«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Йондоҙнамә (18 – 24 июль)



17.07.2016 Йондоҙнамә (18 – 24 июль)

Йондоҙнамә (18 – 24 июль)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Һәйбәт көндәр. Ижади кешеләр биге-
рәк тә уңырға тейеш. Элек туҡтап торған
эштәрҙе яңынан ҡуҙғата алырһығыҙ. Кесе
йомала ниндәйҙер бүләк көтөгөҙ. Йомала
әйбер һатып алырға аҡсағыҙҙы йәлләмәгеҙ.

Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Аҙна йыш ҡына борсолорға мәжбүр
итер. Кәйефегеҙ, уй-тойғоларығыҙ ҙа
үҙгәреүсән булыр. Иң ауыр һәм көсөргәнешле
көнөгөҙ – шаршамбы. Был көндө тынысыраҡ
һәм ашыҡмай ғына үткәреү бик мөһим.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Төп эшегеҙҙә ваҡытлыса ҡыйынлыҡтар
буласаҡ. Уларҙан бер нисек тә ҡотола
алмаясаҡһығыҙ, түҙергә кәрәк булыр.
Йондоҙҙар өйрәнгән көн һәм ашау-эсеү тәрти-
бенә иғтибарлы булыу тураһында иҫкәртә.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Ҙур эштәрҙе башлау менән һәр саҡ
көслө ҡаршылыҡтарға осрарһығыҙ кеүек.
Шаршамбылағы хәлдәрҙең буш һүҙ менән
бөтөүе лә ихтимал. Аҡсағыҙҙы йыйыбыраҡ
тотоғоҙ, тиҙҙән ҙур сығымдар көтә.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Ниндәйҙер яҡын кешегеҙ менән арағыҙ
бер аҙға һыуыныр кеүек. Бында ике яҡ
та ғәйеплелер. Шулай ҙа артыҡ борсолмағыҙ,
тиҙҙән барыһы ла көйләнер. Иҫке әйберҙәре-
геҙҙән һис тә йәлләмәйенсә ҡотолоғоҙ.

Буға (21.04 – 21.05)
Бәғзеләр ҡайһы ваҡыт яңғыҙлыҡ
тойғоһо кисерер. Йондоҙҙар йомол-
маҫҡа, кеше араһында күберәк булырға ҡуша.
Иңегеҙгә артыҡ йөкләмәләр алмаҫҡа тыры-
шығыҙ. Ниндәйҙер элекке бурысты ҡайтарырға
тура килер.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Аҙна барышындағы ваҡиғалар һеҙ
уйлағанса бармаҫ кеүек. Кире яңылыҡтар
ишетеүегеҙ ихтимал. Көткән осрашыуҙар
ҡәнәғәтлек һәм файҙа килтермәҫ, моғайын.
Шаршамбынан һуң хәлегеҙ яҡшыра башлар.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Кешеләр менән уртаҡ тел табыу ҡырҡа
еңеләйер. Бөтә эштәрегеҙ ҙә яҡшы
барыр. Шәхси тормошоғоҙҙа ла ҡыуаныслы
һәм иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғалар булып торор.
Туғандар, дуҫтарығыҙҙың тормошонда ихлас
һәм әүҙем ҡатнашығыҙ. Үҙегеҙҙе лә онотмағыҙ.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Күңелегеҙ йыш ҡына ҡайҙалыр әйҙәп
торор, ниндәйҙер үҙгәрештәр талап итер.
Шаршамбылағы осрашыу һеҙҙең өсөн яҡшы
булырға тейеш. Йомала нимәнелер кем менән-
дер бүлешерһегеҙ, ахыры.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Төп эшегеҙҙә ваҡытлыса ҡыйынлыҡтар
буласаҡ. Уларҙан бер нисек тә ҡотола
алмаясаҡһығыҙ, түҙергә кәрәк булыр.
Йондоҙҙар өйрәнгән көн һәм ашау-эсеү тәрти-
бенә иғтибарлы булыу тураһында иҫкәртә.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Ҙур эштәрҙе башлау менән һәр саҡ
көслө ҡаршылыҡтарға осрарһығыҙ кеүек.
Шаршамбылағы хәлдәрҙең буш һүҙ менән
бөтөүе лә ихтимал. Аҡсағыҙҙы йыйыбыраҡ
тотоғоҙ, тиҙҙән ҙур сығымдар көтә.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Был арала ир-ат менән мөнәсәбәттә-
регеҙ ыңғай яҡҡа үҙгәрер, гүзәл зат
менән, киреһенсә, борсағығыҙ бешмәҫ.
Серҙәрегеҙҙе бер кемгә лә һөйләмәҫкә ҡушы-
ла. Яңы таныштарығыҙға өмөт итмәгеҙ, улар
ышанысһыҙ булып сығыр.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Был арала ир-ат менән мөнәсәбәттә-
регеҙ ыңғай яҡҡа үҙгәрер, гүзәл зат
менән, киреһенсә, борсағығыҙ бешмәҫ.
Серҙәрегеҙҙе бер кемгә лә һөйләмәҫкә ҡушы-
ла. Яңы таныштарығыҙға өмөт итмәгеҙ, улар
ышанысһыҙ булып сығыр.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Һеҙҙең өсөн һәйбәт һәм уңышлы аҙна
көтөлә. Көс-ғәйрәтегеҙ, илһамығыҙ мот-
лаҡ артырға тейеш. Күптәрҙең элек беленмәгән
һәләттәре уяныуы ихтимал. Ижади кешеләр
ниндәйҙер ҙур эшкә тотонорға баҙнат итер.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға