«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Башҡаса һыҙғырмайым...



11.04.2016 Башҡаса һыҙғырмайым...

Башҡаса һыҙғырмайым...Мин үҙем ырым-юрауҙарға, сихыр-өшкөрөүҙәргә ышанып бармайым. Ә бына бер ваҡиға көлдөрҙө лә, әҙерәк уйландырҙы ла...
Баҡсала йыяһын йыйып, кәрәген алып ҡайтырға тип машинаға тейәп, киләһе йылға орлоҡҡа тигәнен урынлаштырып, ҡалаға ҡайтырға йыйындыҡ. Беҙҙең баҡсанан Стәрлетамаҡҡа ике юл менән ҡайтырға була: береһе – Ғафури, ә икенсеһе Ҡырмыҫҡалы районы аша.
– Әйҙә, Ҡырмыҫҡалы аша, – тине ҡатын, – Өфөгә инеп, балаларҙың, инәйемдең хәлен белеп сығырбыҙ.
Мин риза булдым.
– Актерҙар йортона инеп, ҡайһы бер мәсъәләләрҙе хәл итәһе бар, – тинем.
– Өфөнән Стәрлегә юл тура, – тип өҫтәне ҡатын.
– Актерҙар йортоноң рестораны ла һәйбәт кенә, «ялдан артып ҡалған» аҡсаны шул ресторан кассаһына һалып китербеҙ, – тинем, шаяртып.
Шулай ниәтләнеп юлға сыҡтыҡ. Көн матур, юл таҡыр, машина һәйбәт, эш бөткән. Кәйефтәр күтәренке. Өфөгә етәрәк ниндәй­ҙер йыр иҫкә төштө бит. Әллә «Юлдаш» каналы иҫкә төшөрҙө, концерт бара ине, буғай. Шул көйгә руль артында әкрен кенә һыҙғырып көйләп киләм.
– Һыҙғырма, – ти ҡатын.
Ә мин һаман туҡтамай дауам итәм.
– Нимә, юҡ аҡсаң бөтәме ни, – тип, һаман һыҙғырам.
– Һыҙғырма машина эсендә, – тине был ҡаты ғына.
Һыҙғырыуҙан туҡтаным-туҡтауын. Йылмайып ҡуйҙым. Йәнәһе, ундай юрауҙарға ышанмайым. Өфөгә һәйбәт кенә килеп еттек. Пушкин урамына боролдоҡ. Ә Актерҙар йорто алдында минең генә машина юҡ икән... Килеп еттек, туҡтарға урын юҡ.
– Ярай, беҙгә оҙаҡҡа түгел бит, ошонда ғына туҡтайыҡ та ҡалдырайыҡ, элек тә ошонда ҡалдыра торғайныҡ бит, – тинем дә, туҡтаным.
Машинаның ишектәрен ябып, икәүләшеп Актерҙар йортона инеп киттек. Тиҙ генә йомоштарҙы бөтөрөп, ағзалыҡ иғәнәләрҙе түләп сығабыҙ тип. Ә унда ингәс һүҙ артынан һүҙ, икенсеһе, өсөнсөһө. Ашап та тормай, унан килеп сыҡтыҡ. ...Ҡараһам, ҡалдырған урында машинам юҡ... Башыма, урлағандар, тигән уй зыу итеп үтеп инде. Әллә икенсе урындамы икән, яңылышамдыр, ти йүгереп йөрөп эҙләйем. Юҡ. Бер ерҙә лә күренмәй. Урлағандар... Ул арала йорттан Әхтәм Әбүшаһманов килеп сыҡты.
– Ҡайҙа ҡалдырҙың һуң ул машинаңды? – ти был.
– Ошонда ғына, бына тап ошо урында, эйе...
– Тимәк, эвакуатор тейәп алып киткән. Борсолма. Хәҙер бер биш минуттан тағы килеп етерҙәр, – ти.
Ысынлап та, биш минут үттеме-юҡмы, аллы-артлы тағылышып тигәндәй килеп тә еттеләр. Килеп тә еттеләр, дөрөҫ ҡуйылмаған машиналарҙы тейәй ҙә башланылар.
– Ҡайҙа минең машина, әле генә ошонда ҡалдырғайным?
– А, она уже на Пархоменко, 131.
– Ә унда нисек барырға?
Шунда уҡ бер таксист килеп тә етте.
– Абый, мин беләмен кайда икәнен, утырыгыз, илтеп ҡуям, – ти.
Ни эшләмәк кәрәк, ултырып киттем. Килеп еткәс, күпме тейеш мин, тим.
– Дүрт йөз сум, абый.
Түләп төшөп ҡалдым. Ә автостоянкала минең кеүек «асыҡ ауыҙҙар» тағы ла күберәк икән.
Сират алып, бер сәғәттәй торғас, машиналар янына индерҙеләр. Машинамды эҙләп тапҡас, тағы бер бинаға ебәрҙеләр. Унда ла сират. Ул сират күперҙәрен үтеп, машинам янына килһәм:
– Ҡайҙа квитанцияң? – тиҙәр.
Яңынан кассаға барҙым. Бер мең ярым һумды эвакуатор өсөн, юл ҡағиҙәһен боҙоп, машинамды ярамаған урынға ҡалдырғаным өсөн шундай уҡ сумманы түләргә тейешлегемде аңлаттылар. Ярайһы уҡ аҡсамды ҡалдырып сығып киттем. Киткән еремә кире боролоп килгәндә ҡараңғы төшөп килә ине инде. Ул ваҡытта балалар ҙа, уларҙың өләсәләре ҡайғыһы ла түгел, тиҙерәк ҡайтыу яғына тайғы килә. Машинамды Стәрлегә борҙом. Өфөнән Стәрлегә юл тура. Булгаков ауылында туҡтап, кеҫә төбөндә ҡалған тимер тәңкәләргә ике пирожки алып ашаныҡ та, шым ғына юлды дауам иттек. Шунда ҡатын:
– Ниңә һыҙғырмайһың? – ти.
– Юҡ, – мин әйтәм, – һыҙғырмайым!
Вәт, шулай, башҡаса өйҙә лә, машинала ла һыҙғырмайым!

Рауил ҒӘЛИН.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға