RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ҡасан электр уты килеп етер?

21.05.2011 Ҡасан электр уты килеп етер?

ҡәҙерле редакция!
Утһыҙ ултырған ауылдар юҡ, тип уйлай­һығыҙҙыр әле. Ә бына беҙҙең Әбйәлил райо­ны үҙәге Асҡарҙа бар. «Көнсығыш – 2» биҫтәһе ул. Бында 50 – 60-лап йорт бар, 2-шәр, 3-әр, хатта 5-әр балалы ғаиләләр йәшәй. Яныбаевтар, Зәйнуллиндар, Сафуановтар, Вәлиуллиндар һ.б. унар йыл шәм менән көн күрә. Ярай, ҡайһы бер хәллерәк ғаиләләр генератор кеүек нәмә һатып алып, төнгө сәғәт 12-гә тиклем лампочка яндыра. Ә һыуытҡыс, телевизор, башҡа көнкүреш техникаһы өсөн көнө-төнө генератор ҡуйып булмай ҙа инде. Хатта кеҫә телефонын да эштә зарядкаға ҡуйып алып ҡайталар. Бына, мәҫәлән, Сафуановтарҙың өс балаһы бар. Береһе астма менән ауырый. Уға йыш ҡына ингалятор ҡулланалар. Һығылып ауырый башлаһа, үҙәккә алып баралар. ҡыш көнө бигерәк ауыр, юл таҙартылмай. Оло юлға биш саҡрым тирәһе. Балаларға мәктәпкә лә барырға кәрәк бит. «Ашығыс ярҙам» килһә лә инә алмай.
Урамдарҙың исемдәре, өйҙәрҙең номерҙары ла юҡ. Шунлыҡтан гәзит-журналдарға ла яҙыла алмайбыҙ. Мейес тотонабыҙ. Был турала күп урынға мөрәжәғәт иттек – файҙаһыҙ. Район хакимиәте лә, беҙҙең төбәктән БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай депутаты ла был хаҡта белә. Район гәзитенә яҙып, ике айҙан электр уты буласаҡ, тип вәғәҙә итһәләр ҙә, өмөт аҡланманы. Быйыл да республика етәкселегенә мөрәжәғәт итмәй булмаҫ. Ә юл аша ғына ятҡан «Көнсығыш–1» биҫтәһендә газ үткән, ут өйҙәрҙә лә, урамда ла балҡып тора, ҡышын юл да таҙартыла. Беҙгә тағы күпме көтөргә һуң? Ошо һорауға яуап табышығыҙ, зинһар!

«Көнсығыш – 2» биҫтәһендә йәшәүселәр
исеменән –
Рәхилә ӘБДРӘХИМОВА.
Әбйәлил районы.

Редакциянан. Әбйәлил районы хакимиәте был проблема менән яҡшы таныш. Халыҡҡа биргән вәғәҙә ҡасан үтәлер? «Йәшлек» гәзите лә быға яуап көтә һәм «Көнсығыш – 2» биҫтәһенә ут үткәреү буйынса эштәр барышын күҙәтеп барасаҡ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»