«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Ҡырын эш ун ике йылдан һуң да...



01.08.2016 Ҡырын эш ун ике йылдан һуң да...

Ҡырын эш  ун ике йылдан һуң да...Теп-теүәл ун ике йыл элек Ишембай районы ауылдарының береһендә эскелек менән мауыҡҡан ханым юғала. Һыуға “суп” итеп төшөп киткән таш һымаҡ ғәйеп була ла ҡуя. туғандары ун ике йыл буйы эҙләйҙәр, ләкин таба алмайҙар. Ун ике йыл ваҡыт үткәс, быларҙың күршеләрендәге бер ауылда йәшәгән иргә ғазраил килә. Ғазраил муйынына бысағын терәргә әҙерләнгәндә үлем түшәгендә ятҡан ир ҡатынын саҡырып ала.
– Бисәкәй, – ти ул, хәләленең күҙҙәренә мөлдөрәп ҡарап. – Миңә йәшәргә күп ҡалманы инде, тәрбиәләп һуңғы юлға оҙатҡас, картуф баҡсаһының арғы осонда үҫкән ҡуш ҡайын төбөн ҡаҙырһығыҙ.
– Нимә йәшерҙең унда, хазинамы әллә? – Йән киҫәгенең был һорауы һауала аҫылынып ҡала, ир йән бирә.
Ирен һуңғы юлға оҙатып, шәриғәт ҡануниәтенә ярашлы, етеһен, ҡырҡын уҡытҡас, бейбисәнең иҫенә хәләленең һуңғы һулыш алғандағы һүҙҙәре килеп төшә. Буй еткән ике малайына көрәк тоттороп, аталары ымлаған урынды ҡаҙырға бойора ул. Хазиналыр, бәлки, ысынлап та! Тегеләр, әсә һүҙен йыҡмай, ҡуш ҡайын тирәһен соҡойҙар. Ярайһы ғына тәрәнәйгәс, соҡорҙан ҡатын һөлдәһе килеп сыға.
Билдәле инде, кримина­лис­тар, тәфтишселәр килә, һөлдәне тегеләй тикшерәләр, былай тикшерәләр һәм... ыстаға, ун ике йыл элек юғалған баяғы ҡатындың ҡалдығы икәнен асыҡлайҙар.
Ун ике йыл буйына нисек түҙеп йөрөгән теге ир шундай оло гонаһ ҡылғандан һуң? Аптырарлыҡ бит.

Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға