RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ғүмер көҙҙәренең матурлығы...

01.10.2019 Ғүмер көҙҙәренең матурлығы...

Бер уйлап ҡараһаң, оҙон-оҙаҡ кеүек тойолған ғүмер юлдарында әҙәм заты күпме ғәмәл ҡыла! Ә уларҙың ниндәй булыуын һәр кем үҙе хәл итә. Халыҡ хәтере ҡыҫҡа, тиһәләр ҙә, ул ғәмәлдәр йылдар дауамында рәхмәт йә рәнйеш булып йәшәй. Ә кеше тураһында матур фекерҙәр, рәхмәтле һүҙҙәр ишетһәң, күңелгә рәхәт булып китә. Ейәнсура районының Абзан ауылында йәшәүсе Рүсиә Нәжметдин ҡыҙы Мөкминева тураһында ла ауылдаштары тик матур һүҙҙәр генә әйтә.

Һәр ауылда матур эштәре, изге ниәттәре менән ихтирам, хөрмәт ҡаҙанған оло быуын вәкилдәре була. Оҙаҡламай 80 йәшен тултырасаҡ Рүсиә инәй үҙ ғүмеренең 40 йылын сауҙа эшендә үткәргән. Ә совет осоронда һатыусы булып эшләү ауыр ғына түгел, хатта бер аҙ хәүефле лә булыуын күптәр хәтерләйҙер. Төймә менән энәнең дә һәр бөртөгө иҫәптә, ә ревизия ваҡытында аҡсаның тине тингә тура килергә тейеш. Ике һум тулмаһа, эштән бушатылыу, ә ҙур сумма булһа хөкөм ителеү янаған мәл.

– Аллаға шөкөр, эшләү дәүеремдә бер тапҡыр ҙа шелтә эләкмәне. Тырышып эшләнем, кеше малына ҡыҙыҡманым, ғәҙел булырға теләнем. Бер аҙ талапсан да булырға тура килде. Бөгөнгө эш шарттарына ҡарайым да, йәштәр өсөн ҡыуанып бөтә алмайым. Беҙ эш башлаған саҡта мейес яғылған иҫке магазиндарҙы йылытып булмай ине. Ҡыш буйы һыуыҡ магазинда өшөп-туңып ултырыу, машина-машина килгән йөктө ир-егеттәр менән бер рәттән ташыу еңел булманы. Юҡлыҡ заманында грамлап он да, яртышар литрлап кәрәсинен дә һаттыҡ, – тип эш йылдарын иҫләп ала ул.

Рүсиә инәй күрше Юлдаш ауылында, ун балалы ҙур ғаиләлә тыуып үҫә. Йортта апаһы Люциә менән ата-әсәһенә иң ҙур ярҙамсы булалар: үҙҙәренән бәләкәй һигеҙ туғанын ҡарап, өйҙәге барлыҡ эште башҡарып, егәрле, эшлекле ҡыҙ булып буй еткерә. Уҡырға, белем алырға теләһә лә, ҡалаға барып юғары белем алырға мөмкинлектәр булмай. Шулай ҙа, район үҙәгендәге махсус курстарҙы тамамлап, һатыусы булып эш башлай. 8 кластан алып дуҫлашҡан Самаҙы егете Бәхтейәр менән сәстәрен сәскә бәйләп, бергә тормош ҡоралар. Благовещен ҡалаһында бухгалтерҙар курсын тамамлаған ғаилә башлығы Абзан ауылында оҙаҡ йылдар хисапсы, страховка агенты булып эшләй.

1990 йылда, Рүсиә инәй менән Бәхтейәр олатай хаҡлы ялға сыҡҡас, заман яңылыҡтарына битараф ҡалмайынса, үҙҙәрен шәхси эшҡыуарлыҡта һынап ҡарайҙар. Улар ауылда ғына түгел, ә районда тәүгеләрҙән булып шәхси магазин аса. Халыҡтың ихтыяжын ҡәнәғәтләндерерлек, талаптарына яуап бирерлек итеп эшләгәс, Мөкминевтарҙың эше алға китә, мул табыш бирә башлай. Әммә биш йыл самаһы эшләгәс, Бәхтейәр олатай дин менән ҡыҙыҡһына башлай. Намаҙға баҫып, ураҙа тотоп ҡына ҡалмай ул, ә ауылдаштарын да дингә әйҙәүҙе маҡсат итеп ҡуя. Ауыл үҙәгендәге колхоздың иҫке бинаһын төҙөкләндереп, мәсет итеү өсөн ул байтаҡ көсөн һәм ваҡытын түгә. Документ эштәре менән төрлө ишекте ҡағырға, төҙөлөш өсөн ауылдаштары араһында аңлатыу эштәре алып барырға тура килә. Шәхси эшҡыуарлыҡтан алынған килемдең байтаҡ өлөшө ошо изге йорт өсөн тотонола. Быларҙың барыһына ла күрһәткес һәм туғыҙ йыл элек мәрхүм булған Бәхтейәр олатайҙың рухына яҡты хәтирә булып, Абзан ауылының мәсетендә көн һайын аҙан яңғырай.

– Ғаилә ҡороуыбыҙға 50 йыл тулырға ай ғына ҡалғайны, олатайыңдан ҡалдым. Туғандар менән гел аралашып, ҡатышып йәшәгәс, алтын туйға ихата тултырып ҡунаҡ йыям, тип хыяллана ине, – тип күҙ йәштәрен йәшермәй Рүсиә инәй.

Тол ҡалһа ла, уны туғандары яңғыҙ итмәй. Туғыҙ бер туғанының балалары көн һайын тигәндәй килеп йә шылтыратып хәлен белә, күстәнәстәр ебәрә. Ә ағинәйҙең күңелендә барыһына ла урын етә: һәр береһен ҡайнар аштар, тәмле сәйҙәр менән ҡаршы ала, үҙе үҫтергән емеш ҡайнатмалары менән һыйлай, уларҙың иҫәнлек-һаулығына доғалар арнай.

Эшләгән йылдарында исеме тик маҡтау һүҙҙәре менән генә телгә алынған Рүсиә инәйҙе район етәкселәре лә онотмай. Күптән түгел уға Башҡортостандың 100 йыллығы айҡанлы миҙал тапшырылды. Осрашҡанда ул ошо шатлығы менән дә уртаҡлашты.

Көҙ ҡояшы йылыға һаран булһа ла, нурҙары яҡты, сағыу була. Алтын япраҡтар менән биҙәлгән урман, мул уңышлы баҡса матурлығы ла күҙҙе ҡамаштырыр. Ғүмер көҙҙәре лә шулай бер аҙ моңһоу кеүек. Әммә үтелгән йылдар, намыҫлы башҡарылған эштәр йәнде йылыта, бәхет бирә. Тап Рүсиә инәйҙең матур тормошо кеүек.




Автор: Г. Ҡыуатова
Фото: Автор фотоһы






Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»