«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Улар ғаиләләре менән йыр-моңға ғашиҡ



04.12.2010 Улар ғаиләләре менән йыр-моңға ғашиҡ

Улар ғаиләләре менән йыр-моңға ғашиҡ Зилиә Бәхтиева – быйылғы «Гәлсәр»ҙәр араһында иң сағыу, талантлы йәш йырсыларҙың береһе. Шулай булмай, бәләкәй сағынан уҡ халыҡ йырҙары мөхитендә туған моңдарҙы күңеленә һеңдереп үҫкән ҡыҙҙың булмышы менән йыр-моң кешеһе булмауы мөмкин дә түгелдер.
Уның атаһы ла, әсәһе лә йырсылар, ҡурайсылар, ғөмүмән, моңло кешеләр тоҡомонан. Әсәһе яҡлап, Хәсәновтарҙың, үҙ ғаилә ансамбле бар. Әсәһе күп балалы ғаиләлә үҫкән, 11 баланың бөтәһе лә уҡытыусы һөнәрен һайлаған, уларҙың һәр береһе йыр-бейеүгә оҫта. Олатаһы ҡурайҙа уйнай. Ә атаһы яҡлап фамилияһы Бәхтиева. Улар ҙа бик данлыҡлы ғаилә. Атаһы матур йырлай, ҡартәсәһе оҫта таҡмаҡсы, мандолинала уйнай, ҡартатаһы – скрипкасы. Зилиәнең апаһы, атаһының бер туған һеңлеһе Алһыу Бәхтиева – популяр йырсы, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы. Хәсәновтарҙы ла, Бәхтиевтарҙы ла Баймаҡта белмәгән, ихтирам итмәгән кеше юҡ. Хәйер, Баймаҡта ғына, тип әйтеүе дөрөҫ тә түгелдер. Хәсәновтар, мәҫәлән, ике тапҡыр Мәскәүгә «Рәсәй ғаиләһе» фестиваленә барып, Баш­ҡортостан данын ла­йыҡ­лы яҡлап ҡайтҡан.
Зилиәнең ғаиләһендә лә өс бер туған – Юлиә апаһы, Зилиә һәм Салауат ҡустыһы – бөтәһе лә йыр-моңға ғашиҡ кешеләр, барыһы ла йырлай. Шуға ҡыҙҙың дүрт йәшенән үк ҙур сәхнәгә сығып, еңеүгә өлгәшеүенә аптырайһы түгелдер. Салауат ҡалаһында үткән «Яҙғы тамсылар» конкурсында ҡатнашып, гран-при ала Зилиә. Шунан башлана ла инде төрлө бәйгеләрҙә еңеүҙәр яулауы: «Ирәндек моңдары», «Яҙғы тамсылар», «Башҡор­тостан йондоҙсоҡтары»... Ә һуңғы уңыштарына килгәндә инде, быйыл Мәғәфүр Хисмәтуллин исемендәге башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсында йәш йырсы икенсе урын ала, ә «Дуҫлыҡ моңо – 2010» халыҡ-ара татар һәм башҡорт йырҙарын башҡарыусылар конкурс-фестивалендә уға етеүсе булмай, ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Санкт-Петербург, Мәскәү, күрше өлкә ҡунаҡтарын артта ҡалдырып, еңеүгә өлгәшә ул.
Әле ҡыҙ Өфө сәнғәт училищеһының музыка теорияһы бүлегенең дүртенсе курсында уҡып йөрөй. «Гәлсәр һандуғас»та ҡатнашыу теләге лә ошонда уҡығанда барлыҡҡа килә. Төркөмдәш дуҫтары Айҙар Рәҡипов, Ян Лира менән бергә һәр кем үҙенең йырҙарын яҙҙыра ла, Риф Арыҫланға илтеп тапшыра. Зилиәнең йыры уға оҡшап ҡала. ҡыҙ, шулай итеп, «Торналар» йыры менән «Гәлсәр һандуғас» донъяһына ла килеп инә. Зилиә эстрада йырҙарын ғына түгел, ә бала саҡтан әсәһе тәрән һөйөү тәрбиәләгән халыҡ йырҙарын да яратып башҡара. «Йырҙарҙы халыҡсан итеп, халыҡ күңеленә барып етерлек итеп башҡарырға тырышам. Шуға ла мәғәнәлеләрен, күңелгә ятышлыларын һайлайым», – ти ул. Бик һирәк ишетелә торған татар халыҡ йыры «Болон»до ла йырлай ҡыҙ.
Ниндәйҙер ваҡ-төйәк эштәргә бирелеп йөрөргә ваҡыты юҡ ҡыҙҙың. Әңгәмәгә лә Баймаҡ райо­нынан гастролдән ҡайтып төшкән килеш, ял да итеп тормайынса, килеп етте. Әле «Гәлсәр һандуғас»тың финал концертына әҙерләнеү менән мәшғүл. Унда ике йыры үткән – Мәүлит Ямалетдинов һүҙҙәренә Ғәзиз Дәүләтбирҙин яҙған «Күңелемде биләп алдың» йыры һәм татар халыҡ йыры «Болон». «Репертуар өҫтөндә етди эшләйем», – ти ҡыҙ. Ул һәр саҡ байытылып, яңырып торорға тейеш, тигән фекерҙә. Быйыл уҡыуын тамамлаясаҡ ҡыҙҙың киләсәктә ниндәйҙер икенсе өлкәлә белем алыу теләге бар. Сит телдәргә ҡыҙыҡһыныуы, уларҙы өйрәнеү ниәте ҙур. «Беҙ бәләкәй саҡтан уҡ апайым менән сит телдәрҙә йырҙар йырлай торғайныҡ, бәлки, шуға ла был өлкәгә тартыламдыр», – ти.
Зилиәгә киләсәктә лә күркәм ғаилә традицияларына тоғро ҡалып, үҙ тамашасыһын табып, уңышлы ижад итеүен теләргә генә ҡала.

Руфина ДӘҮЛӘТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға