«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Ҡатын-ҡыҙ менән ир-егет араһындағы 10 айырма



06.03.2015 Ҡатын-ҡыҙ менән ир-егет араһындағы 10 айырма

“Нервымда уйнама!”

Гүзәл заттарҙың тойоу-һиҙеү рецепторҙары күберәк икән. Уларҙың тәнендә нервы “ептәре” күберәк, шуға һиҙгерерәктәр ҙә. Ир-егеттәр, әгәр ҙә ҡатын-ҡыҙға ҡағылһағыҙ, уның реакцияһына аптырамағыҙ. Әҙ генә һыйпаһағыҙ ҙа, иреп төшөүе, шапылдатып арҡаһын яратһағыҙ, ауыртыныуҙан сәрелдәп ебәреүе лә бик ихтимал. Ир затының ҡулы тейеүҙән тик кенә ултырған ҡатын-ҡыҙ бармы икән?! Ирҙәрҙе иһә хет ни эшләт, тешен ҡыҫып булһа ла түҙәсәк.

“Уф-ф, эҫе”

Ҡатын-ҡыҙ ир-атҡа ҡарағанда йылы яҡ тураһында күберәк хыял­ланһа ла, эҫе ҡояш аҫтында оҙаҡ сыҙай алмай. Кем әйтмешләй, улар тирләмәй-тирләүен, ә бешә. Ға­лим­дар асыҡлауынса, тир биҙҙәренең үҙенсәлегенә бәйле, тәндәре насар һыуына. Был “ҡояш һуғыу”­ға килтерә. Улай ғына ла түгел, эҫенән һылыуҡайҙарҙың стресҡа, йоҡо­һоҙлоҡҡа, депрессияға, организмда ҡайһы бер органдарҙың “тормоз”­лығына дусар булыуы бар. Ир-ат эҫелә тиргә “ҡойона”, ҡояшҡа иғтибар ҙа итмәүе мөмкин.

Ҡолаҡтар нескә булһа ла...

Берәүҙән, ҡатындар ниңә яҡшыраҡ ишетә, тип һорағандар. Теге, уйлап тормай, былай тип яуаплаған: “Төндә сабыйы әҙ генә мышҡылдаһа ла, ишетеп уянһын өсөн Аллаһы Тәғәлә уларҙы шулай яралт­ҡан”. Бына һиңә яуап! Әммә дөрөҫлөк барҙыр бында. Ҡатын-ҡыҙ, ысынлап та, ҡолаҡҡа һағыраҡ. Ғалимдар быны тикшеренеүҙәр үткәреп раҫлаған. Ир-ат анығыраҡ – йә ишетә, йә ишетмәй. Ә ҡатын-ҡыҙ тондарҙың әллә нисәмәһен айыра, ти.

Ирҙәр күҙен асҡансы, ҡатындар тороп китә

Шундай һығымта ла яһалған: наркоздан гүзәл заттар тиҙерәк айный. Ете минут үтеүгә һин дә мин булалар икән. Ирҙәргә иһә 11 минут талап ителә. Ҡатын-ҡыҙ күҙен асыу менән ҡатмарлы булмаған мәсьәләләрҙе лә сисә, тулы һөйләм менән яуап ҡайтара ала. Ир-егеттәр күҙҙәрен асһа ла, иҫтәре инәле-сығалы булып ята, имеш. Ҡайҙа ул тиҙ генә мәсьәлә сисеү!

Матур күҙҙәр төҫ айырыр өсөн

Ҡатын-ҡыҙҙың күҙендә яҡтылыҡты тойоусы таяҡсалар күберәк. Уларҙың яҡ-яҡтан күреү һәләте лә (периферийное зрение) үҫешкәнерәк. Ҡатын-ҡыҙ әйберҙе бөтә тулылығында күрә, төҫһөҙ нәмәләргә тиклем. Ә ирҙәр һәр деталгә ентекле баһа бирә ала.
Әйткәндәй, ҡатын-ҡыҙ төҫтәрҙең дә бит меңәрләгән сағылышын әйтеп бирергә һәләтле. Күгелйем, салат, лимон, персик, аҡһыл, шәмәхә, ҡәһүә, миләүшә һ.б. Ир-егеттәр­ҙең күбеһенә ни бары бер нисә генә төҫ бар: аҡ, ҡара, зәңгәр, йәшел, ҡыҙыл, һоро…

Янбаштарын уйнатып...

Гүзәл заттың таз һөйәктәре киңерәк. Шуға ла атлағанда “бишенсе нөктә” нығыраҡ һелкенә. Быны улар бер нисек тә юрый эшләмәй. Тәбиғәт биргән бүләк. Уның ҡарауы, көслө заттарҙың тап шундай күренештән ебеп төшөүе, көсһөҙгә әйләнеүе бик мөмкин. Бына бит – атлау ғына ла ниндәй мөғжизә тыуҙыра ала!

Үәт, баш, үәт, хәтер!

Шул да билдәле: ҡатын-ҡыҙ юғал­ған әйберҙе тиҙерәк табыу һә­ләтенә эйә. Юҡҡа ғынамы ни, ирҙәре ҡатындарынан һыңар нәскийен һорап йөҙәтә?!
Ир-егеттәр математик тестарҙы, мәсьәләләрҙе сискәндә уңышҡа күберәк өлгәшә икән, башватҡыс­тар­ҙы ла яҡшыраҡ сисә. Ә ҡатын-ҡыҙ теге йәки был объектты ҡайҙа һәм ниндәй ҡиәфәттә күргәнен бик яҡшы хәтерендә ҡалдыра. Иғтибарлап ҡарай белгәндән инде.

Төрлө телдә “һөйләшәләр”

Ҡайһы берҙә ирҙәр менән ҡатындар бер-береһен бөтөнләй аңламай. Баҡһаң, икеһе ике телдә һөйләшә, имеш. Быны тура мәғәнәһендә аңларға кәрәкмәй. Мәҫә­лән, гүзәл зат хәбәр һөйләгәндә, көслө заттың ниңә тынып ҡалыуын аңлар­ға тейеш. Ә ирҙәргә тыңлар­ға өйрәнеү фарыз. Был, бәлки, мейе эшләүенә бәйлелер. Ҡатын-ҡыҙ мейеһендә “тел үҙәктәре” ике ярымшарҙа ла тигеҙ урынлашҡан.

Кем һығылмалыраҡ?

Нисек кенә тырышма – алдан программаға һалынғанды үҙгәртә алмайһың. Тәндең һығылмалылығын әйтәм, ир-ат барыбер ҡатын-ҡыҙға етә алмай. Әй, фәлән-фәлән, тип берәй ир затына артынан ҡысҡырып ҡарағыҙ әле, ул һиңә бөтә кәүҙәһе менән бороласаҡ. Башын ғына бора алмай ул. Ә, һылыуҡай, сәғәт нисә, тип ҡыҙҙар­ҙың артынан өндәшегеҙ әле, иҫе лә китмәҫ йә нескә муйынын ғына борор. Айырма шунда – ҡатын-ҡыҙҙың муйыны һығылмалыраҡ.

Йөрәге аттыҡы кеүек

Статистика мәғлүмәттәренә күҙ һалығыҙ әле: ҡайһы енес вәкиле оҙағыраҡ йәшәй? Дөрөҫ, ҡатын-ҡыҙ. Улар күпкә сыҙамлыраҡ та, сирҙәрҙе лә еңелерәк үткәрә. Стресс кисергәндә бөтә тойғо күҙ йәше булыпмы, әрләү-талашмы – тышҡа сығарыла. Ир-ат иһә бөтә нәмәне эсенә йыя. Улай ярамай. Был хаҡта күпме генә иҫкәртмә, файҙа юҡ, сөнки “маңлайға шулай яҙылған”. Ҡатын-ҡыҙҙың йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә бирешмәүе лә шулай. Уларҙа тамырҙарҙы һаҡлаусы эстрогендар бар. Гүзәл зат олоғая төшкәс кенә йөрәгенә зарланыусан.

А. АҠБУЛАТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға