RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өйләнергәме, юҡмы?

16.10.2010 Өйләнергәме, юҡмы?

«Һаумыһығыҙ, «Йәшлек» гәзите хеҙмәткәрҙәре!
Йөрөнөм-йөрөнөм дә һеҙгә хат яҙырға булдым әле. Әсәй кешенең бөтә ҡайғыһы шул балалары бит инде. Минең ике улым бар. Икеһе лә 40 йәштән уҙған. Уларҙың һаман өйләнмәй йөрөүе күңелгә тынғылыҡ бирмәй. Әсәнең үҙе иҫән саҡта балаһын ғаиләле иткеһе, ейән-ейәнсәрҙәрен күргеһе килә. Ә улар был хаҡта уйлап та бирмәй. Хәҙер үҙем дә олоғайҙым, һыйыр һауыуы, ашарға бешереүе лә ауыр, һыҙланам да. Минең дә, килен йомошап, түрҙә генә ултырғым килә. Улдарыма әйтеп-әйтеп тә арыным инде, өйләнербеҙ әле, ти ҙә ҡуялар. ҡасан өйләнергә уйлайҙарҙыр, 60-ҡа еткәсме икән? Кеше йәш саҡта парлы йәшәргә тейеш. Элек ата-бабаларыбыҙҙан һорап та тормағандар, кәләш алып биргән дә ҡуйғандар. Хәҙер ҙә шулай булһын ине. Ул саҡта ауыл-ауыл өйләнмәгән егеттәр йөрөмәҫ ине. Бәлки, минең ошо хатымды уҡып, өйләнмәгән егеттәр бер аҙ уйланыр?!
Шәфиғә инәйегеҙ».

Шәфиғә инәйҙең борсолоуы аңлашыла, һәр әсә балаһын ваҡытында башлы-күҙле итергә тырыша. Әммә һуңғы йылдарҙа егеттәр өйләнергә ашығып бармай. Бөгөн һәр ауылда, һәр өсөнсө ғаиләлә бар ундайҙар. Кемдер 18 йәше тулыр-тулмаҫ кәләш алып ҡайта, кейәүгә сыға, кемдер 30 – 40-та ла өйләнергә уйламай. Никах сәғәте етмәгән, тиҙәр был хаҡта беҙҙең халыҡта. Никах сәғәтең етһә, һиҙмәй ҙә ҡалырһың, өйләнерһең. Әммә шулай ҙа 30 – 50 йәшлек егеттәр­ҙең һаман ғаилә ҡормай яңғыҙ йәшәүе борсолоу уятырға тейештер. Донъяла һәр йән эйәһе парлы булып тыуа, парлы булырға тейеш. 50-лә өйләнеп, балалар үҫтермәгәс, ҡасан ул тулы ҡанлы тормош алып барырға тейеш?!
Ни өсөн егеттәр өйләнмәй һуң? «ҡыҙҙар барыһы ла эсә, тарта, кәләш итеп алырлыҡ йүнле ҡатын-ҡыҙҙар бармы?» – тигән яуапты ишетергә мөмкин. Әммә был үҙ-үҙеңде аҡлау ғына түгелме икән? Тирә-яғығыҙға яҡшылабыраҡ күҙ һалығыҙ әле, бөткәнме ни бынамын тигән ҡатын-ҡыҙҙар? Бәлки, төп ғәйеп һеҙҙең үҙегеҙҙәлер, ҡыҙҙарҙан артыҡ күпте талап итәһегеҙҙер: матур ҙа булһын, уңған да, бай ҙа, аҡыллы ла. Һайланған – һаҙға батҡан, тигән халыҡ мәҡәлендәгесә, шуның арҡала һеҙ һаман яңғыҙ, ә тиҫтерҙәрегеҙҙең инде балалары үҫеп бөтөп, донъя ҡора башлаған. «Өйләнеп тә, йүнләп йәшәй алмай­ҙар. Йәшлек тилелеге менән өйләнешәләр ҙә, һуңынан йә айырылышалар, йә эт менән бесәй шикелле көн итәләр», – тип ҡаршы килер кемдер. Өйләнергәме, өйләнмәҫкәме – был һорау кешелек донъяһына һәр саҡ тынғылыҡ бирмәгән. Әйҙәгеҙ, был хаҡта фәйләсүфтәрҙең фекеренә күҙ һалайыҡ.

Үткәнгә бер ҡараш
Аҡыл эйәһе Фалес Милетский һәр иртән уны хайуан итеп түгел, ә кеше итеп, вәхши, тупаҫ кеше итеп түгел, ә мәҙәниле кеше итеп, ҡатын-ҡыҙ түгел, ә ир-егет итеп тыуҙыр­ғаны өсөн Хоҙайға рәхмәт уҡыған. Фалес үҙе өйләнмәгән булған. Бер көндө әсәһе уға: «ҡасан өйләнәһең?» – тигән. «Әле ваҡыты етмәгән», – тип яуап биргән улы. Әсәһе бер аҙ көткәндән һуң өйләнеү тураһында йәнә улының иҫенә төшөргән. Ул иһә: «Хәҙер инде ваҡыты үткән!» – тип яуап биргән.
Ике йөҙ йыл үткәс, Платондан: «Өйләнгәс фәлсәфә менән шөғөлләнеп буламы?» – тип һорағандар. Платон: «Ә һеҙҙеңсә, нисек, карап һыуға батҡас, бер үҙеңә йөҙөп сығыуы еңелерәкме, әллә ҡатыныңды елкәңә ултыртыпмы?» – тип яуап биргән.
Баҙнатһыҙ ғына бер кеше фәйләсүфтән: «Миңә өйләнергәме, юҡмы?» – тип һораған. «Нимә эшләһәң дә эшлә, барыбер үкенерһең», – тип яуап биргән фәйләсүф. «Ни өсөн?» – ти икән теге кеше. «Матур ҡатын башҡалар ҡыуанысы буласаҡ, ә яман ҡатын – үҙең өсөн яза ғына буласаҡ», – тип яуап биргән.
Бындай көләмәстәр бик күп һәм уларҙың барыһы ла бер нәмә хаҡында һөйләй: боронғо Грецияла ҡатындарға түбәнһетеп ҡарағандар, гүзәл зат етди ир-егет өсөн ауыр йөк кеүек кенә иҫәпләнгән. Шул рәүешле грек халҡының яртыһы йәмғиәт тормошонда ҡатнашыуҙан ситләшкән.
Кешеләр ҡатындарын яратҡан өсөн өйләнмәгән, ә нәҫелде дауам итеү, үҙенән һуң балалар ҡалдырыу өсөн генә ғаилә ҡорған. Әгәр ҙә балаң юҡ икән, һин үлгәс, кем һине хөрмәтләп иҫкә алыр ҙа кем доға уҡыр, тип фекер йөрөткән улар. Кемгәлер был көлкө кеүек тойолор. Әммә грек өсөн иң мөһиме һәм мәңгелеге – ул нәҫел, ә ул ошо быуындың ерҙәге ҡыҫҡа ваҡытлы бер вәкиле генә.
Шуға күрә граждандар­ҙың никахы хаҡында дәүләт үҙе хәстәрлек күргән. Әйтеүҙәренсә, Спартала өс яза тураһында закон булған: никахһыҙлыҡ өсөн, һуңлаған никах өсөн һәм насар никах өсөн. Афинала Солондан: «Никахһыҙлыҡ өсөн ниндәй яза бирер инең?» – тип һорағандар. «Никах», – тип яуап биргән Солон.
Буласаҡ кәләш һәм кейәүҙе лә ныҡлап һайлағандар. Фәйләсүф Демокрит: «Яҡшы кейәү менән уллы булырһың, насар кейәү менән ҡыҙыңды юғалтырһың», – тигән. Периклдың ҡыҙын ике кеше һоратырға килгән. Береһе бай, әммә алйот булған, икенсеһе аҡыллы, әммә ярлы. Перикл икенсеһен һайлаған. Байлығын юғалтыу ҡурҡынысы булған ал­йотҡа ҡарағанда аҡылы менән байый алыр ярлы яҡшы, тип аңлатҡан ул быны. Ә Фемистокл тағы ла ҡыҫҡараҡ аңлатма биргән. «Аҡса кешегә мохтажлыҡ кисергәнгә ҡарағанда кеше аҡсаға мохтажлыҡ кисерһен», – тип әйткән. Тик Перикл да, Фемистокл да бер нәмәне генә – ҡыҙҙарының кемде һайлауын ғына һорарға онот­ҡан.
Боронғо аҡыл эйәләре «Өйләнергәме, юҡмы?» тигән һорау­ға яуап таба алмаған. Никахҡа ыңғай һәм ҡаршы фекерҙәр бер-береһен еңә алмаған. Уларҙың бер нисәһенә күҙ һалайыҡ.
«Бер нәмәгә ҡарамай өйлән. Әгәр ҙә яҡшы ҡатын тура килһә, һин бәхетле, әгәр ҙә насар икән – һин фәйләсүф булырһың» (Сократ).
«Никах союзы – кешелек йәмғиәтенең беренсе баҫҡысы» (Цицерон).
«Кемдер Менедемдан: «Фекерләй белеүсе кеше өйләнергә тейешме?» – тип һораған. «Һинеңсә, нисек, мин фекерләй беләмме, юҡмы?» – тип һорауға һорау менән мөрәжәғәт иткән Менедем. Ыңғай яуап ишеткәс: «Ә мин өйләнгәнмен», – тип яуап биргән» (Диоген Лаэртский).
«Өйләнеү – бер айлыҡ ҡыуаныс, ғүмерлек ҡайғы» (Көнсығыш мәҡәле).

Ир-егеттәр ни әйтер?
Бына шулай. Ә көслө зат өйләнеү-өйләнмәү мәсьәләһенә нисек ҡарай һуң?


Рушан, 25 йәш:
– Мин 20 йәштә өйләндем. Иртә тип иҫәпләмәйемсе. Өйләнергә иртә, йөрөй бирәйем әле, тип яҙмышыңды юғалтып ҡуйыуың бар. Әҙме ни шундай миҫалдар. Егет өйләнәм тигәндә ата-әсәһе ҡаршы төшә лә һуңынан, 30 – 40-ҡа етһә лә, өйләнмәй йөрөй. Иртә өйләнһәң, балаларың үҫә тора, донъяң­ды ла теүәлләйһең. Минең әле ҡыҙым да, улым да бар, хәҙер иһә йорт хәстәрләй башларға уйлап йөрөйөм. Эштән арып ҡайтһаң, өйҙә ҡатын көтөп тора, балалар, атай, тип йүгереп килә – үҙе бер ҡыуаныс. Балаларға ҡарап, бөтөн ваҡ-төйәк мәшәҡәт онотола. Ә һуң өйләнһәң, балаң да булмауы бар. Минең таныштарым араһында ғына ла ундайҙар бер нисәү. Махсус рәүештә медицина тикшереүе лә үтеп ҡарайҙар.
Ниндәйҙер эш эшләйем тиһәң дә, кәләшең менән кәңәшләшеп эшләйһең, бер-береңә терәкһең. Өйләнмәй йөрөүселәр­ҙең тегеләй һуғылып, былай һуғылып йөрөп, боҙолоп китеүҙәре лә бар. Минең өйләнмәгән ике күршем бар. Бер ерҙә лә эшләмәй, өйҙә яталар. Өҫтәүенә, эсергә лә яраталар. Ә өйләнгән кеше ғаиләһен аҫрар өсөн эш тураһында уйлай, ни генә тимә, уны ҡатыны ла тота. Юҡҡа ғына күп кенә әсәйҙәр улдарын иртәрәк өйләндерергә тырышмай бит. Өйләнә икән, өҫ-башы ла ҡараулы, аҙып-туҙып та йөрөмәй, яуаплылыҡ та ҙур.
Минеңсә, һәр кемдең үҙ яҙмышы. Әгәр ҙә йәш саҡта үҙ яртыңды осратаһың икән, ваҡытында өйләнеү кәрәк, ә иртә әле, өлгөрөрмөн ҡамыт кейергә, тип йөрөргә түгел. Иртә өйләнеүемә бер ҙә үкенмәйем.

Вәхит, 45 йәш:
– ҡатыным менән бер-беребеҙҙе оҡшатып өйләнештек. Ике ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Тәүҙә матур ғына йәшәй кеүек инек, әммә тора-бара бер-беребеҙҙе аңламай башланыҡ. Мин нимә эшләһәм дә уға оҡшамай ине. Һәр нәмәнән ғәйеп табырға тырышып, туҡтауһыҙ игәүе, туғандарымды яманлауы ялҡытты. Өндәшмәй түҙеп йөрөнөм-йөрөнөм дә, бер көн, әйберҙәремде йыйып, сығып киттем.
Шунан ҡабат ғаилә ҡороу тураһында уйлағаным юҡ. Үҙемә башҡа ҡыҙыҡлы шөғөлдәр таптым. Тәбиғәттә йөрөргә яратам, шунда үҙемә ял һәм кинәнес табам. Эсмәйем, эшләп йөрөйөм. Ашарға бешереү ҙә яратҡан шөғөлдәремдең береһенә әүерелде. Бигерәк тә йәшелсә аштарын төрлөләндереп бешерергә яратам. ҡолағым да, күңелем дә тыныс, әрләүсе лә, мыжыусы ла кеше юҡ. Юғиһә, ҡатындың һүҙҙәрен тыңлай торғас, үҙемде бер бөткән кеше, йыртҡыс хайуан итеп хис итә башлағайным. ҡыҙҙарымды ташлағаным юҡ, бар хәлемсә ярҙам итеп торам.

Фәрғәт, 47 йәш:
– Бер ҙә өйләнмәгәнмен. Тәүҙәрәк, әле өйләнергә иртәрәк, тип йөрөһәм, аҙаҡ ваҡыт үтеп тә киткән. Ә йәш үткән һайын үҙеңдең парыңды табыуы ҡыйыныраҡ. Йәш ҡыҙҙар һиңә ҡарамай, ә үҙеңдең тиҫтерҙәрең күптән тормошта. Хәҙер ҡыҙҙар ҙа тәртипһеҙ, эскән, тартҡан ҡыҙҙы нисек ҡатын итеп алаһың инде? ҡатын-ҡыҙ үҙенең гүзәл зат икәнен онотмаһын ине.
Өйләнмәй йөрөүемә баҙнат­һыҙлығым да сәбәпсе булғандыр. ҡыҙҙар менән дуҫлашып йөрөп тә, тәҡдим яһарға батырсылығым етмәне. Бына шулай, ауылда үҙ парымды таба алмай ғүмер үткән дә киткән. Әлбиттә, йәшерәк саҡта өйләнеп ҡалырға кәрәк булған. Хәҙер өйләнмәҫмен инде ул, йәш тә бара, яңғыҙ йәшәп өйрәнелгән дә. Миңә тигән ҡатын, күрәһең, тыумағандыр.

Шулай ҙа...

Тырышып донъя көткән, мал үрсеткән, баҡса үҫтергән, үҙе һыйырын һауып, икмәген бешергән яңғыҙ ир-егеттәр ҙә юҡ түгел. Шулай ҙа матур итеп парлы донъя көткән, балалар үҫтергән, етеш йәшәгән, эштәрендә лә уңышҡа өлгәшкән дуҫ-иштәренә, туғандарына ҡарап, һәр кем ғаилә ҡороу тураһында уйлана торғандыр. Юҡҡа ғына, парһыҙ донъя – һанһыҙ, тип әйтмәйҙәр бит. Элек өйләнмәй йөрөгән егеттәр булһа, уларҙы димләп өйләндергәндәр. Димләү аша өйләнһә лә, бынамын итеп йәшәп алып киткәндәр. Ысынлап та, күктән йондоҙ көтөп ултырырға кәрәкмәй­ҙер. Һеҙгә тигән йәр, бәлки, янығыҙҙа ғына йөрөйҙөр. Әйткәндәй, хәҙер өйләнәм тигән кеше матбуғатта танышыу иғландары аша ла, радио аша алып барылған махсус тапшырыуҙар ярҙамында ла үҙенә пар эҙләй ала, төрлө таныштырыу хеҙмәттәре лә эшләй, интернет аша ла танышырға мөмкин.
С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»