RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Матур ҙа, батыр ҙа ҡатын

16.10.2012 Матур ҙа, батыр ҙа ҡатын

Матур ҙа, батыр ҙа ҡатын
Әбйәлил районы Рәхмәт ауыл клубы мөдире Идиә Ғәлимова матур идеялары менән ауылдаштарының да, үҙенең дә тормошона йәм бирә
– Их-х, йәл, июндә «Ауылыбыҙ матур уңған кешеләре менән» байрамына килмәнегеҙ, шундай шәп үткәйне! – тип, осрашҡанда үкенесле башын сайҡаны Әбйәлил райо­нының Рәхмәт ауыл клубы мөдире Идиә Ғәлимова. – «Имен ғаилә – илдең киләсәге» девизы аҫтында үткәрелгән сараның төп маҡсаты айыҡ, сәләмәт тормош алып ба­рыу­ҙы пропагандалау, эскелеккә ҡаршы көрәште киң йәйелдереү ине. Байрам идеяһын хуплап, ауылдаштарым бер төптән дәррәү әҙерләнде һәм шуға ла сара юғары кимәлдә үтте (күмәкләгән – яу ҡайтарған, тигәндәй, ауылыбыҙ татыу, берҙәм булғас, алдыбыҙға алған бурысты гел шулай тулыһынса еренә еткереп башҡарабыҙ). Ошо оло байрамды үткәрергә ярҙам иткән Байым ауыл советы хакимиәте башлығы Йәмил Зәйтүновҡа, район хакимиәтенә, ауылыбыҙҙың алыштырғыһыҙ депутаты Исрафил Йәнсәйетовҡа, һәр сараға бағыусы булған ауыл старостаһы Исмәғил Йәнсәйетовҡа һәм, әлбиттә, ауылдаштарыма ҙур рәхмәт.
Үҙе тураһында һөйләргә үтенһәм дә, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе вазифаһын ихлас башҡарған Идиә Миҙхәт ҡыҙы һүҙ аша ауылдаштарына, бергә үткәргән сараларға төшөп китә. Бына әле лә айыҡ, сәләмәт тормош алып барған ғаиләләрҙе атаны, унан, рәхмәттәр маҡтауға бик тә лайыҡ, нисек итеп уларҙы тәбрикләмәйһең, тип өлгөлө йорт хужаларын маҡтарға тотондо:
– Әйтәйек, Бәхтинур ағай Мансуров – «Өлгөлө йорт» билдәһенә лә, «Иң өлгөлө атай» исеменә лә лайыҡ кеше. Рәхмәткә килеүселәр, һеҙҙә ҡалай матур, ҡупшы өйҙәр күп, тип тел шартлата. Ауылыбыҙҙа, ысынлап та, өлгөлө йорттар байтаҡ. Рәйфә һәм Дим Нәбиуллиндар, Илүсә һәм Риф Мәсәлимовтар, Әминә һәм Ишморат Низамовтар, Рәлиә һәм Нияз Камалетдиновтар, Фәрзәнә һәм Исмәғил Йәнсәйетовтар, Аймара һәм Әсләм Әғзәмовтар, Илүзә һәм Динар Ғәлимовтар, Гүзәл һәм Марат Әхмәҙиевтар, Мәүлиҙә Әхмәҙиева, Гөлниса һәм Исрафил Йәнсәйетовтарҙың йорт-ерҙәре барыһына ла өлгө итеп ҡуйырлыҡ.
Идиә һәм Зиннур Ғәлимовтар­ҙың үҙҙәренең дә өйҙәре ҡыйып баҡҡыһыҙ матур, төҙөк. Ауыл ситендәрәк урынлашҡан был йортто улар өлкән улдары Алмас өсөн төҙөгән була. Тик, үкенескә күрә, балаларының ғүмере ҡыҫҡа булып сыға, уға яңы йортта йәшәү бәхете насип итмәй... Алмас 1990 йылда тыуа. Көтөп алынған ир бала һөйөнөстәр менән бергә көйөнөстәр ҙә алып килә – уның йөрәк сирле булыуы асыҡлана. Йәш әсәне сабыйы менән бала табыу йортонан тура дауаханаға илтәләр. Табиптар, бала оҙаҡ йәшәй алмаҫ, тип шикләнһә лә, әсә был һүҙҙәр менән һис тә килешмәй, улының һауығырына ышана. Йәш кенә ата менән әсә рух ныҡлығын күрһәтеп, бар көсөн, тапҡан аҡсаһын баланы аяҡҡа баҫтырыуға һала. Иптәштәренән артта ҡалмаһын тип, улдарын күтәреп, санаға ултыртып, көн дә мәктәпкә уҡырға йөрөтәләр. Бер нисә аҙым яһау менән күм-күк булып хәлһеҙләнгән Алмасты күтәреп, бер таныш-белеше булмаған ҡалала күпме табиптың, түрәнең тупһаһын тапаны икән Идиә апай – быны үҙе генә белә. Президентҡа тиклем барып еткән әсәнең теләге, ниһайәт, 1999 йылда ҡабул була. Өс ай буйы Алмасты операцияға әҙерләгәс, табиптар, хәлһеҙ бала уны күтәрә алмай үлеп ҡалыуы ла ихтимал, ти. Зиннур ағай, күрәләтә баламды бысаҡ аҫтында үлтертә алмайым, тип операциянан баш тартырға ла уйлай. Ләкин Идиә апай уны был уйынан дүндерә: «Нисәмә йыл буйы көтөп алған операцияның яҡшы үтеренә ышанайыҡ!» Һәм туғыҙ сәғәтлек ҡатмарлы операция, ысынлап та, уңышлы килеп сыға. Көткән өмөттәрҙе аҡлап, бала һауығып китә. Алмасты яратмаған кеше булмай, шул тиклем зирәк, аҡыллы, һөйкөмлө бала була ул. Йәшәргә, башҡаларға күңел йылыһын күберәк өләшеп ҡалырға ашыҡҡандай, Алмас һәр көндән ҡыуаныс таба, тырышып, мауығып уҡый, спорт менән шөғөлләнә, ҡустыһы Илсур менән һеңлеһе Илзирәгә һәр яҡтан үрнәк була. Инде бар көйәләнеүҙәр, борсолоу­ҙар артта ҡалды тигәндә генә, 2007 йылда Ғәлимовтар ғаиләһе ҡап­ҡаһын ҡара ҡайғы ҡаға.
– Матди ярҙам йөҙөнән район хакимиәте бүлгән ағастан Алмасҡа инселәп йорт күтәргәйнек, туғандар менән шунда йыйылышып, «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!»ҙы байрам итербеҙ тип, донъяны таҙартып, ипләп, мунса инергә ҡайтып киттек, ә Алмас яңы йорттоң иҙәнен йыуырға тороп ҡалды, – Идиә апай өсөн был ваҡиға, әйтер­һең дә, кисә генә булған һымаҡ, күҙ алдында һылыу ҡатындың йөҙөн һырҙар баҫа, күҙҙәре төпкә бата, тауышы бер аҙға ҡарлыға. – Беҙ ҡайтҡас, көслө ямғыр башланды. ҡурҡыныс итеп йәшенләп яуҙы. Ямғыр үткәс, Илсур ағаһын мунсаға саҡырырға китте. Һәм бер аҙҙан ҡото осоп йүгереп кире килде, яңғыҙы...
Алмасты йәшен атҡан була. Был ҡот осҡос юғалтыуҙы кисерергә, һынып, бөлөп төшмәҫкә Идиә апай менән Зиннур ағайға туғандары, ауылдаштары ярҙам итә, онотолор өсөн улар башкөлләй эшкә сума, Илсур менән Илзирәне бауырҙарына баҫа. Әҙәм итерҙәрме, әрәм итерҙәрме, тигән һымаҡ, хоҙай беҙгә ул баланы һынамаҡҡа бирҙе, беҙ һынауҙы үткәс, уны кире үҙенә алды, тигән Ғәлимовтар дан итеп йәшәргә ынтыла, һәр көндән йәм-тәм ала, башҡаларҙы ла үҙ арттарынан эйәртә. Егәрле, шәп Идиә апай етәкләгән клуб, күп ауылдар­ҙан айырмалы рәүештә, ысын мәғәнәһендә мәҙәниәт усағы. Уның тирә-яғын сүп баҫмаған, болдоро ла һаҡаллы кәзәләр батшалығы түгел. Бында тормош ҡайнай: төрлө түңәрәктәр эшләй, аҙна һайын тәрбиәүи саралар үткәрелә. Барыһына ла киң билдәле «ҡаҙ өмәһе», «ҡорбан ашы»нан тыш, Рәхмәттә «Һуғым һуйыу», «ҡаҙы тығыу», «Буҙа байрамы», «Сәскә­ләр байрамы», «Урамдар ярышы» кеүек үҙенсәлекле саралар ҙа үтә. Клуб стенаһындағы стендтарҙа – ауыл тураһында тулы мәғлүмәт. Тарихи ваҡиғалар, арҙаҡлы кешеләрҙән алып, һәр сара, конкурс еңеүселәре, юбиляр­ҙар, студенттар хаҡында яҙмалар, фотолар, хатта кемдең күпме ҡош-ҡорт үҫтергәнен, баҡсаһында ниндәй емеш-еләк, сәскә булыуын да белергә мөмкин. Күңелен һалып эшләгәнгә Идиә апай барыһына ла өлгөрә, бар нәмәне лә юғары кимәлдә, зауыҡ менән башҡара, халыҡты ҡыҙыҡһындырыр өсөн төрлө саралар уйлап сығарып тора («Идиә» исеме лә уның идеяларға бай булыуына ишаралай!). Клуб, йәмәғәтселек эшенән тыш, ул гөрләтеп донъя көтөргә лә өлгөрә, бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәрҙән арынып, үҙенә лә ваҡыт таба – әле генә сәхнәнән төшкән артист тиер­һең! Әйтерһең дә, мал ҡарамай, баҡсала соҡонмай, аш-һыу әҙерләмәй. Ә бит өсәр-дүртәр һауын һыйыр тотҡан, бер гектарға яҡын ҙур картуф баҡсалары булған ауыл ҡатыны ҡара таңдан алып ярты төн ауғансы һис тә бушамай! Аҙна һайын Идиә апай үҙ хужалығындағы һөт-эремсекте, май-ҡаймаҡты эшкәртеп, баҙарға сығарып һатһа, ире Зиннур Мотаһар улы ла уның янында була – эшһөйәр ағай әҙерләгән һепертке, миндек, дарыу үләндәрен шул ике арала кешеләр алып та бөтә. Ғәлимовтар, аҡса аяҡ аҫтында, тип, еләк-емеш, бәшмәкте күп йыя, үҙҙәренән артҡанды баҙарға алып сыға. Бер йәйҙе улар еләк-емеш, бәшмәк һатып, өс йөҙ мең һум аҡса эшләгәндәр һәм тәгәрмәсле трактор алып, гараж төҙөгәндәр! Дарыу үләндәре генә лә ун һигеҙ мең һум табыш килтергәс, уларҙың бер сәғәттәрен дә бушҡа үткәрмәүен яҡшы аңлайһың. Улар үҫтергән яҡшы сортлы картуф, кишер, сөгөлдөрҙө әллә ҡайҙарҙан килеп алып ҡайталар. Шунан тыш, ҡаҙ, өйрәк, күркә үҫтереп тә һаталар. Ялҡауланмаһаң, ауылда етеш йәшәргә мөмкин, ти Ғәлимовтар. Тик бер-береңә иш-ҡуш булып, икәү бергә донъя йөгөн тартыу зарур.
... Минең алдымда көслө ҡатын ултыра. Әллә ниндәй баһадир кәүҙәле, мускулдары ташып тор­ған, баҫҡан еренән иҙән таҡтаһын һындырған кеше түгел, ә нәзәкәтле, һылыу, ә иң мөһиме, сабыр була белгән гүзәл зат. Ауылда йәшәһә лә, күп ҡала ҡатын-ҡыҙҙарының танауына сиртерлек Идиә Ғәлимова булмышы, рухы менән батыр. Эргәһендә ҡалҡандай ышаныслы тормош иптәше, ҡанаты аҫтында – Илсур улы, Илзирә ҡыҙы. Улар хаҡына бар нәмәне еңеп сығасаҡ, һис ҡасан бирешмәйәсәк Идиә апай. Сөнки ул һөйә, һөйөлә – шул уға көс бирә, рухын нығыта.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»