RSS-подписка facebook Вконтакте Вконтакте
» » Урам һатыусыларына Хоҙай сабырлыҡ бирһен

26.03.2011 Урам һатыусыларына Хоҙай сабырлыҡ бирһен

йәки Беҙ гәзитебеҙҙе һатыуҙа уларҙан ҡалышмаҫҡа тырыштыҡ
Урам һатыусыларына Хоҙай сабырлыҡ бирһенКоллегаларыбыҙҙың тәүге уңышлы тәжрибәһенән һуң баш ҡала буйлап гәзит һатырға беҙ ҙә сыҡтыҡ. Өсәүләшеп. Мин, Лилиә Сираева һәм Ләйсән Мөлөкова. Шуға гәзитте лә йөҙ дана түгел, иллегә арттырып тейәнек. Маршрутты алдан төҙөнөк. Беҙҙең өсөн гәзит еңел үткән нөктәләргә барыуҙың ҡыҙығы юҡ. Уны урамда, дауаханала, вокзалда һатып ҡарайыҡ әле! Эксперимент булғас, ғәҙел эксперимент булһын, йәнәһе...
– Аһ, көн һыуыҡ ҡына, еле әсе, – тип борсолдо Ләйсәнебеҙ. Быға беҙҙең иҫебеҙ китмәне. Хәйер, журналисмы ни инде курьер, урамдағы һатыусы һөнәренең ауырлығын аңламаған?!
Дауаханала

Иң беренсе ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһына юлландыҡ. Ни тиһәң дә, мең койкалыҡ ҙур дауалау учреждениеһында Башҡортостандың нисәмә төбәгенән килеп дауаланалар. Шәмбе көндө ауырыу­ҙарҙың эргәһенә Өфөлә йәшәүсе туғандары, яҡындары ла килә торғандыр. Гәзитебеҙ ошонда ла үтмәһә...
Ихатала тәүге осратҡан кешебеҙ табибә Рәсимә Ғаяр ҡыҙы Рәхмәтуллина булып сыҡты. Ул үҙе Өфөнөң 21-се дауаханаһында эшләй. ҡалала тыуып үҫкән милләттәшебеҙ матбуғат баҫмаларының береһенә лә битараф булмай сыҡты. Өйөнә яҙҙыртып алып уҡымаһа ла, киоскылар эргәһенән гәзит-журнал һатып алмайынса үтеп китә торғандарҙан түгел икән. Әле лә ул гәзитебеҙҙе яратып уҡыуын, айы­рыу­са ҡыҙыҡлы әңгәмәләр, объектив ҡарашлы ҡыйыу мәҡәләләр оҡшауын билдәләп, күңелдәребеҙҙе күтәреп ебәрҙе. Һүҙ аҙағында, пульмонолог булараҡ, интервью бирергә лә ризалашты. Яңы танышыбыҙ менән шулай киләсәктә тағы ла осрашырға өмөт уянды.
Дауаланыусылар араһында ла булды гәзитебеҙҙе һатып алыусылар. Ваҡыт үткәрә алмай ятҡанда, гәзит алып килеп шәп эшләнегеҙ әле, тип маҡтаусылар ҙа, тапҡанһығыҙ аҡса эшләр урын, тип һуҡраныусылар ҙа, мин башҡортса уҡымайым, тип йөҙ йыртыусылар ҙа осраны. Әммә кәйефте төшөрмәнек. Көндөҙгө йоҡо ваҡыты еткәнсе бер корпустан икенсеһенә йөрөп, арыуыҡ һатып ташланыҡ. Режимға бәйле, дауаханала тынлыҡ урынлашып, килеп-китеүселәр­ҙең дә юлы өҙөлгәс, урамға, ҡаршылағы трамвай туҡталышына, ашыҡтыҡ.
Дә, урам һа­тыу­сыларына сабырлыҡ бирһен. Ысын­лап та, был – әр­һеҙ­ҙәр эше. Үткән-һүткән, халыҡҡа, уҡыуҙан ятаҡтарына ҡайтып барған Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттарына, светофорға туҡтаған машина хужаларына ярты сәғәт ваҡыт эсендә ни бары ете дана гәзит һата алдыҡ.

Вокзалда
Урам һатыусыларына Хоҙай сабырлыҡ бирһен
Көньяҡ автовокзалда ла халыҡ ҡайнап тора. Беҙ, гәзит күтәргән өсәү, автобус платформаларына табан атлайбыҙ. Артыбыҙҙан фотографыбыҙ эйәргән. Тик Юлай ағайыбыҙ профессиональ объективты сыға­рыр­ға ғына шөрләй. Сөнки махсус рөхсәтең булмаһа, вокзал фотоға төшөрөү тыйылған стратегик объекттар исемлегенә инә.
Диспетчерҙың, платформаға Өфө – Стәрлетамаҡ автобусы яҡынлаша, тип иғлан итеүе булды, өсөбөҙ ҙә шунда ыңғайланыҡ.
– Гәзит һатып алығыҙ, гәзит, «Йәшлек»! Республикалағы хәл-ваҡиғаларға объектив ҡараш, субъектив фекер, йәнле хикәйә, шәлкем шиғырҙар, рухташ, замандаш, үҙенсәлекле эксперимент – барыһы ла бөгөнгө һанда – бер гәзиттә!.. Көлөшә-көлөшә рекламалай торғас, гәзитебеҙҙе ялға ҡайтып барған студент ҡыҙ һатып алды. ҡулына бүләк итеп изге Торатау төшөрөлгән календарҙы тоттор­ғас, эргә­һен­дәге әхирәте лә ун һумын сы­ғар­ҙы. ҡыҙҙарҙың баҫмабыҙ хаҡында уй-фекерҙәре менән ҡыҙыҡһын­ған арала эргәбеҙгә олпат кәүҙәле ир яҡынланы. Үҙен Сәлим Мөхәмәтшин тип та­ныштыр­ған ағайҙың ҡатыны Разия Хәлит ҡыҙы менән Әлмәттән ҡунаҡтан ҡайтып барыуҙары икән. Беләһегеҙ, беҙҙең маҡсат гәзитте һатыу ғына түгел, уҡыусыларыбыҙҙың тәнҡит-тәҡдимдәрен, уй-фекерҙәрен дә ишетеү һәм, ошолар­ҙан сығып, гәзитебеҙҙең йөкмәткеһен тағы ла уҡымлыраҡ итеү. «Сода» берекмәһендә эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан уҡыусыбыҙ гәзитебеҙҙе ун бишенсе йыл алдыра булып сыҡты.
– Әлләсе...
Урам һатыусыларына Хоҙай сабырлыҡ бирһен«Гәзиттә нимә оҡшай, нимә уҡығығыҙ килә?» – тип һорағас, йөҙөнә етдилек йүгергән ағайыбыҙҙың тәүге яуабы шул булды.
Артабан, риза­һығыҙмы, мин тәүҙә теләктәремде еткерәйем, тип беҙҙе әҙерәк тәнҡитләп алды.
– ҡайһы саҡта яһалма геройҙар табып, ваҡиғаларҙы ҡуйыртып, уйлап сығарып яҙыу менән була­һығыҙ. Бәхетһеҙ яҙ­мыштар хаҡындағы был яҙмалар осһоҙ сериалдарҙы хәтерләтә... Йәнә ябай кешегә бер файҙаһы булмаған ҡыҫҡа яңылыҡтарығыҙ күп. Ә мин аныҡ ваҡи­ғаларҙы, уларға ҡарата аҡыллы фекерҙәрҙе, ҡыҙыу бәхәстәрҙе өҫтөн күрәм. Яҡшы, ҡыҙыҡлы мәғлүмәт тә етерлек, әлбиттә...
... Үкенескә күрә, һүҙебеҙ ошо урында өҙөлдө. Билет тикшергән ҡыҙ юлаусыларҙы салонға үтергә саҡыр­ҙы. (Һөйләшеү тамамланманы. Бәлки, гәзит уҡыусыбыҙ ваҡыт табып, йылы фекерҙәрен хат аша яҙып ебәрер?)
Был арала беҙҙең гәзитебеҙҙе «юлдаш» итеп, берәү – Ағиҙел ҡалаһына, икенсе юлаусы – Ба­ҡалыға, өсөнсөһө Дүртөйлө ҡалаһына ҡуҙғалды. Экспериментыбыҙға йәнә бер теләктәшлек күрһәтеүсе, Туймазыға китәсәк автобус көтөп, вокзалда ултырып ҡалды...
Октябрь проспекты буйлап елдерәбеҙ. Туҡталыш һайын – «Өфө-Матбуғат» киоскылары. Уларҙың икәүһенә – «ҡала хакимиәте» һәм «Искра» кинотеатры туҡталыштарында туҡтаныҡ. Ике­һенә лә өсөшәр дана «Йәшлек» килә. «Гә­зит һатылмай ҡалмай, ғәҙәттә, бер үк кешеләр ала», – ти 289-сы киоск һатыусыһы Алек­сандра Никитина.
Ошонан сығып, фе­кер төйнәнек. Өс дана ла һатыла икән, нишләп бишәүгә заказ бирмәҫкә? Уйыбыҙса, бөтәһе лә һатылыр ине. Ә бит Өфө халҡының башҡорт баҫмаларын уҡымауында ниндәйҙер кимәлдә милли гәзит-журналдарҙың киоскыларға аҙ сығарылыуы ла сәбәпсе булыуы мөмкин. Был мәсьәлә эксперимент һөҙөмтәләренә йомғаҡ яһағанда иҫәпкә алыныр, тип уйлайым.

Беҙ – байрамда
Урам һатыусыларына Хоҙай сабырлыҡ бирһен
Химиктар мәҙәниәт һарайы. Бында Республика башҡорт лицейының ҙур байрамы. Гел егеттәр генә уҡыған белем усағы «Өс быуын» тип исемләнгән интеллектуаль уйын үткәрә. Лицей уҡыусылары, бөгөнгө студенттар һәм РБЛИ-ны тамамлап, әлеге ваҡытта төрлө урындарҙа эшләп йөрөүсе белгестәр араһында йыл һайын ойошторолған әлеге сара тулы зал йыйғайны. Балаларының уңыштарына һөйөнөргә райондарҙан ата-әсәләр ҙә килгәйне. Уҡытыусылар, тәрбиәселәр, лицей асылғандан алып әлегәсә тиклемге сығарылыш уҡыусыларының – барыһы ла гәзитебеҙҙе теләп һатып алды.
Улы уҡыған лицей сараһына Шишмә районының Әлибай ауылынан килгән Фәрит Вәлиев та тоғро уҡыусыларыбыҙҙың береһе булып сыҡты.
– Гәзитегеҙҙе көтөп алабыҙ. Уҡымлы мәҡәләләр сығараһығыҙ, йөкмәткеһе бик бай. Бигерәк тә ун алты битлек булып сыға башлағас, уҡыуы күңелле, – тине ул.
Ә Силәбе өлкәһенең ҡоншаҡ районынан килгән Клара ханым (үкенескә күрә, фамилияһы иҫтән сыҡҡан), быйыл улым да Башҡортостанда уҡый башлағас, ҡайтыу менән гәзиткә мотлаҡ яҙыласаҡмын, тип вәғәҙә итте.
Сарала ҡунаҡ булараҡ ҡатнашҡан гәзит һатып алыусыларҙың береһе – Республика халыҡ ижады үҙәге хеҙмәткәре Рита Яҙыҡбаева, дүшәмбелә редакцияға үҙе үк шылтыратып, ойошторған акцияны хуплауын, гәзитте рәхәтләнеп уҡып сығыуын белдерҙе. Ул да «Йәшлек» гәзитен Өфөлә күпләп таратыу яҡлы.
– Баш ҡалала йәшәүселәргә матбуғат баҫмаларын почта аша алып уҡыу ҡатмарлы, киоскыларҙан да эҙләп табырлыҡ түгел. Гел генә, бөттө, тигән яуапты ишетәһең. Әгәр берәй юл табып, гәзит ошолай һатыуға күберәк сығарылһа, һатылмай ҡалыр, тип уйламайым. Кәрәк икән, бәлки, киоск һатыу­сыларына «Йәшлек» гәзите шунса һатылырға тейеш, тигән план ҡуйырға кәрәктер?! Ул саҡта милли матбуғат баҫмалары ялтыр тышлы журналдар аҫтында «йәшеренеп» ятмаҫ ине. Һатылыр ҙа ине... Артабан да кешене уйға һалыусы, ғәм уятыусы, сәм өҫтәүсе мәҡәләләр яҙыуығыҙҙы, хикәйәләр биреүегеҙҙе дауам итегеҙ, – тине ул.
Рухлы зыялылар, белемле йәштәр йыйылған ерҙә гәзит һатыуҙың әллә ни ҡыйынлығы булманы. Мәҙәниәт йортонда етмешкә яҡын гәзитебеҙ үтте. ҡыңғырау шылтырап, ҡунаҡтар тамаша залына үтмәһә, бәлки, күберәк тә һата алыр инек. Шулай итеп, нисә гәзит һатыуыбыҙҙы иҫәпләр мәл етте. Афарин, беҙ был аҙнала баш ҡалала 93 гәзит һатҡанбыҙ! Тәжрибә дауам итә. Эстафетаны коллегаларыбыҙ Сажиҙә Лотфуллина, Зөһрә Йәһүҙина һәм Руфина Дәүләтоваға тапшырабыҙ. Уларҙы тап итһәгеҙ, гәзитебеҙҙе һатып алмайынса үтеп китмәгеҙ!

Рәйлә КҮСЕМХАНОВА.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»

Йондоҙнамә (7-13 октябрь)

07.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (7-13 октябрь)


Йәшәргә лә йәшәргә – янып,  ярһып, балҡып!

Ғүмер көҙҙәренең матурлығы...

01.10.2019 - Махсус биттәр Ғүмер көҙҙәренең матурлығы...


Йондоҙнамә (30 сентябрь-6 октябрь)

30.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (30 сентябрь-6 октябрь)


"Йондоҙло табын" - Йәмил ИШМӨХӘМӘТОВ

Килендәр, килендәштәр – бер-береһенә көндәштәр...

Сәскәнән сәскәгә ҡуныу күбәләккә генә килешә

Йондоҙнамә (23-29 сентябрь)

23.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (23-29 сентябрь)


Алма ҡағы

17.09.2019 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Йондоҙнамә (16-22 сентябрь)

16.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (16-22 сентябрь)


Урмансы Илнур

15.09.2019 - Махсус биттәр Урмансы Илнур


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Гүзәл булайым тиһәң, “Актриса” матурлыҡ студияһына бар!

Йондоҙнамә (9-15 сентябрь)

09.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (9-15 сентябрь)


Яратҡан шөғөл ялҡытмай

03.09.2019 - Махсус биттәр Яратҡан шөғөл ялҡытмай


Йондоҙнамә (2 – 8 сентябрь)

02.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (2 – 8 сентябрь)


Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

30.08.2019 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Ир аҫылы эштә беленә

28.08.2019 - Махсус биттәр Ир аҫылы эштә беленә