«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Йондоҙнамә (2 май - 8 май)



29.04.2016 Йондоҙнамә (2 май - 8 май)

Йондоҙнамә (2 май - 8 май)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Был арала халыҡ араһында ҡайнар­һығыҙ һәм һәр саҡ беренсе булырға тырышырһығыҙ, моғайын. Һәр хәлдә саманы белеп эш итеүегеҙ хәйерле. Кәрәкмәгән әйбер­ҙәрегеҙҙән йәлләмәйенсә ҡотолоғоҙ.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Аҙна барышында бәғзеләргә етди ҡағыҙҙар менән күп эш итергә тура килер, бәлки. Иғтибарлылыҡ тураһында берүк онотмағыҙ. Һуңғы ваҡиғаларҙы хәтерләү ҡәнәғәтлек килтерер. Был арала күберәк ял итергә, туйғансы йоҡларға кәңәш ителә.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Кемдер һеҙгә элекке үпкәһен белдерер. Мөмкин тиклем ул кешенең күңелен табырға тырышығыҙ. Ошо көндәрҙә алыҫтан яҡшы хәбәр килер һымаҡ. Ниндәйҙер тамамланмаған эш эсегеҙҙе бошорор.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Осорҙо яҡшы кәйеф, әүҙемлек менән башлап ебәрерһегеҙ. Төп эшегеҙгә бер аҙ иртәрәк килеү файҙалы булыр. Уҡып йөрөгәндәр мотлаҡ уңыр. Артта ҡалғандар башҡаларҙы еңел генә ҡыуып етер.

Буға (21.04 – 21.05)
Тормошоғоҙҙо яңыса ҡороу теләге менән йәшәрһегеҙ. Бәғзеләр менән араларығыҙҙы ла барлап сығырһығыҙ, бәлки. Яңы өмөтлө танышыуҙар ҙа бик ихтимал. Күптәр киләсәккә маҡсаттар төҙөү менән мәшғүл булыр.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Йыш ҡына ваҡиғаларҙың өмөт иткәнгә тура килмәүе лә мөмкин. Ошо сәбәпле бер аҙ ҡәнәғәтһеҙлек тә кисерерһегеҙ, моғайын. Кесе йома яңы ыңғай тәьҫораттарға бай булмаҡсы.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Матди ҡыйынлыҡтар йыш ҡына һиҙелеп торор. Ҡайтарылмаған бурыстарығыҙ эсегеҙҙе бошорор. Ҡайһы бер сығымығыҙҙы ҡыҫҡартырға мәжбүр булырһығыҙ. Иғтибарығыҙҙы өҫ-башығыҙға һәм һаулығығыҙға йүнәлтегеҙ.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Ҡәҙимге осор. Шишәмбелә йүнһеҙ, ышанысһыҙ кешеләр менән эш итеүегеҙ бар, һаҡ булығыҙ. Аҙна уртаһында кемгәлер ныҡ үпкәләрһегеҙ, ахыры. Төптәнерәк уйлағанда бының өсөн етди сәбәптәр ҙә юҡ һымаҡ.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Киләсәккә ҡайһы бер маҡсаттарығыҙ яҡынайғандай күренер. Бәғзе дуҫтарығыҙ менән арағыҙ бөтөнләйгә һыуыныр кеүек. Икенселәре менән мөнәсәбәттәр ҡапыл йылынып китер һымаҡ.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Был арала йыш ҡына кеше һәм йәмәғәт йомоштары менән күп йөрөргә тура килер. Күпселек эшегеҙ һәүетемсә генә барыр. Имтихан тапшырыу, һынауҙар биреү ҡәҙимгенән күпкә еңеләйер.

Саян (24.10 – 22.11)
Аҙна барышында аҡсағыҙҙы бик уйлап тотонорға кәңәш ителә. Матди ҡыйынлыҡтар бер аҙ дауам итер әле. Мөмкин тиклем бурысҡа инеүҙән тыйылығыҙ. Йомала кем менәндер үпкәләшеүегеҙ ихтимал.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Осор еңелдән булмаҫҡа оҡшай. Әүҙемлегегеҙҙе арттырған һайын төрлө ҡаршылыҡ арта ғына барыр. Эргәгеҙҙәге кешеләрҙең байтағы ышанысһыҙ икәнен тағы ла асыҡ күрерһегеҙ. Донъя мәшәҡәттәре лә







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға