RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Аҡ айыуҙың ҡаны – ҡара

12.10.2012 Аҡ айыуҙың ҡаны – ҡара

Ғалимдар кеҫәрткеләрҙең күҙҙәренә тикшереү үткәреп, уларҙың ҡыҙыл-һары күҙлекле икәнен асыҡлаған. Был йән эйәләренең күҙ селтәрендә ҡыҙыл-һары төҫкә буялған бик күп май тамсыһы бар. Тимәк, кеҫәрткеләр донъяны беҙ күргән кеүек күрмәй. Улар ғына түгел, күп кенә ҡошҡа ла беҙ ҡыҙыл тип ҡараған йәшел булып күренә.
Терпеләр һыуҙан уттан ҡурҡ­ҡан кеүек ҡурҡа. Башҡа ваҡытта ҡурҡыныс килгәндә үҙҙәрен һаҡлау өсөн сәнскеле йомғаҡҡа әүерелһә, һыуҙа, киреһенсә, тулыһынса асылалар. Энәләре һаҡланыу сараһы ғына түгел, шыуышыу өсөн дә ҡулайлама, шулай уҡ үҙенә күрә амортизатор ҙа – уларға 2-се ҡаттан ҡолап төшөүҙең бер ҡурҡынысы ла юҡ.
Ташбаҡа – иң оҙон ғүмерле йән эйәһе. Улар 200 – 300 йыл йәшәй. Мәҫәлән, Аргентинаның Санта-Крус утрауында ғалим Чарльз Дарвин йәшәгән заманда донъяға килгән ташбаҡа йәшәй. Уның ауырлығы 300 кг, бейеклеге 70 сантиметрға етә. Ташбаҡаға нисә йәш икәнен уның панцирындағы билдәләр буйынса белергә мөмкин. Ағас олонондағы кеүек, унда йыллыҡ дүңгәләктәр һалына бара.
Яңы тыуған жирафтың оҙон­лоғо 183 см! Оло ата жирафтың бейеклеге 5 метр 80 сантиметр­ға етә. Инә жирафтар әҙ генә бәләкәйерәк – 5 метр 19 сантиметр. Был хайуандарҙың инәһе лә, атаһы ла маңлайында мөгөҙ менән тыуа. Әйткәндәй, уларҙың муйыны, кешенеке һәм башҡа һөтимәрҙәрҙеке кеүек, ете умыртҡа һөйәгенән тора.
Зәңгәр кит иң ҙур ғына тү­гел, иң көслө тауышлы хайуан һанала. Ул 188 децибелға тиң тауыш сығара ала, ә йөрәге минутына туғыҙ тапҡыр һуға!
Инә арыҫлан тәүлегенә 20 сәғәт ял итә, ҡалған ваҡыты һунар итеү һәм табышын ашау менән үтә. Ә ҡырмыҫҡалар бер ваҡытта ла йоҡламай!
Һыйыр көтөүҙә һигеҙ сәғәт­лек эш көнөн теүәл үтәй. ҡалған ваҡытта ул ял итә, һағыҙын сәйнәй-сәйнәй былай ғына йөрөргә мөмкин. Тел менән үләнде йолҡоп алыу анһат эш түгел бит! Бының өсөн һыйырҙың ауыҙ ҡыуышлығы минутына 30 – 90 хәрәкәт эшләй.
Бесәй – иң шәп акробат. Уның алғы тәпәйҙәре һәр яҡҡа ла тиерлек әйләнә, ә кәүҙәһенең ике яртыһы ла ҡапма-ҡаршы яҡҡа хәрәкәт итә ала. Кешегә һәм эткә ҡарағанда бесәй күпкә яҡшыраҡ ишетә. Кеше 20 кГц сиктәрендә генә ишетә алһа, бесәй өсөн был күрһәткес – 65 гКц.
Кем иң оҙаҡ ашамай тора ала? Талпандар – ете йыл, ерҙә йәшәүсе ташбаҡалар – бер йылға яҡын, альбатрос – 35 көн.
Сиңерткәнең ҡаны аҡ төҫтә, ә бына аҡ айыуҙыҡы – ҡара!
Гиппопотамдар Африкала йә­шәй. Грек теленән тәржемә иткәндә был хайуандың исеме «йылға аты» тигәнде аңлата. Әммә улар атҡа ҡарағанда сусҡаға яҡыныраҡ туған.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»