«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » «Юлдаш +» бейетте тек бейетте!



10.04.2015 «Юлдаш +» бейетте тек бейетте!

«Юлдаш +»   бейетте тек бейетте!Заманса радио хеҙмәткәрҙәре ойошторған башҡорт дискотекаһында велосипед уйнатылды.
Уҙған йылдың сентябренән Баш­ҡортостанда йәштәр һәм йәш күңеллеләр өсән “Юлдаш +” интернет ра­диоһы эшләп килә. Ярты йылда ул тоғро тыңлаусыларын тапты, үҙен заман ҡалыптарына яраҡлашҡан профессиональ радио итеп танытты. Бөгөн “Юлдаш+” донъяның төрлө та­рафтарында йәшәгән башҡорт йәштәрен берләштерә, уларҙың за­уығына хеҙмәт итә. Баш ҡалабыҙҙың юғары уҡыу йорттары студенттарынан туплан­ған һәләтле һәм дәртле алып барыусылар төрлө тапшырыуҙар, осрашыуҙар ойоштороп тора.
Яҙҙың тәүге айында Өфө йәштәре өсөн тәүге дискотекабыҙҙы ла үткәрҙек. Унда йәш «йондоҙҙар» ҙа бик әүҙем ҡатнашты. Сараны эфирҙа эшләүсе егеттәребеҙ Алмас Бәширов, Ғәзиз Әбдел­мәнов һәм Иҙел Мостафин күңелле һәм үҙенсәлекле итеп алып барҙы. Улар ҡунаҡтарҙы бейетеп тә, уйнатып та өлгөр­ҙө. Йырсыларға килгәндә, һәр береһе оҫта итеп сығыш яһап, йәштәр­ҙең кәйефен күтәрҙе. Таһир Әсәҙуллин, Йәмил Баймырҙин, Ян Лира, Айгөл Әминева, Амурус, Ләйсән Әминева, “Тулҡын” һәм “Ынйытаж” төркөмдәре, Франциянан килеп төшкән ҡунағыбыҙ Эрик заманса яңғырашлы йырҙары менән ҡыуандырҙы. Бөтә йәштәр көтөп алған Илмир Моталов, Илгиз Абдрахманов, Илшат Абдуллин һәм башҡа сағыу башҡарыусылар ҙа матур сығыштары менән кисәне биҙәне.
Бейеп арыған арала төрлө уйындар ойошторолдо. Унда ҡатнашыусылар һәм­мәһе лә бүләкле булды: “Юлдаш +” логотибы менән футболка, “Ҡамыр ба­тыр” башҡорт пиццерияһына сертификат, Радик Юлъяҡшиндың концертына билет оттолар. Айырыуса иң ҙур бүләк – велосипед өсөн көрәш көсөргәнешле булды. Уны отоу бәхете Айһылыу Рә­хим­ғо­ловаға тейҙе. Бына шулай, дискотекаға килеп, күңел асып, велосипедлы бу­лып ҡайтып китте Баймаҡ һылыуы.
Дәртле музыка аҫтында йәштәрҙе бейеткән, сараны ойоштороуҙа ярҙам күрһәткән диджейҙар Хан – Булат Сар­баевҡа рәхмәтебеҙ ҙур. Диджей Рәлим һәм диджей ДД көйҙәренә лә йәштәр матур итеп бейеп, уйнап күңел асты. Дискотека таңға тиклем дауам итте. Ул “Юлдаш+” йәштәр интернет радиоһының эфирҙан тыш тәүге ҙур сараһы булды. Беҙгә ярҙам итеүселәрҙең барыһына ла рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.


Айгөл БАЙНАЗАРОВА.
Эдуард ДИЛМӨХӘМӘТОВ фотоһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға