RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Ватаныма тоғролоғом өсөн тыуған илдән – ете йыл төрмә”

13.05.2013 “Ватаныма тоғролоғом өсөн тыуған илдән – ете йыл төрмә”

“Ватаныма тоғролоғом өсөн тыуған илдән – ете йыл төрмә”Тыуған илемә тоғро хеҙмәтем өсөн, ҡылмаған енәйәт өсөн мине нахаҡҡа хөкөмгә тарттырҙылар, ти Ҡадир Бирғәлин
Ҡадир Бирғәлин – синыфташым. Бергә күп уҡымаһаҡ та, барыбер үҙебеҙҙе синыфташтар тип һанап үҫтек. Ныҡымыш, тура һүҙле, ғәҙел үҫмер һәр ваҡыт етди булды, үткер ҡарашы менән һине үтәнән-үтә күргән һымаҡ ине. Мин белгәндән алып ул, хәрби буласаҡмын, тип, үҙен армия тормошона әҙерләне. Илде һаҡлау­ҙы үҙенең төп бурысы итеп һанаған, эсмәгән, тартмаған, боҙоҡлоҡтарҙан һәр ваҡыт алыҫ йөрөгән спортсы егеттең армияла хеҙмәт итеүен белгәс, аптыраманыҡ – уның урыны шунда икәнен белә инек. Ләкин күп йылдар үткәндән һуң уның бәләгә тарыуын, төрмәлә ултырып сығыуын ишеттек. Уның ниндәй яҡшы кеше икәнлеген белгәнгә, нимәлә ғәйепләһәләр ҙә, ышанманыҡ. Төрмәнән сыҡҡан Ҡадир, бокс буйынса спорт мастерлығына кандидат, Североморскиҙың спорт клубында ҡатнаш алыш төрҙәре буйынса тренер булып эшләй башлай. Уның тәрбиәләнеүселәре бер-бер артлы ярыштарҙа еңеү яулай, урындарҙағы баҫмаларҙа тренерҙы маҡтап яҙалар. Ләкин Ҡадир, тыуған еремдә кәрәгерәкмен, тип яңыраҡ тыуып үҫкән яғына, Учалы районының Баттал ауылына, әйләнеп ҡайтты. Ҡайтҡас та, ауылда бокс буйынса түңәрәк ойоштора, хәҙер грэпплинг менән дә уңышлы шөғөлләнәләр. Әйтәйек, Өфөлә үткән грэпплинг буйынса ярышта Альберт, Динир, Ирек, Азамат Таһировтар, Айнур менән Юнир Бирғәлиндар призлы урындар яулап, тренер­ҙың яҡшы эшен күрһәтте. Ошо хаҡта һөйләшергә осрашҡас, һүҙебеҙ үҙенән-үҙе Ҡадирҙың нисек төрмәгә эләгеүенә барып тоташты.
– Төньяҡ флоттың диңгеҙ пехотаһы подразделениеһы Мурманск өлкәһенең Росляково ҡасабаһындағы «Курск» һыу аҫты кәмәһен һаҡлау өсөн ойошторолдо, мине шул подразделениеға йыл башында командировкаға ебәр­ҙеләр, – тип һөйләй башланы Ҡадир. – Минең вазифа бурыстары ла күрһәтелмәне, приказ менән дә таныштырманылар (уны һуңынан яҙҙылар). Хәрби зонала тыйылған булһа ла, «Курск» торған биләмәлә нишләптер төҫлө металл ҡабул итеү пункты асылғайны. Марттың етеһенән һигеҙенә ҡараған төндө ғәҙәттән тыш ваҡиға була – шул пунктта ҡабул итеүсе булып эшләгән кешегә һөжүм итәләр, уны яралайҙар, сейфтан ун биш мең һум аҡса урлайҙар. Ҡабул итеүсенең һүҙе буйынса, һөжүм итеүсе камуфляж кейемдә, ҡаҡса кәүҙәле, йөҙө менән славян кешеһенә тартым була. Енәйәт урынына иң беренсе милиция, «Тиҙ ярҙам» түгел, ә яраланыусының иптәше килә. Аҙаҡ ҡына «02», «03» хеҙмәттәре саҡырыла. Милиция енәйәт урынында ҡан таптарынан тыш бер нәмә лә тапмай, гильзалар ҙа булмай, сейф бикле тора. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң ҡайтып киткән хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре кире әйләнеп килеп, унда пистолет пуляһы гильзаһын таба. Һөжүм итеүсе камуфляж кейемдә ине, тигән һүҙҙәргә таянып, милиция эште хәрби прокуратураға тапшыра. Беҙҙең генә подразделение камуфляжда йөрөгәс, шик иң тәү сиратта беҙгә төшә. Шунан алып башланды ла инде бәләләр...
Һаҡҡа баҫыусыларға ҡоралды мин бирҙем. Шунан һуң Североморскиға өйөмә ҡайтып киттем. Ҡоралды аҙаҡ икенсе офицер кире ҡабул иткән. Икенсе көндө беҙҙең барыбыҙҙы ла йыйып алдылар, ҡоралдарҙы тикшерҙеләр, аңлатма яҙҙырҙылар. Рота командиры, ҡоралды үҙем бирҙем, үҙем кире ҡабул иттем, тип яҙ инде, тип үтенде. Мин, уныһын-быныһын уйламай, шулай тип яҙҙым. Һаҡта тороусы егеттәр­ҙе һорау алыу өсөн хәрби прокуратураға алып китә башланылар. Төнө буйы һаҡта торған һалдат­тар­ҙы иртән алып китәләр, көнө буйы уларҙы коридорҙа көттөртәләр (шулайтып психологик баҫым яһайҙар), төндә генә һорау ала башлайҙар. Егеттәр көнө буйы бер ҡайҙа китә лә алмай, астан-ас, ялһыҙ, йоҡоһоҙ ыҙалана. Һорау алғанда ҡурҡытыу-янауҙарҙан, хатта физик көс ҡулланыуҙан тартынмағандар. Ас, ял итмәгән һалдаттар төнө буйы прокуратурала яуап биргәндән һуң иртән тағы ҡарауылға баҫа. Ә бит уларҙың күбеһе хеҙмәтен тултыр­ғайны, күптән өйҙәрендә булырға тейеш булып та, алмаш килмәгәнгә генә һаман армияла йөрөйҙәр ине.
Законһыҙлыҡ ҡылыуҙары хаҡында белгәс тә, хәрби прокурорға индем, нишләп егеттәр­ҙе көттөрөп ҡуялар, ашатмайҙар, тәфтишселәр һорау алғанда нишләп иҫерек, нишләп туҡмайҙар, был баш-баштаҡһыҙлыҡҡа сик ҡуйырға кәрәк, тинем. Ул, ҡыҫылма, юғиһә һинең үҙеңдән ғәйепле яһайбыҙ, тип янаны. Нисек минән ғәйепле яһайһығыҙ, ул көндө бит мин өйөмдә булдым, был ваҡиғаға бөтөнләй ҡыҫылышым юҡ, тип яуапланым. Минең үҙемә баҫым яһай башланылар, командирыңды ғәйепле итеп күрһәт тә, һин азат, тиҙәр. Мин, әлбиттә, баш тарттым. Хәрби прокурорға: «Һеҙҙең алымдарығыҙҙан һуң йәндәре көйгән һалдаттарҙың берәйһе бер-бер хәл ҡылып ҡуйһа, нишләрһегеҙ, ни тиһәң дә, уларҙың ҡулында ҡорал бит», – тим. Прокурор миңә, прапорщик, тынысланмаһаң, паровоз булып китәсәкһең, ти: «Беҙҙә 37-се йыл түгел, әммә алымдары ҡалған...». Икенсе көндө мине гауптвахтаға ултырттылар. Ләкин тап шул мәлдә һыуыҡ тейҙергәйнем, медицина күрһәтеүе буйынса кире сығарҙылар. Оҙаҡҡа түгел. Бер кис өйөмә килеп, ҡулға бығау һалдылар, өйҙә тентеү яһанылар һәм прокуратураға алып киттеләр, СИЗО-ға ултыртып ҡуйҙылар, йәнәһе лә, тикшереүгә ҡамасаулайым. Ун көн ултырырһың да, сығарырбыҙ, тигән булдылар. Ләкин көн дә баҫым яһау башланды. Һинең ғаиләң, атайың, туғандарың бар бит, улар­ҙы уйла ла, бар ғәйепте үҙ өҫтөңә ал, тип янап өгөтләйҙәр. Мин адвокат һораным, бирмәнеләр. Бөтә тикшереү саралары адвокатһыҙ, закондарҙы боҙоп уҙғарылды, туҡманылар, төрлөсә язаланылар... Мин аслыҡ иғлан итеп тә ҡараным, туҡмау эҙҙәрен теркәүҙәрен һораным – барыһы ла бушҡа... СИЗО-ла һигеҙ ай ултырҙым. Шул ваҡытта контракт буйынса хеҙмәт иткән бер һалдатты ҡурҡытып, теләктәренә ирештеләр. Һалдат, мине пунктты талау өсөн прапорщик ялланы, тип «ғәйебен таныны». Шунан һуң уны иреккә сығарҙылар, ә минең өҫтән суд булды. Суд, бөтә булған документтар­ҙы тикшереп, Ҡадир Бирғәлин ғәйепһеҙ, сөнки уның был енәйәткә ҡағылышы юҡ, тигән ҡарар ҡабул итте. Төрмәнән сыҡҡас, мине эшемдә, вазифамда тергеҙҙеләр. Әммә хәрби прокуратура кассацион ялыу яҙып, байтаҡ тикшереүҙән һуң тағы суд булды. Икенсе суд та мине аҡланы. Ләкин прокуратура тағы апелляция яҙҙы. Өр-яңынан тикшереүҙәр башланды. «Курск» һыу аҫты кәмәһенә ул саҡта иғтибар – оло, шуның менән бәйле булғас, прокуратураға мотлаҡ ғәйеплене табырға кәрәк ине. Был ваҡытҡа шул уҡ прокуратура хеҙмәткәре судья булып ултыр­ғайны. Өсөнсө судты ул алып барҙы. Һәм ул мин ҡылмаған енәйәттә ғәйепләп ҡарар сығарҙы. Уның минең эштә судья булырға хоҡуғы юҡ ине, сөнки, урыҫтар әйтмешләй, «лицо заинтересованное». Хоҡуҡтарымды боҙоуҙы күрһәтеп яҙған ялыуҙарым ошо системанан ары китмәне. Минең алдымда, ни булһа ла ул ултырырға тейеш, тип һөйләштеләр, дәлилдәр, факттарҙы боҙоп күрһәттеләр. Мине яҡлашып, дөрөҫөн һөйләгәндәрҙең үҙҙәренә (мәҫәлән, бер тәфтишсегә) ҡарата енәйәт эше астылар. Йәш кенә бер тәфтишсе илап тороп минән ғәфү үтенде: «Прости, меня самого подставляют...»
Ғәҙеллеккә ышанысым өсөнсө судтан һуң бөттө. Һалдаттарҙы яҡлашҡаным өсөн минең үҙемде үк ғәйепле яһап ҡуйҙылар. Атайым, бер туған ағайым флотта хеҙмәт итте, шуға ла мин уларҙың юлын дауам итергә тип армияға барҙым. Ун йыл тыуған илемә тоғро хеҙмәт иттем, эсмәнем, бер көн эште ҡалдырғаным булманы, үҙемә тапшырылған бурыстарҙы теүәл атҡарҙым, һалдаттарға яҡшы терәк булдым – шуның өсөн миңә ете йыл төрмә биреп ҡуйҙылар. Әгәр ҙә тамсы ғына ғәйебем булһа ла был тиклем ҡыйын булмаҫ ине. Ғаиләмде юғалттым, йәшәргә торлағым юҡ, эшкә урынлаша, үҙ эшемде аса алмайым (сөнки кредит бирмәйҙәр), үҙемдең специальность буйынса ла эшләп булмай – «төрмәлә ултырған» тигән мөһөр ҡайҙа ла тормошомдо ҡарайта. Теге яраланған ҡабул итеүсегә иск буйынса өс йөҙ мең һум аҡса түләйем – һис бер ғәйепһеҙ!!! Берҙән-бер таянысым, ышанысым – Аллаһы Тәғәлә. Төрмәлә ултырғанда аҡылдан яҙыр инем, әгәр ошо ышаныс булмаһа.
Ошо уҡ ышанысҡа таянып, Ҡадирҙың үҙен аҡлағыһы килә. «Нишләп мин бер ғәйепһеҙ ғәйепле булып йөрөргә тейеш?!», «Үҙемдән башҡа тормошомдо кем яйлар?», «Нишләп минең балаларым төрмәлә ултырыуым арҡаһында зыян күрергә тейеш?» – ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап табырға теләй. Ҡасан да булһа, Ҡадирҙың дөрөҫлөктө табырына, үҙен аҡларына ышанам. Әгәр ҙә уны аҡламаһалар, был донъяла, тимәк, ғәҙеллек, ысынлап та, бөткән.
P. S. Хәлдәрҙең ошолай булырын алдан белһәң, һин армияға барыр инеңме, тигән һорауыма Ҡадир икеләнеүһеҙ, эйе, барыр инем, тыуған илде һаҡлау – һәр ир-егеттең изге бурысы бит, тип яуапланы. Хәйер, унан мин башҡа яуапты көтмәнем дә...

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»