RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

20.11.2010 Зиләйлүк

ЗиләйлүкЕрҙә күпме кеше, шунса яҙмыш йәшәй. Күбеһе тураһында хикәйә генә түгел, фильм төшөрөргә була. Был ғаилә тураһында яҙыр­ға мине, бер яҡтан, улар өсөн сикһеҙ шатланыу, икенсе яҡтан, күңел болоҡһоуы этәргәндер. Мин дә төшкән килендәрҙән. Шуға күрә лә иң беренсе күңелемдә ошо шиғыр юлдары тыуҙы:
Тыуып үҫкән ергә ҡарағанда
Төшкән ер ҡәҙерлерәк, тиҙәр.
Шул асылды бер көн генә түгел,
Йәшәй-йәшәй аңлайһың икән...
–Зиләйлүк! Зиләйлүк! – был исемде ауылда ишеткән һәр кем белә ине: Шатморат тағы Рәзиләһен эҙләй. Эҙләп тә таба алмағас, аптырап, өйөнә ҡайта. ҡайтһа, ни хикмәт! Зиләйлүге сәйен ҡайнатып, йоҡаһын бешереп, Шатморатын өйҙә көтөп ултыра икән дә! Нисек уны күрмәгән һуң? Күрергә һуң, әлеге лә баяғы гараждағы дуҫ-иштәрҙең һыйы инде... Көнө буйы комбайнда баҫыу киңлектәрен урап, эштән арып ҡайтҡанда Шатморатҡа уларҙың һыйы күңелгә дауа ғына булған кеүек.
– Зиләйлүк! Зиләйлүк, тим...
Рәзилә йүгерә-йүгерә Шатмо­ратҡа эҫе сәйен, ҡабарып торған йоҡаһын ултырта һалды. Утыҙ йыл бергә йәшәү дәүерендә Шатморат Рәзиләһен яратып, наҙлап нисә тапҡыр ошо исем менән өндәште икән? Бөгөн Рәзилә еңгәбеҙ уның иҫәп-хисабын да белмәй. Сөнки ул йәшлегенең сағыу, мөхәббәткә сорналған, онотолмаҫ мәлдәрҙән үк башланғайны.
Һоро күҙле, ҡуйы бөҙрә сәсле Рәзилә исемле матур ҡыҙ Ғафури районының ҡарағай ауылында, күп балалы ғаиләлә донъяға килә. Саҙретдин ағай менән Разия апай, алты ҡыҙ, өс малайға ғүмер биреүҙән тыш, һәр береһенә матур тәрбиә бирер өсөн бөтә көстәрен һала. Үҙҙәре һуғыш йылдарының бөтә ауырлыҡтарын иңдәрендә үткәргәнгә күрә туғыҙ балаһын да эшһөйәрлек, үҙаллылыҡ, ауырлыҡ­тарҙан ҡурҡмайынса йәшәргә өйрәтәләр. Колхозды күтәреүгә, тергеҙеүгә ҙур өлөш индергән, эш ярат­ҡан атай менән әсәй балаларында ла иң беренсе хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләй. Шуғалыр ҙа улар­ға тормошта үҙ юлдарын табыуы бик ауыр булмай. Рәзилә лә, ике апаһынан үрнәк алып, Өфө ҡалаһына юллана. Ике йыл һөнәри училищела белем алғас, туҡыусы булып фабрикала эшләй башлай. Өс йыл эшләү дәүерендә Рәзилә Әхмәтова туҡыусылар араһында иң алдынғылар сафына сыға. Алдынғы туҡыусыны маҡтау ҡағыҙҙары, бүләктәр менән бүләкләй­ҙәр. Саҙретдин ағай менән Разия апайға фабрика етәкселеге исеменән Рәхмәт хаты килеп төшкәс, ата-әсә ҡыҙҙары менән сикһеҙ ғорурлана.
Эйе, тик бына йәшлек гел хеҙмәт менән генә һуғарылмай шул. Дөйөм ятаҡта йәшәгән, бергә эшләгән ҡыҙҙар менән киске уйындарға йөрөү, киноға барыу, бер-береңә ҡунаҡ ҡыҙы булып ҡайтып йөрөүҙәр. Былар инде йәшлектең иң гүзәл мәле. Ошо мәлдәрҙә күпме кеше бер-береһенә ғашиҡ булған да, нисә пар бер-береһен табып ҡауышҡан икән?! Бына нисә ял инде Рәзиләне яҡын әхирәте Фәимә ҡунаҡҡа барырға өгөтләй. Тыуған ауылы Өфөгә яҡын булғанға күрә Фәимә ял һайын тиерлек (Дәүләкән районының Дүртөйлө ауылына) ҡайтып йөрөй. Инде быныһында ҡаршы тора алманы Рәзилә, сөнки үҙе лә тыуған яҡтарын һағынып өлгөргәйне.
Был яҡтарҙың тәбиғәте ҡыҙҙы тамам аптыратты. Уның тыуған яҡтарында ғына үҫкән зифа ҡайындар, ҡуйы йәшел урмандар юҡ ине бында. Киреһенсә, уға киң яландар, яланғас бейек тауҙар әллә нисек күренде. Күңеле төшкән һымаҡ булып китте. Фәимә, әхирәтен аңлағандай, ауылға барғас та уны Дим буйына алып төшөп китте. Ундағы йәшеллеккә, йылғаның тәрәнлегенә, бөҙрә талдарына ҡарап бер аҙ һоҡланып торғас ҡына Рәзиләнең күңеленә тыныслыҡ урынлашты. Эйе, ул тәбиғәтте бала саҡтан яратты. Тыуған яғының тәбиғәтен белеп, тойоп, күреп үҫкәнгә генә түгелдер был. Уның матурлығы, көсө хаҡында китаптарҙан әҙ уҡыманы Рәзилә. Мәктәп йылдарында ла, эшләп йөрөгәндә лә, саҡ ҡына буш ваҡыты булдымы, ҡулына китап ала ине. Киләсәктә уның тормошо тап ошо китаптар менән бәйле булырын уйламағандыр ҙа әле ул Димгә һоҡланып торған саҡта.
Кисен клубҡа сыҡтылар. Ауыл йәштәре Рәзиләгә бигерәк дәртле булып күренде. Ана бит, берәү өҙҙөрөп гармунда уйнай, икенселәр дәртләнеп бейей, берәү хатта оҫта итеп гитарала уйнай! Тик араларындағы берәүһе, үҙенә урын тапмағандай, йә бер төркөмгә, йә икенсеһенә барып, ҡамасаулап тик йөрөй. Үҙе шаян, һүҙгә үткер был зәп-зәңгәр күҙле егет ауылдағы «текә» егеттәрҙең береһе икәнен һуңынан Рәзиләгә әхирәте үҙе аңлатып бирҙе. Баҡтиһәң, ул алдынғы колхоздың алдынғы механизаторы икән. Яңыраҡ ҡына үҙенә яңы комбайн тапшырғандар. Эше менән генә түгел, буй-һыны менән дә башҡаларҙан айырылып тора ине ул ауылда. Ә күҙҙәре! Ә күҙҙәре уның зәңгәр күктәй зәп-зәңгәр ине. Ул кисте ҡунаҡ ҡыҙына күҙ һалыусы тап ошо егет – Шатморат булды. Башҡаларға оҡшамаған һоро күҙле был ҡыҙҙа бер кем белмәгән әллә ниндәй серлелек барлығын йөрәге менән һиҙҙе...
Һары япраҡ булып өҙөлгәнмен,
Әсе елдәр мине тибрәткән.
Үҙ еремде түгел, үҙ еремде түгел,
Сит ерҙәрҙе күңелем үҙ иткән...
Эйе, өҙөлгән япраҡтай, Рәзилә тыуған ерҙәренән айырылып, Дәүләкән районының Дүртөйлө ауылына килен булып төшә. Ике яҡтың туғандары бер төптән, кейәү-килендән ҡәнәғәт булып, гөрләтеп туй үткәрә. ҡәйнәһе Миңнекамал инәй Рәзилә еңгәне яратып ҡаршы ала һәм ғүмеренең аҙағына саҡлы бер рәнйе­теү, йәберләү һүҙен әйтмәй. Нисек итеп әйтһен, ана бит, улы нисек уны ярата, Зиләйлүгем, тип кенә тора! Ауыл халҡы менән дә иғтибарлы, ихтирамлы булды Рәзилә, күрше-күлән менән дә тиҙ уртаҡ тел тапты.
Шатмораты иртәнән кискә тиклем комбайнда эшләй. Еңгә, ауылда китапхана эшен тәҡдим иткәс, ҡаршы булмайынса, эш башлай. Бына шулай итеп матур башлана уларҙың ғаилә тормошо. Оҙаҡламай беренсе балалары – ҡыҙҙары тыуа. Йәш ғаиләнең ҡыуанысының сиге булмай. Бәхет артынан бәхет өҫтәп, Рәзилә еңгә Шатморатына ул да бүләк итә. Ишле ғаилә ишле булһын, тип, өсөнсө бәпәйгә лә уҙа еңгәбеҙ. Бәләкәй ҡыҙҙары, өйҙөң йәме булып, бәлә­кәйҙән йыр-бейеүгә әүәҫ булып үҫә. Рәзилә еңгә, өс балаһы булыуына ла ҡарамай, Өфө ҡалаһындағы китапхана техникумын ситтән тороп уңышлы тамамлай һәм тормошта ғына түгел, эшендә лә үҙ урынын таба. Ситтән ҡарағанда, уларҙың ғаиләһе башҡаларҙан бер нәмә менән дә айырылмай, ә бына тәртип, бер-береңә хөрмәт менән ҡарау, иғтибарлы булыу, ярҙам итеү төп йәшәү ҡағиҙәләренә әйләнә. Балаларҙы бик иркәләтеп бармаһалар ҙа, көндәлек тормошто нисек йәмләргә белә ине Шатморат ағай. Мәҫәлән, эштән ҡайтышлай, көн һайын Дим буйына төшөп, Зиләйлүгенә сәскәләр өҙөп алып ҡайта ине. Был уның Рәзиләһенә булған сикһеҙ мөхәббәте хаҡында һөйләй ине. Тормош көткәндә лә һәр саҡ ярҙамын, йылы һүҙен йәлләмәне. Әсәһе, Миңнекамал инәй, ауырып түшәккә ятҡас та икәүләшеп уны ҡаранылар. Уларҙың оло хәстәрлеген тойоп, улына ла, килененә лә рәхмәтле булып, туҡһанды үтеп яҡты донъянан китә Миңнекамал инәй.
Шатморат ағай менән Рәзилә еңгәй, үҫеп килгән балаларын уйлап, уларға яҡты киләсәк теләп, алға ҡарап, тормоштарын дауам итә. Регинаны алтынсы класҡа Өфө ҡалаһының Рәми Ғарипов исемендәге республика гимназия-интернатына уҡырға бирәләр. Уны уңышлы тамамлағандан һуң, ул аграр университеттың урман хужалығы факультетына уҡырға инә. Артабан да белемен камиллаштырыр өсөн Регина ошо өлкәлә аспирантурала уҡый. Бөгөн ул республикабыҙҙың Урман хужалығы министрлығында эшләй. Һөйкөмлө ҡатын, ике ҡыҙына хәстәрлекле әсәй. Тормош иптәше Руслан – «Газпромтрансгаз» йәмғиәтенең алмаштырғыһыҙ белгесе. Туғандары өсөн йәнен бирергә әҙер торған кешеләр улар.
Иң кинйәләре – Фиҙәлиә, урман хужалығы техникумын ҡыҙыл диплом­ға тамамлап, бөгөн аграр университетта ситтән тороп уҡып йөрөй. Шул уҡ ваҡытта башҡорт бейеүҙәрен бик ярата. Техникумда уҡығанда уҡ бейеү түңәрәгендә шөғөлләнә, яйлап үҙе лә бейеүҙәр ҡуя. Әле ул ҡуйған бейеүҙәр күп байрам концерттарын биҙәй. Быйыл сентябрҙә Фиҙәлиә ғаилә тормошон башланы, һөйгәне Алмас менән бөтә туғандарын йыйып, гөрләтеп туй үткәрҙеләр.
Улдары Радик әлеге көндә был ғаиләнең иң төп ярҙамсыһы, әсәһенең уң ҡулы. Тормошта үҙ урынын яҡшы белә һәм аңлай егет. Сөнки ул атаһының урынына ҡалған кеше. Эйе, атаһының урынына...
Тормошта шулай бит, инде бөтә нәмәне урынына ҡуйып, яйға һалып, тын алып та өлгөрмәйһең, яҙмыш һиңә үҙ һынауҙарын ҡуя, сыҙап ҡына тор. Ноябрь айында быҙауҙарын эҙләп сығып киткән Шатморат ағайҙы бер аҙнанан һуң ғына һалҡын ерҙә табалар. Был хәбәрҙе ишеткәс, Рәзилә еңгәйебеҙҙең аяғы аҫтында ер уйылғандай була. Юҡ, ышанырлыҡ түгел ине был хәбәргә. Кем хәҙер уға сәскәләр өҙөп ҡайтыр? Кем һуң, кем уға «Зиләйлүгем» тип өндәшер?
Шатморат ағайҙы бөтә ауыл менән хөрмәтләп һуңғы юлға оҙаталар. Шул мәлдә Рәзилә еңгә янында балалары, туғандары, күршеләре, яратҡан эше булмаһа, нисек күтәрер ине икән ул был ҡайғыны? Әйтеүе ҡыйын...
Зәңгәр төҫлө гөлдәр бәйләмен
Һине һағынып һаман өҙәмен.
Сәскәләрҙең һәр бер тажында.
Зәңгәр төҫлө күҙең сағыла...
Рәзилә Саҙретдин ҡыҙы Рәхимова инде утыҙ йылдан ашыу Дәүләкән районының Дүртөйлө ауылында китапханасы булып эшләй. Хаҡлы ялға китер мәлен ишетеп ҡалғас, әле хәреф тә танымаған, мәктәпкә лә йөрөмәгән ауыл балалары: «Беҙгә башҡа китапханасы кәрәкмәй!» – тип, һүрәт төшөрөп үҙенә тапшырғандар. Ниндәй һөйөнөс! Ысынлап та, уны ауылдаштары ла, район китапхана селтәре етәкселәре лә алмаштырғыһыҙ китапханасы тип белә. Берәүҙәргә ул – китапханасы, әсәй, өләсәй, икенселәргә – иғтибарлы күрше, өсөнсөләргә – ауылдың «Гөлнәзирә» фольклор ансамбленең ҡатнашыусыһы, күптәренә – мөләйем ханым...
Уның тормошо – үҙе бер китап. Һәр бер битен асҡан һымаҡ, Рәзилә еңгә йыш ҡына тормош биттәрен яңынан ҡарап сығырға ярата. Бына ул – мәктәп уҡыусыһы... Ата-әсәһенең уны Өфөгә оҙатыуҙары... Фабрика... Фәимә әхирәтенең шаян көлөүе, Шатморатының зәп-зәңгәр күҙҙәре...

Гөлүзә АРЫҪЛАНОВА.
Дәүләкән ҡалаһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»