RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Бала күңеленә һеңгән матурлыҡ

23.08.2019 Бала күңеленә һеңгән матурлыҡ

Кеше тормошона бала саҡта нигеҙ һалына. Атай-әсәй тәрбиәһе, һөйөүе, наҙы, хатта шелтәләүе лә шәхес булараҡ формалашыуҙа ҙур роль уйнай. Ояһында ни күрһә – осҡанында шул була, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит. Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында йәшәүсе Гөлсиә менән Илгиз Ваһаповтар ғаиләһен был йәһәттән күптәргә өлгө итеп ҡуйырлыҡ. Береһенән-береһе талантлыраҡ, әҙәплерәк, матурыраҡ өс балаға – Илдар, Сабина, Әҙилгә – ҡарап һоҡланмайынса мөмкин түгел.

Стәрлетамаҡтағы өсөнсө баш­ҡорт лицей-интернатының 9-сы класына уҡырға барған Илдарҙы ейәнсуралар бейеүсе булараҡ күптән белә. Тәүге тапҡыр сәхнәгә балалар баҡсаһына йөрөгәндә үк йыр менән сыға. Тик күп тә үтмәй: “Бейеүсе булғым килә!” – тип хәбәр һала. Атаһы улын етәкләп сәнғәт мәктәбенә алып китә. Тырышлыҡ, ныҡышмаллыҡ ке­үек холоҡ малайҙа көслө була, күрәһең: төркөм менән дә­рестәр тамамланғас, уҡытыу­сылары Гүзәл Тоҡомбәтова һәм Фәниә Дәминеванан яңғыҙ бейеүҙәр өйрәнергә ҡала. Сы­ғыштары менән Илдар байтаҡ мәҙәни сараны биҙәй. Төрлө йылда “Аҡбуҙат”та ҡунаҡта”, “Урал аръяғы йондоҙҙар ҡа­быҙа”, “Афарин”, “Байыҡ” республика һәм төбәк-ара конкурс­тарында еңеү һәм призлы урындар яулай. Ә 2017 йылда үткән “Алтын сапсан” Бөтә Рәсәй конкурсында баһалама ағзалары уның сығышын шул тиклем оҡшата, хатта, 1-се урындан тыш, махсус приз да тапшыра. Стәрлетамаҡ ҡа­лаһына уҡырға килгәс тә Ейәнсура егете һынатмай: уҡыу йылын тик яҡшы билдәләргә генә тамамлаған, спорт ярыштарында ҡатна­шырға өлгөрә, гитара түңә­рәгенә йөрөй башлаған, бейеүҙе лә ташламай.

Ағаһын үрнәк итеп ҡуйған Сабина ла сәнғәт мәктәбенең бейеү класына йөрөй. Уның тағы ла бер һәләте бар: һүрәт тө­шөрә. Киләсәктә һынлы сәнғәт буйынса ла махсус белем алыр­ға теләге бар. Уҡыу алдынғыһы, төрлө фәндән район олимпиадаларында ҡатнашып тора. Ә дүртенсе йәше менән генә барған Әҙилдең таланттары әлегә асылмаған. Әммә Райхана ҡартәсәһе менән Земфира өләсәһе уны ярат­ҡан һайын: “Бәхетле, өлө­шлө, сәләмәт бала бул­һын! Үҫкәс, йырсы бул­һын, халыҡҡа моң тарат­һын!” – тип изге теләк­тәрен теләй.

Илгиз менән Гөлсиә балаларының ашар ашын, өҫ-башын ғына ҡарамай, киреһенсә, ла­йыҡлы белем алыуҙы, рухи үҫеште, милли үҙаңды көсәй­теүҙе тәүмаҡсат итеп ҡуйған. Бер кемгә лә сер түгел: бөгөн конкурстарҙа ҡат­нашыу өсөн сығым аҙ китмәй. Бейеүсе өсөн репертуарға ла, сәхнә костюмына ла, музыкаль биҙәлешкә лә аҡса кәрәк. Уның араһында юл сығымдары, уҡыу өсөн түләүҙәр. Әммә Ваһа­повтар хатта яңы йорт төҙөгән мәлдә лә балаларының беле­менән, үҫе­шенән экономия яһамай.

Талант – тәбиғәттән, тиһәләр ҙә, күп осраҡта ул нәҫелдән бирелә. Был ғаилә бала­ла­рының сәнғәткә, сәхнәгә тартылыуы юҡҡа түгел. Ғаилә башлығы үҙе лә һәләтлеләр нәҫеленән: Ҡаҫмарт буйынан, Байыш ауылында йәшәүсе Ваһаповтарҙы кемдәр генә белмәй икән?! Үҙҙәре йырсы ла, музыкант та, зыялы ла. Сәхнәне йәмләрҙәй “ҡара һылыу” ир-егеттәр тап улар араһынан сыға. 1997 йылда Өфө сәнғәт учили­щеһын тамамлап, Илгиз Вәли улы тыуған яғына эшкә ҡайта. 20 йылдан ашыу сәнғәт мәктә­бендә балаларға думбырала, гитарала уйнау серҙәрен өйрәтә. Район мәҙәниәт йортоноң “Уралтау” төркөмөн дә етәкләй. Уҡыусылары араһында уның юлын дауам итеүселәр ҙә бар: Алмас Ишмөхәмәтов Өфө дәүләт сәнғәт институтында белем ала. Рәсих Садиҡов – Күгәрсен, Азамат Әлмөхәмәтов Туймазы районында эшләй, ә Венер Килдейәров, уҡытыу­сыһынан өлгө алып, Ейәнсура районына ҡайтып, хеҙмәт юлын башланы.

Ә ғүмере буйы дауаханала эшләгән Земфира Ғәббәс ҡыҙы Рахмасова ике ҡыҙының да медицина юлынан китеүен теләй. Оло ҡыҙы Гүзәл, БДУ-ны тамамлап, әсәһенең теләген тор­мошҡа ашыра. Гөлсиә иһә, үҙ һүҙен һүҙ итеп, бала саҡтан хыялланған юлды һайлай. Тәүҙә Көнсығыш иҡтисад-гуманитар университетының педагогика һәм психология факультетын, аҙаҡтан Башҡорт дәүләт педагогия университетының мәктәп­кәсә тәрбиә биреү бүлеген тамамлай. Балалар баҡсаһында эшләүенә лә 15 йыл ваҡыт үткән. Юғары категориялы тәрбиәсе үҙ эшен яратып башҡара, ата-әсәләр араһында абруйы ҙур, хеҙмәттәштәре лә ихтирам итә.

18 йыл күп ваҡыт та түгел кеүек, әммә ошо арауыҡта бул­ған ваҡиғаларға күҙ һалһаң, Ваһаповтар ғаиләһе төрлө мәлде кисерә. Үҙҙәренең бәхет­ле бала саҡ йылдарын иҫләп, ауырлыҡтарға бирешмәҫкә, уңыштарға маһаймаҫҡа өйрәнә, туғандар, дуҫтар, яҡын кешеләр менән бергә татыу ғүмер итеү кәрәклеген аңлай. Бәхетле, матур ғаиләлә генә балалар бәхетле булып үҫә. Ә бәхетле бала саҡ – матур тормоштоң нигеҙе.



Автор: Г. Ҡыуатова
Фото: Автор фотоһы




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»

Йондоҙнамә (7-13 октябрь)

07.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (7-13 октябрь)


Йәшәргә лә йәшәргә – янып,  ярһып, балҡып!

Ғүмер көҙҙәренең матурлығы...

01.10.2019 - Махсус биттәр Ғүмер көҙҙәренең матурлығы...


Йондоҙнамә (30 сентябрь-6 октябрь)

30.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (30 сентябрь-6 октябрь)


"Йондоҙло табын" - Йәмил ИШМӨХӘМӘТОВ

Килендәр, килендәштәр – бер-береһенә көндәштәр...

Сәскәнән сәскәгә ҡуныу күбәләккә генә килешә

Йондоҙнамә (23-29 сентябрь)

23.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (23-29 сентябрь)


Алма ҡағы

17.09.2019 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Йондоҙнамә (16-22 сентябрь)

16.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (16-22 сентябрь)


Урмансы Илнур

15.09.2019 - Махсус биттәр Урмансы Илнур


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Гүзәл булайым тиһәң, “Актриса” матурлыҡ студияһына бар!

Йондоҙнамә (9-15 сентябрь)

09.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (9-15 сентябрь)


Яратҡан шөғөл ялҡытмай

03.09.2019 - Махсус биттәр Яратҡан шөғөл ялҡытмай


Йондоҙнамә (2 – 8 сентябрь)

02.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (2 – 8 сентябрь)


Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

30.08.2019 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Ир аҫылы эштә беленә

28.08.2019 - Махсус биттәр Ир аҫылы эштә беленә