RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Айыухас менән Айыуҡас мажаралары

30.10.2010 Айыухас менән Айыуҡас мажаралары

Йәшәгән, ти, Айыухас менән Айыуҡас исемле айыу балалары. Буй-һындарына, көс-ҡеүәттәренә һүҙ тейҙерерлек түгел-түгеллеккә. Мәгәр үтә ялҡау булғандар, бар шөғөлдәре уйнау ҙа йоҡо һимертеү икән. Эйе, эйе, йоҡоларынан уяналар ҙа башлайҙар, ти, һикерә, тәкмәс ата, кәмит күрһәтә... Әсәләре, инә айыу, хәстәрләгән тәм-томдарға күҙ һирпеп кенә алһаларсы, исмаһам.
Бына бөгөн дә Айыубикә балаларының уйнап туйғанын көтә икән. Хәтһеҙ көткән. Әҙерләгән ризыҡтары, еләк-емеш, ҡара көйөп, тәмһеҙләнеп бөткән, ти, хатта.
– Балаҡайҙарым, тәмле тамаҡҡайҙарым, ултырығыҙ инде, зинһар, – тигән инә айыу, ялынып-ялбарып, – ашап алғас, тағы иркенләп уйнарһығыҙ.
Тегеләр ҙур, бейек төпсөккә теҙелгән тәм-томдарға йәнә бер ҡараш ташла­ған да, йөҙҙәре ағас тамырындай ҡарайып, йәмерәйеп киткән, ти.
– Миңә повидло кә­рәк. Бал!.. – тигән Айыухас, итек башындай ирендәрен сап-соп ялап.
– Миңә лә бал, – күҙҙәрен салт-солт йомғолап, Айыу­ҡас та һүҙгә ҡушылған, – эйе, бал бирегеҙ, күп бирегеҙ!
– Аһ, гонаһ шомлоҡтары! – оторо асыуланып ҡысҡырып ебәрә Айыубикә. – Тағы солоҡ умартаһын ватайыммы, башҡайыма гонаһ алайыммы?
Әсәһен ишетмәй­ҙәр икән ике шаян, бер һүҙҙе һамаҡлайҙар, ти:
– Беҙгә бал алып ҡайт.
– Юҡ, бөгөндән үҙ йүнегеҙҙе үҙегеҙ күрегеҙ. Ана, ауылға умартасы ҡарт янына барығыҙ.
– Шулаймы? Һыйлармы икән?
– Әлбиттә, һыйлар, – тип йөпләй уны айыу, – тик, зинһар, тыйнаҡ булығыҙ. ҡунаҡтарҙың тыйнаҡтары ғына ҡәҙерле була.
ҡайҙа инде аҡыллы кәңәште ишетеү. Тамаҡ тамуҡҡа индерә, тигәндәй, шул мәлдә Айыухас менән Айыуҡас урман юлына инеп, күҙҙән дә юғалған, ти.
Иҫәпһеҙ-хисапһыҙ урман һуҡмаҡтарын гиҙеп, хуш еҫле сәскәле болондарҙы үтеп, бер ауыл ситенә килеп етә айыу балалары. Ысынлап та, ситтәрәк моңайып ҡына яңғыҙ өй ултыра. Өй алдында бер ҡарт сыбыҡ-сабыҡ ҡырҡа, ти. Тыйнаҡ ҡунаҡ хужа менән иҫәнләшә, өйгә инергә рөхсәт һорай ҙа бит. Тәмле ризыҡ еҫе юлсыларыбыҙҙың нәфсеһен ярһытып ҡына ебәргән. Януарҙар затынан бит: яман олошоп, этешеп-төртөшөп өйгә йомолғандар, ти, былар. Инһәләр, өҫтәл тулы тәм-том, ризыҡ, батман-батман бал. Инде һәлмәк кенә ҡалаҡтар алып, һыйланабыҙ ғына тиһәләр, ишек асылып та киткән... Әлеге ҡарт килеп тә ингән. Әтәс ҡойроғона оҡшаған үткер балтаһы ялт-йолт килә икән.
– Мин һеҙгә өйгә инергә рөхсәт итмәнем. Тәғәм итергә лә... – тигән ҡарт, балтаһының үткер йөҙөн һыйпаштырып, – хәҙер үк сығып китегеҙ!
Бына һиңә! Һыйланырға кил дә, өй һынлы өйҙән ҡыуып сығарһындар, имеш. Ниңә хужа булғаны ҡунаҡтарҙың хәлен аңларға теләмәй икән?
– ҡалаҡ осона булһа ла балыңды элеп ҡабайыҡ, бабай, – тигән тайыш табандар, инәлеп-ялбарып.
– Бал – хәләл ризыҡ. Рөхсәт итмәйем! – тип ҡырт киҫкән ҡарт, йәтеш балтаһын ҡулында уйнатып. Ни ҡылмаҡ кәрәк, әрһеҙ ҡунаҡтарға яңынан үҙ төйәктәренә – урманға юлланыуҙан башҡа әмәл ҡалмаған... Инә айыу балаларының аһ-зарын башын сайҡай-сайҡай тыңлаған. Тыңлап бөткәс, һорап ҡуйған:
– Йә, тәмле тамаҡтар, бал ашарға тағы барабыҙмы инде?
– Барабыҙ, әлбиттә. Беҙ бит шәрбәт яратабыҙ, – тип шаулаш­ҡан тегеләр.
– Бына, икегеҙгә ике бау – кәрәге тейер, – тигән инә айыу, серле йылмайып. – Иллә-мәгәр был юлы аҡыллы булығыҙ.
Ярай. Килә, ти, Айыуҡас менән Айыухас урман юлы буйлап. Һөйләшәләр, гәпләшәләр, был ниндәй бау, тип төрлөсә фараз итәләр икән.
– Башың ҡауындай, тос хәтлем дә аҡылың юҡ, – Айыухас йәне көйөп әйткән булды, ти.
– Һинең ҡаҙан дәүмәлендәй ҙә бит, фәтүәһе юҡ, – Айыуҡас та бирешергә теләмәгән. Шунан ерҙә түшәлеп ятҡан ҡоро утынға оҙаҡ-оҙаҡ ҡарап торған да ҡысҡырып ебәргән:
– ҡара, Айыухас!.. Әҙәм балалары ҡоро утынды бау менән бәйләп ташый. Әллә беҙ ҙә...
– Эйе, беҙ бабайға утын илтәйек.
Айыуҙар – көслөләр затынан: «һә» тигәнсе байтаҡ ҡоро-һары әҙерләп тә ҡуйғандар, әлеге бау менән утынды бәйләп, елкәләренә һалып юлға ла сыҡҡандар. Ауылға тирләп-бешеп килеп тә еткән былар. Килһәләр, иҫке таныштары – ҡарт утынлыҡта ултыра, ти. Утыны бер усламдай ғына ҡалған. Тайыш табандарҙы күргәс, саҡ бейеп китмәгән, ти, ҡарт. Йүгереп барып ҡапҡаһын киң асып ебәргән, ти:
– ҡайғырып ултыра инем. Маладис януарҙар икәнһегеҙ. Әйҙәгеҙ, өйгә рәхим итегеҙ!
Ауыр йөктәрен бушатып, Айыухас менән Айыуҡас өйгә йүнәлгән. Юҡ, бер-береһен тапап кемуҙарҙан түгел, ашыҡмай ғына, үҙҙәренең бәҫен аңлап ҡына.
Өйгә инһәләр, өҫтәлдә һый, тәм-том... Эйе, эйе, ризыҡтарҙың ауырлығынан өҫтәл көйәнтәләй бөгөлөп тора, ти. Бер тәпән бал янына икенсеһе лә килеп ҡунаҡлаған. ҡарт, эшенә күрә – ашы, тип, һамаҡлап йөрөп, ярҙамсыларын һыйлаған.
Мөхәммәт ҒАБДРАХМАНОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»