RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ә беҙҙең ауылда...

06.06.2014 Ә беҙҙең ауылда...

Хәбирә ҒӘҘЕЛШИНА, хаҡлы ялдағы уҡытыусы, Баймаҡ районының Ярат ауылы:

Ә беҙҙең ауылда...– Беҙҙең районда бер нисә йыл инде “Йолаларыбыҙ – алтын ҡомартҡыбыҙ” эстафетаһы үтә. Райондың ағинәйҙәр клубы менән ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы ойошторған сараның маҡсаты – боронғо халҡыбыҙҙың йолаларын, кәсептәрен тергеҙеү. Май айында Беренсе Этҡол ауылынан эстафетаны ҡабул итеп, кейеҙ баҫыу йолаһын күрһәттек. Һаҡмар йылғаһы буйына ут яғып, ҡаҙан аҫып, тирмә ҡороп, матур итеп әҙерләндек. Кейеҙ баҫыу кәсебен беҙ 2006 йылда уҡ тергеҙә башлағайныҡ. Шуға күрә инде күпмелер оҫталыҡ, тәжрибә туплағас, тап ошо кәсепкә туҡталырға булдыҡ. Махсус ҡоролмаларға түшәлгән һарыҡ йөнөнә ҙур ҡаҙандарҙан ҡайнап торған һыуҙы ҡойоп, кейеҙҙе баҫыу, әүәләү, һуңынан йылғаға төшөрөп сайҡатыу үҙе бер күңелле тамаша булды. Бик матур үтте, үҙебеҙгә бик тә оҡшаны. Жюри ағзалары ла, әлегә тиклем нисә ауылда булдыҡ, иң матуры һеҙҙә булды, тип, беҙ ойошторған сараға юғары баһа бирҙе. Күптән түгел эстафетаны Йомаш ауылына алып барып тапшырҙыҡ. Улар беҙҙе Кәкүк сәйенә саҡырҙы. Бына шулай бик күңелле йәшәйбеҙ.

Гөлсөм ХИСАМЕТДИНОВА, хаҡлы ялда, Дыуан районының Ҡәҙер ауылы:

– Ауылда һәр кем үҙ эше менән мәшғүл, кемдер баҡса менән булыша, кемдер йорт-ҡураһын матурлай, кемдер юбилейға, туйға әҙерләнә. Халыҡ район һабантуйын көтә. Ул 14 июндә үтергә тейеш. Президент та килә, тиҙәр. Көндәр матур тора, аяҙ, йылы. Бер аҙ ямғыр ҙа яуһа, тағы ла яҡшыраҡ булыр ине.
Шәхсән үҙемдең яңылыҡтарыма килгәндә, йортобоҙҙа ремонт башланыҡ. Быйыл минең юбилейым, 60 йәш тула, шуға күрә йорт-ҡураны матурларға тырышабыҙ. Йәш барған һайын йәшәрәһең генә бит ул. Яңыраҡ водитель танытмаһы алдым. Ҡыҙҙарымдың барыһы ла машина йөрөтә, мин дә уларҙан ҡалышмаҫҡа булдым. Өҫтәүенә, ауылға йүнләп автобус йөрөмәй. Хәҙер машина һатып алырбыҙ, тип ниәтләйбеҙ.

Мәрйәм БАКИРОВА, Учалы районының Ҡобағош ауылы мәҙәниәт йорто директоры:

– 1 июндә мәҙәниәт йорто алдындағы майҙанда Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арналған байрам үтте. Унда ата-әсәләре, өләсәй-олатайҙары менән бергә яңы тыуған сабыйҙарҙан башлап, 14 – 15 йәшкәсә үҫмерҙәр ҡатнашты. Байрамды велосипедсыларҙың парады асты. Унан һуң тоҡ кейеп, йомортҡа һалынған ҡалаҡ ҡабып йүгереү, “Аҡ тирәк – күк тирәк”, “Мәскәй әбей” кеүек уйындар менән күңел астыҡ. Байрамды үткәреүгә бағыусы эшҡыуарҙар Рәфит Ҡауыев, Рим Ғәйфуллин, Урал Бирғәлин ҙур ярҙам күрһәтте.
Байрамдан тыш, беҙҙең халыҡ картуф ултыртыу, баҡса эше менән мәшғүл. Шөкөр, быйыл ауыл малы ҡараулы – дүрт көтөүсебеҙ бар. Былтыр көтөүсеһеҙ ныҡ ыҙаланғайныҡ.
Ә 12 июндә беҙҙә “Ауылымдың бер көнө” исемле йыйын-осрашыу буласаҡ. Тәбиғәттә үтәсәк был байрам­ға Белорет районынан ҡунаҡтар көтәбеҙ.

Был аҙнала төбәк яңылыҡтарын Баймаҡ, Дыуан, Учалы райондарынан шылтыратып һөйләнеләр.
Дуҫтар, һеҙҙең яҡтарҙа ниндәй хәлдәр бар? Нимә борсой, нимә ҡыуандыра? Һөйләр һүҙҙәрегеҙ булһа, редакцияға шылтыратығыҙ. Дежур телефон һандары – 8-965-923-20-00.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»