«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Мөғжизә тыуҙырыусы Иҙрисовтар



25.12.2015 Мөғжизә тыуҙырыусы Иҙрисовтар

Мөғжизә тыуҙырыусы ИҙрисовтарМөғжизәле әкиәт илендә сәйәхәт иткәнегеҙ бармы? Бул­маһа, Салауат районының Әл­кә ауылына килегеҙ! Бындағы Мәктәп урамында йәшәүселәр бер-береһе менән ярыша-ярыша ҡар һындар эшләп, балаларға ғына түгел, ололар­ға ла Яңы йылға әкиәт бүләк итә.

Бигерәк тә Иҙрисовтар эшләгән боҙ ҡаласығы эргәһенән вайымһыҙ үтеп булмай. Улар йәшәгән йортҡа инер алдынан ҡунаҡтарҙы Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҡаршы ала. Эргә­ләрендәге һепертке тотҡан Ҡар бабай йылмайып, барыһын да сәләмләп тора. Уларҙан алыҫ түгел киләһе йылдың символы – шуҡ Маймыл да урын алған. Йорттоң ҡаршыһында быйылғы йылдың хужаһы – Һарыҡ ултыра. Һарыҡтың эргәһендә бормаланып, Йылан ята. Ул, әйтерһең, ҡарҙан эшләнгән 2016 һандарын һаҡлай.

Һүрәт төшөрөү һәләтенә эйә булған ғаилә башлығы Ринат Насретдин улы Яхъя ауылынан, ә уның ҡатыны Айгөл Әхиәр ҡыҙы Ишембайҙан. Улар 2008 йылда бергә тормош ҡороп, Ҡатау-Тамаҡ ҡалаһында йәшәй башлай. Ә 2014 йылда йәш ғаилә Әлкә ауылында төпләнә.

– Хәҙер үҙ урамыбыҙ, үҙ еребеҙ булғас, ижад менән шөғөлләнеү өсөн мөмкинлектәр күп. Ҡыҙыҡ өсөн бер һын эшләп ҡарайыҡ тигәйнек, был шөғөл ылыҡтырғыс булып сыҡты, һәм әллә нисә хайуан һынын эшләгәнебеҙҙе үҙебеҙ ҙә һиҙмәй ҡалғанбыҙ, – ти Айгөл Әхиәр ҡыҙы.

Йорт хужалары Ринат һәм Айгөл Иҙрисовтар һындарҙы ҡарҙан эшләп кенә ҡалмаған, ә уларҙы төрлө сағыу төҫтәргә лә буяған. Ауылды йәмләп, байрам кәйефе өҫтәп торған һындарҙы эшләргә ҡыҙҙары Диляра һәм Диана ярҙамлашҡан. Улар ҙа, ата-әсәһенә оҡшап, һүрәт төшөрөргә ярата.

Киләсәккә Иҙрисовтар тик яҡты өмөттәр бағлап йәшәй.
– Маймыл йылы тик шатлыҡтар, бәхеттәр, уңыш килтерер. Уйлаған ниәттәребеҙ тормошҡа ашырына ышанабыҙ, – ти улар.

Лиана ВӘЛИУЛЛИНА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға