«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Самаһын белеп ыҙғышыу... ғаиләне нығыта



26.06.2015 Самаһын белеп ыҙғышыу... ғаиләне нығыта

Самаһын белеп ыҙғышыу...  ғаиләне нығытаТикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, йәш ғаиләләрҙең бөтәһендә лә тиерлек көн һайын тауыш сыға икән. Бәләкәй генә ыҙғыш та ғаилә өсөн бик мөһим. Көнөнә бер тапҡыр талашығыҙ һәм һеҙгә бер ниндәй ҙә табип кәрәкмәйәсәк, ти ғалимдар. Уларҙың фекеренсә, дошманлашып алыу яратышып йәшәү өсөн кәрәк.

Хикмәт шунда, һәр кешелә бер-береһенә ҡапма-ҡаршы торған ике ихтыяж бар. Беренсеһе – яратҡан кешең менән ҡушылып китеү, уның менән бер булыу, икенсеһе – үҙеңде-үҙең раҫлау, “мин”­легеңдең көсөн күрһәтеү. Талашыу ни тиклем мөһим булһа, уның формаһы ла шул ҡәҙәр әһәмиәтле. Йәш пар­ҙар­ҙың бик күбеһе дөрөҫ ыҙғышмай. Бының сәбәбенең береһе шунда – ир-ат низағҡа башҡасараҡ, ҡарай. Улар баҫалҡы булырға тарышып, хата яһай. Сөнки үпкә әйтелмәйенсә, проблема асыҡланмайынса һәм сиселмәйенсә ҡала.

Аҡса – йәш ғаилә өсөн ҙур проблема. Ҡатын өйҙә йәш бала менән ултыра һәм үҙен хоҡуғы ҡыҫылған кеше тип хис итә. Йәш ир иһә, һеҙ егәһегеҙ, хөрмәт итмәйһегеҙ, тип үпкә белдерә. Ир ҡатынды, юҡҡа аҡса туҙҙыраһың тип, ҡатын ирҙе аҡсаны аҙ эшләйһең тип, ғәйепләй. Ә бында хикмәт аҡсала түгел, ә дөрөҫ тотона белмәүҙә.

Бергә йәшәгән кешеләр көн һайын бер-береһенә бер нисә мәртәбә юл ҡуймайынса булдыра алмай. Әгәр партнерҙар араһындағы мөнәсәбәт тигеҙ икән, ваҡыт-ваҡыт бәләкәй генә шартлауҙар булып ала. Шулай итеп, талашыу – ҡатын менән ир араһындағы мөнәсәбәт һаҡланһын өсөн ҡулланыла торған мәжбүри сара. Әгәр ул юҡ икән, ир ҙә, ҡатын да ғәмәлдәрен уға “үс итеп” башҡаралар, үҙҙәренә бикләнәләр һәм төшөнкөлөккә биреләләр. Ахыр сиктә был айырылышыуға килтерә.

Р. ВӘЛИУЛЛИНА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға