RSS-подписка facebook Вконтакте Вконтакте
» » Әсә улын дүрт тиҫтәгә яҡын йыл үткәндән һуң ғына таба

27.06.2014 Әсә улын дүрт тиҫтәгә яҡын йыл үткәндән һуң ғына таба

Эштән ҡайтып арлы-бирле итеп, телеви­зор­ҙы ҡабыҙһам,”Жди меня” тапшырыуы бара. Экрандан таныш ҡына йөҙ ҡарай. Беҙҙең күрше подъездағы Динә апайға ҡайһылай оҡшаған, тип уйлап ҡуйҙым.

Был ҡатын 38 йыл элек 6 йәшлек кенә улын юғалтып, әле саҡ осрашҡандар, икән. Ниндәй үкенесле хәл… Тапшырыу уларҙың күңелле осрашыуы менән тамамланды. Теге апайҙың ҡайҙан икәнен дә, кем икәнен дә белмәй ҡалдым.

Әсә улын дүрт тиҫтәгә яҡын йыл  үткәндән һуң ғына таба
Әсә улын дүрт тиҫтәгә яҡын йыл  үткәндән һуң ғына табаОшонан һуң бер-ике көн үттеме-юҡмы, магазинға тип сыҡһам, Динә апай ҙа урамда йөрөп ята. Теге хәлде һөйләп бирҙем. Һеҙгә шул тиклем ныҡ оҡшаған ҡатынды күрһәттеләр, моғайын, һеҙ булмағанһығыҙҙыр ул, тип һораулы ҡарашымды уға төбәйем. Динә апай бер аҙға шым ҡалып, аҫҡа ҡарап торҙо ла ҡапыл башын күтәрҙе. Ике күҙе туп-тулы йәш. “Яңылышмағанһың, ул ҡатын, ысынлап та, мин, – тине ул күҙ йәштәре аша йылмайып. – Барыһын да һөйләрмен, әле ваҡытым юҡ, бөгөн кискә ин”, – тип күршем китеп барҙы.

Бер бүлмәле ыҡсым ғына фатирҙа көн күрә Динә Сәлихйән ҡыҙы. һуғыш осоро балаһы. 1942 йылда Саҡмағош районының Иҫке Иҡсан ауылында донъяға килгән. Шул замандағы балалар кеүек, һуғыш һәм унан һуңғы йылдарҙағы бөтөн ауырлыҡтарҙы күреп, үҙ елкәһендә татып үҫә. Тыуған ауылында ете синыфты тамамлай. Аҙаҡ фермала эшләй. Шунан ауылдарына йәштәр­ҙе торф сығарырға Свердловск ҡалаһына алып китергә тип бер апай килә. Динә лә китә. Ул миҙгелле эш була. Аҙаҡ Өфөгә ҡайтып, моторҙар эшләү заводына урынлаша. Кейәүгә сыға. Новоалександровканан үҙҙәренә фатир ҙа бирәләр. Бер-бер артлы Рөстәм һәм Рәдис исемле малайҙары донъяға килә. Шулай һәйбәт кенә йәшәп ятҡанда ғаиләгә бәлә килә. Башта балаларҙың атай­ҙары ташлап китә. Бер үҙенә ауыр булғас, өлкән улдары Рөстәмде Динә әсәһе янына алып ҡайта.

Рәдискә алты йәш булғанда Динә апай ҡапыл сирләп китә. “Табиптарға күренергә кәрәк. Тиҙ генә ҡайтып етергә тырышырмын, Рәдискә күҙ-ҡолаҡ булырһығыҙ әле”, – тип күршеләренә әйтә лә дауаханаға юллана. Бер аҙҙан малайҙың хәлен белергә тип күршеләре инһә, Рәдис өйҙә булмай сыға. Эҙләп ҡарай­ҙар, тик бер ҡайҙан да таба алмайҙар. Йүгереп барып был турала әсәһенә әйтәләр. Милиция саҡыралар, водолаздар килеп, эргә-тирәләге күлдәрҙе, Ағиҙел йылғаһын тикшерә. Малай табылмай. Әсә ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итеп ҡарамай, бөтәһе лә файҙаһыҙға. Эҙләү­ҙәр бер ваҡытта ла туҡтамай. Шулай 38 йыл ваҡыт үтеп китә.

Ә Рәдис иһә , әсәһе дауаханаға сығып киткәс тә уның артынан йүгерә. Тик күҙ яҙлыҡтыра. Йөрөй торғас, аҙаша. Аҙаҡ, ҡайтам тип, трамвайға ултыра. Уныһы бөтөнләй икенсе яҡҡа алып сығып китә. Бер ҡатын унан фамилияһын, адресын һорап ҡарай, тик малай бер нимә лә белмәй. Шунан апай уны үҙе менән алып китә. Бәләкәй Рәдис әсәһенә алып бара икән тип, эй ҡыуана. Юҡ шул. Уны милиция бүлмәһенә килтерәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сабый әсәһенең исеменән башҡа бер ни ҙә әйтә алмай.

Уны Бәләбәйҙәге 1-се балалар йортона килтерәләр. Аҙаҡ Октябрьский ҡалаһындағы 2-се интернат-мәктәпте тамамлай. Армия сафына алына. Ырымбур өлкәһенә эләгә. Хеҙмәтен тултырғас, йәнә ике йылға килешеү менән тороп ҡала. Шунда бер иптәшенең туйында мөхәббәтен осрата. Хәҙер ҡатыны Гүзәл менән бер ул, бер ҡыҙ үҫтерәләр.

“Жди меня” тапшырыуына хатты Динә апай өс йыл элек ебәргән була. Бер көндө, май айының матур иртәһендә, ишектә ҡыңғырау шылтырай. Әсәнең йөрәге ниҙер һиҙенеп, ярһып тибә башлай. Кем булыр икән? Ишекте аса. Ә унда бөтөнләй ят кешеләр. Ҙур аппаратуралар менән.

– Кемдәр булаһығыҙ? Ҡайҙан килдегеҙ?– тип аптырап ҡаршы ала улар­ҙы Динә апай Сәйетова.

– “Жди меня” тапшырыуынан.
– Улым тураһында берәй яҡшы хәбәр алып килдегеҙме әллә?

– Әлегә һеҙҙең үҙегеҙ менән тапшырыу төшөрәбеҙ, – тип йылмая Мәскәү ҡунаҡтары.

Улар элек йәшәгән Ново­александровкала булалар. Өлкән улы Рөстәмдең ғаиләһе менән осрашалар ҙа самолетҡа бушлай ике билет тотторалар. Билдәләнгән көндө әсәһе менән Рөстәм Мәскәүгә оса. Алда тулҡынландырғыс осрашыу көтә.

Шатлыҡтар, күҙ йәштәре – барыһы ла була унда. Әсә менән улының һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй. Шуныһы үкенесле: Рәдис буй еткергәнсе ҡәҙерле кешеһе менән бер Башҡортостанда йәшәп тә “әсәй” һүҙен әйтә алмай, ғаилә йылыһын татымай үҫә.

Яңыраҡ Рәдистәр ғаиләһе менән Өфөлә әсәләре, өләсәләре янында ҡунаҡ булып киткән. Инде бер ваҡытта ла бер-берегеҙҙе юғалтырға яҙмаһын һеҙгә!

Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА.
Өфө ҡалаһы.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»

Йондоҙнамә (7-13 октябрь)

07.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (7-13 октябрь)


Йәшәргә лә йәшәргә – янып,  ярһып, балҡып!

Ғүмер көҙҙәренең матурлығы...

01.10.2019 - Махсус биттәр Ғүмер көҙҙәренең матурлығы...


Йондоҙнамә (30 сентябрь-6 октябрь)

30.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (30 сентябрь-6 октябрь)


"Йондоҙло табын" - Йәмил ИШМӨХӘМӘТОВ

Килендәр, килендәштәр – бер-береһенә көндәштәр...

Сәскәнән сәскәгә ҡуныу күбәләккә генә килешә

Йондоҙнамә (23-29 сентябрь)

23.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (23-29 сентябрь)


Алма ҡағы

17.09.2019 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Йондоҙнамә (16-22 сентябрь)

16.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (16-22 сентябрь)


Урмансы Илнур

15.09.2019 - Махсус биттәр Урмансы Илнур


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Гүзәл булайым тиһәң, “Актриса” матурлыҡ студияһына бар!

Йондоҙнамә (9-15 сентябрь)

09.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (9-15 сентябрь)


Яратҡан шөғөл ялҡытмай

03.09.2019 - Махсус биттәр Яратҡан шөғөл ялҡытмай


Йондоҙнамә (2 – 8 сентябрь)

02.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (2 – 8 сентябрь)


Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

30.08.2019 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Ир аҫылы эштә беленә

28.08.2019 - Махсус биттәр Ир аҫылы эштә беленә