«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Ышаныслы ил һаҡсылары тәрбиәләгәнһегеҙ



05.06.2015 Ышаныслы ил һаҡсылары тәрбиәләгәнһегеҙ

Ышаныслы ил һаҡсылары  тәрбиәләгәнһегеҙҺеҙҙең гәзит аша Бүрәтстандың Кяхта ҡалаһындағы Щаденко исемендәге Буда­пешт Ҡыҙыл Байраҡлы, Ҡыҙыл Йондоҙ орденлы 37-се айырым гвардия уҡсылар бригадаһында хеҙмәт итеүсе данлы разведчиктар­ҙы, ысын ир-егеттәрҙе тәрбиәләгән ата-әсәләренә рәхмәт һүҙҙәрен еткергем килә.
Беҙҙә хеҙмәт итеүсе Башҡортостан егеттәре – Благовещен ҡалаһынан разведчик-сапер Юрий Йосопов, Ауырғазы районының Иҫке Күҙәк ауылынан өлкән разведчик Илсур Лоҡманов, Стәрлетамаҡтан разведчик-сапер Илгиз Байтимеров, Сибай ҡалаһынан разведчик-пулеметсы Марсель Мортазин, Салауаттан өлкән разведчик Руслан Хисамиев, Дүртөйлө районының Сабанай ауылынан разведчик-гранатометчик Руслан Әҙелшин, Ҡыйғы районының Йыланлы ауылынан радиотелеграфист Артур Мөхә­мәтйәнов, Ишембай районының Әхмәр ауылынан разведчик-снайпер Илнур Байғазин өлгөлө хеҙмәт итеүҙәре менән айырылып тора. Улар бер йыл элек айырым разведка ротаһына һайлап алынғайны.
Беҙҙең данлыҡлы частағы разведка подразделениеһында ҡырыҫ әрме мәктәбен үтеп, хәрбиҙәр ҙур тормош тәжрибәһе тупланы, техник һәм һөнәри белем алды, үҙҙәрендә сыҙамлыҡ тәрбиәләне. Тыуған илебеҙҙең ышаныслы һаҡсылары һәм лайыҡлы граждандары тәрбиәләгәне өсөн часть командованиеһы ата-әсәләренә рәхмәт белдерә.

Г. КОРМАШОВ,
69647-cе ғәскәри часть командиры
вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы,
гвардия полковнигы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға