RSS-подписка facebook Вконтакте Вконтакте
» » Кем эшләй ҙә, кем башлай?!

30.05.2014 Кем эшләй ҙә, кем башлай?!

йәки Эскесенең яҙмышы кем ҡулында?
Кем эшләй ҙә, кем башлай?! Башҡорт йырын, моңон тыңлай­һың да тетрәнеп ҡуяһың. Ул һине әллә нисәмә ваҡыт арауығын үтеп быуаттар төпкөлөнә алып килә.
Ниңә һуң ул моң шул тиклем күңелгә яҡын, аңлайышлы? Яуабы, минеңсә, ябай. Башҡорт тәбиғәт балаһы булғанға уның йырҙарында ла, шулай уҡ бейеүҙәрендә лә урман шаулауын да, йылғаларҙың ағышын да, ҡоштар һайрауын да, мәғрур Урал ҡаяһындағы ғорур бөркөттөң ҡанат ҡағыуын да ишетергә, күрергә була. Әгәр ҙә, башҡорт ниндәй милләт, тип һораһалар, мин, тәбиғәткә иң яҡын тороусы милләт, тип яуаплар инем. Шул сәбәпле ул тәбиғәттәге тауыштарҙы ишетә, тоя, күрә, отоп ала һәм уларҙы йырҙарында, бейеүҙәрендә сағылдыра.
Башҡорт ер, унда сәскә атыусы болон-туғайҙар, шаулаған урмандар, сылтырап аҡҡан шишмәләр менән бер бөтөн. Шуға күрә тәбиғәткә һаҡсыл ҡарашлы уның менән гармонияла йәшәргә тырыша, тик уны аңлап эшләмәй, был төшөнсә, ахыры, ген буйынса күсә.
Шулай булғас, хөрмәтле йә­мәғәт, башҡортто ялҡаулыҡта ғәйепләп буламы? Башҡорт ялҡау түгел, ул аҙ ғына ғәмһеҙ. Башҡорт моңло, йырлы һәм дә ерле! Башҡорт урманды ҡырҡмай, тик уның урманын башҡалар ҡырҡа, ерен һөрмәй, эшкәртмәй, тип уның еренә башҡалар хужа булыр­ға тырыша.
Башҡортта эске тойғо, эске һиҙемләү, эске аҡыл көслө. Бәлки, ул генетик аң тип аталалыр?
Беҙ, ғөмүмән, генетик аң менән цивилизация аҡылын бутайбыҙ. Ә бит улар икеһе ике нәмә, һәм бер-береһенә диаметраль ҡапма-ҡаршы ике төшөнсә. Беҙҙең илдә, ғөмүмән, донъяла күберәк цивилизация аҡылына өҫтөнлөк бирәләр. Тәбиғәттә бер үҫемлек ҡороһа, берәй ҡош йәки хайуан ер йөҙөнән юҡҡа сыҡһа, башҡаларына ла ҡурҡыныс янай. Йәмғиәт тә бит тәбиғәттең юғары ойошҡан күсермәһе генә, унда ла шул уҡ закондар хөкөм һөрә.
Ә бит күпселек башҡорт ауылда йәшәй, был уның ергә, тәбиғәткә яҡын тороуына тағы ла бер тос ҡына дәлил.
Ауылдарҙа эскелек сәскә ата.
Статистика мәғлүмәттәренә ҡа­ра­ғанда, Рәсәйҙә йыл һайын 1 миллионға яҡын кеше үлә (күптәр­ҙең, бигерәк тә йәштәрҙең ғүмере эскелек арҡаһында өҙөлә). Киң мәғлүмәт саралары, ҡайһы бер закондар эскеселеккә ҡаршы көрәш алып бара, тип әйтергә була. Ләкин, минеңсә, был бик аҙ.
Эскелеккә хәҙер сир тип ҡарай­ҙар. Ысынлап та, ул – сир. Сөнки бер эскесе үҙенең янындағы иптәшен йәки ҡатынын, балаһын эскесегә әйләндерә, хатта, эскелек – йоғошло сир, тип һығымта яһарға була.
Кешене тулыһынса һауыҡтырыу өсөн сирҙе генә дауалау аҙ, ә уның аҙыуына, көсәйеүенә булышлыҡ итеүсе сәбәптәр менән дә көрәшергә кәрәк, тигән һығымтаны теләһә ниндәй аҡыллы табип та белә.
Эйе, эскелеккә ҡаршы көрәш алып барыла, берәүһен өгөтләй­ҙәр, берәү­һен оялталар йәки наркологҡа, им-томсо әбейгә алып баралар. Ил, республика, район етәкселәре физкультура-һауыҡтырыу үҙәктәре, мәҙәниәт йорттары, мәктәптәр, күперҙәр төҙөтә (был ҙур эштәрҙе лә, айыҡ тормош менән йәшәү өсөн шарттар булдырыу, эскелеккә ҡаршы көрәш, тип ҡабул итергә була).
Ә бер ваҡыт ул мәктәптә уҡыу­сы, күперҙән үтеүсе, спорт менән шөғөлләнеүсе кеше булмаһа, ни­мә эшләрбеҙ?!
Ер йөҙөнән юғала барыусы йәнлектәр, үҫемлектәр «Ҡыҙыл китап»ҡа индерелгән, аңлатыбыраҡ әйт­һәк, йәнлектәргә һунар тыйыла, үҫемлектәрҙе өҙөргә ярамай.
Оҙаҡламай кешеләрҙе лә ошо ки­тап­ҡа индерербеҙме икән, тип уйлап ҡуяһың.
Ауыл ерендә эскелек бигерәк тә күҙгә ташланып бара. Эш юҡ түгел, эш бар, эшкә ҡушыусы, өндәүсе, етәкләүсе юҡ. Эйе, күп эшлә лә аша, аша ла йәшә! Тик беҙҙең халыҡтың 70 йыл буйы ҡушҡанды ғына эшләгәнен онотмайыҡ. Шулай булғас, хөрмәтле етәкселәр, депутаттар, ғөмүмән, айыҡ кешеләр, милләтебеҙҙең зәғифләнеүен көтмәйек. Эскесенең яҙмышы үҙ ҡулында, тип уйлап, уларға ҡул һелтәп ҡуймайыҡ, эскелек һаҙлығынан һөйрәп сығарырға кәрәк. Был эште башҡарғанда Крыловтың мәҫәлен дә иҫтә тотайыҡ.
Эскелеккә ҡаршы нисек көрәшергә һуң?
Минеңсә, иң тәүҙә:
1. Хөкүмәт кимәлендә эскелеккә ҡаршы законды ҡатылан­дырырға.
а) Эшкә алғанда (ниндәй эш булыуына ҡарамаҫтан) медицина комиссияһы, терапевт, окулист һ.б. тыш, нар­­колог та эшкә яраҡлы, тигән һығымтаны ҡуйырға тейеш.
б) Эскән етәксене биләгән вазифаһында эшләтмәҫкә.
в) Кеше эсеп иҫерә, насарлыҡ ҡыла икән, бының өсөн эскән кеше генә түгел, эсергән кеше лә яуаплы булырға тейеш (мәҫәлән, насар араҡы сығарыусы завод, ресторан, кафе һ.б.).
г) Эсеп рулгә ултырған, бигерәк тә кеше ғүмерен өҙгән шоферға ҡаты сара (бәлки, ғүмерлек каторга йәки үлем язаһы) күрергә кәрәк һ.б.
2. Киң мәғлүмәт сараларын был эшкә киңерәк йәлеп итергә.
3. Кешене эшләгән, йәшәгән урынында, уның холоҡ-фиғеленә, белеменә, йәшенә ярашлы тап килгән мәҙәни-ағартыу сараларында ҡатнашырға мәжбүр итергә, эскелеккә ваҡыт ҡалдырмаҫҡа. Беҙҙә байрамдар, ялдар күп, улар­ҙы кәметергә лә кәрәктер.
урындарҙа эскелеккә ҡаршы көрәш штабы ойошторғанда һөҙөмтәле бу­лыр ине. Һәр бер эскән кешене иҫәпкә алырға, уның менән шәхси эш алып барырға.
Тик, кем эшләй ҙә, кем башлай?!

Люциә ХӘКИМОВА.
Әлшәй районы.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»

Йондоҙнамә (7-13 октябрь)

07.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (7-13 октябрь)


Йәшәргә лә йәшәргә – янып,  ярһып, балҡып!

Ғүмер көҙҙәренең матурлығы...

01.10.2019 - Махсус биттәр Ғүмер көҙҙәренең матурлығы...


Йондоҙнамә (30 сентябрь-6 октябрь)

30.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (30 сентябрь-6 октябрь)


"Йондоҙло табын" - Йәмил ИШМӨХӘМӘТОВ

Килендәр, килендәштәр – бер-береһенә көндәштәр...

Сәскәнән сәскәгә ҡуныу күбәләккә генә килешә

Йондоҙнамә (23-29 сентябрь)

23.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (23-29 сентябрь)


Алма ҡағы

17.09.2019 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Йондоҙнамә (16-22 сентябрь)

16.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (16-22 сентябрь)


Урмансы Илнур

15.09.2019 - Махсус биттәр Урмансы Илнур


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Гүзәл булайым тиһәң, “Актриса” матурлыҡ студияһына бар!

Йондоҙнамә (9-15 сентябрь)

09.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (9-15 сентябрь)


Яратҡан шөғөл ялҡытмай

03.09.2019 - Махсус биттәр Яратҡан шөғөл ялҡытмай


Йондоҙнамә (2 – 8 сентябрь)

02.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (2 – 8 сентябрь)


Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

30.08.2019 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Ир аҫылы эштә беленә

28.08.2019 - Махсус биттәр Ир аҫылы эштә беленә