«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Юрист кәңәше



25.04.2016 Юрист кәңәше

Юрист кәңәшеЮрист Владимир Ғилманшин һорауҙарға яуап бирә. Уларҙы хат менән, ye02@ yandex.ru адресы буйынса электрон почтаға ебәрә алаһығыҙ.

Кредит килешеүендә күрһәтелһә генә
Бер нисә банкта кредитыбыҙ бар. Мартта бер банктың кредитын алдан тулыһынса ҡаплап бөттөк. Ниңәлер страховка аҡсаһын ҡайтарыуҙан баш тарттылар. Бер йылы “Сбербанк” ул аҡсаны кире ҡайтар­ғайны. Был осраҡта беҙгә нимә эшләргә?
Н. МАНАПОВА.
Иглин районы.


Йыш ҡына банк хеҙмәткәрҙәре ссуда, кредит, заем алғанда страховка полисы алырға мәжбүр итә. Сөнки был улар өсөн файҙа – эш хаҡына өҫтәмә түләнә. Бурысҡа алыусы, билдәле, бөтә шарттарҙы ла үтәргә әҙер, тик үтенесен генә кире ҡаҡмаһындар. Бурыс алдан ҡайтарылғас, страховка түләүен нисек ҡайтарып алырға була һуң? Иң тәүҙә иғтибар менән заем килешеүенең шарттары менән танышып сығығыҙ. Унда бөтә шарттар, страховка түләүе лә күрһәтелгән булырға тейеш. Йыш ҡына банк аралашсы ролен генә үтәй, полисты кредит ойошмаһы менән эшләгән страховка ойошмаһы бирә. Уның исеме полиста, килешеүҙә яҙыла. Был документта страховкалан­ған кешенең бурысты ҡаплағандан һуң страховка түләүенең ниндәйҙер бер өлөшөн кире ҡайтарып алыу хоҡуғы ла яҙылырға тейеш. Иғәнәне түләү тураһындағы ҡағиҙәләрҙә ул яҙылған осраҡта ғына аҡсаны кире ҡайтарыуға документтарҙы йыя алаһығыҙ. Бының өсөн банкка кредит килешеүе, страховка полисы, паспорт, заемды тулыһынса түләү тураһында белешмә ҡағыҙы, аҡса күсереү өсөн реквизиттар тапшырыла. Бер аҙҙан кредитты алдан түләп бөткәнегеҙ өсөн страховканың бер өлөшө кире ҡайтарыла. Кире ҡайтарыуҙан баш тартһалар, судҡа мөрәжәғәт итегеҙ. Иң яҡшыһы – кредит алғанда килешеү ҡағыҙы, унда күрһәтелгән шарттар менән етекләп танышып сығығыҙ.

Туғандарҙан түләттерә алмайҙар
Кредитымды түләй алмайым. Банк бурыслы кешенең туғандарынан уны түләттерә аламы?
А. НИҒМӘТОВ.
Мәсетле районы.


Кредит ойошмаларында хәҙер барыһының да бурысы бар. Хатта пенсионерҙарға тиклем кредит түләй. Көрсөк, эшһеҙлек осоронда күптәр кредиттарын ваҡытында түләй алмай. Банк хеҙмәткәрҙәре бурыслы кешенең үҙен тапмаһа, туғандарына шылтырата башлай. Белегеҙ, улар кредитын түләмәүсенең туғандарынан уның бурысын түләттерә алмай. Хатта клиенттарының ниндәй күләмдә кредит алғанын, күпме бурысы барлығын да әйтергә тейеш түгел. Банкта эшләүселәр тик туғандарынан клиентҡа тейешле мәғлүмәтте еткереүҙе генә һорай ала.

Тик үҙе генә яуаплы
Бер туған ағайым бер ҡайҙа ла эшләмәй. Банк нисектер уға кредит биргән. Хәҙер банк хеҙмәткәрҙәре шылтыратып, мине ҡаңғырта. Нимә эшләргә?
Ә. ЮЛАМАНОВА.
Өфө ҡалаһы.


Иң тәүҙә бурыслы кешенең ҡайҙа йәшәүен әйтегеҙ, телефонын бирегеҙ һәм башҡа шылтыратып борсомауҙарын һорағыҙ. Әгәр ҙә һаман да һеҙҙе ҡаңғырталар икән, хеҙмәткәрҙең исем-фамилияһын, ниндәй банктан икәнлеген һорағыҙ. Интернеттан банктың “ҡыҙыу линия”һы телефондарын алығыҙ ҙа, банк хеҙмәткәренең эшенә дәғүә белдерегеҙ. Ағайығыҙ бурысын йыллап түләмәһә, банк эште коллектор агентлыҡтарына тапшыра.

Коллекторҙар янаһа…
Коллекторҙарҙың нисек аяуһыҙ ҡыланыуын күреп, ишетеп торабыҙ. Былтыр бер районда улының бурысы өсөн бер әбейҙең һыйырын һуйып алып киткәйнеләр, күптән түгел бер ҡатынды көсләнеләр. Ҡыҙымдың бурысы өсөн улар миңә лә шылтырата. Ҡайҙа ялыу менән мөрәжәғәт итәйем икән?
З. ҒИМАҘИЕВА.
Әбйәлил районы.


Коллекторҙарҙың төп ҡоралы – телефон терроры. Һуңынан улар өйгә лә килә башлай. Иң яҡшы­һы – ишегегеҙҙе ас­мағыҙ, клиенттың адресын, телефонын бирегеҙ. Дик­то­фонығыҙ булһа, һөйләшеүҙе яҙҙырығыҙ. Хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итегеҙ.

Банк сере булырға тейеш
Кредит буйынса бурысы бар, тип банк хеҙмәткәрҙәре эшемә шылтырата. Улар хаҡлымы?
Н. ҒӘБИТОВ.
Салауат районы.


Юҡ. Банк хеҙмәткәрҙәре был туралағы мәғлүмәтте таратырға тейеш түгел. Иң тәүҙә банкты үҙегеҙ хаҡында шәхси мәғлүмәтте таратыуҙары тураһында иҫкәртегеҙ. Әгәр ҙә улар үтенесегеҙгә ҡолаҡ һалмаһа, прокуратураға, хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итегеҙ.

Һорауҙарға юрист Владимир Ғилманшин яуап бирҙе.
Юрисҡа һорауҙарығыҙҙы хат менән, ye02@ yandex.ru адресы буйынса электрон почтаға ебәрә алаһығыҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға