«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Баймаҡ – Өфө саңғы уҙышы тамамланды!



06.03.2015 Баймаҡ – Өфө саңғы уҙышы тамамланды!

Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған саңғы уҙышы Баймаҡ комсомолдарының 1975 йылдағы ҡаһарманлығын ҡабатланы.

Баймаҡ – Өфө саңғы уҙышы тамамланды! Баймаҡ – Өфө саңғы уҙышы тамамланды! 5 март иртәһе. Баймаҡтан Өфөгә юлланған саңғысылар етәксеһе Илшат Хәми­товтың телефон һандарын йыйҙым. “Беҙ бер сәғәттән Өфөгә килеп етәбеҙ”, – тигәнде ишеткәс, Дуҫлыҡ монументы янына уҡтай остом. Ун көн дауамында – саңғысылар старт алған 24 февралдән алып бөгөнгәсә гәзитебеҙ саңғысыларҙың юлын минутына тиклем яҡтыртып барҙы, “Бәйлә­нештә”ге төркөмдә онлайн-репортаж бирҙе. Алыҫ араларҙы яҡын иткән спортсыларҙы иң тәүгеләрҙән булып ҡаршылау үҙенә күрә уникаль мөмкинлек бит ул.

Яр буйындағы пристандә түҙемһеҙләнеп көтөп торғанда яныбыҙға автомобиль килеп туҡтаны. “Баймаҡ – ТВ” коллективы һәм район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Радмир Иҫәнбаев икән. Бына үҙҙәренең яҡташтарын тәбрикләргә ҡай­ҙан килеп еткәндәр!
Ана! Күренделәр! Ярҙың һул яғынан саңғысылар теҙмәһе күренде! Бөгөн улар Өфө райо­нының Нуғай ауылында йоҡлаған. Ниһайәт, оло юлдың аҙағы ла етте – Баймаҡ саңғысылары 1975 йылдағы спорт ҡаҙанышын йәнә ҡабатланы һәм уны уҙып та китте, тиергә була.
Спортсылар менән әңгәмәләшәбеҙ. Мажараларға байтаҡ юл тәьҫораттарын һөйләйҙәр. Улар хатта Иглин районының Аҡбирҙе ауылы янында аҙаша ла яҙған. Саңғысыларҙы Бөр­йән, Ишембай, Ғафури, Ҡыр­мыҫҡалы, Өфө райондары хал­ҡы бик шәп ҡаршы алған. Һәр ерҙә ветерандар, уҡыусылар менән осрашыуҙар, концерт номерҙары, музейҙарға барыу – бына ниндәй ваҡиғалар булған юлда.
Төркөмдәге ете кешенең бөтәһе лә саңғы спортын ярата. Улар араһында уҡытыусылар ҙа, полиция хеҙмәткәрҙәре лә, башҡа төрлө һөнәр эйәләре лә бар. Спортсылар көн дә 25-тән алып 50 саҡрымға тиклем юл үткән.
– Урман-тауҙар аша тура сыҡтыҡ. Көн торошо бик уңышлы тура килде, буран-маҙарға эләкмәнек, гел аяҙ торҙо. Бөрйән, Ишембай, Ғафури яҡтарында ҡар ҡатламы яҡшы булды, шуға ла тиҙ хәрәкәт иттек. Күбеһенсә тимераяҡ алымы (коньковый ход) менән барҙыҡ. Һәр беребеҙ ике пар саңғы алғайныҡ, ситтәре ташҡа бәрелеп, сафтан сыҡҡанда алмаштыра һалдыҡ, – ти Илшат Нуриәхмәт улы.
Юл урман-тауҙар аша үткәс, хәүефле мәлдәр булдымы, тип һорайбыҙ. Егеттәр төркөм менән барғас, бер ниндәй ҙә бәлә-ҡазаға юлыҡмаған. Әллә нисәмә урында ҡабан, бүре, мышы эҙҙәрен күргәндәр, тик улар, тауыштан ҡурҡып, күҙгә салынмаған. Пластмасса саң­ғы ҡарҙан бик шәп шыуған. Ә бына 1975 йылда комсомолдар ағас саңғыла барған, етмәһә, ҡайһы бер мәлдәрҙә ат менән юл һалғандар.
Бөрйән районында йәшәгәндәр уҙышҡа ҡушылып, үҙенсәлекле флешмоб үткәргән. Бай­ғаҙы ауылынан Байназарға, унан Аҫҡарға тиклем бергә төркөмдө оҙатыусылар осраған. Төркөмдө запас саңғы, аҙыҡ-түлек тейәлгән “УАЗ” автомобилендә водитель Павел Бело­ногов оҙата барған. Ул саңғысыларҙың йоҡлап, ял итә торған урындарына алдан бара торған.
Әйтергә кәрәк, Баймаҡ – Өфө саңғы уҙышын үткәреү идеяһын элекке комсомол, хәҙер РФ Пенсия фондының Баймаҡ ҡалаһы һәм районы буйынса идаралығы начальнигы Илгиз Сәлихов тәҡдим иткән. Сараға әҙерлеккә Баймаҡ ҡалаһы һәм Темәс ауылы эшҡыуарҙары, район хакимиәте күп көс һалған.
Был көндө баш ҡаланың Еңеү паркы Баймаҡ рухы менән, тиһәк тә була. Тантанала район хакимиәте башлығы Илшат Хәмитов етәкләгән делегация, Өфөләге Баймаҡ йәштәре берлеге, Башҡортостандың һуғыш, хеҙмәт, Хәрби көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары советы вәкилдәре ҡатнашты. Райондың халыҡ ижады үҙәге артистары йырлы-моңло тамашаһын тәҡдим итте. Саңғы­сылар Советтар Союзы Ге­ройҙары А. Матросов һәм М. Ғөбәйҙуллинға арналған һәйкәлгә үҙҙәре алып килгән венокты һәм сәскәләр һалды. Бынан тыш, улар саңғы уҙышы картаһы һүрәтләндерелгән иҫтәлекле таш плитаны Рес­публика Хәрби дан музейына тапшырҙы.

Айбулат ИШНАЗАРОВ.
Автор фотолары.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға