RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Атайлы йорт – ныҡлы, әсәйле йорт – наҙлы

30.05.2014 Атайлы йорт – ныҡлы, әсәйле йорт – наҙлы

Атайлы йорт – ныҡлы, әсәйле йорт – наҙлы Атайыбыҙ Ғәҙелша Нәҙерша улы һәм әсәйебеҙ Хәнифә Әхмәтйән ҡыҙы Ҡыҙрасовтар 60 йыл инде пар күгәрсендәрҙәй гөрләшеп донъя көтә
Һәр бала өсөн донъяла ғәзиздәрҙән-ғәзиз, изгеләрҙән-изге кешеләр ул атай менән әсәй. Был йәһәттән беҙ бик бәхетлебеҙ: атай, тип яғымлы өндәшергә атайыбыҙ, әсәй, тип иркәләнеп наҙланырға әсәйебеҙ бар. Ошо көндәрҙә ғәзиз кешеләребеҙҙең иңгә-иң терәп ғүмер итеүҙәренә 60 йыл тула.
Йылайыр районының Ҡаҙырша ауылында йәшәүсе ҡәҙерле кешеләребеҙ – атайыбыҙ Ғәҙелша Нәҙерша улы Ҡыҙрасов менән әсәйебеҙ Хәнифә Әхмәтйән ҡыҙының үҫмер йылдары ҡәһәрле һуғыш йылдарына һәм унан һуңғы ауыр йылдарға тура килә.
Атайыбыҙ 1929 йылдың 4 ғинуарында Ҡаҙырша ауылында өсөнсө бала булып донъяға килгән. Тормоштоң әсеһен-сөсөһөн әҙ татырға тура килмәй ҡәҙерлебеҙгә.
Һуғыш йылдары... Һәр кем фронтҡа ярҙам иткән ваҡыт. Эшләргә, атайҙар һәм ағайҙар урынына фронт өсөн эшләргә кәрәк була. Башта атайыбыҙ ирҙәр ҡулына айырыуса ҡытлыҡ булған урындарҙа эшләй. Ул саҡта уның кеүек 14 – 16 йәшлек үҫмерҙәр ауылда төп ир көсө булып иҫәпләнә. Һуңынан малсылыҡҡа эшкә күсә һәм 1950 йылға тиклем, армияға киткәнсе, шунда эшләй. Йәй колхоз малын көтә, ҡыш көнө мал аҙығы ташый, ылау­ға йөрөй.
Армиянан һуң туған колхозына әйләнеп ҡайта, малсылыҡта эшләй, төҙөүсе була, һуңынан игенсе булып китә. Ҡыҫҡаһы, һәр эшкә лә ең һыҙғанып тотона һәм үҙ өлгөһөнә башҡаларҙы эйәртә, ҙур яуаплылыҡ тойоп эшләй белгәне өсөн ҡайҙа ауыр, шунда ебәрәләр.
Ундағы һуңғы сифатты, совхоз ойошҡас, иген келәтенә мөдир итеп ҡуйырлыҡ кеше эҙләгәндә лә иғтибарға алғандарҙыр, моғайын. Был эшкә атайыбыҙ тәғәйенләнә. Шулай итеп, 1966 йылдан хаҡлы ялға сыҡҡансы шул эшендә эшләй. Нисек эшләүе хаҡында ике генә һүҙ әйтәләр: намыҫлы эшләй.
Әйткәндәй, үҙенә йөкмәтелгән бурыстарҙы ла шундай уҡ намыҫ менән башҡара. Колхоз ваҡытында идара ағзаһы, ревизия комиссияһы ағзаһы була. 1954 – 1956 йылдарҙа колхоздың комсомол ойошмаһына етәкселек итә, күп тапҡыр халыҡ суды заседателе, ауыл һәм район советы депутаты булып һайлана. 1971 йылдан 1985 йылға тиклем пропагандист булып эшләй, һуңынан өс йыл Ашҡаҙар ауылы бүлексәһе партия ойошмаһын етәкләй.
Тырыш хеҙмәте өсөн бик күп грамота, награда менән бүләкләнгән, “Коммунистик хеҙмәт ударнигы” исеменә лайыҡ булған.
Әсәйебеҙ Хәнифә Әхмәтйән ҡыҙына ла нужа һурпаһын байтаҡ татырға тура килә. Репрессия ҡорбаны – атайҙарын төн уртаһында алып сығып китәләр һәм шул китеүҙән ул хәбәрһеҙ юғала. Балаларын аслыҡтан, һыуыҡтан ҡотҡарам тип, өләсәйебеҙ урманға утынға сығып китеп, үҙе шунда хәле бөтөп, аслыҡтан ятып үлә. Өс бала – 7, 10, 12 йәшлек үҫмер үкһеҙ етем тороп ҡала. Ниндәй генә ауырлыҡтар күрмәй улар. “Беҙ күргәнде башҡа берәү ҙә күрмәһен”, – тип әсәйебеҙ ул ваҡыттарҙы күҙҙәренә йәш алып әле лә хәтерләй. Ун йәшлек кенә ҡыҙ бала һарыҡ көтә, һарыҡ йөнө ҡырҡа, төрлө эштә йөрөй.
Әсәйемдең апаһы Нәзифә инәйебеҙ ҙә урман ҡырҡырға йөрөп, аяғына ағас ауып, зәғифләнә. Уны һәм ҡустыһын ҡарау әсәйебеҙҙең кескәй генә иңенә төшә. “Аслы-туҡлы йөрөп, көнө-төнө тир түгергә ҡайҙан көс алғанбыҙҙыр инде”, – ти бөгөн был хаҡта әсәйебеҙ.
Үҙҙәренә иш булырҙай, тырыш, ғәҙел ике ул, биш ҡыҙ тәрбиәләп, белемле һәм һөнәрле итәләр. Өс балаһы – медицина юлынан, өсәүһе балалар тәрбиәләп, белем биреү һөнәрен һайлай һәм берәүһе ауыл хужалығы белгесе булып эшләй.
Бөгөн 13 ейән-ейәнсәргә, ете бүләсәргә яратҡан ҡартатай һәм өләсәй булып, улар Зөфәр улы менән Гөлфирә килене тәрбиәһендә тыныс ғүмер кисерә. Хеҙмәт ветерандары әле лә, йәшәрен йәшәгәнбеҙ, тейерен эшләгәнбеҙ, беҙҙән бурыс төшкән, тип ултыра торғандарҙан түгел: ҡулдарынан килгәнсә мал ҡарашып, бал ҡорттары аҫрап, ҡош-ҡорт бағып ғүмер итәләр.
Ауыр йылдар шауҡымы сәстәрен ағартып, маңлайҙарына бураҙналар һалһа ла, ғүмер көҙөндә күңелдәре көр уларҙың.
“Балалар, ейәндәр ҡыуанысынан да ҙур шатлыҡ юҡ. Улар барыһы ла ҡайтыу менән өйөбөҙҙөң түренә фәрештәләр ҡунғандай. Ғүмер аҡҡан һыу кеүек үткән дә киткән. Ә йәштәргә бер-береһен рәнйетмәйсә, юҡ-барға тауыш сығармайынса, үҙ-ара татыу ғүмер итеүҙәрен теләйбеҙ”, – ти шатлыҡ менән ғүмер итеүсе ғәзиздәребеҙ.
Ҡәҙерле кешеләребеҙҙе яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ, уларҙың алдында баш эйәбеҙ.

Миңзәлә ҒӘББӘСОВА.
Хәйбулла районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»