«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Йондоҙнамә (18-24 апрель)



15.04.2016 Йондоҙнамә (18-24 апрель)

Йондоҙнамә (18-24 апрель)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Төп эшегеҙҙә хәл еңел булырға оҡшамай. Бының сәбәбе ваҡытында хәл ителмәгән мәсьәләләрҙә булыуы мөмкин. Яҡындағылар менән дүшәмбелә дәғүәләр ҙә килеп сығыуы ихтимал.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Аҙна барышында үҙегеҙҙе тотороҡло һәм ышаныслы тойорһоғоҙ. Тейешле йөкләмәләрҙең бөтәһен дә еңел башҡара алыр­һығыҙ. Етәкселәр ҙә һәр саҡ һеҙҙең яҡлы булыр. Кесе йомала ыңғай ваҡиға көтөгөҙ.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Ниндәйҙер рәсми ойошма менән көтөлмәгән дәғүә килеп сығыуы бар. Был матди хәлегеҙ өсөн мөһим булыр. Бәғзеләр аҡсалата юғалтыу кисерер. Һәр хәлдә, бынан файҙалы тәжрибә алырһығыҙ.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Кемдер элекке бурысығыҙ тураһында иҫегеҙгә төшөрөр, моғайын. Һеҙҙең фекерегеҙсә, уны күптән ҡайтарғанһығыҙ һымаҡ. Абруйлы кешеләрҙең күңелен табырға тырышығыҙ. Бынан файҙа күрерһегеҙ.

Буға (21.04 – 21.05)
Кәйефегеҙҙе боҙорға теләүселәр табылып торор. Әйтелгән бигерәк тә шишәмбегә ҡағыла. Был ваҡиғаларға тыныс ҡарағыҙ һәм фәһем алырға тырышығыҙ. Аҙна аҙағы күңеллерәк үтер.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Үҙаллы башҡарған эштәрегеҙ күпкә яҡшыраҡ барыр. Кеше кәңәштәрен тыңлап, буталырһығыҙ ғына. Шаршамбылағы сәфәрегеҙ бер ниндәй ҙә файҙа бирмәҫ. Иң өмөтлө көндәрегеҙ – кесе йома һәм йома.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Аҙна бигүк шәптән булмаҫҡа оҡшай. Иғтибарһыҙлыҡ арҡаһында алданыуығыҙ бик ихтимал. Үҙегеҙ ҙә килешмәгәнсә эш итеүегеҙ мөмкин. Ваҡиғаларҙың барышын үҙгәртергә хәлегеҙҙән килмәҫ, бер аҙ түҙергә тура килер.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Аҙна барышында уңайлы мәлдәр йыш осрап торор. Улар күберәк шишәмбе һәм шаршамбыға тура килер. Кесе йомала мөнәсәбәттәрҙе асыҡлау бер ниндәй ҙә файҙа бирмәҫ.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Йәмәғәт эштәрендә мотлаҡ уңырһығыҙ. Был арала бөтөн дәғүәләрҙә лә һеҙгә тиң булмаҫ, моғайын. Иң ҡатмарлы хәлдәрҙә лә үҙ фекерегеҙҙе яҡлай алырһығыҙ һәм еңел уртаҡ тел табырһығыҙ.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Йондоҙҙар яҡын киләсәктә уңыштар һәм муллыҡ вәғәҙә итә. Аҙна барышында борсолоу өсөн бер ниндәй ҙә сәбәп булмаҫ кеүек. Туғандарығыҙ менән мөнәсәбәттәр күҙгә күренеп яҡшырыр.

Саян (24.10 – 22.11)
Кемдер тормошоғоҙға ҡыҫылырға маташа һымаҡ. Шулай ҙа бынан әллә ни зыян күрмәҫһегеҙ. Шаршамбыла төп эшегеҙҙә уңыштар булыуы ихтимал. Быны дуҫтарығыҙ ҙа, дошмандарығыҙ ҙа күрмәй ҡалмаҫ.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Үткәндәрҙе онотоп, иғтибарығыҙҙы киләсәккә йүнәлтергә тырышығыҙ. Аҙна башындараҡ ваҡиғалар һеҙ уйлағанса бармаҫ кеүек. Артыҡ борсолмағыҙ, был хәлдән дә үҙегеҙгә файҙа сығара алырһығыҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға