«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Башҡаларға Хоҙай минең йән ғазаптарын күрһәтмәһен...



06.07.2016 Башҡаларға Хоҙай минең йән ғазаптарын күрһәтмәһен...

Башҡаларға Хоҙай  минең йән ғазаптарын күрһәтмәһен...Һөт өҫтөндәге ҡаймаҡ кеүек, атай-әсәйле булып, иркәләнеп кенә йәшәргә насип булды миңә. Яҙмышыма шундай рәхмәтле булып ғүмер иттем. Тик атайым гүр эйәһе булғас, нимә күреп, нимә кисергәнемде хатта дошманым күрмәһен, тип теләйем.
Әсәйемдең һуңғы көндәрендә күргәндәрен үҙе һөйләмәйенсә белмәй ҙә инем шул. Әллә апаһы менән аралары боҙолор тип ҡурҡты инде, мәрхүмәкәйем.
Аш-һыуға ла маһирлығы булманы, таҙа итеп гөрләтеп йәшәүҙе лә белмәне шул апай тейешле кешем. Өйҙө үҙенә яҙҙырып алғансы ғына кешесә мөғәмәлә итте лә аҙаҡ муйынына барып йәбешеүгә етте. Ағайҙың ҡыҙына ун мең һум аҡса биргәне өсөн әсәйемдең муйынына барып йәбешә ул.
Мин хәлен белергә килгәндә әсәйем: «Бер бармағы батып инде лә китте. Әллә берәй тамырым өҙөлдө инде – тамағымдан ҡан килә», – тип һөйләне илап. Фельдшер саҡырт­һаҡ та, был турала әйтергә оялдыҡ. «Тамағы ауырта», – тип кенә әйтергә ҡушты әсәйем дә. Шул ятыуҙан ул торманы. Ә бер көнө миңә: «Милицияға барып ялыу яҙ: үҙ баламдан туҡмалып, ишеү мин уға өй биреп ҡуяйыммы?» – тине. Хәле ауырайғанын тойоп, мин һеңлеләрен, туғандарҙы йыйҙым. Ә үҙем район үҙәгенә милицияға ялыу яҙыр­ға киттем. Оҙаҡ уйланып ул­тыр­ҙым. «Был көйө ҡалдырмаҫтар бит. Үлеп китһә, ирһеҙ ҡыҙы бар, ҡы­ҙының ике етем балаһы нимә эшләр? Әллә оло ғауға сығарып йөрөмәҫкәме икән?» – тип хоҡуҡ һаҡлау органына бармаҫҡа ҡарар иттем.
Таңға ауылға ҡайтырға йыйынғанда кемдер берәү: «Әсәйегеҙ кит­те...» – тип шылтыратты.
Ошо көндән һуң апайымды күрә алманым.
Ҡәҙерле кешемдең ҡырҡы үткәнсе уны өйөнә индермәнем. Тик минең өйгә талашырға хоҡуғым юҡ ине. Хәҙерге көндә ул мине был өйгә индермәй, хатта аят уҡытыр өсөн дә!
Әсәйем мәрхүмә уның этлеген үлер алдынан барыһына ла һөйләгән. Шаһиттар ҙа бар.
Иҫ китмәле хәл... Нисек уны был ер күтәрә икән?!
Әгәр мин уның ошо этлеген онот­һам, әсәйемдең рухын рәнйетәм төҫлө. Бер бөртөк апай булһа ла, әсәйем үлгән көндән аралашмайбыҙ. Ул минең өсөн ят кеше. Хатаһын аңлар, ғәфү үтенер тип уйларға ла өмөт юҡ. Ярлыҡауҙар һорар хәлдә лә түгел шул, араҡы ҡолона әйләнгән.
Тере саҡта атай-әсәйегеҙҙе ошондай насар кешеләрҙән аралап торһағыҙ ине, минең хатамды ҡа­батламағыҙ, зинһар! Йәнгә тынғы, йәшәүгә дәрт һүнер, йоҡоларығыҙ ҡасыр. Был донъяның йәме китер... Әсәй – беҙҙе был донъяға тыу­ҙырыу­сы илаһи йән эйәһе. Һәм беҙ уға ғүмеребеҙ буйы бурыслыбыҙ! Ауыр һүҙҙәр һәм мөнәсәбәт менән уның күңелен ҡыймағыҙ!

Нурия.
Сибай ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға