«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Әсә өсөн бала – донъя йәме



27.11.2010 Әсә өсөн бала – донъя йәме

Әсә өсөн бала – донъя йәме«Аҡҡошом, матурым», – Айһылыу, эйелеп, ҡосағындағы бәпесенә иркәләп өндәшкәндә күҙҙәренән, әйтерһең дә, нур түгелә. Бер көнлөк кенә әле ҡыҙы: кисә тыуыу менән бар ғаләмгә үҙенең барлығы хаҡында хәбәр итеп, ҡысҡырып илап ебәргән сабый әле әсәһенең йылы, йомшаҡ ҡулдарында иҙрәп йоҡлап ята. Иң яҡын кешеһе янында булғас, уның өсөн башҡа бер кем дә, бер нәмә лә кәрәкмәй – донъяһы түңәрәк. Ә әсәһе, берсә шатлығынан иҫереп, берсә кинәт һиҫкәнеп, ҡыҙсығының һәр тын алышын, һәр хәрәкәтен күҙәтә, иғтибарынан бер нәмә лә ситтә ҡалмай – һөйөклө ире Володя менән беренсе бәпестәре, тәүге һөйөү емеше ошо бала...
Айһылыу үҙенең ауырға ҡалыуын белгәс тә, бар булмышындағы үҙгәрештәргә риза булып, әсәй роленә әҙерләнә. Буласаҡ әсәләргә тәғәйенләнгән махсус китаптар уҡый, бала һау-сәләмәт тыуһын өсөн табиптарҙың күрһәтмәләрен теүәл үтәй: саф һауала күберәк йөрөргә тырыша, юҡ-барға көйәләнеп бармай, туҡланыуға ҙур иғтибар бирә. Айһылыу, Ләлә менән Сабир Ғөбәйҙуллиндарҙың ғаиләһендә тыуған өсөнсө бала – көтөп алынған ҡыҙ, үҙенең дә тәүге бәпәйе ҡыҙ булғанына ихлас ҡыуана.
«Атай-әсәйем өсөн ҡыҙым – тәүге ейәнсәр­ҙәре, өҙөлөп бала табыуымды көттөләр, әле ҡыуаныстарының сиге юҡ, – ти йәш әсә. – ҡайны-ҡәйнәм дә ғаиләләренең ишәйеүенә шатлана – уларҙың, шөкөр, алты ейән-ейәнсәре бар хәҙер».
Учалы бала табыу йортоноң өлкән шәфҡәт туташы Лилә Логинованың һүҙе буйынса, Айһылыуҙың ҡыҙы – ҡала һәм районда йыл башынан тыуған 1073-сө сабый. Быйыл иң өлкән әсәгә 46 йәш булһа, иң йәшенә – 16. Кемдер тәүге сабыйын ҡулға алһа, кемдер – икенсе, өсөнсө, хатта дүртенсе һәм бишенсе ул-ҡыҙын һөйөү бәхетенә ирешкән.
– Ғаиләлә нисәнсе булыуға ҡарамаҫтан, бәләкәстәр һөйөп-һөйөлөп, һау-сәләмәт үҫһен, мөхәббәтле, тәүфиҡлы бала булһын, – тип теләй Лилә Алик ҡыҙы. – Балалар – донъя йәме бит, ә әсәләр – ошо йәмдең сығанағы. Миңә ҡалһа, бала имеҙгән әсәйҙәрҙән дә гүзәлерәк ҡатын-ҡыҙ юҡ донъяла.
Юҡҡа ғына билдәле инглиз яҙыусыһы Уильям Теккерей ҙа, әсәй – бәләкәй балаларҙың йөрәгендәге һәм телендәге алла исеме ул, тип яҙып ҡалдырмаған. Беҙгә ғүмер бүләк иткән, һөйөүенә сорнап, ҡайғы-хәсрәттәрҙән аралап үҫтергән әсәйҙәрҙән бөйөгөрәк кем бар?! Әммә Айһылыуҙың ҡыҙы әлегә был хаҡта белмәй, уйланмай, мышнап йоҡлауын белә. Ара-тирә ирендәренә йылмайыу ҡуна. Ошо мәлдә фәрештәләр сабый менән уйнай, тиҙәр, бәлки, ысындыр ҙа. Әммә төп фәрештәһе – әсәһе уның янында, ҡыҙы һағында.

Баныу ҡАҺАРМАНОВА.






Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға