RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Донъяның иң сәйер ете урыны

20.09.2013 Донъяның иң сәйер ете урыны

Сер һәм мистика һәр кемдә ҙур ҡыҙыҡһыныу уята, нервыларҙы ҡытыҡлай. Шуға күрә яҙыу­сылар береһенән-береһе ҡурҡынысыраҡ тарихтар уйлап сығара, режиссерҙар “ужастик”тар төшөрә һәм миллионлаған кешенең иғтибарын йәлеп итә.
Ҡурҡыныс хәл-ваҡиғалар, сәйер урындар фантазияла ғына түгел, ысынбарлыҡта ла етерлек. Планетаның иң сәйер ете урыны хаҡында бәйән итәбеҙ.
Донъяның иң сәйер ете урыны
Ҡара бамбук үҙәне. Ҡытай
Күп илдәрҙә аномаль күренештәр йыш булған урындарҙы “үлем юлы” тип йөрөтәләр. Ҡытайҙың көньяғында урынлашҡан Хэйчжу үҙәне (ҡытай теленән тәржемә иткәндә, “ҡара бамбук үҙәне”), моғайын, донъяла иң хәтәр төбәктер.
Оҙаҡ йылдар был урында бик күп кеше юғалған. Уларҙы күпме генә эҙләмәһендәр, кәүҙәләре лә, әйберҙәре лә табылмаған. Ошо уҡ урында ҡурҡыныс авто һәм авиаһәләкәттәр була, унда кешеләр күпләп үлә. Мәҫәлән, 1950 йылда үҙәнгә самолет ҡолай. Техниканың ни өсөн сафтан сығыуын берәү ҙә аныҡ билдәләй алмаған, хатта экипаж бәләгә тарыуҙары тураһында хәбәр ҙә итмәгән. Ошо уҡ йылда был урында йөҙгә яҡын кеше эҙһеҙ ғәйеп булған.
Ә ун ике йылдан унда геологтар төркөмө юҡҡа сыға. Бер кеше генә тере ҡала алған. Уның һөйләгәндәренән: “Экспедиция үҙән тирәһенә килеп етеүгә, мин бер аҙ арттараҡ ҡалғайным. Шул саҡ тирә-яҡты ҡуйы томан ялмап алды. Бер нәмә лә күренмәй ине. Мин ныҡ ҡурҡтым һәм бер һүҙ ҙә әйтә алмай урынымда ҡаттым. Бер нисә минуттан томан таралды, әммә төркөмөбөҙ юҡ ине”. Геологтар, шулай уҡ уларҙың ҡорамалдары табылмай... 1966 йылда был ер хәрби картографтар отрядын, 1976 йылда бөр төркөм урмансыны “йота”.
Ҡара бамбук үҙәненең аномаль һыҙаттарына бихисап аңлатма бар. Кемдер, шундағы үҫемлектәрҙең ағыулы пары кешенең аңына йоғонто яһай, тиһә, икенселәр, был – параллель донъяға сығыу урыны, тип раҫлай.

Башһыҙҙар юлы. Канада
Канаданың төньяҡ-көнбайышында ла шундай уҡ серле үҙән бар. ХХ быуат башына тиклем был ерҙең атамаһы булмаған, 1908 йылда унда өс йыл элек юғалған кешеләрҙең башһыҙ һөлдәләре табылғас, уға шундай ҡурҡыныс исем биргәндәр.
1978 йылда Хенк Мортимер исемле ғалим бер төркөм тикшеренеүсе менән үҙәнгә юл тота. Уларҙың рацияһы ла, мылтыҡтары ла була. Көтөлмәгән хәл була ҡалһа, үҙҙәрен яҡлай алыу­ҙарына шикләнмәйҙәр. Урынға килеп еткәс, ғалимдар палатка ҡора ла үҙән буйлап тикшереү эштәрен башлай. Бер мәл операторға рациянан “Ҡаянан килгән бушлыҡ беҙҙе ялмай. Ҡотҡарығыҙ!” тигән ҡысҡырыуҙар ишетелә һәм бәйләнеш өҙөлә. Шундуҡ экспедиция урынына ҡотҡарыусылар ебәрелә, әммә улар кешеләрҙе таба алмай. Тик фажиғәнән алты көн үткәс кенә бер башһыҙ кәүҙәгә юлығалар.
1997 йылда ғалимдар, хәрбиҙәр һәм аномаль хәлдәр буйынса белгестәрҙән торған төркөм ошо урынға килә. Һәм... зым-зыя юҡ була. Иң һуңғы ҡалдырған хәбәрҙәре – “Беҙҙе аҡ томан солғаны”.
Кешеләр ҡайҙа булған һуң? Уларҙы бандиттар йәки урындағы халыҡ үлтерәлер, тигән фараз була. Әммә индеецтар, кешеләрҙе шул тирәлә йәшәгән ҡар кешеһе – сасквач юҡ итә, тигән фекерҙә.

Сейбл утрауы. Атлантик океан
Атлантик океандың төньяҡ өлөшөндә, Канада ярынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 180 саҡрым алыҫлыҡта Сейбл утрауы урынлашҡан. Уның майҙаны ҙур түгел – оҙонлоғо 42 саҡрым булһа, киңлеге ни бары 1,5 саҡрым. Күктән ҡарағанда ул ҡылысҡа оҡшаған. Утрауҙың уникаллеге шунда – ул тере! Йәғни һәр саҡ хәрәкәттә. Йыл һайын көнсығышҡа табан 200 метрға “атлай”.
Европа кешеләре Сейблға аяҡ баҫҡандан алып бында хәтәр мәлдәр башланған. Утрау янында 500-гә яҡын карап һәләкәт кисергән. Шуға уны диңгеҙ гиҙеүселәр “караптарҙы ашаусы”, “өрәктәр утрауы”, “үлтереүсе ҡылыс”, “туймаҫ ҡорһаҡ” һ.б. исем менән атаған. Бөгөн уны “Атлантика ҡәберлеге” тип тә йөрөтәләр. Сейбл янында һуңғы һәләкәт 1999 йылда булған.
Эш шунда, утрау янында ике ағым – һалҡын Ламбродор һәм йылы Гольфстрим осраша. Төрлө температуралы ағым шул тирәлә өйрөлсөктәр, ҙур тулҡындар барлыҡҡа килтерә лә инде.

Венеция Повеглияһы. Италия


Романтик Венецияның да мистик урындары бар. Повеглия утрауы күптәрҙең йөрәгенә шом һала. Барыһы ла XVI быуатта башлана. Ҡара тағун (чума) менән ауырыған кешеләрҙе йәмғиәттән айырып, ошонда килтерер булғандар. Быны сирҙең таралыуына юл ҡуймау өсөн эшләгәндәр. Баймы-ярлымы – ҡарап тормағандар, кешелә сир билдәһе күренһә, шундуҡ Повеглияға оҙатҡандар. Хатта ғаилә ағзаһының берәүһе генә ауырып китһә лә, бөтөн ғаиләһен утрауға ебәргәндәр.
Ауырыуҙар бик ныҡ яфаланып, ҡот осҡос ғазаптар кисереп яҡты донъя менән хушлашҡан. Үлеүселәрҙең һаны 160 меңгә кешегә етә. Уларҙы ерләп өлгөрә алмағас, яндырырға мәжбүр булғандар. Бөгөн был утрауҙың тупрағының 50 проценты – көл.
1922 йылда ошо утрауҙа психик ауырыуҙар өсөн дауахана асалар. Шул ваҡытта сәйер күренештәр башлана – пациенттар баш ауыртыуына зарланған, төндәрен уларға өрәктәр күренгән. Ауырыуҙар һәм табиптар ҡот осҡос тауыштар, ыңғырашыуҙар ишеткән. Ә таң һыҙылыу менән улар юҡ булған. Тағун ваҡытында үлеүселәрҙең йәне тынғылыҡ тапмай, тереләрҙе бимазалап йөрөгән. Хатта психиатрия дауаханаһының баш табибы, аҡылдан яҙып, үҙ-үҙенә ҡул һалған.
Ҡайһы берәүҙәр, ошо утрауҙа психик ауырыу­ҙар менән ҡот осҡос тәжрибәләр үткәрелгән, тип раҫлай. Юҡҡа ғына бынан ҡанға батҡан ҡыпһыуыр, дрель, сүкеш, бысҡы кеүек әйберҙәр табылмағандыр...
1968 йылдан бирле Повеглияла берәү ҙә йәшәмәй. Кешеләр унда бөтөнләй тиерлек аяҡ баҫмай. Хатта балыҡсылар ҙа, балыҡ урынына кеше һөйәгенә юлығыуҙан ҡурҡып, урап үтә. Унда яфаланып үлгән кешеләрҙең ауазы һаман да яңғырап тора кеүек...

Ивачев күле. Рәсәй
Рәсәйҙә лә ҡурҡыныс урындар етерлек. Шуларҙың береһе Вологда өлкәһенең Чере­повец ҡалаһы янында урынлашҡан. Ивачев күле урындағы халыҡтың ҡышын да, йәйен дә ял итергә яратҡан төбәге. Ә ҡайһы берҙәр уны урап үтергә тырыша.
Тикшеренеүселәр Ивачев күлен, үләт урыны, ти. Унда йыш ҡына кешеләр эҙһеҙ юғала. Башҡа осраҡтарҙағы кеүек үк, быға бик күп аңлатма бар – уларҙы яуыз көстәр, сит планета кешеләре, ҡурҡыныс йән эйәһе һ.б. урлай йәки был икенсе донъяға күсеү “ишеге”.
Шаһиттар әйтеүенсә, күлгә яҡынлаған һайын йөрәк тибеше әкренәйә, күңелде ниндәйҙер тыныслыҡ, моңһоҙлоҡ биләй. Әммә һыу янына килеү менән кешене аңлатып бөтмәҫлек ҡурҡыу тойғоһо ялмай, эргәлә ниндәйҙер дошман торған кеүек хис уяна.
Икенсе шаһиттар һөйләүенсә, күл янына килеү менән уларға кемдер бойороҡ бирә башлай һәм аяҡ-ҡулдар шуны бер һүҙһеҙ үтәй. Бәлки, шуғалыр ҙа күл янында суицид ҡылыусылар бик күп. Статистикаға ярашлы, йыл һайын ошо тирәлә 5 – 10 кеше юҡ була.
2008 йылда был урынды аномаль хәлдәрҙе өйрәнеүселәр тикшергән. Асыҡланыуынса, күл тирәһендә көслө геомагнит үҙгәрештәр бар.

Овертоун күпере. Шотландия
Глазко ҡалаһынан бер нисә саҡрым алыҫлыҡта боронғо Овертоун поместьеһы урынлашҡан. Шунда ХIХ быуат аҙағында төҙөлгән аркалы таш күпер бар. Бейеклеге – ун биш метр.
ХХ быуаттың уртаһына тиклем был күперҙә бер ниндәй ҙә үҙенсәлекле хәл теркәлмәгән. Әммә 50-се йылдарҙан һуң унда аңлатып булмаҫлыҡ сәйер күренештәр башлана. Айына бер тапҡыр күперҙең бер яҡ башынан эттәр аҫҡа һикерә. Әгәр ҙә үлмәһәләр, күпергә кире менеп, тағы ла аҫҡа осҡандар. Әйтерһең дә, улар менән кемдер идара итә. Урындағы халыҡтың легендаһына ышанһың, эттәрҙе ике өрәк – ата һәм сабый үлемгә этәрә. Йәнәһе, ата кеше балаһын ошо күперҙән ташлаған да, шунан үкенеп, үҙе уның артынан һикергән.
Ғалимдар был феноменға үҙҙәренсә аңлатма бирә. Күпер аҫтында ҡомаҡтар йәшәй. Эттәрҙә һунарсылыҡ инстинкты уяна, һәм улар ҡапыл күпер­ҙән һикерәләр. Әммә шуныһы аңлашылмай – бер тапҡыр төшкәс, ни өсөн тағы ла күпергә менәләр һуң?


Бермуд өсмөйөшө. Атлантик океан
Бермуд өсмөйөшө – Бермуд, Флорида һәм Пуэрото-Рико утрауҙары араһындағы майҙан. Был төбәк бар донъяға билдәле, уның тураһында ниндәй генә легендалар йөрөмәй. Ысынлап та, шул урында бик күп самолет һәм карап юҡ булған. Быға бик күп аңлатма бар – кемдер, унда сит ил планетаһы кешеләре төйәкләнгән, ти, икенселәр, унда ваҡыт ишеге йәки ҡара тишек бар, тиһә, өсөнсөләр, юғалған Атлантида халҡы шул урындан кешеләрҙе урлай, ти.
Махсус роботтар Бермуд өсмөйөшөндә 600 фут тәрәнлектә боронғо ҡала таба. Ғалимдар әйтеүенсә, уның йәше – 10 мең йыл. Был ҡаланы ҡапыл һыу баҫҡан йәки ер тетрәү арҡаһында ул һыу төбөнә киткән, тигән фараз бар. Роботтар төшөргән фотоһүрәттә дүрт пирамида, быяла әйберҙәр, Сфинксҡа оҡшаш скульптура булған. Кем белә, бәлки, унда билдәһеҙ йән эйәләре көн итәлер?..
Скептиктар, был өсмөйөштә бер ниндәй ҙә аномаль хәл юҡ, ти. Был районда бик йыш көслө циклондар, ғәрәсәттәр була, ҡыҫҡаһы, навигация өсөн бик ауыр төбәк. Ә исеменә килгәндә, 1502 йылда диңгеҙ гиҙеүсе испан Бермудес риф утрауына тап була. Уны Шайтан ере тип атай. Тиҫтә йылдар үткәс, утрауға уның исемен бирәләр.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»