғын ғәрәсәтенән ҙур зыян күрҙе. Хатта эш федераль юлдарҙы ябыуға тиклем барып етте.
Гектарлап ҙур майҙанда урмандар яныуы әле һаман да беҙҙә янғынды ваҡытында һүндереп булмауын, техник прогресс ни тиклем алға китмәһен, урындарҙа утты һүндереү сараларының етмәүен, был йүнәлешкә аҡсаның әҙ бүленеүен күрһәтә. Урман янғындарының 80 проценты кешеләрҙең ут менән һаҡһыҙ эш итеүенән сыға. Рәсәйҙең Урман хужалығы федераль агентлығы гидрометеорологик хәл буйынса илебеҙ төбәктәрендә июль – август айҙарында янғын хәүефе прогнозын раҫланы. Ут сығыу хәүефе 81 төбәктә иғлан ителгән, 38-ендә айырыуса махсус режим индерелгән. Бүрәтстанда, Байкал яны крайында, Амур өлкәһендә, Ханты-Манси Автономиялы Округында ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелгән. Рәсәй территорияһының 65 процентын урмандар ҡаплай (1120 млн га). 1 га урман фонды өсөн ил бюджеты 23 һум аҡса ала. Ағасты рөхсәтһеҙ ҡырҡҡан өсөн штрафтарҙы түләттереүе ауыр. Муниципаль урман хужалыҡтарына янғындарҙы һүндереү өсөн бюджеттан аҡса әҙ бүленә, кадрҙар ҡыҫҡартылды, махсус техника алырға аҡса бүленмәй тиерлек. Элек был урында 3 – 4 кеше эшләһә, хәҙер бер нисә гектар ер өсөн яуаплы яңғыҙ урман инспекторы барыһына ла нисек өлгөрһөн. Яңы Урман кодексына ярашлы, урманды ҡуртымға алыусылар янғындарҙы һүндереүгә лә яуаплы. Ә уларға ағас ҡырҡып файҙа алһалар булған. Урманды яңыртып, ағас ултыртыу, янғын хәүефен булдыр­мау­ҙы ҡайһы берҙәре мотлаҡ үтәлергә тейеш эш тип белмәй. Арен­даторҙың ерендә ут сыға ҡалһа, үҙе ошо ерҙә йәшәп тә, өйлөк ағас ала алмаған урындағы халыҡ нисек утты һүндерергә барһын инде?!
Илдә урман янғындары бер көнгә лә тынмай. Оҙайлы ваҡыт ямғыр булмағанда был хәүеф икеләтә арта. Рәсәйҙең “Гринпис” ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, урман янғындарының майҙаны хәҙер миллион гектарға еткән. Был Мәскәү ҡалаһы майҙанынан дүрт тапҡырға күберәк. Сираттағы янғындар ҙа ҡотолғоһоҙ. Киләһе йылда урмандарҙы ҡарау, янғын һүндереү эштәренә бюджеттан аҡса 11,6 процентҡа әҙерәк бүленәсәк.
Янғындарға ҡаршы бергәләп көрәшеү зарур. Урман янғындарын һүндереүгә РФ Урман хужалығы һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлыҡтары яуаплы. Үҙҙәренең көсөнән генә килмәй башлаһа, улар хәрбиҙәрҙе лә йәлеп итә. Әммә әле был ведомстволар араһында ҡайһы бер хәл ителмәгән мәсьәләләр бар. Мәҫәлән, Урман министрлығының РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығындағы космик фотоһүрәттәр мәғлүмәттәренә инеү хоҡуғы юҡ. Элек булып, хәҙер инде бөтөрөлгән. Урмандарҙы һаҡлау авиацияһы ут сығанағының ҡайҙан, ниндәй майҙанда булыуын һауанан ҡарап асыҡлаһа, бөгөн Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы космик фотоһүрәттән мәғлүмәт ала. Был ведомство хеҙмәткәрҙәре урман хужалығыныҡыларға хәбәр иткәнсе ваҡыт үтә. Совет осорондағы урмандарҙы һаҡлауға контроллек итеүсе Дәүләт урман һаҡлауы кеүек кәрәкле ойошмаларҙың функциялары төбәк властары менән шәхси арендатор­ҙарға бүлеп бирелгәс, берҙәм системала көйлө генә эшләмәгәс, һөҙөмтә лә юҡ. Урман хужалығы министрлығында урман янғындарын һүндереүҙең берҙәм үҙәктәре, мониторинг буйынса бүлектәр эшләһә лә, урмандарҙағы янғындар­ҙы тиҙ генә ауыҙлыҡлау өсөн берҙәм бөтөн профессиональ система булмауы эште һүлпәнәйтә. Унан да бигерәк, көрсөккә һылтанып, аҡса әҙ бүленә. Һөҙөмтәлә, үҙебеҙҙән ҡыҙғанып, күберәк зыян күрәбеҙ. Беҙҙең илдә бит әҙерәк сығым менән күберәк килем алыу принцибы өҫтөнлөк итә. Ә иҡтисади зыян урман янғындарынан күргән менән түгел, уны һүндереүгә тотонол­ған аҡса күләме менән билдәләнә. Урманды бит ваҡытында һәм дөрөҫ һүндерелгән янғын менән түгел , ә был урында ут сығыуҙы булдырмау менән генә һаҡлап була.

Янғын сығарған өсөн яуаплылыҡ

Күпме генә иҫкәртмәйек, беҙҙә тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл ҡараш юҡ ул. Урманда китеп барғанда һүндерелмәгән тәмәке төпсөгөн ташлайбыҙ, усағыбыҙҙы һүндереп китеүҙе кәрәкле тип һанамайбыҙ, көслө елдә ут яғабыҙ. Ҡағиҙәләрҙе үтәмәйһең икән, аҡса түлә. Урманда ут яҡҡан, мангалда булһа ла шешлек бешергән өсөн 1 500-ҙән алып 200 мең һумғаса штраф көтә. Ҡоро үлән йәки сыбыҡ-ботаҡтарҙы яндырыусыларға 3 меңдән 250 мең һум түләргә тура киләсәк. Ә урман янғынында ғәйеплегә 5 меңдән 1 миллион һумға тиклем штраф һалыу ҡаралған. Башҡортостан урмандарында быйылғы 15 янғындың етеһе хәүеф­һеҙлеген инҡар итеүҙән килеп сыҡҡан. Янғындан урман ғына зыян күрмәй, бер гектар ерҙәге янған ағас һәм үләндән атмосфераға 100 тонна ҡалдыҡ һәм 12 тонна токсик газ (углевод окисы, көкөрт окисы, азот окисы) тарала.

Ҡоро йәшендәр ҙә ҡурҡыныс

Быйыл Рәсәй территорияһында ҡоро йәшендәр йыш күҙәтелгән. Был тәбиғәт күренеше ҡоро ағастар­ға, кипкән үләнгә ут тоҡанып китеүенә бер сәбәп кенә. Етмәһә, кеше аяғы баҫмаған, техника үтеп инә алмаған урындарҙа уны ваҡытында һүндереп тә булмай. Волга буйы федераль округында йәшендәр 96 көн буйы күҙәтелгән. Ошо осорҙа 28011 йәшен разряды булған. Белгестәр йәшендәрҙең йышайыуын климаттың үҙгәреүе, ҡояш активлығының көсәйеүе менән бәйләй. РФ Урман хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, быйыл 1576 урман янғыны йәшендән сыҡҡан.
Башҡортостанда янғын хәүефһеҙлеге иғлан ителгән осорҙан алып 14 урман янғыны теркәлгән, 7-һе йәшендән булған. 21,29 гектар майҙан зыян күргән. Республиканың ҡайһы бер райондарында оҙайлы ваҡыт ямғыр яумауы арҡаһында урман янғындары сығыуы ихтимал. Иглин, Бөрө, Илеш, Дүртөйлө, Күгәрсен, Кушнаренко райондарына дүртенсе класлы ут сығыу хәүефе янай.
Ошо көндәрҙә Бөрйән районында урман янғыны теркәлде.
Хәүефһеҙлек талаптарын үтәү үҙебеҙҙән тора. Урман янғындарының ҡурҡыныс хәүеф икәнен хәтерҙән сығармайыҡ.
З. ЙӘҺҮҘИНА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға