«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Кесе тәрбиәсе ниңә орсоҡ кеүек өйрөлә?



09.01.2016 Кесе тәрбиәсе ниңә орсоҡ кеүек өйрөлә?

йәки Няняның эше бик ауыр икән.

Замандың ҡырыҫ елдәре миңә лә ҡағылып, эшһеҙ ҡалғас, һөнәремде ҡырҡа үҙгәртеп, балалар баҡсаһында бер аҙ кесе тәрбиәсе булып эшләргә тура килде. Быға тиклем уларҙың эше бик ябай, еңел икән, тип уйлай инем. Ә баҡсаға эшкә килгәс, няняның үҙ төркөмөндә “завхоз” да, “директор” ҙа, йыйыштырыусы ла икәнен белеп аптыраным.


Эшкә килгән көндө күрше төркөмдә эшләгән кесе тәрбиәсе (ярай әле ул таныш кеше булып сыҡты) аҙ-маҙ бурыстарымды аңлатты, ҡайһы ерҙән ашарға алырға өйрәтте. Шуныһы уңайлы икән, бер ҡаттан икенсеһенә кәстрүлдәр күтәреп йөрөргә кәрәкмәй, улар лифт аша килә.
Шулай итеп, беренсе эш көнө. Эште саң һөртөүҙән башланым. Ул эш бөтөүгә иртәнге ашты ултыртыу ваҡыты етте. Ярай бында тәрбиәсе бер аҙ ярҙам итте. Балаларҙы ашатып, һауыт-һабаны йыуып, йоҡо бүлмәһен йыуып сығыуға, төшкө аш ваҡыты ла етте. Сәғәт 2-се яртынан 3-сө яртыға тиклем кесе тәрбиәсенең төшкө аш ваҡыты. Ә мин әлһерәп, эшемде тик 3-сө яртыла ғына бөттөм. Яңы эште, күрәһең, бик яй йәки яйһыҙ эшләгәнмендер инде. Башымды һауыт-һабаны киптереү өсөн ҡуйылған кәштәгә төкөтөп аптыраным. Иҙән һепергәндә сүп-сар йыйған һоҫҡомдан ҡыйым түгелеп ҡаҡшатты.

Сәғәт өс тулыуға яңынан йүгерә башлар­ға кәрәк. Сөнки балалар йоҡонан тора, улар­ҙы ашатып, тағы һауыт-һабаны йыуырға. Шулай итеп, киске сәғәт биште көскә тултырып, өйгә аяғымды саҡ һөйрәп ҡайтып еттем.

Икенсе көндө иртәнге ашта балаларға икмәк етмәне. Аптырап, тәрбиәсенән һорайым. Ә ул, ашханаға төшөп алып кил, ти. Киттем ашхананы эҙләп, унда барып, оялып ҡына бер нисә киҫәк икмәк һорап алдым. Балалар ашап бөткәс, һауыт-һабаны йыуайым тиһәм, йылы һыу юҡ. Был мәсьәләне, моғайын, тәрбиәсе хәл итәлер тиһәм, уныһына ла миңә йүгерергә тура килә икән. Күршеләр слесарҙарға мөрәжәғәт итергә ҡушты. Киттем тағы уларҙы эҙләп, эйәртеп алып килеп, йылы һыу мәсьәләһен хәл итеп ҡуйҙым. Иркенләп эшләйем тиһәм, кинәт һыу бөттө. Күршеләге кесе тәрбиәселәр тыштан һыу ташый башланы. Миңә лә уларға эйәрергә, өсөнсө ҡатҡа бер нисә тапҡыр ауыр биҙрәләрҙе күтәреп менергә тура килде. Һыу бармы-юҡмы, һин һауыт-һабаңды йыуа алаһыңмы, тәрбиәсемдең унда эше лә юҡ. “Һыу юҡ”, – тигәнгә, шулаймы ни, тип кенә ҡуйҙы. Көнө буйы һауыт-һабаны һалҡын һыу менән йыуырға тура килде. Кисен эштән ҡайтыуға көнө буйы кәштәгә бәрелгән башым, һалҡын һыуҙан тамағым ауырта башланы. Ҡот осто. Эшләүемдең икенсе көнөнә үк ауырып, мейем һелкенеп ятһа, нисек була инде. Мине эшкә алған кешегә лә был оҡшамай бит. Бәхеткә, иртәгәһенә лә эшкә килә алдым. Яйлап башымды бәрҙермәҫкә өйрәндем, һепертке-һоҫҡом да һирәк ҡолай башланы. Әммә төшкө ашҡа ҡайтып килергә барыбер ваҡытым ҡалманы.

Бер көн эшкә килһәм, бәҙрәфтә ут юҡ. Тәрбиәсем уны күрмәй ҙә шикелле. Электрикты эҙләп табып, уныһын йүнәттереп ҡуйырға тура килде. Шкаф, ултырғыс­тар боҙолһа ла, кесе тәрбиәселәр яуаплы икән. Шулай итеп, кесе тәрбиәсе иртәнән кискә тиклем орсоҡ кеүек өйрөлә. Ҡайһы саҡта бер минут ултырып ял итергә лә ваҡыт булмай. Бына һиңә – башта бик еңел күренгән няня эше шулай бик ауыр икән. Тиҙҙән балалар баҡсаларында кер йыуыу бүлеге бөтәсәк. Ул ваҡытта әлеге няняларға балалар бысратҡан түшәкте лә йыуырға тура килерме икән ни?

Бына шулай көнө буйы йүгергән, тәрбиәсенең күләгәһе булған кесе тәрбиәсенең эш хаҡы бик бәләкәй, уларға премиялар ҙа түләнмәй. Хатта мәктәпкәсә йәштәге балалар хеҙмәткәрҙәре көнөнә ҡарата ла эләкмәй. Улар тураһында гәзиттә яҙғандарын да күрергә тура килмәне.

Һүҙемдең аҙағында мине эшкә өйрәтеп, һәр ерҙә эйәртеп алып йөрөгән, баҡсала күптән эшләгән апайымдың класташтарына рәхмәт әйткем килә. Шулай уҡ үҙенең хеҙмәткәрҙәрен, ҡыҫҡартылыуға ҡарамай, эштә ҡалдырыу яйын таба белгән, ауыр саҡта ярҙам иткән баҡса мөдиренә лә рәхмәт. Киләсәктә уларға һаулыҡ, уңыштар юлдаш булһын.

Г. ХӘКИМОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға