RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ер. Тартып алдылармы, алдап алдылармы?

31.05.2011 Ер. Тартып алдылармы, алдап алдылармы?

Стәрлетамаҡ районының Айыусы ауылы халҡы пай ерҙәрен ала алмай
Ер. Тартып алдылармы, алдап алдылармы?Граждандарға ауыл хужалығы ерҙәренән шәхси милек итеп бушлай ер пайы биреү 2004 йылдың 5 ғинуарындағы «Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында» БР Законына ярашлы билдәләнгәйне. Реаль эштәр БР Хөкүмәтенең 2006 йылдың 15 мартындағы 60-сы «Граждандарға дәүләт милкендә булған ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙән бушлай бер тапҡыр ер биреү буйынса район комиссиялары һәм хужалыҡ эсендәге эш тәртибен раҫлау тураһында» ҡарарынан һуң башланды.
Ер пайына 1992 йылдың 1 ғинуарына колхоз-совхоздар үҙгәртеп ҡоролғанда пай алыу хоҡуғына эйә булған, ошо датанан һуң ауыл хужалығы предприятиеһын ликвидациялау йә штат ҡыҫҡартыу сәбәпле эштән бушатылыусы, ауыл хужалығында даими эшләүсе, хужалыҡтан пенсияға сығыусы граждандар хоҡуҡлы. Бынан тыш, хужалыҡ урынлашҡан ауыл биләмәһендә эшләүсе һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре һәм ваҡытлыса урында булмаған (әрмеләге, квалификация күтәреүгә ебәрелгән, хужалыҡ стипендиаттары) граждандар, декрет ялындағы әсәләр дәғүә итә.
Күпселек төбәктәрҙә халыҡҡа пай ерҙәре бүленеп, кеше йә үҙе ҡуллана, йә урындағы хужалыҡҡа ҡуртымға биреп, уның өсөн хаҡ ала башланы. Әммә был барлыҡ райондарҙа ла яйға һалынмаған. Стәрлетамаҡ районының Айыусы, Мырҙаш ауылдары халҡына ул һаман хәл ителмәгән проблема. Ниңә беҙҙең ергә хоҡуғыбыҙ юҡ, тип борсола халыҡ. ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итмәһендәр, уларҙың хәленә инеүсе булмай. Һәм һуңғы сиктәрҙең береһе – ауыл кешеләре пикетҡа сығыуҙы кәрәк тип тапҡан. Йома көндө ике ауылдан 50-ләп кеше Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай бинаһы алдына килеп баҫты. Халыҡ менән һөйләшәбеҙ.
Илшат Иралин, Айыусы ауылынан:
– Ер пайҙарын бүлгән саҡта Айыусы менән Мырҙаш ауылдарын бөтөнләй ситләп үттеләр. Йәнәһе, беҙҙең йәшәгән ер – федераль ер, пайға хоҡуҡлы түгелбеҙ. Элекке хужалыҡ ерен тәжрибә хужалығы иткәйнеләр. Тәүҙә беҙ, ысынлап та, шулаймы икән, тип уйланып йөрөгәндә, урындағы етәкселәр, документтарҙы йүнәтеп, ерҙәрҙе 49 йылға ҡуртымға алып өлгөргән. Беҙ БР Прокуроры Хуртинға ла яҙҙыҡ, Президентҡа ла, әммә һөҙөмтә юҡ. Бына әле, халыҡ йөрөй башлағас ҡына, ниндәйҙер үҙгәрештәр һиҙелә. Беҙгә әүҙем булырға кәрәк.
Вәкил Аҙнаев:
– 2007 йылдың 14 авгусында тәжрибә хужалығына Айыусы менән Мырҙаш ерҙәрен пай итеп халыҡҡа бирергә тигән ҡағыҙ килгән булған. Быны, әлбиттә, халыҡтан йәшергәндәр. ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә, ти халыҡ. Беҙ өс йылдан һуң осона сыҡтыҡ. Өс ауыл халҡы – Айыусы, Мырҙаш, Яңы Васильевка – йыйылыш эшләп, ерҙең, ысынлап та, бүленергә тейешлеген асыҡланыҡ. Әммә әлегә ҡуртым килешеүен ғәмәлдән сығарырға ашыҡмай­ҙар.
Азамат Насиров, Мырҙаш ауылынан:
– Пай ала алмағас, яҙ көнө район хакимиәте башлығына барҙыҡ һәм еребеҙ юҡ икәнен белдек. Эҙләй торғас, таптыҡ – еребеҙ Ишҡәле Аҙнаевта («Стәрлетамаҡ» агрофирмаһы етәксеһе) 49 йылға ҡуртымда икән. Пай ерҙәрен хатта һуғыш ветерандары ла алмаған. ҡайһы бер ветерандарҙың эш стажы 50 йылдан ашыу.
Йәштәр йәл, эш хаҡы ла йүнләп түләнмәй, тип тә зарлана ауыл халҡы. Тәжрибә хужалығы етәкселеге иһә, ихатанан сығыу менән беҙҙең ергә баҫаһығыҙ, тип иҫкәртеү яһап ҡына тора. Халыҡ бер тауыштан Айыусы ауыл биләмәһе етәксеһе эшмәкәрлеге менән дә ҡәнәғәт булмауын еткерҙе.
Күп кенә осраҡта ябай халыҡ өҫтөнә төшкән проблемаларҙы һанап бөтөрөргә бармаҡтар етмәй. Кемдер бик түбән хеҙмәт хаҡын осон-осҡа ялғап йәшәй, берәүҙәр был ваҡытта миллиондарса «һул» аҡса менән эш итә. ҡайһылар «бомж» хәлендә булһа, бәғзеләр хан һарайҙарының һанын арттыра. Ер иһә һәр заманда ла халыҡтың иң ауыртҡан темаһы булған. ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн дә шулай. Намыҫ менән Нәфсе айҡаша һаман. Тәүгеһе ябай халыҡты ҡурсалаһа, икенсеһендә – ҡайҙан бар булғанын онотҡан, «тәхет»ендә үҙен мәңгелек тип хис итеүселәр.
Президентыбыҙ Рөстәм Хәмитов бер нисә көн элек кенә «тура эфир»ҙа ҡайһы бер етәкселәрҙең халыҡтан алыҫлашыуына, проблемаларҙы күрмәҫкә тырышыуына баҫым яһағайны. Был хәлде туҡтатырға мөмкиндер бит?
Айыусы ауылы халҡының пай ерҙәре тирәләй проблемаһы нисек хәл ителеүенә әйләнеп ҡайтырбыҙ әле.

Әйткәндәй

Пикетҡа килеүселәр 13 марттағы һайлауҙарҙа Айыусы ауыл биләмәһе рәйесе Сөмбөл Әҙһәм ҡыҙы Ғәлимованың, бюллетендәрҙе фальсификациялап, ҡустыһын депутат итеп һайлатыуына протест белдергән плакат та тотҡайны. «Эш асылған, ә һөҙөмтә юҡ. Киреһенсә, кемдәр ҡаршы сығып, ҡултамғалар йыйған, эҙәрлекләү бара», – ти халыҡ.

А. ИШЕМҒОЛОВА.
Ю. КӘРИМОВ фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»