RSS-подписка facebook Вконтакте Вконтакте
» » Хәбир кеүектәр бирешмәй

06.06.2014 Хәбир кеүектәр бирешмәй

Күгәрсен районы егете ысын ир исеменә тап төшөрмәй йәшәргә тырыша

Арабыҙҙа бик шәп егеттәр бар. Ауырлыҡтарға баш эймәй, ҡайғы-хәсрәттән бөгөлөп төшмәй, яҙмыш һынауҙарын лайыҡлы үтеп, башҡаларға үрнәк булып, ир исеменә тамсы ла тап төшөрмәй көн итеүселәр етерлек. Тап бына шундай ысын ир-азаматтарҙың береһе – минең яҡташым, Күгәрсен районы егете Хәбир Иралин.

Хәбир кеүектәр бирешмәйРайоныбыҙҙың иң матур, данлыҡлы ауылдарының береһе, халҡыбыҙҙың арҙаҡлы ҡыҙы, яҙыусы – Зәйнәб Биишеваның изге төйәге Туйымбәттә тыуып үҫкән Хәбиргә яҙмыш үҙ һынауҙарын бик иртә ҡуя. 11 генә йәшендә әсәйһеҙ ҡалып (Миңниса апай биш балаһын етем ҡалдырып, гүр эйәһе була, атаһы Таһир ағай ҙа инвалид), уға етемлектең бөтә ауырлығын татырға тура килә. Кескәй генә көйөнсә әсә һөйөүенән, наҙынан мәхрүм булған малайҙы апаһы Гөлнара үҙ ҡанаты аҫтына ала. Хәбир өсөн ул бөгөн дә иң яҡын, ғәзиз кеше булып тора. Һөйөклө әсәһен алмаштырып, ел-ямғырҙан ҡурсалап, ғүмер буйына терәк-таяныс булып йәшәгән апаһына йөрәк түрендә иң йылы, изге хистәрен, рәхмәт һүҙҙәрен йөрөтә ул. Ҡулынан килгәнсе уға ярҙам итергә лә тырыша.
Икенсе апаһы Гөлсараның ғына яҙмышы үтә үкенесле була. Йәшләй генә ике балаһын етем ҡалдырып, ауыр сир арҡаһында яҡты донъя менән хушлаша. Урыны йәннәттә булһын.

Ғәзиз кешеләрен юғалтыу ҡайғыһы егеттең йөрәгенә тәрән, мәңге төҙәлмәҫ яра һалһа ла, күңелен ҡатырмай, рухын һындырмай. Асыҡ күңелле, йөҙөнән һис ҡасан йылмайыу китмәгән Хәбирҙе бала саҡтан беләм. Бүтән тиҫтерҙәренән тормошҡа етди ҡарашы, тырышлығы менән айырылып торған егет майҙандарҙа бил бирмәҫ көслө көрәшсе булараҡ та таныла. Бер генә һабантуй ҙа уның ҡатнашлығынан тыш уҙмай.

Мәктәптән һуң шофер һөнәрен үҙләштереп, тормошҡа аяҡ баҫырға торған егеттең хәрби хеҙмәткә алыныу осоро илдең боларыш ваҡытына тура килә. Бүтәндәр әрменән нисек тә булһа ҡасып ҡалыу өсөн мең төрлө сәбәп эҙләп маташҡанда, Хәбир 1998 йылда хеҙмәткә алынып, беренселәрҙән булып, миллионлаған йөрәккә яра һалып, шунса уҡ яҙмышты селпәрәмә килтергән Чечен һуғышына барып инә.

Йәшлегенең иң гүзәл мәлендә ҡулына автомат тотоп, утлы ғәрәсәттә ил именлеге һағында торғанда, егеткә үлем менән нисәмә тапҡыр күҙгә-күҙ осрашырға тура килгәндер. Мәғәнәһеҙ ҡан ҡойошта, йәшәп тә, һөйөп-һөйөлөп тә туймаған иптәштәренең яуыз дошман пуляһынан яраланып, ғүмерҙәре өҙөлөүен үҙ күҙҙәре менән күргәндә, һалдат йөрәге ниҙәр генә кисергәндер…

1999 йылда, хәрби бәрелештәрҙең үҙәгендә ҡайнағанда, Хәбир үҙе лә, БТР-ҙа шартлап, ҡаты яралана. Аяҡҡа баҫыу өсөн уға бик оҙаҡ ваҡыт хәрби госпиталдә дауаланырға тура килә. Шул яра әле лә егеткә һис тынғы бирмәй, әсе һуғышты хәтерләтеп, ваҡыты-ваҡыты менән әрнеп ала.
Ошо урында шуны ла әйтеп үтергә кәрәк: Хәбирҙең бер туған ағаһы Зөфәр Иралин да Афған һуғышын үткән яугир.

Хәбир үҙе был һуғыш тураһында бик һөйләп бармай. Уның батырлығы тураһында түшен биҙәгән миҙалдарына ҡарап фекерләргә мөмкин.
Һуғышты фильмдарҙан ғына ҡарап белгән ябай ауыл малайына яҙмыштың сираттағы һынауын лайыҡлы үтеп, Ватан алдындағы бурысын үтәп, тыуған Башҡортостанына иҫән-һау әйләнеп ҡайтыу насип булған икән, ошо үҙе бәхет түгелме?

Бәхеттең ни икәнен Хәбирҙән дә нығыраҡ аңлаған кеше бармы икән? Күптәр уның күктән төшкәнен көтөп ятһа, яҡташым үҙ бәхетен үҙе төҙөргә тырыша.
Әрменән ҡайтҡас, 2001 йылда Ғафури райо­ны һылыуы Рузилә менән ҡорған ғаиләһе уның өсөн ныҡлы терәк булып тора. Әлеге көндә улар Салауат ҡалаһында йәшәй, ул үҫтерәләр.

Ғаиләһен етеш, матур тормошта йәшәтеү өсөн тырыш ир 2003 йылда һыуыҡ Себер тарафтарына юллана. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, кеше араһында йөҙө ҡыҙармай уның.

Был яҙмыш тигәнең бары көслөләрҙе генә һынайҙыр. Хәбиргә лә үҙ әсәһеләй күргән ҡәйнәһен, күп тә үтмәй, ғәзиз атаһы – Таһир ағайҙы юғалтыу ҡайғыларын кисерергә тура килә. Хоҙай Тәғәлә уға сабырлыҡ бирһен. Типһә – тимер өҙөрҙәй ирҙәр, заман ауырлығына, эшһеҙлеккә һылтанып, эскелеккә һалыша, Хәбирҙең насар ғәҙәте бөтөнләй юҡ. Хәмер ҡоллоғонан алыҫ тора ул, тәмәке лә тартмай.

Балаға тәрбиә, тәү сиратта, ғаиләлә һалына. Яҡташым улы Илмирҙы ла үҙ өлгөһөндә ысын ир-егет итеп тәрбиәләргә тырыша. Үҫмер малай спорт менән дуҫ, ваҡытының бер генә минутын да бушҡа сарыф итмәй, төрлө спорт түңәрәктәрендә шөғөлләнә, бигерәк тә йөҙөү буйынса яҡшы ғына күрһәткестәргә лә өлгәшкән.

Зарланыу-һуҡраныуҙың ни икәнен дә белмәгән, шат күңелле, көслө рухлы яҡташыма сәләмәтлек һәм күңел тыныслығы теләйем.
Хәбир кеүек ир-азаматтарыбыҙ булғанда илебеҙ ҙә, телебеҙ ҙә, халҡыбыҙ ҙа йәшәйәсәк әле. Донъяның бар ауырлығы, йөгө тап ана шундай ҡурҡыу белмәҫ, ҡыйыу егеттәребеҙ иңендә булыуына иманым камил.

Лена ХӘЙРУЛЛИНА.
Мәләүез ҡалаһы.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»

Йондоҙнамә (7-13 октябрь)

07.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (7-13 октябрь)


Йәшәргә лә йәшәргә – янып,  ярһып, балҡып!

Ғүмер көҙҙәренең матурлығы...

01.10.2019 - Махсус биттәр Ғүмер көҙҙәренең матурлығы...


Йондоҙнамә (30 сентябрь-6 октябрь)

30.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (30 сентябрь-6 октябрь)


"Йондоҙло табын" - Йәмил ИШМӨХӘМӘТОВ

Килендәр, килендәштәр – бер-береһенә көндәштәр...

Сәскәнән сәскәгә ҡуныу күбәләккә генә килешә

Йондоҙнамә (23-29 сентябрь)

23.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (23-29 сентябрь)


Алма ҡағы

17.09.2019 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Йондоҙнамә (16-22 сентябрь)

16.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (16-22 сентябрь)


Урмансы Илнур

15.09.2019 - Махсус биттәр Урмансы Илнур


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Гүзәл булайым тиһәң, “Актриса” матурлыҡ студияһына бар!

Йондоҙнамә (9-15 сентябрь)

09.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (9-15 сентябрь)


Яратҡан шөғөл ялҡытмай

03.09.2019 - Махсус биттәр Яратҡан шөғөл ялҡытмай


Йондоҙнамә (2 – 8 сентябрь)

02.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (2 – 8 сентябрь)


Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

30.08.2019 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Ир аҫылы эштә беленә

28.08.2019 - Махсус биттәр Ир аҫылы эштә беленә