«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Йондоҙнамә (6 июнь - 12 июнь)



03.06.2016 Йондоҙнамә (6 июнь - 12 июнь)

Йондоҙнамә (6 июнь - 12 июнь)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Әүҙемлегегеҙҙе һис тә кәметмәгеҙ. Был мәл хәлегеҙҙе ыңғай яҡҡа үҙгәртер өсөн уңайлы. Күрһәткән тырышлығығыҙ мотлаҡ емеш бирер. Аҙна барышында кеше аҡсаһы менән бик һаҡ эш итегеҙ.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Ниндәйҙер етди аҙым яһарға мәжбүр булырһығыҙ, бәлки. Һеҙҙе мөһим һәм еңел булмаған үҙгәрештәр көтә. Уларға әҙер булығыҙ һәм мөмкин тиклем ашыҡтырмаҫҡа тырышығыҙ. Йома ыңғай хәбәр килтерер.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Кәйефегеҙ һәйбәт буласаҡ. Мәл тәнегеҙҙе һауыҡтырыу өсөн дә уңайлы. Был арала ниндәйҙер күптән эсегеҙҙе бошорған бурыстан ҡотолорһоғоҙ. Йомала уйламағанда ярҙам алырһығыҙ.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Осор ҡәҙимгесә килер. Шишәмбе шәхси мөнәсәбәттәрҙе яйлар өсөн уңайлы. Кесе йомала эшләгән йәки уҡыған урында кире ваҡиғалар булыуы ихтимал. Һис тә борсолмағыҙ, улар һеҙгә бөтөнләй ҡағылмаҫҡа тейеш.

Буға (21.04 – 21.05)
Ҡыйынлыҡтар күбәйеп китер. Был бигерәк тә шаршамбыла асыҡ һиҙелер. Матди мәсьәләләргә ҡарата һеҙҙән үтә тырышлыҡ һәм даими иғтибарлыҡ талап ителә. Әгәр сығымдарығыҙҙы кәметә алһағыҙ, хәлегеҙ тотороҡланыр.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Аҙна барышында ҡатмарлы һәм сетерекле эштәр менән шөғөлләнергә тура килер. Ҡайһы ваҡыт кеше кәңәштәре эсегеҙҙе бошорор, күберәк үҙегеҙсә эш итегеҙ. Ҡайһы саҡ хәлдәрҙең аралар боҙоуға тиклем етеүе бар.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Осор башы уңышлы үтә. Бөтә ваҡиғалар ҙа һеҙ уйлағанса барыр кеүек. Ләкин шаршамбынан һуң дөйөм хәлдәрҙең үҙгәреүе лә мөмкин. Йомала хатта ниндәйҙер юғалтыу кисереүегеҙ ҙә ихтимал.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Төп эшегеҙҙә ниндәйҙер ыңғай үҙгәрештәр төҫмөрләнә башлар. Шишәмбелә уңышлы тамамланған мөһим эш өсөн маҡтау һүҙҙәрен дә ишетерһегеҙ. Шәмбелә иғтибарлыраҡ булыуығыҙ хәйерле, аҡсағыҙҙы юғалтыу хәүефе янай.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Был арала алыҫ булмаған эш сәфәрҙәре, төрлө һөйләшеү күбәйер. Файҙалы яңы танышлыҡтар булдырырһығыҙ. Ижад менән булышҡандар даими ҡыйынлыҡ кисерер. Шишәмбелә һәм йомала ҡайһы бер уңыштарға өлгәшерһегеҙ.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Аҙна барышында яңғыҙҙар өйләнеү йәки кейәүгә сығыу тураһында ныҡлап уйлана башлар. Әйткәндәй, яңы танышлыҡ булдырыу өсөн уңайлы мәл осрап торор. Шаршамбыла бар эшегеҙҙе лә мотлаҡ кәңәшләшеп башҡарығыҙ.

Саян (24.10 – 22.11)
Өйөгөҙҙә лә, эшләгән урында ла тейешле мөнәсәбәттәрҙе һаҡлап ҡалыу еңел булмаҫ һымаҡ. Үҙ көсөгөҙгә генә таянмағыҙ, тәжрибәле кешеләрҙең кәңәше файҙалы булыр. Йомала яҡшы хәбәр көтөгөҙ.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Һәйбәт осор. Ыңғай ваҡиғалар, ҡыуаныслы осрашыуҙар булып торор. Элекке дуҫтарығыҙҙы ла онотмағыҙ, уларҙан киләсәктә яҡшылыҡ күрерһегеҙ. Шаршамбыла бер аҙ эсегеҙ бошор. Кемдер эшегеҙгә







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға