RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Беренсе эш хаҡым

26.10.2012 Беренсе эш хаҡым

Атайым магазинда һатыусы булып эшләй башлағас, уның янына йыш ҡына барҙым. ҡайһы ваҡытта әсәйем дә, атайыңа айран, сәй алып бар, тамағы кипкәндер, тип яңы ғына ҡайнаған сәйнүкте ҡулыма тоттороп ебәрә ине. Минең магазинға барғы ғына килеп тора, сөнки унда быяла аҫтындағы ҡумта эсендә матур ҡағыҙҙарға төрөлгән төрлө-төрлө кәнфиттәрҙе, тәмле-тәмле перәниктәрҙе күреп, ауыҙҙан һеләгәй ағып китер ине. Уларҙың берәрен булһа ла атайым күрмәгәндә алып ашар инем дә, тик тәмлекәстәр быяла менән ҡапланған. Кәнфит лавка эсендә йә йәшниктәрҙә лә бар ул, әммә атайым эскә ебәрмәй, бер кәнфит, йә ярты перәник тоттора ла, бар, тиҙерәк ҡайтып, әсәйеңә ярҙам ит, тип магазиндан ҡыуа башлай. Мин, әлбиттә, бер һүҙ ҙә өндәшмәй, кәнфитемде яйлап ҡына матур ҡағыҙҙан йыртмай ғына алып, уны малай­ҙар алдында, бына мин ниндәй тәмле, матур ҡағыҙға төрөлгән мәмәй ашайым, тип маҡтаныр өсөн, ҡағыҙҙы кеҫәмә һалып ҡуям.
Шулай берәй нисек аҡса эшләп, атайымдан кәнфит һатып алып, туйғансы ашарға план ҡора башланым. Ауылда миңә ярарлыҡ бер эш тә юҡ шикелле, тик ауыл көтөүен көтөүсе Йосопша бабай йәй көндәрендә үҙенә ярҙамға бер-ике малайҙы ла яллай торғайны. Бер көн планымды күрше Уралға һөйләгәс, ул да минең менән көтөү көтөргә булды. Кисен беҙ Йосопша бабайҙың өйөнә йүгереп барҙыҡ, көтөү көтөшөргә теләк белдер­ҙек. Ул яҡшы сыбыртҡы ишеп алып килергә ҡушты.
Лоҡман ағайым миңә ярҙам итте, сыбыртҡыны нисек шартлатырға ла өйрәтте. Иҙрис менән Миңйәш исемле малайҙар көтөү көтә. Кисен уларҙан, мал көтөүе ауыр түгелме, Йосопша бабайҙың нисә тин аҡса биреүе тураһында ла белешербеҙ, тип кис булыуын түҙемһеҙлек менән көтөп алдыҡ.
Иҙрис менән Миңйәш беҙгә яҡын йәшәйҙәр ине. Тәүҙә, бабай күпме аҡса бирҙе, тип һорағас, улар, бөгөн өс тин генә бирҙе, тине. Баҡһаң, Сәйфулла ҡарттың һыйыры Йомабикә инәйҙең берҙән-бер кәзәһен һөҙөп имгәткән дә, шуны ла ҡарамағанһығыҙ тип, Йосопша бабай уларҙы ҡабат ялламайым тигән.
Иртәгәһен иртүк тороп, мал ҡыуырға киттек. Йосопша бабай ҙа бер ҡулы менән һаҡалын һыйпап, йылмайып ҡаршы алды. Эте Аҡтүш тә ҡойроғон болғай-болғай беҙгә ҡушылды. ҡайһы бер инәйҙәр, апайҙар бабайға икмәк, йомортҡа бирә, уларҙы бабай тоҡсайына һала бара. Бына ауылды сыҡҡас та, тау итәгенә табан малдар үлән ашай-ашай яйлап ҡына бара. Тик ваҡ мал икегә айырылып ситкә китә башланы. Баҡһаң, иң алдан быҙау ҙурлыҡ тоҡом кәзә тәкәһе бара, уның артынан барлыҡ кәзәләр ҙә ашана-ашана, артҡа ҡалмайбыҙ тигәндәй, атлай. Ә икенсе яҡҡа, барлыҡ һарыҡтарҙы эйәртеп, икенсе бер тәкә юл тотҡан. Бабай беҙгә:
− Ни эшләп минең янда тораһығыҙ, берегеҙ кәзә­ләр­ҙе, икенсегеҙ һарыҡтарҙы яҡыныраҡ ҡыуып килтерегеҙ, малдар таралмаһын. һеҙҙе малдарҙың ашағанын ҡарап торорға ялланыммы ни? − тип ҡысҡырып та ебәрҙе. Мин Аҡтүш менән кәзәләр артынан йүгерҙем. Эт минән алдараҡ сабып барып, кәзә тәкәһенең алдына сығып өрә башлағайны, әлеге тәкә башын алға һуҙып, ҙур мөгөҙҙәре менән этте төкөп, ике метрға ырғытмаһынмы! ҡурҡышымдан, мине лә төкөп ташламаһын тип, артҡа йүгерә башланым. ҡайҙа ул сыбыртҡы менән айғырҙай тәкәне ҡурҡытыу. Аҡтүшкә ныҡ эләккәндер, шыңшып, бабай яғына китеп барҙы. Урал тиҙ генә һарыҡтарҙы эре малдар янына ҡайтарып, миңә ярҙамға килеп етте лә, көслө тауыш менән ҡысҡырып, кәзә тәкәһенә сыбыртҡыһы менән ҡундырыуы булды, тәкә, был бик уҫал малай икән тип уйлағандай, яй ғына атлап, кире башҡа малдар яғына юл тотто. Быны күҙәтеп торған Йосопша бабай: «Мирхәт улым, һарыҡтар артынан ҡараңҡырап йөрө, ә Урал кәзәләрҙе ҡарар. Ул һинең кеүек кәзә тәкәһенән ҡурҡмай», − тип әйтеп ҡуйҙы. Беҙ кәзә-һарыҡ артынан йүгерә торғас, көндөң эҫеүен һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ. Малдар туйҙы, ахыры, һыйырҙар ҙа баштарын күтәреп, йылға яғына йышыраҡ ҡарай башлағас, сыбыртҡыларыбыҙҙы шартлатып, көтөүҙе саңлау яғына ҡыуа башланыҡ.
Малдар туйғансы һыу эсте, беҙ ҙә бабайҙың сәйе ҡайнағансы, бер аҙ ҡояшта ҡыҙынғас, арыш икмәген ашап, ҡатыҡты ла арыу ғына һемерҙек. Сәй ҡайнағас, ҡатындар биргән күстәнәстәр менән яйлап ҡына сәй эсеп алдыҡ. Бигерәк тә Йомабикә инәйҙең өшәкәйҙәрен, Зәйнәп апайҙың еләк бәлешен яратып ашаныҡ. Шул арала Йосопша бабай теге кәзә тәкәһе тураһында ла һөйләп, йырлап та күрһәтте.
«Кәзә менә башҡа, һикереп төшә ташҡа,
Кәзә уҫал була икән, һарыҡ бирһен Хоҙайым.
Айҙар ғынайым, йылдар ғынайым,
Кәзә уҫал була икән, һарыҡ бирһен Хоҙайым.
Кәртә артында бойҙайым,
Иртә тороп урайым.
Кәзә уҫал була икән,
Һарыҡ бирһен Хоҙайым» (был йырҙы миңә бер аҙ үҫкәс тә бер нисә мәртәбә ишетергә, хатта клубта уйнағанда был көйгә бейергә лә тура килде).
Был кеше һөҙә торған кәзә тәкәһе ябай түгел, дебет тәкәһе икән, уны Яйыҡбай бабай ҡалдар ауылынан күп аҡса түләп һатып алған. Халыҡ уға кәзәләрен ҡасырған өсөн хаҡ түләй, сөнки бәрәстәре дебетле була, дебетенән шәл, йылы ойоҡ, бейәләй бәйләйҙәр. Ауылға берәү генә булғас, уны Яйыҡбай ҡарт ҡәҙерләп кенә аҫрай. Кешеләр ҙә көтөү төшкәндә, ул үткәндә ауыҙына икмәк ҡаптыра. ҡайһы саҡ һыйламаһалар, төкөп китә торған ғәҙәте лә булған.
Бик иртә торғанғамы, әллә кәзә-һарыҡтар артынан күп сапҡанғамы, ятыу менән йоҡлап та киткәнмен. Бер заман төшөмдә тәмле итеп Йосопша бабай көтөү көткән өсөн биргән аҡсаға кәнфит һатып алып ашап ятһам, теге тәкә: «Ни эшләп бер үҙең генә кәнфит ашап ятаһың, мине ашатмайһың», – тип гөп иттереп осамды төкөп алмаһынмы! һиҫкәнеп уянып, ҡаты ҡысҡырып ебәрҙем дә, күҙемде асып ҡараһам, кәзә тәкәһе урынына Йосопша ҡарт, алдымда һаҡалып һыйпап, көлөмһөрәп баҫып тора. Мин унан: «Бабай, ни эшләп тәкәнән мине төкөттөң?» − тип һорағас, ул малдарҙы саңлауҙан алып сығырға ваҡыт етте, тип ипләп кенә төртөп уятыуын әйтте.
Мин һыйырҙарға сыбыҡ менән һуҡҡылағас, улар ялҡауланып ҡына тора башланы. Шунан һыуға инеп, унда торған һыйырҙарҙы ла ҡыуырға тотонғайным, тик улар бер ҙә ҡуҙғалырға ыжламаны, рәхәтләнеп тора бирҙе. Шул саҡ һыйырҙарҙың эсенән йылан кеүек ҙур башлы нәмәләрҙең һыуға шапылдап төшкәнен, һыу өҫтөнөң ағарып ҡалғанын күреп ҡалдым да, бабайға, һыйырҙарҙы йылан саҡҡан, тип ҡысҡырып ебәрҙем. Тик бабай уларҙың йылан булмауын, һыйырҙарҙы табан балыҡтары имеүен әйтте. Малдар туйғансы үлән ашай, ҡайһы бер һыйырҙарҙың һөттәре күбәйеп, елене мендәр ҙурлыҡ булып тиртеп китә лә, улар һыуҙа рәхәтләнеп балыҡ имеҙеп тора икән. Был хәлде әсәйемә һөйләгәс, ул күрше ҡатындар менән төшкөһөн саңлауға һыйыр һауырға бара башланы.
Төштән һуң көтөүе ауыр булманы, малдар ҙа таралышманы. Мал артынан йөрөгәндә, ҡып-ҡыҙыл эре еләктәр ҙә осрай, нисек инде уларҙы өҙөп ашамай­һың? Көтөүебеҙҙе онотоп китеп, бер заман еләк ашар­ға тотондом, теге кәзә тәкәһе, ни эшләп беҙҙең еләкте ашайһың тигәндәй, осамдан төкөп ебәрмәһенме! Бер нисә мәртәбә тәкмәсләп барып төштөм.
− Улым, кәзәнең еләген һорамайынса ашаһаң, шулай була ул. Еләкте башҡа ваҡытта килеп ашарһың, көтөүеңде яҡшылап көт, − тип әйтеп һалды быны күреп торған бабай.
Көн бик оҙон булһа ла, үтеп китте. Йосопша бабай Уралға – ете, миңә биш тин баҡыр аҡса бирҙе.
Иртәгәһен иртә менән магазинға киттек. Беҙҙең сират еткәс, Урал атайыма ете тин аҡсаһын һуҙҙы, атайым уға үлсәмәй-нитмәй, кәпәсен тултырып кәнфит бирҙе. Мин дә таҡыямды тултырып алдым. Беҙ өйгә лә ҡайтмайынса тура һыу буйына киттек. Яр аҫтына төшөп бер нисә кәнфитте тәмләп ашаныҡ, һыу эсеп туйҙыҡ, теге уҫал тәкәне лә иҫкә төшөрөп, көлөштөк. ҡалған кәнфиттәр менән әсәйемде һәм Лоҡман ағайымды һыйланым. атайым мине ҡабат көтөү көтөргә ебәрмәне. Йә теге тәкәнән төкөлөп, имгәнеп ҡуйыр, тип тә уйлағандыр.
Шулай итеп, әле лә көтөү көтөп, тәкәнән төкөлөп, биш тин аҡса эшләгәнем, атайымдан бер таҡыя кәнфит һатып алып, туйғансы ашағаным иҫкә төшөп ҡуя. Атайымдың, эшләп ашаһаң, тәмлерәк була, тип аңлатҡаны ла хәтерҙә.
бер нисә йыл үткәс, Бөйөк Ватан һуғышы башланды, ололар фронтҡа китеп бөттө, утын-бесән әҙерләү беҙгә, бала-сағаға, ҡалды. Теге тәкәнең дә ғәйрәте бөттө, ахыры, көтөүҙән ҡайтҡанда кешене бик төкөп бармай ине. Етмәһә, Әбүталип, Яйыҡбай ҡарттың ейәне, йәйен уны – арбаға, ә ҡышын санаға егеп утын ташый торғайны. Бала саҡты иҫкә алып, хәҙерге ваҡыттағы балалар менән сағыштырып алам. Эсеп-тартып йөрөүсе үҫмерҙәрҙе күрһәм, йөрәк әрнеп китә. Араларында ҡыҙҙар ҙа булыуы ҡот осмалы бит.

Мирхәт ХӘСӘНОВ.
Өфө ҡалаһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»