«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Башҡорттоң өс диалекты – өс тағаны ул



30.05.2016 Башҡорттоң өс диалекты – өс тағаны ул

Милләттәштәребеҙҙе ситләтеүҙе, үҙебеҙҙе тел яғынан ғына түгел, һан йәһәтенән дә сикләүҙе туҡтатырға ваҡыт

Төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының теле (Асҡын, Баҡалы, Балтас, Благовар, Благовещен, Борай, Бөрө, Бүздәк, Дүртөйлө, Йәрмәкәй, Илеш, Краснокама, Кушнаренко, Ҡариҙел, Саҡмағош, Туймазы, Тәтешле, Шаран, Яңауыл райондары, Татарстандың Аҙнаҡай, Аҡтаныш, Баулы, Бөгөлмә, Минзәлә, Мөслим, Сарман, Әгерже, Әлмәт, Ютазы һәм башҡа райондарында, Пермь крайының Барҙы, Көйәҙе, Пермь, Уй, Чернушки һәм башҡа райондарында, Ырымбур өлкәһенең көнбайыш өлөшөндәге бер нисә тораҡ пунктында таралған) заманында аҙ өйрәнелеүе һәм татар теленә тартым фонетик үҙенсәлектәре арҡаһында әҙәби башҡорт теле нигеҙҙәрен формалаштырыуҙа ҡатнашмаған. Үҙгәреп торған тормош шарттарына яраҡлашып, һуңғы йылдарҙа төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының әҙәби башҡорт телен үҙ итмәүе, ошо арҡала ассимиляцияға бирелеүе күҙәтелә. Тарихты, үткәндәрҙе белмәгәндәр үҙҙәренең милләтен билдәләгәндә шикләнә, йәки, икенсе милләт вәкилемен, тип һанай. Төньяҡ-көнбайыш диалекты проблемалары, уның үҫеш юлдары, был төбәк башҡорттарын берләштереү хаҡында һөйләшергә ил ағалары – Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Наил Ғәйетбаев, күренекле телсе, ғалим, публицист Рәшит Шәкүр, журналист, яҙыу­сы һәм дәүләт эшмәкәре Ғәлим Хисамов, “Башҡортостан” гәзитенең төньяҡ-көнбайыш райондар буйынса үҙ хәбәрсеһе Ансар Нуретдинов беҙҙең гәзит редакцияһына йыйылды. Тап ошондай форматта фекер алышыу милләттәштәребеҙҙе борсоған көнүҙәк мәсьәләләр менән яҡындан танышыу, уларҙы хәл итеү юлдарын билдәләү мөмкинлеге бирә.

– Ҡасандыр иғтибарҙан ситтә ҡалған төньяҡ-көнбайыш диалект барлыҡ башҡорт һөйләштәре менән бер дәрәжәлә танылыуға хоҡуҡлы ине…
Наил ҒӘЙЕТБАЙ.
Уҙған быуаттың 20-се йылдарында, кемдеңдер идеяһы менән, башҡорт яҙыусылары тарафынан көньяҡ һәм көнсығыш диалекттарын башҡорт теленең грамматик нигеҙе тип алыу хаҡында һөйләшеүҙәр башланған. Артабан Яҙыусылар бүлексәһе тарафынан Тамъян-Ҡатай һөйләше әҙәби тел итеп алына. Башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалекты башҡорт һәм татар телдәре араһында бүленеп ҡала, күпмелер ваҡыттан татар теле тип ҡарала башлай. Рөстәм Хәмитов, Башлыҡ итеп һайланғас, бер интервьюһында, өсөнсө – төньяҡ-көнбайыш диалектын төп диалекттар исемлегенә индермәй, башҡорттарҙың күпмелер өлөшөн ҡыйырһытып ҡарайбыҙ, тигән фекер әйтте. Тик беҙ шунда уҡ был һүҙҙе күтәреп алып китмәнек. Бөгөнгө “түңәрәк өҫтәл” ошо эштәр­ҙең башланғысы булып торһон. Ысынлап та, төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшкәндәр үҙен башҡорт тип һанай, хатта Мишкә районында миңә оло йәштәге бер ҡарт былай тип әйткәйне: “Сез ысын башҡорттар түгел, бына без – ысын башкортлар”. Минең ҡәйнәм Илеш башҡорто, ул йәниҫәп алыу кампанияһында ла үҙен башҡорт тип яҙҙырта. Паспорттағы яҙыуы башҡорт ине. Тик Башҡортостанда уларға татарҙар тигән ҡараш арҡаһында, ҡайһы саҡ, әллә беҙ татармы икән, тип аптырап ҡуя ине. Ә ХIХ быуаттағы йәниҫәп алыу һөҙөмтәләрен ҡарағанда, был дәүер­ҙә 100 процент төньяҡ-көнбайыш халҡы башҡорт булыуҙарын күрһәткән. Был мәсьәләне ныҡлап күтәрергә, фәнни яҡлап ҡабул ителгән икән, уны рәсмиләштерергә кәрәк. Был саҡта татарса һөйләшкән, йәғни ошо диалектта һөйләшкән халыҡты рәсми рәүештә башҡорттар тип таныр инек. Яҙыусылар союзының һуңғы ултырыштарында был мәсьәлә етди төҫ ала бара.

– Төньяҡ-көнбайыш башҡорттары яҙмышы үҙ ағышына ҡуйылған, был райондарҙа гәзит тиражы менән дә маҡтана алмайбыҙ. Был төбәк башҡорттарының этник асылын һаҡлап ҡалыу өсөн нимә тәҡдим итәһегеҙ?
Рәшит ШӘКҮР.
Төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының тарихын пропагандалау буйынса 2000 йылдарҙа ҙур эш башҡарылды, тик һуңғы ваҡытта һүнеп ҡалды. Хөкүмәтебеҙ ҡабул иткән ҡарар буйынса Шәжәрә байрамдары уҙғарыла башлағайны, ошо эште дауам итеү мотлаҡ. Телевидениела “Бер ауыл тарихы” тип аталған бик шәп тапшырыу бар ине. Бында ошо ауыл ҡарттары, уҡытыусылары менән берлектә эшләнеләр, ошо тапшырыуҙы ла туҡтатмаҫҡа кәрәк. Төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының тарихын өйрәнгән ғалимдарыбыҙ бар, улар­ҙың күбеһе Әнүәр Әсфәндиәровтың райондар, ауылдар тарихы китаптарына таянып эшләй. Тарихсы Салауат Хәмиҙуллиндың башҡорт ырыуҙарына арналған китаптары баҫылып сыҡты, автор иҫ китмәле бай мәғлүмәт бирә. “Башҡорт ырыуҙары тарихы” күләмле хеҙмәте үҙ тамырҙарын белергә теләгәндәргә файҙалы ҡулланма булып тора. Монографияның һәр томы бер ырыу­ға арнала. Авторҙар йәмғеһе 40 том нәшер итергә ниәтләй, әлегә 15-е донъя күргән. Салауат етәкселек иткән төркөм генетик структураға ла ҙур иғтибар бүлә, был оло маҡтауға лайыҡ.
Ҡайҙа барһам да, башҡорт теленең туған һәм дәүләт телдәре булараҡ уҡытылыуы хаҡында белешәм, аңлауымса, хәл һәр районда етәкселектең был проблемаға нисек ҡарауына, ундағы мөхиткә бәйләнгән. Тел проблемаһы һәр саҡ йәмәғәтселектең һәм мәғариф етәкселегенең иғтибар үҙәгендә торорға тейеш. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты мәғариф системаһы алдына һәр район үҙәгендә һәм ҡалала башҡорт гимназияһы ойоштороу бурысын ҡуйғайны. Дүртөйлө, Нефтекама, Ағиҙел ҡалаларында һәм башҡа ерҙәрҙә был эш тормош­ҡа ашырылды. Тик бындай гимназиялар барыһында ла асылманы, ҡарар тулыһынса үтәлеп бөтмәне. Халыҡ үҙенең милли тойғоһон юғалтмаһын өсөн ниндәй юлдан китергә тигәндә, минеңсә, иң беренсе башҡорт әҙәби телен барлыҡ ерҙә яҡшы итеп уҡытыу, дәүләт теле булараҡ уҡытыуҙы камиллаштырыу кәрәк. Заманында Таһир Байышев төньяҡ-көнбайыш төбәктә мәктәптәрҙә “Әлифба”нан башлап, диалект телен туған тел булараҡ уҡытыу мәсьәләһен күтәреп сыҡҡайны. Әйтәйек, башҡорт телен улар үҙ диалекттарында өйрәнә. Был мәсьәләне бигерәк тә Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы күтәрә, унда башлыса ғәйнә һәм урта Урал һөйләше. Һөйләштәр бер-береһенә ныҡ оҡшаш, һөҙөмтәлә бер диалектты барлыҡҡа килтерә. Уйлап ҡараһаң, Пермь крайы һәм Свердловск өлкәһе башҡорттары өсөн бер ҡасан да туған телде уҡытыу бурысы ҡуйылмаған, сөнки улар сит мөхиткә ҡарай. Әгәр ҙә улар башҡорт телен үҙҙәренең диалекты нигеҙендә өйрәнһә, туған телгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу икеләтә көслө булыр ине. Һуңғы һандарға күҙ һалғанда, был ике төбәктә йәшәгән милләттәштәребеҙ, туған телде өйрәнмәгәнлектән, ассимиляция процесына ныҡ бирешә, милли үҙаңын юғалта бара.
– Диалектты башҡорт әҙәби теле урынына уҡытыу башҡорт теленең ғилми-методик көстәренең айырымланыуына килтермәҫме?
– Был мәсьәләне күмәкләп, айыҡ аҡыл менән хәл итергә кәрәк. Ошо урында диалектология һәм уның бөгөнгө торошо хаҡында һөйләп үтеү урынлы булыр. Әгәр ҙә беҙҙең диалектология фәне, һуңлабыраҡ булһа ла, төньяҡ-көнбайыш башҡорттары телен башҡорт диалекты тип танымаһа, төркиәтселектә был фәнни рәүештә раҫланмаһа, ошо фекер алышыуға йыйылмаған да булыр инек. Тимәк, татар телле башҡорттарҙы көсләп башҡортса уҡытаһығыҙ, тип күҙгә төртөп әйтә алмайҙар, ғөмүмән, төньяҡ-көнбайыш башҡорттарын татарҙар менән бутарға ярамай. Төрки телдәр фәне күптән инде быны дәлилләне. Был башҡорт халҡының һөйләш теле, был тик эске мәсьәлә, уға башҡа милләт ғалимдарының ҡыҫылырға хаҡы юҡ. Һуңғы 25 йылда башҡорт диалектология курсы өс диалектты ла ныҡлап өйрәнә. Төньяҡ-көнбайыш диалекты асылда ике диалект – төньяҡ һәм көнбайыш, фәҡәт башҡорт теле уҡытылмау һөҙөмтәһендә улар бер-береһенә ныҡ яҡынлашҡан. Был өлкәлә эшләгән Сәриә Миржановаға һәйкәл ҡуйырлыҡ. Таһир Байышевтың ғилми эшмәкәрлеген дауам итеп, Сәриә Миржанованың төньяҡ-көнбайыш диалектын монографик кимәлгә күтәреп өйрәнеүе, бөтә фән донъяһына танытыуы – беҙҙең башҡорт диалектологияһы фәненең иң ҙур ҡаҙанышы ул.
Ҡасандыр Жәлил Кейекбаевтың был диалектты танымауы һәм өйрәнергә теләмәүе эште 30 йылға туҡтатты һәм беҙ төньяҡ-көнбайыш башҡорттарын 30 йыл буйына юғалтып торҙоҡ. Мин 1998 йылдан бирле БДПУ-ла диалектологияны үҙем төҙөгән, фәнни совет тарафынан раҫланған яңы программа буйынса уҡытам. Тотороҡло әсбап баҫтырып сығарҙым, уның аша 16 башҡорт һөйләше өйрәнелә. Әгәр ҙә беҙҙең фән ошоларҙы эшләмәгән булһа, бөгөн нимә эшләргә лә белмәйенсә, ике ҡулһыҙ булып ултырыр инек.

– Ансар ағай, һеҙ эшләгән район­дар­ҙа етәкселектең, йәмәғәтселектең ҡарашы ниндәй, башҡорт телен өйрәнеү ҙә шундай кимәлдәме?
Ансар НУРЕТДИНОВ.
Рәшит ағай дөрөҫ әйтә, мин уҡыған мәлдә үк төньяҡ-көнбайыш диалектын урта һөйләш тип атаныҡ һәм диалект булараҡ өйрәнмәнек. “Йәшлек” гәзитенең был проблеманы күтәреүе бик шәп. Һеҙҙең артығыҙҙан барлыҡ гәзит-журнал, радио-телевидение күтәрелер, тип ышанғы килә. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ла ситтә ятып ҡалмаһын ине. 90-сы йылдарҙа ла “Йәшлек” бик күп эште башлап ебәрһә, халыҡ уның артынан дәррәү күтәреп сыға ине. Тик бөгөн халыҡта демократик эйфория юҡ, хәҙер эҙмә-эҙлекле эш кәрәк. Төньяҡ-көнбайыш башҡорттары үҙҙәре үк: “Беҙ Ҡазанға барһаҡ, һеҙ – башҡорттар, тиҙәр, Өфөгә килһәк, татарҙар тип, ситләтәләр”, – тип әйтә. Үкенескә күрә, оло быуын үҙҙәрен башҡорттар тиһә лә, урта быуын татар­ҙар тип һанай. Бөгөн татар, бала шикелле, юрғанды тик үҙенә тарта – ҡурай-бауырһаҡтан алып “Урал батыр” эпосына тиклем, минеке, тип бара. Татарҙар, интернет, матбуғат сараларын файҙаланып, пропаганда эшен оҫта алып бара. Ә бөгөн халыҡ, дөрөҫмө-юҡмы икәнен тикшереп тә тормайынса, ана, Википедияла яҙылған, ана, был сайтта баҫылған, тип һәр ҡотҡоға ышана. Башҡорт артистарының был яҡтарҙа һирәк булыуы, күрше республика вәкилдәренең, киреһенсә, әүҙемлек күрһәтеүе, әл­биттә, йоғонто яһамай ҡалмай. Тағы ла төньяҡ-көнбайыш райондарҙан сыҡҡан күпме йырсы, Татарстанға китеп, танылыу яулай. Беҙҙә оҫта йырсылар исем биреүҙәрен йылдар буйы көтһә, күршеләрҙә бының менән проблема юҡ. Улар шунда уҡ фатирын, артабан исемдәрен бирә башлай. Мәҫәлән, Хәниә Фәрхиҙе алғанда, Татарстандың халыҡ, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы булып йөрөй. Был осраҡта, әлбиттә, Татарстан яғын хуп күрҙеләр һәм күрәсәктәр.
Мине борсоған икенсе һорау – Шәжәрә байрамдарының рәсмилеккә әйләнеүе, ирекле-мәжбүри төҫ алыуы. Хөкүмәттән районға хат килә, район башлығы – мәҙәниәт бүлегенә, унан – ауыл клубына сылбыры буйлап, ҡултамғалар ҡуйыла-ҡуйыла, халыҡҡа килеп етә. Шуға күрә сараның халыҡ араһында йылдан-йыл мәртәбәһе төшә бара. Ә бына ниндәйҙер ауыл, ара, ырыу үҙе теләп ошо эште башҡарһа, ҡараш икенсе төрлө булыр ине. Тағы ла шәжәрәнең осон мотлаҡ ниндәйҙер билдәле кешегә алып барып тоташтырырға йәки республикала арҙаҡлы шәхестең шәжәрәһен күрһәтергә тырышалар. Ә ябай халыҡтың быуындар ағасы иғтибарһыҙ ҡала. Ырыуҙар темаһына төшөп китһәк, ни өсөн беҙҙең башҡорт ете һанына табына?! Салауат Хәмиҙуллин әйтеүенсә, башҡорттоң 40-тан ашыу ырыуы бар. Һәр матбуғат сараһында ырыуҙар хаҡында мәғлүмәтте еткереп тотоу зарур.
Башҡорт телен уҡытыу методикаһы китаптарын төҙөгәндә ошо төбәк һөйләшен нигеҙ итеп алырға кәрәктер тигән фекерҙәмен. Китапта бирелгән миҫалда, тәржемәлә, мәҫәлән, Баймаҡ яғында ҡулланылған һүҙ, ә Ҡариҙелдә уны ғүмерҙә лә ишеткәндәре юҡ. Шулай уҡ беҙҙең башҡорт телен өйрәнеү китаптары һөйләмде баш киҫәктәре, һүҙ төркөмдәре буйынса тикшереү кеүек сит милләтле уҡыусыға бөтөнләй кәрәк булмаған синтаксис темаларынан тора. Телде башҡаса итеп, ылыҡтырырлыҡ, ҡыҙыҡһынырлыҡ итеп өйрәтергә була бит! Әлбиттә, миңә, был башҡорт әҙәби телен боҙоу, тип ҡаршы сығасаҡтар.
Тағы ла төньяҡ-көнбайыш тарихсылары, уҡытыусылары, илһөйәрҙәренең сығыштарын гәзит-журнал биттәрендә йышыраҡ баҫтырырға кәрәк. Бөгөн Терминология ко­миссияһының эше һүнеп ҡалды, шуға ҡарамаҫтан, үҙебеҙгә тел мәсьәләһенә ҡағылған рубрикаларҙы даими алып барырға, район-ҡала гәзиттәрендә баш­ҡорт ауылдары тарихын даими рәүештә биреп барыу бурысын ҡуйырға кәрәк.

– Башҡорт әҙәби теле төньяҡ-көнбайыш башҡорттары өсөн ят, аңлашылмаған тел, грамматиканы өйрәнгәндә ауырлыҡ тыуҙыра икән, милләттәштәребеҙҙе нисек берләштерергә? Был мәсьәләне хәл итеүҙә нимә тәҡдим итәһегеҙ?
Ғәлим ХИСАМОВ.
Туғандар, был бик ҡатмарлы мәсьәлә, әгәр ҙә был эште беҙ эшләмәһәк, кем атҡарып сығасаҡ, тигән фекерҙе ҡыҙыл һыҙыҡ өҫтөнә алайыҡ. 40 – 50 йыл элек был халыҡ үҙенең этник асылын тулыһынса аңлай ине, бөгөн тарихи хәтер беҙҙең файҙаға түгел. Әлегә беҙҙең ҙур өҫтөнлөк – был мәсьәләне республика башлығы күтәрә. Ошо уңайҙы тиҙ һәм оҫта итеп файҙаланмаһаҡ, диалектты рәсмиләштермәһәк, иҫәр буласаҡбыҙ. Бының өсөн координацион совет кәрәк.
Әлеге ваҡытта 300 – 350 мең кеше ошо диалектта аралаша, ә Та­тарстанда – 150 – 200 мең самаһы. Ул яҡта йәшәгән кеше, үҙен, мин – төньяҡ-көнбайыш халҡы вәкиле, тип әйтмәйәсәк. Мин ошо диалектты уран тип атар­ға тәҡдим итәм. Бындай башҡорт ырыуы бар, урандың татар менән бер ниндәй ҙә оҡшашлығы юҡ, яңғырашы ла матур. Диалектологияла ошо уран һөйләше фәнни рәүештә таныл­ған, тел белгестәре раҫлаған, тимәк, рәсми рәүештә ҡабул итергә нигеҙ бар.
Ҡасандыр, БАССР Юғары Советы ҡабул иткән көньяҡ һәм көнсығыш диалекттары тураһында ҡарарға, уран диалектын да өҫтәп, үҙгәреш индерергә кәрәк. Йәғни, башҡорт теле өс диалект­тан тора, тип рәсмиләштереү. Был эш, минеңсә, ике юл менән барасаҡ, тәүге этапта Хөкүмәт ҡарары һәм икенсеһе – Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙыҡы. Ошо ике орган аша ыңғай һөҙөмтәгә өлгәшһәк, уңыш йылмайҙы тигән һүҙ.
Практик йүнәлештә, фәнни нигеҙҙән сығып, артабан нимә эшләргә һуң? Мәктәп кенә йырып сығырлыҡ эш түгел был. Мәк­тәптәрҙә, туған тел булараҡ, уран диалекты уҡытылырға те­йеш. Әйтәйек, Илештә, Тәтеш­лелә, Асҡында, Балтаста ике тел уҡытыла, туған тел – татар теле, дәүләт теле тип башҡорт телен өйрәнәләр. Райондарҙа уҡытыу программаһын яңыса ойоштороу бер ни түгел, иң мөһиме, өҫтән ҡарар кәрәк. Әгәр ҙә, Башлыҡ күрһәтмәһе, тип башҡарылһа, беҙгә Мәғариф министрлығы ла йөҙ менән бороласаҡ.
Башҡорт теле менән уран диалекты айырмаһын күреүселәр буласаҡ, әлбиттә. Шуға күрә башҡорт әҙәби телен – дәүләт теле, ә уран диалектын туған тел булараҡ өйрәнергә була. Ә татар телендә сыҡҡан гәзит-журнал, радио-телевидение тапшырыуҙарын башҡорт теленең уран диалекты тип алырға кәрәк. “Татар телле башҡорттар йәки Башҡортостандағы татар райондары” тигән һүҙбәйләнеш булырға тейеш түгел. Сөнки улар ни бары башҡорт теленең әҙәби телендә түгел, ә фонетик үҙенсәлектәре татар теленә тартым төньяҡ-көнбайыш диалектында аралаша.
Күпме башҡорттоң туған телен татар тип иҫәпләүен һанап сығарырға була. Уран диалектын уҡытыуҙы күҙ уңында тотҡанда, урындағы халыҡтан һорау алырға кәрәк. Уларға ниндәй вариант – әҙәби телме, әллә диалект яҡынмы, был эштә һығылмалы сәйәсәт алып барырға кәрәк.
Яҙыусылар конференцияһы уҙғарып, унда башҡорт һөйләштәре темаһын күтәреү планлаштырыла. Яҙыусы менән журналист телһеҙ йәшәй алмай, был беҙҙең иңгә төшә. Шулай итеп, башҡорт халҡын берләштереү, ассимиляция процесын тотҡарлау эшендә иң беренсе Башлыҡ ҡарарына таянырға тейешбеҙ. Милләт эсендәге ысынбарлыҡты үҙгәртеү, бәхәсле мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә башҡаса булмай.

Лилиә ХӘЛИТОВА яҙып алды.
Башҡорттоң өс диалекты – өс тағаны ул
Башҡорттоң өс диалекты – өс тағаны ул
Башҡорттоң өс диалекты – өс тағаны ул
Башҡорттоң өс диалекты – өс тағаны ул






Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға