«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Йондоҙнамә (30 май - 5 июнь)



27.05.2016 Йондоҙнамә (30 май - 5 июнь)

Йондоҙнамә (30 май - 5 июнь)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Был арала етәкселәр һәм оло йәштәге кешеләр менән аралашҡанда һаҡ булығыҙ. Бәләкәй генә дәғүә йәки артыҡ үҙ һүҙле булыуығыҙ мөнәсәбәттәрҙе оҙаҡҡа боҙоуы ихтимал. Йомала ниндәйҙер юғалтыу кисерерһегеҙ.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Аҙна барышында өмөтлө осрашыуҙар күп булмаҡсы. Яңы мөмкинлектәр ҙә асылыр. Шишәмбелә күптән күрмәгән кешенең тауышын ишетерһегеҙ, бәлки. Матди хәлегеҙ һәйбәтләнер, ләкин ҙурға өмөт итмәгеҙ.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Ҡатмарлы осор. Төрлө юҡ-бар эшкә күп көсөгөҙҙө әрәм итеүегеҙ бар. Шаршамбынан һуң дошмандарығыҙ әүҙемләшер. Йомала файҙаһыҙ һөйләшеүҙәр, кәрәкмәгән осрашыуҙар күбәйер.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Дүшәмбе-шишәмбелә ҡайһы бер кәрәкле эштәрҙе башҡара алырһығыҙ. Артабан төрлө ҡаршылыҡ ҡамасаулар, моғайын. Үҙгәреүсән кәйефегеҙ ҙә ыңғай яҡҡа булышлыҡ итмәҫ, буғай.

Буға (21.04 – 21.05)
Фекерегеҙҙе артыҡ яҡлауығыҙ дәғүәгә килтерер, моғайын. Ҡайһы саҡ ҡаты ҡаршылыҡҡа осрарһығыҙ кеүек. Кесе йомала ваҡ-төйәк мәшәҡәттәрҙән башығыҙ әйләнеп китер. Йомала алданыуҙан һаҡланығыҙ.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Мәл аҡса табыу сығанаҡтарын эҙләү өсөн уңайлы. Был йәһәттән шаршамбы һәм кесе йома бигерәк тә өмөтлө күренә. Йондоҙҙар иҫке бурыстарығыҙҙы ҡайтарырға һәм яңыларына инмәҫкә ҡуша.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Шәхси тормошоғоҙҙағы ҡыйынлыҡтар төп эшегеҙгә ҡамасаулар. Был арала етәкселәрҙән ары тороуығыҙ хәйерле. Һеҙҙе күрә алмаусылар ҙа йәнләнеп китер.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Осор бигүк еңел булырға оҡшамай. Ҡайһы бер алдан төҙөгән маҡсаттарығыҙ бойомға ашмаҫ. Шулай ҙа ыңғай ваҡиғалар ҙа булыр. Кем менәндер элек боҙолған мөнәсәбәттәрҙе лә көйләрһегеҙ һымаҡ.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Әүҙемлегегеҙҙе кәметмәҫкә кәңәш ителә. Күберәк кеше араһында булырға, һәр саҡ үҙ фекерегеҙҙе яҡларға тырышығыҙ. Кесе йомала ыңғай ваҡиғалар булыр, бүләк алыуығыҙ ҙа ихтимал. Ғөмүмән, тормош офоҡтары киңәйер.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Был арала кешеләр йоғонтоһона артыҡ бирелеүсән булырһығыҙ. Ошо сәбәпле аңлашылмаусанлыҡ осраҡтары йышайыр. Шаршамбыла ниндәйҙер маҡсатығыҙ тормош­ҡа ашыр.

Саян (24.10 – 22.11)
Бар өлкәлә лә һеҙҙе уңыштар көтә. Килемегеҙ артыр. Бәғзеләр икенсе, юғарыраҡ урынға күсер. Яҡын арала ниндәйҙер элекке бурысығыҙҙы ла ҡайтарыуығыҙ ихтимал. Яңы эштәрегеҙ һәйбәт башланып китер.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Аҙна яҡшы кәйеф һәм эшлекле әүҙемлек килтерер. Осор араһында ниндәй­ҙер мөһим ҡағыҙҙар менән бәйле эште уңышлы тамамларһығыҙ. Туғандар һәм яҡындарығыҙ менән арағыҙ яйланыр.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға