RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Йондоҙнамә (2 – 8 сентябрь)

02.09.2019 Йондоҙнамә (2 – 8 сентябрь)


Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Барыһы ла һеҙ уйлағанса барыр. Күберәк тырышлыҡ күрһәткән һайын, уңыштарығыҙ ҙурыраҡ булыр. Был арала дошмандарығыҙ ҙа үҙҙәрен һиҙҙермәҫ кеүек.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Әгәр алдан ҡуйған маҡсаттарығыҙҙан тайпылмаһағыҙ, һеҙгә бер ни ҙә янамаҫ. Яҡындарығыҙҙан һәр саҡ ярҙам һәм терәк тойорһоғоҙ. Тик үҙегеҙ улар менән һәр саҡ асыҡ күңелле булығыҙ. Кесе йомала аҡса килер.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Ваҡиғаларҙы алдан күреү һәләтегеҙ тағы ла көсәйер. Һеҙҙең өсөн был арала көтөлмәгән хәлдәр булмаҫ та һымаҡ. Сөнки уларға һәр саҡ әҙерһегеҙ. Йон­доҙҙар сығымдарығыҙҙы бер аҙ кәметергә ҡуша.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Башҡаларҙан ярҙам көтмәйенсә, үҙаллы эш итһәгеҙ, дөрөҫ булыр. Шул саҡта ғына бер аҙ алға китә алырһығыҙ. Шишәмбелә ниндәйҙер юғалтыу ҙа кисерерһегеҙ. Шулай ҙа уны тиҙ ҡайтарырһығыҙ.

Буға (21.04 – 21.05)
Осор ауырыраҡ килер. Ҡайһы бер эш­тәрегеҙ туҡтағандай тойолор. Әүҙемлек күрһәтмәһәгеҙ, башҡа­ларҙан артта ҡалыуығыҙ мөмкин. Был арала кемдәндер ярҙам алыуығыҙ ҙа бар. Тик уның артынан күп йөрөргә тура килер.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Алдан ҡорған маҡсаттарығыҙға өлгә­шеүгә әлегә форсат сыҡмаҫ. Һис тә уйламаған ҡыйынлыҡтар килеп сығыуы ихтимал. Көсөгөҙҙө әрәм итмәҫ өсөн ҡайһы бер эштәрегеҙҙе ваҡытлыса туҡ­татып торорға кәңәш ителә. Уңайлы мәлдәр булыр әле.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Еңел аҙнаға өмөт итмәгеҙ. Ҡайһы бер таныштарығыҙ биргән һүҙендә тормаҫ. Кемдер өмөт иткән ярҙамды күрһәтә алмаҫ. Ғөмүмән, мәсьәләләрҙе хәл итеү ауырлығы үҙ иңегеҙгә генә төшөр. Шулай ҙа күңелегеҙ тиҙ күтәрелер, шаршамбынан һуң еңеллек тойорһоғоҙ.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Был аҙнала һеҙгә үтә иғтибарлы булыу мөһим. Тиҙ үҙгәреүсән ваҡиғалар артынан өлгөрөргә тырышығыҙ. Ҡыйын­лыҡтарһыҙ ҙа булмаҫ, моғайын. Шулай ҙа уларҙы еңеп сығырға хәлегеҙ етер кеүек. Йомала төп эшегеҙҙә ниндәйҙер уңышҡа өлгә­шерһегеҙ.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Шишәмбелә эш урынығыҙҙа бик ашы­ғыс мәсьәләләр килеп сығыуы бар. Тырышлығығыҙ арҡаһында эшегеҙҙең йом­­ғаҡтарын тиҙ күрерһегеҙ. Матди хәлегеҙ ыңғай яҡҡа үҙгәрә башлар. Шәхси тормошоғоҙҙа ғына бер аҙ буталсыҡ күҙәтелер.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Һәр ваҡыт эске тауышығыҙға ыша­нығыҙ. Ул һеҙҙе алдамаҫ һәм уның арҡаһында кире ваҡиғаларҙан ҡото­лорһоғоҙ. Был бигерәк тә шишәмбегә ҡағыла. Ниндәйҙер үҙегеҙгә бигүк оҡшамаған эш менән мәшғүл булырға ла тура килер, бәлки.

Саян (24.10 – 22.11)
Ҡапыл мәшәҡәттәр күбәйеп китер. Ярҙам һорарға һис тә тартынмағыҙ, күпселек осраҡта уны еңел алырһығыҙ. Кемдер һеҙҙең хәлегеҙҙән үҙенә файҙа сығарырға тырышыр.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Аҙнаны бик әүҙем үткәрерһегеҙ. Көс-ғәйрәтегеҙ ташып торор. Бөтә эшегеҙ һәйбәт барыр. Шулай ҙа ниндәйҙер эске борсолоу тойорһоғоҙ. Был буласаҡ ваҡиғаларҙың шауҡымы булыуы ихтимал.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»

Йондоҙнамә (7-13 октябрь)

07.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (7-13 октябрь)


Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йәшәргә лә йәшәргә – янып,  ярһып, балҡып!

Ғүмер көҙҙәренең матурлығы...

01.10.2019 - Махсус биттәр Ғүмер көҙҙәренең матурлығы...


Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

Йондоҙнамә (30 сентябрь-6 октябрь)

30.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (30 сентябрь-6 октябрь)


"Йондоҙло табын" - Йәмил ИШМӨХӘМӘТОВ

Килендәр, килендәштәр – бер-береһенә көндәштәр...

Сәскәнән сәскәгә ҡуныу күбәләккә генә килешә

Йондоҙнамә (23-29 сентябрь)

23.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (23-29 сентябрь)


Алма ҡағы

17.09.2019 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Йондоҙнамә (16-22 сентябрь)

16.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (16-22 сентябрь)


Урмансы Илнур

15.09.2019 - Махсус биттәр Урмансы Илнур


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Гүзәл булайым тиһәң, “Актриса” матурлыҡ студияһына бар!

Йондоҙнамә (9-15 сентябрь)

09.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (9-15 сентябрь)


Яратҡан шөғөл ялҡытмай

03.09.2019 - Махсус биттәр Яратҡан шөғөл ялҡытмай


Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

30.08.2019 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Ир аҫылы эштә беленә

28.08.2019 - Махсус биттәр Ир аҫылы эштә беленә


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар