RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Чемпион Финляндия һәм һыуһыҙ Баҙал

21.05.2011 Чемпион Финляндия һәм һыуһыҙ Баҙал

йәки ҡасандыр һыуҙан ҡасҡан бөрйәндәр бөгөн нисек һыуһыҙ йәшәй?
Тәүҙә хат.
Чемпион Финляндия һәм һыуһыҙ Баҙал“Беҙ, Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылындағы Баҙал биҫтәһендә йәшәүселәр, ауыр хәлебеҙҙе аңлатып, хат яҙырға булдыҡ. 2011 йылдың 11 мартынан алып бөгөнгәсә беҙҙә һыу юҡ. ҡасанға тиклем был хәл дауам итер? Өс ай халыҡ үҙ аллы шәхси транспортында һыу ташып эсергә мәжбүр. Тик барыһы ла машиналы түгел бит әле. Бик ауыр хәлдә ҡалған ауылдаштарыбыҙ бар. Һыу эсер өсөн генә түгел, балаларҙы йыуындырыу, кер йыуыу, ихаталағы малдарҙы тәрбиәләү, йәшелсә-емеш үҫтереү өсөн дә кәрәк.
Бындай хәл үткән йәйҙә булғайны, июлдән алып бөтә йәй буйы һыуһыҙ интектек. Йәй ҡоро булды, тип килешә биреп тә ҡуйҙыҡ, ә был юлы иртә яҙҙан башланғас, борсолоуыбыҙ арта төштө. Ә һыуҙы файҙаланыуыбыҙ буйынса иҫәп ҡуйылған квитанциялар ай һайын килеп тора. Юҡ һыуға һаман аҡса түләйбеҙ.
Аңлауыбыҙса, хәл бик ҡатмарлы, килеп тикшереп, беҙгә ярҙам итһәгеҙ икән.
Сафиндар, Байғужин, Черкасова, Нурутҡо­ловтар, Хәмитовтар, Вәлитовтар, Манаповтар һәм башҡалар – йөҙҙән ашыу ҡултамға”.
Баҙал биҫтәһен халыҡ “Финлян­дия” тип йөрөтә икән. Осраған­дарҙан юлды һораһаҡ, ана, аэропорт юлында, тау башында ул, “Финляндия” тиһәгеҙ, барыһы ла әйтер, тип өйрәтте. Ысынлап та, тау башында икән биҫтә, үҙе бер оло-о ауыл.
Ят исем бик ҡыҙыҡтырҙы. Баҡһаң, исеме тарихи икән. 1990 йылдың 30 апрелендә Бөрйәнде һыу баҫты. Фажиғәле хәл бөтә Башҡортостанды тетрәтте, уны Мәскәү телевидениеһы күрһәтте, хатта РФ Дәүләт Думаһы депутаттары ниндәйҙер ҡарарҙар ҡабул итте. Мәхшәр ине, ҡыҫҡаһы. Шул мәлдә йортһоҙ ҡалғандар өсөн ошо яңы биҫтәгә биш фин йортон килтереп ултырталар. Шунан был “Финляндия”ға әйләнә. Был хәлгә ике тиҫтә йыл ғүмер үткән. Бөгөн хәл башҡа һәм хатта парадоксаль: минең ҡасандыр һыу баҫҡан, һыуҙан йонсоған Бөрйәнгә һыуһыҙлыҡтан интегеүселәрҙең хәлен белергә килеүем.
Беҙ Бөрйәнгә килеп йоҡлаған кис хоккей буйынса Рәсәй йыйылма командаһы Канада хоккейсыларын ҡыйратты. Иртән күңелдә шатлыҡ ине. Еңеү кәйефендә урам буйлап киттек, баяғы хаттағы хәлде аңларға тырышыуыбыҙ. Хат авторҙарының береһе – Азамат Сафин беҙҙе оҙатырға риза булды. Бер нисә өйгә ингәс, кәйефтәр үҙгәрҙе, хәл шәптән түгел, ҡайҙа ла беҙҙе уйсан күҙҙәр, ҡаҙылмаған баҡса һәм тынлыҡ ҡаршы алды. Тәүҙә өлкән йәштәгеләргә юлландыҡ.
Гөлфәриҙә Абдрахма­новаға инәбеҙ. Нигеҙ буйына кәритә, тас, башҡа һауыттарҙың теҙелеп ҡуйылыуына иғтибар итәм. Уға 85 йәш. Ғүмер буйы тимер юлында эшләп, пенсияға сыҡҡас, бында йорт һатып алған. Ун беренсе йыл йәшәй. Үткән йәйгә тиклем һыу хәсрәте булмаған.
– Колонкаға сығыр хәлем булмағас, өйгә һыу үткәрҙем. Тырышлығым да, түккән аҡсам да бушҡа булды – һыу юҡ.
– Нисек сәй эсмәй тораһығыҙ һуң?
– Элек ҙур сәйнүктә ҡайната инем, ә хәҙер самалап «заварник»тан ғына тотонам. Берҙән-бер улым Белоретта йәшәй, ул да хәҙер 60-ты уҙҙы. Юлы төшкәндә һыу килтереп китә. Күршеләрем алып инә. Таныштарға шылтыратам. Улар ҙа гелән генә буш булмай. Шулай йәшәйем.
– Янғын машинаһында һыу ташый­ҙар, тинеләр... – ысынлап та, юлда шундайыраҡ хәбәр әйткәйнеләр.
– Юҡ, мин унан алманым. Янғынды таҙа һыу менән һүндермәйҙәр. ҡурҡып, уны эсмәнем, эсеңә тейеп, ауырып ятырһың, – әбей үҙе көлә, – ҡомғаныңда һыу булмаһа...
– Ә йыуыныу?
– ҡар булғанда уны иретеп, мунса ингеләнем, ә хәҙер тамсы һыуына өмөтләнәм. Өй ҡыйығы аҫтына булған һауыттарҙы ҡуйып сыҡҡанмын. Ямғыры ла яуып бармай бит әле. Алла ғына ярҙам итмәһә...
Чемпион Финляндия һәм һыуһыҙ БаҙалШула-ай, тик бар яҙмышты Хоҙай ҡулына ғына тапшырып булмай бит әле.
Таиба әбейҙең өйөнә юлланабыҙ. ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ишеге бикле, оҙатып йөрөүсе Азамат Сафин, ҡыҙы бар, шуға юлланғандыр, һыуһыҙ бында нишләһен, тигән була.
Өфөгә ҡайтҡас, баш ҡала журналистары үҙен һорап йөрөүен белгәс, әбекәй шылтыратмайынса түҙмәгән. Минең телефон номерын Азаматтан алған.
– Таиба Зиннәт ҡыҙы ҡолбирҙина булам. Һеҙ килгәндә өйҙә булмай сыҡтым, йөрәгем түҙмәй шылтыратам, – телефондың теге осонан тоноҡ ҡына тауыш ишетелде. – Мин 84-се йәшемә киттем. Бала сағым, йәшлегем ауыр һуғыш йылдарында үтте, аслыҡта, яланғаслыҡта... Үлән ашап, һыу эсеп буй еткерҙек. 13 йәшемдән ирҙәр күтәрә алмаҫ эштәргә ектеләр, һыйырын да һауҙым, йылҡыһын да ҡараным. Ауыр булды, тик түҙҙек, бөтә илгә ауыр бит, тип түҙҙек. Ә хәҙер... ана шул һуғыш йылдарынан да ауырыраҡ. Кемдер еңел үтә ғүмер юлын, ә нишләп беҙ бер биргән ғүмерҙе лә кешесә йәшәй алмайбыҙ? Һыуһыҙ ултырам бөгөн. Үҙемдең пенсия аҡсама ғына йорт һалып индем. Район хакимиәтенә мөрәжәғәт итһәм дә, ярҙам булманы. Бер ҡыҙым бар, уның үҙенең ғаиләһе ишле. Йәнем әрней, бала сағым бер һыныҡ икмәккә тилмереп үтте, ҡартайған көнөмдә тамсы һыуға тилмереп интегеп йәшәйем. Уф...
Хәленә нисек инергә теләһәм дә, әбейгә ни әйтергә белмәнем. Ә нимә әйтәһең, ҡулыңда тылсым таяғың булмағас? Бәлки, ошо юлдарҙы яҙған ҡәләмем, тылсым таяғына әйләнеп, ауыр яҙмышлы әбекәйҙәрҙе ҡан илатып ултырған яуаплы кешеләрҙе уйландырыр? Бәлки, «Водолей» ойошмаһы яуап бирер?
Эсәр һыу бер хәл, ә балаларҙы йыуындырыу, керҙәрен йыуып, мәктәпкә әҙерләү... Күп балалы ғаиләләр нисек кисерә икән был хәлде? Өс балалы Рәмил Нурутҡоловтарға килеп индек. Ихатаһы тулы техника. Йорто күркәм, етеш донъя көткәнгә оҡшай­ҙар. Хужа сығып ҡаршы алды.
Чемпион Финляндия һәм һыуһыҙ БаҙалНиндәй мәсьәлә менән йөрөүебеҙҙе белгәс, бер аҙ уйланып торҙо ла:
– Хәл итмәҫ мәсьәлә түгел дә, тик боҙ урынынан һис тә ҡуҙғалмай, аптыраған, – тип ҡуйҙы.
– Һыуҙы ҡайҙан ташыйһығыҙ?
– ҡайҙан табабыҙ, шунан канистр­ҙар менән ташыйбыҙ, ҡышҡыһын шишмәнән алдыҡ, әле – аҫҡы урамдан.
– Беренсе тапҡырмы бындай хәл?
– Юҡ, 1993 йылдан йәшәйбеҙ. Һыу үткәндән бирле бер нәмәһе сығып тора, йыл һайын һыу булмаған бер осор була. Йә баҫымды кәметәләр.
– Сәбәбе нимәлә икән?
– Эшләүселәрҙең яуапһыҙлығы инде.
– Кемдәр улар?
– ҡайҙалыр ҡырмыҫҡалы районында урынлашҡан «Водолей» ойошмаһы үткәргәйне. Үҙҙәренә көн дә тигәндәй шылтыратабыҙ, булыр, тип алдай ҙа ҡуялар. Асыуланып китеп, ташып эсегеҙ, тип тә ебәрәләр.
– Көн дә улай һөйләшкәс, «туғанлашып» бараһығыҙ инде...
– Улар вәғәҙәләре менән ошо аяныслы хәлебеҙгә күндерә бара, ә беҙ күнәбеҙ инде. Башҡа сара юҡ. Рәсәй иленең ысын сағылышы ошонда. Вәғәҙәләр һәм уларға ышанған ыштанһыҙ халыҡ… – бөйөк илен күҙ алдына килтереүе булдымы, Рәмил бер аҙ уйланып торҙо. Шунан, ҡулдары менән тау үренә күрһәтеп: – Беҙҙең ярай техника бар, ә машинаһыҙҙар бигерәк ыҙалай бит. Өҫкө урамдарҙың бөтөнләй юлы юҡ. Янғын сыҡһын, Хоҙай ҡушмаһын, унда ҙур машиналар ҙа үтә алмай. «Скорый» бөтөнләй бара алмай. Ә кешеләр шунан һыу ташырға мәжбүр. Күҙ алдына килтерәһегеҙме? – тип ҡуйҙы.
– Янғын машинаһы һыу ташый, тинеләр...
– ҡыҙыҡ инде, элек ул машина «говновоз» ине, ә хәҙер «водовоз» булып китте. Эйе, ысын мәғәнәһендә «говновоз», шаяртыу түгел. Санэпидстан­циянан бер ҡағыҙы ла юҡ. Уның һыуын хатта малға эсереүе ҡурҡыныс. Беҙгә ҡарата мөнәсәбәт шундай.
– Хакимиәт үҙенсә шулай хәл итергә йыйынғандыр... – мәсьәләне йомшартмаҡсы булам.
– Уныһын да 50 саҡрымда ятҡан ҡотан ауылынан алып килделәр әле, – Азамат һүҙгә ҡушылды.
– Ә унда янғын сығып ҡуйһа? Торғаны менән әкиәт бында һеҙҙең, – тип әйтергә мәжбүр булдым.
– Әкиәт тиһең, Сахара сүллеге был. Йәшелсә-емеш ултырта алмайбыҙ. Үткән йыл һыуһыҙлыҡ арҡаһында уңыш булманы. Һыуһыҙ нимә үҫһен? Ой, аптыраттылар, – Азамат тамам уфтанып ҡуйҙы.
Был егеттәр үҙҙәре бик аҫыл заттар булып сыҡты. ҡулдарынан килмәгән эштәре юҡ. Һәр береһе үҙенең эшен асҡан, етеш тормошта йәшәйҙәр. Ысынында байҙар. Тик...
– Ә нишләп ҡырмыҫҡалылар килеп һыу үткәрә һуң? – тим, аптырап.
– Кемгәлер уларҙың үткәреүе кәрәк булғандыр. Тендерҙа еңгәндәр, тинеләр ҙә һәм... бына һөҙөмтә. Миллиондарса һум аҡса бүленгән, тип һөйләйҙәр.
– Беҙ имеш-мимеште гәзиткә яҙа алмайбыҙ, – тим.
– Уныһы шулай, – тип килеште егеттәр. – Нисек кенә булмаһын, ҡырмыҫҡа­лыла ятып, Бөрйәндәге хәлде белеп булмай инде. Беҙ бит улар менән килешеү төҙөгәнбеҙ. Килешелгән икән, үҙ бурысыңды үтә. Улар беҙҙе хеҙмәтләндерергә тейеш. Ә былай бүрәнә аша бүре күреп ни, – егеттәр һүҙ эҙләп кеҫәгә инмәй, күрәһең, асыуҙары алҡымдарына еткән, был йөк әсеттереп сей елкәгә ятҡан.
Был биҫтә кешеләре бөгөн дә һыу өсөн ай һайын аҡса түләй. «Нисек?» – тип аптырарһығыҙ. Бик ябай һәм шәп уйлап тапҡандар уны. Газ («Баш­киргаз») менән һыу квитанцияһы бергә килә икән. Айырым түләп булмай. Түләмәнең икән, газды һүндерәләр. Эй, донъяла аҡыллы баштар була ла инде. Бер атыуҙа – ике ҡуян. Бензин бөтөрөп, һыуға йөрө, эсмәгән һыуға аҡса түлә – бигерәк ҡыйбатҡа төшә баҙалдарға һыу. «Көпә-көндөҙ мәсхәрәләйҙәр, ә беҙ бер ни эшләй алмайбыҙ. Ә һеҙ фотоға төшөрәһегеҙ, ишшеү», – тип йәмһеҙ итеп көлөп киткәйне бая флягаһын һөйрәп барыусы ағай фотоға төшөргәндә. Ул хаҡлы!
«Водолей» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, ысынлап та, бөтә район күләмендә һыу үткәреү йөкләмәһен үҙ өҫтөнә алған. Иҫке Собханғолдан тыш, башҡа күп кенә ауылдарға ла ул торба һалып һыу үткәргән. Хәҙер улар­ҙы ҡарау, халыҡты хеҙмәтләндереү бурысы ҡырмыҫҡалылар иңендә. Шуға күрә бында уларҙың үҙ вәкиле, мастерҙары эшләй. Шуларҙың береһе – Азамат Рөфҡәт улы Ғиззәтуллинды егеттәр яныбыҙға саҡыртып алды. Ул үҙе лә – «Финляндия»нан. Хәлдең сәбәбен һорайым.
– Ваҡытлыса эшләйем, шуға яуаптарым тулы булмаҫҡа ла мөмкин, – тип иҫкәртеп ҡуйҙы ул. – Тәүҙә сәбәп һыуһурғыстан тип уйлағайныҡ. ҡеүәтлене ҡуйып ҡарағайныҡ, һыуҙы мендерҙе ул. Тик тағы баҫым юғалды.
– Улайһа, мәсьәлә һыуһурғыста ғынамы ни?
– Системала, буғай. Көсө етмәһә лә туҡтай һурғыстар. Ут һүнһә лә. Ул 25 метр тәрәнлектән тартып сығара. Тау үрендә урынлашҡан башнялағы резервуарҙарҙы тултыра, шунда ҡыуа. Башняға һыуҙы йыйып, «Финлян­дия»ға аҫҡа таратып ебәрә. Башня туңманымы икән, тигән шик тә бар.
Ул һыуһурғыс тигәндәре Иҙел аръяғында урынлашҡан. ҡыҫҡаһы, һыу «Финляндия»ға йылға аръяғынан – алыҫтан килә. Аңлайышлыраҡ булһын өсөн былай әйтергә мөмкин: донъя картаһына күҙ һалабыҙ ҙа, Финляндияға һыу Япониянан килә булып сыға. Ысынлап шулай. ҡасандыр «Финляндия»ла соҡоп ҡарағандар ул, хатта 100 метр тәрәнлеккә лә төшкәндәр, тик һыу сыҡмаған. Шуға водозабор Иҙел аръяғында ҡалған. Тик егеттәр әйтеүенсә, ошо уҡ биҫтәгә яҡын урында – үрҙә ҡоҙоҡ ҡаҙып була.
– Һеҙ, «Водолей» йәмғиәте вәкиле булараҡ, уларға хәлде аңлатҡан­һығыҙҙыр бит? – Азамат Ғиззәтул­линдан һорайым.
– Әлбиттә, беҙ генә түгел, көн һайын халыҡ шылтыратып тора. Килеп ҡайттылар ул. ҡаранылар ҙа. Реаль хәл итеү юлдарын үҙҙәре лә белмәйҙәр шикелле. Эшкә яраҡлы һыуһурғыс берәү генә. Ул янһа, беҙҙең ҡулда башҡаһы юҡ. Баҫымды үлсәй торған прибор ҙа юҡ әле.
– Ну йәшәйһегеҙ, йыйылышып та уны, һыуһурғысты, алып булалыр бит. Күпме тора?
– Һәйбәте утыҙ мең һум тирәһе.
Чемпион Финляндия һәм һыуһыҙ БаҙалБеҙҙең янға йыйылып киткән егеттәргә мөрәжәғәт итергә мәжбүрмен.
– Егеттәр, һеҙ нимә, утыҙ мең һум аҡса таба алмайһығыҙмы ни? Айлыҡ түләүегеҙ шул сумманы уҙып китәлер әле.
– Беҙ үҙебеҙ ала алабыҙ, – ти Азамат Сафин. – Тик мәсьәлә башҡала. Беҙгә «Водолей»ҙан айырылырға кәрәк. «Финляндия» айырым йәшәргә тейеш, шунһыҙ һыуһыҙ ҡаласаҡбыҙ. Урынын табырға ла, соҡорға кәрәк. Ниңә бушҡа «Водолей»ға аҡса түләп торорға?
– Бөтә халыҡтың аҡсаһы ошо йәмғиәткә китә. Улар ошонда бер нисә кешегә эш хаҡы ғына түләй. Колонкалар емерелеп бөтөп бара, йүнәтеү юҡ. Әле һыу, запас һыуһурғыс юҡ. Халыҡтың аҡсаһы ҡайҙа китә, аңлашылмай. Иҙел аръяғында ялан­ғас торбалар һалып киткәндәр, сварка менән булашһаң, тишелә, ти хеҙмәткәрҙәр. Сереп бөткәндәр, тимәк, – Азамат Ғиззәтуллин артыҡ «серен» асып һалды.
– Һыуҙан ҡаса торғас, һыуһыҙ ҡалдыҡ бына, – беҙҙең коллега, «Таң» район гәзитенең элекке мөхәррире, бөгөн хаҡлы ялдағы Юлай ағай Манапов килеп һүҙгә ҡушылды. – Белгестәр әйтеүенсә, ике торба үтергә тейеш булған, әле бер торба бер үк ваҡытта «подпитывает» та, «распределяет» та.
Тағы шуныһы ҡыҙыҡ, баҙалдар, дөрөҫөн әйткәндә, ниндәй һыу эскәнен дә белмәй. Әле килеп ҡапыл һыу сертификаты иҫтәренә төштө. Уны береһе лә күрмәгән. Килешеү төҙөгәндә лә күрһәтмәгәндәр.
– Быраулар өсөн ергә һәм һыу каналына рөхсәт бирһәләр, үҙебеҙ эшләйбеҙ, – Рәмил еңен һыҙғанып ҡуйҙы. Егеттәрҙә сәм уянды шикелле.
– Үҙебеҙгә «точка» табып, бурить итергә кәрәк. Ауыл ҙурая бара. Шунһыҙ булмай.
«Точка» эҙләргә тотондолар: Янһары юлын да, һабантуй урынын да «гиҙҙеләр», автовокзал артына «барып әйләнделәр», ҡайынтүшкә «менделәр»...
– Геодезия тикшеренеүҙәре, быраулау эштәре, унан торба һуҙыу... Күп сығым кәрәк бит. Район хакимиәте менән һөйләшмәйенсә, тотоноп булмаҫ. Президентҡа ла мөрәжәғәт итергә кәрәктер әле. Тағы тендер тиһәләр, эре предприятиелар тарта ла ала бит инде. Тәүәккәллерәк булығыҙ, егеттәр, – күпте күргән, күпте белгән Юлай Хәләф улы биҫтәләштәренә фатихаһын бирергә онотманы.
Иҫке Собханғол ауыл хакимиәте башлығы Ибраһим Рауил улы Ғәбитовҡа ла, үҙе яңы башлыҡ булһа ла, был мәсьәлә яңы түгел. Башы ҡатҡан уның да һыуһыҙлыҡтан. Уның яуабына иғтибар итәйек.
Чемпион Финляндия һәм һыуһыҙ Баҙал– Был мәсьәлә килеп сыҡҡас, аптырап, кәңәшкә пенсионер Урал ағай Вәлиуллинға барҙым. Был эштә ул – ҙур тәжрибәле белгес. Ошо эштәрҙә үҙе ҡатнашҡан кеше булараҡ, берҙән, һыу үткәргәндә үк «Водолей» ойошмаһының эшкә бик етди һәм яуаплы ҡарамауын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Икенсенән, Баҙал биҫтәһенә һыу барып етеү системаһы бик ҡатмарлы. Иҙел аша сығармай, ҡайынтүштән, йә «Кирпичный»ҙан сығарырға мөмкин булыр ине, ти ағай. Шуға күрә һыуһурғыстар иңенә төшкән йөктө күтәрә алмай. Тағы шуныһы, һыу түңәрәк юл үтмәй, йәғни һыу бара-бара ла тупикка барып етә лә, кире әйләнеп ҡайта алмай. Һыу системаһы әйләнеп кире килергә тейеш, шуға ҡышын туңа. Торбалар 1,5 метр тәрәнлектә күмелгән ерҙәр бар, ә ул 2,5 метр тәрәнлектә ятырға тейеш.
Һыуһурғыстарҙы ла алмаштырып ҡараныҡ. Тик һөҙөмтә булманы. ҡырмыҫҡалынан тороп, бындағы хәлде белеп булмай. 11 марттан һуң бер тапҡыр ике сәғәткә генә килеп киттеләр. Бер ниндәй ҙә тәҡдимдәр булманы.
Улар хеҙмәтләндереү өсөн халыҡтан аҡса йыя. Һыу булмағас, халыҡ түләүҙән баш тарта. Хәлде аңлатып, «Водолей» йәмғиәтенә, уның етәксеһе Ш. Кучаевҡа мөрәжәғәт тә, шылтыратыуҙар ҙа булды. Ул урындағы халыҡты ғәйепләй, бөрйәндәр ялҡау, берҙәм бригада төҙөп булманы, тип, һыу менән хеҙмәтләндереүҙән баш тарта башланы. Һәм, 1 июндән килешеүҙе өҙөүҙе һорап, хат ебәрҙе.
Унан алда район хакимиәте башлығы урынбаҫары Азамат Рыҫҡолов ҡырмыҫҡалыға барып һөйләшеп ҡайтты. Еңеү байрамынан һуң килербеҙ, техника ла булыр, тип вәғәҙәләгән. Тик үҙҙәре юҡ, беҙ көтәбеҙ, халыҡ көтә.
11 марттағы авариянан һуң, үҙебеҙҙәге янғын машиналары күперек-ҡыуыҡ менән эшләү сәбәпле, Ырғыҙлы ауылынан машина алып килеп, һыу менән тәьмин итеп торҙоҡ. Көндәр йылынып, янғын ҡурҡынысы артҡас, машинаны ҡайтарҙыҡ. Шунан СПТУ-ның һыу ташығысын файҙаландыҡ. Нисек тә үҙебеҙсә юлын табырға тырышабыҙ. Тик был юлдың барыбер ҙә фәтүәһе әҙ.
Өфөгә ҡайтҡас, телефон аша «Водолей» йәмғиәте директоры Шакир Басир улы Кучаевҡа шылтыраттыҡ. Яуап ҡыҫҡа һәм аныҡ булды:
– Баҙал биҫтәһенә һыу үткәреү район планына ингән. Республика бюджетынан аҡса бүленгән. ҡайынтүштән быраулап килтерәсәктәр. Әле аукционды көтәбеҙ, ул 29 майға билдәләнгән. Беҙ еңербеҙме, Силәбе-магниттармы, әллә япондармы, бәлки, Владивостоктан булырҙар – уныһын әле бер кем дә белмәй. Әле мин Бөрйәндә нимә эшләйем? Тендерҙы еңмәгәнбеҙ. Ә бөтөнләй еңмәһәк... кемдәрҙер өсөн ер соҡоп йөрөйөммө? Шуны әйтә алам, быйыл йәй «Финлян­дия»ла мотлаҡ һыу буласаҡ.
Тик бер нәмә аптырата: ошо яуапты халыҡҡа алдан еткереп булмай инеме икән? Халыҡ һаман көтөргә тейеш. ҡырмыҫҡалыла ятып, бөрйәндәрҙең хәлен аңлауы ҡыйын шул.
ҡайтҡас, ауыр сәфәрҙән һуң әҙерәк булһа ла күңел йыуаныс тапһын әле тип, хоккей ҡараным. Финляндия Рәсәйҙе 3:0 иҫәбенә ҡыйратты. Ә унан донъя чемпионы ла булып ҡуйҙы. Азаматтың телефонын йыям, ҡотлайым, донъя чемпиондары һеҙ хәҙер, тим, көлөп. Теле әсе тегенең:
– Хоккей ҡайғыһы юҡ, ғаилә менән Зәйнәб апайҙың «Кәмһетелгәндәр» романын уҡыйбыҙ...
Рауил Бикбайҙың «Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ» поэмаһын тәҡдим итергә булдым да, тыйылдым.

Мөнир ҡУНАФИН.
Бөрйән районы.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»