RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Малайға тәрбиә биреп – ил тәрбиәләйһең, Ҡыҙға тәрбиә биреп – милләт тәрбиәләйһең

14.04.2019 Малайға тәрбиә биреп – ил тәрбиәләйһең, Ҡыҙға тәрбиә биреп – милләт тәрбиәләйһең

Зәйтүновтарҙың өлкән татыу ғаиләһендә ололарҙы ҡәҙер итеп, балаларҙы һанлайҙар

Буранлы көндө Әбйәлил районының Яңы Балапан ауылында йәшәүсе Гөлназ менән Илдус Зәйтүновтарҙың йортона барып инеү менән дуҫтар утрауына барып сыҡҡандай тояһың үҙеңде – шунда уҡ йылылыҡ, иғтибар, наҙға сорналаһың. Хужаларҙың яҡты йөҙөнән, ун йәшлек Баязиттың йылмайыуынан, Гөлназдың әсәһе Мөнирә Әйүп ҡыҙының нурлы ҡараштарынан, Илдустың әсәһе Хәкимә Сәғит ҡыҙының йылы устарынан иреп тә төшөрлөк ине шул. Ә бер аҙҙан йорт тулыһынса тулды – Хәкимә Зәйтүнованың улдары менән килендәре табынға йыйылды. Йыйынға әллә ни ҙур сәбәп тә юҡ ине, ни бары балалар әсәнең хәлен белешергә килгәйне.

– Мин дә Мораҡайҙан ҡоҙағыйҙың хәлен белеп ҡайтырға килдем, – тине үтә һөйкөмлө Мөнирә Сәйәрова. – Ә иртәгә иһә Баязит улым менән Магнитҡа барып, Салауат Юлаев командаһының уйынын ҡараясаҡбыҙ – кейәүемдән шундай шәп бүләк!

Дүрт бала тәрбиәләп үҫтереп, олоғайған көнөндә биш ейән менән өс ейәнсәрен ҡосҡан Мөнирә апай бала сағынан уҡытыусы булырға хыяллана. Был хыялы тормошҡа ашмаһа ла, өс ҡыҙы ла уҡытыусы һөнәрен һайлаған! Илшат улы иһә вахта ысулы менән Себер тарафтарында эшләй.

– Балаларым бер-бер артлы килеп, хәлемде белеп тора, – тип һөйөндө әсә кеше. - Башланғыс синыф уҡытыусыһы һөнәрен һайлаған Нурия ҡыҙым – ауылда, кейәү менән ҙур йорт һалып сыҡтылар. Кейәүем Фәнзил Яңы Балапан мәктәбендә директорҙың хужалыҡ эштәре буйынса урынбаҫары һәм ваҡытлыса география уҡытыусыһы булып эшләй. Кейәүемдең ҡулы алтын. Өйөнә бөтә йыһазды үҙе эшләй. Зәкиә ҡыҙым Магнитогорск ҡалаһына йөрөп эшләй. Үҙҙәре Салауат ауылында йәшәй. Кейәүем вахта менән Себерҙә. Ауылда йәшәгәс, ҡош-ҡорт, мал-тыуар тотам. Балалар бесәнен эшләп бирә, емеш-еләккә бергә алып йөрөйҙәр, йәйгеһен Башҡортостан буйлап сәйәхәткә алып сығалар. Үҙҙәренең иғтибарынан ташламайҙар. Уларға рәхмәттәремде генә уҡып ултырам. Үҙем дә, әсәйем дә намаҙҙа. Биш намаҙҙы ҡалдырмай уҡыйбыҙ. Киләсәктә хажға барыу уйы менән дә янам.

– Минең ҡәйнәм – алтын! – тип һүҙгә Илдус ҡушылды. – Үҙенән бер ваҡытта ла кеше өҙөлмәй. Ҡасан барма, һәр ваҡыт йылы ашы, ҡайнар сәйе өҫтәлдә була. Беҙгә ҡунаҡҡа килһә, үҙен бер ҙә ҡайтарып ебәрге килмәй. Улыбыҙ ҙа: “Өләсәй, ҡал, йоҡла, исмаһам, тағы бер генә көн!” – тип инәлә. Ҡәйнәм менән ниндәй генә темаға һөйләшһәк тә, һүҙебеҙ бөтмәй. Уның шундай ябай, алсаҡ булыуы һәр кемдең күңелен арбай.

– Эй, кейәүемде... – Мөнирә апай тыйнаҡ ҡына көлдө. – Мин дә, әсәйем дә Илдусты кейәү булмаҫ элек оҡшатҡайныҡ. Бер туған һеңлемде уның бер туған ағаһы кәләш итеп алғайны бит. Бер ваҡыт Илдус кәртүк сәсеште. Әсәйем ҡуша йөрөп ятты. Илдус, ух, кәртүк һәйбәт, тип ҡыҙығып йөрөнө. Бынау кейәү булырлыҡ кеше, айырым донъя көткәндәй, тип әсәйем шунда әйтеп ҡуйғайны. Ысынлап кейәү булыр, тип башыма ла индермәнем. Гөлназ менән Илдус таныш булманы, сөнки ҡыҙым беренсе синыфтан ситтә уҡыны: тәүҙә – Белорет мәктәп-интернатында, шунан педучилищела, аҙаҡ Өфөлә педагогия институтында...

– Ә мин колхозда, буласаҡ ҡайным менән тракторҙа эшләп йөрөнөм, – тип әңгәмә ебен Илдус элеп алды. – Армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡайным. Шул саҡта Гөлназ практикаға Яңы Балапанға килгән. Тансыла Розалия балдыҙҙы бейергә төшөргәйнем, ул, ана, апайымды саҡыр, тигәс, һылыуҡай янына барҙым. “Әйҙә, ҡоҙаса, бейеп алайыҡ”, – тип ҡулымды һондом. Шулай танышып, дуҫлашып йөрөп, өйләнештек.
Өйләнгәс, атай йортонда биш йыл йәшәнек тә, бәләкәй генә өй эшләп, башҡа сыҡтыҡ. 2015 йылда кәләшемдең хыялын тормошҡа ашырып, ике ҡатлы ҙур өйҙө төҙөп бөттөк. Аллаға шөкөр, туғандарыбыҙ күп, һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙҙылар. Иркен өйгә күскәс, әсәйемде яныбыҙға алдыҡ. Бөгөн бергәләп матур итеп донъя көтәбеҙ. Былтыр әсәйем өс ай буйы ауырып, тора ла алмай ятҡайны. Кәләшемә рәхмәт, бер һүҙһеҙ ихлас тәрбиәләне. Әле лә ул, эшем яуаплы, бушамайым, тип тормай, һәр беребеҙгә ваҡыты ла, иғтибары ла етә. Быйыл мәктәптә автобус йөрөтөүемә биш йыл. Уға тиклем “Яҡтыгүл” шифаханаһында һаҡсы булып эшләгәйнем.

Асыҡ йөҙлө, киң күңелле, эшһөйәр Илдус, ҡайҙа ғына эшләһә лә, йөкмәтелгән бурыстарына үтә яуаплы ҡарауы менән айырыла. Эшенә шул тиклем бирелеп китә, хатта йәкшәмбе көнө лә эшкә юлланғаны бар: иртән автобусты гараждан сығарып, оҙатыусыны көтөп ултыра, нишләп һаман килмәй, тип борсолоп, телефондан сәғәтте ҡараһа, унда күҙенә “йәкшәмбе” тигән яҙыу салынып ҡала. Автобусты гаражға кире индереп, өйгә ҡайтып, кәләшенә: “Ниңә, бөгөн ял, тимәнең?” – тип һорай.

– Эшкә, тип сыҡҡанда кәләшкә, һуңлап барам, малды үҙең ҡарарһың, тип гаражға йүгергәйнем, – ошо мәрәкә хәлде иҫләп көлдө Илдус. – Кәләшем, ярай, тип ятып ҡалды бит инде. Мәктәп яғынан елдереп йөрөп әйләнгәс, кәләшем һорауыма, һәр ваҡыт шаяртып һөйләгәсһең, бөгөн дә шаяртаһыңдыр, тип уйланым, ти.

Уңған егеттәр шәплектәре арҡаһында ана шундай ҡыҙыҡ хәлдәргә лә тарый ул. Егәрле, тырыш, алсаҡ булыуҙары менән бер-береһенә тап килгән Гөлназ менән Илдус Зәйтүновтар ишле мал-тыуар аҫрай, ҡаҙ, күркә көтә (еңел аяҡлы күркәне, әйткәндәй, 17 йыл элек туйҙарына Нәжибә еңгәләре бүләк итә – ул шуны иҫләйме икән?!) Баҡса тултырып емеш-еләк, йәшелсә сәсәләр. Гөлназ сәскәләр ҙә үҫтерергә ярата. Ул тәрбиәләп үҫтергән сәскәләр йәйге көндәрҙә күҙҙең яуын ала. Зәйтүновтар ғаиләһе йыл һайын гәзит-журналдарҙы ла күпләп алдыра: “Йәшлек”, “Башҡортостан”, “Осҡон” һ.б. “Йәншишмә” гәзитенә Баязиттың бөтә синыфы яҙылып, хәҙер балалар ҡыҙыҡлы баҫманы уҡып кинәнә икән.
– “Йәшлек”тә спорт биттәрен, “Тормош юлдары ҡатмарлы” рубрикаһын, сәйәси проблемалар, ябай ауыл халҡы тураһындағы мәҡәләләрҙе яратып уҡыйбыҙ, сканворд сисәбеҙ, – ти Илдус. – Хәҙер интернетта бөтә нәмә бар, гәзит-журналһыҙ ҙа була, тигәндәр менән бөтөнләй килешмәйем. Гәзитте ҡыштырлатып ҡулға тотоп уҡымайса, күңел булмай.

Беҙҙе, “Йәшлек”те, яратып уҡыған кешеләр бер ниндәй һынауһыҙ, бер һүҙһеҙ дуҫтарға әйләнә лә ҡуя. Илдус менән Гөлназ да ошо йылы һүҙҙәренән һуң иң яҡын кешеләргә әйләнде. Уларҙың яҡшылығынан донъялар яҡтырып киткәндәй тойолдо.
Илдустың Фәнгиз ағаһы ла ошо тойғоно, гүйә, раҫланы:

– Әсәйемде ҡараған Илдустарға ҙур рәхмәт. Оло кешене ҡарауы еңел түгел, бигерәк тә эш кешеләренә. Илдустар бөтөнләй бушамай китһә, әсәйемде алмашлап ҡарап алабыҙ. Әммә әсәйем кемебеҙгә барһа ла, гел дә ауылды, Илдусты һөйләп, ҡайтыуҙы уйлап тик ултыра. Ата-әсәһе эштә саҡта, өләсәһен Баязит ҡарай. Яңыраҡ әсәйемдең 85 йәшен матур итеп үткәрҙек. Атай иртә үлеп киткәс, ул яңғыҙы алты малайҙы аяҡҡа баҫтырҙы. Апайым кейәүҙә ине ул ваҡытта. Әле беребеҙ ҙә кәм-хур булып йөрөмәйбеҙ, яҡшы тәрбиә биргән әсәйемә рәхмәтлебеҙ.
Ҡасандыр ете балаға ғүмер биреп, күмәк хужалыҡ эшенә лә, ғаиләһен ҡарарға ла өлгөргән көслө әсәйегеҙҙең кәре бөткәнен, олоғайғанын күреүе ҡыйындыр, йәлләйһегеҙҙер инде, тигән тоҙһоҙораҡ һорауыма ирҙәрҙең: “Йәлләү генәме... үкереп илағы килә”, – тигән яуабын ишеткәс, күҙгә йәштәр төйөлдө. Һаманғаса әсәйҙәре алдында йүгереп йөрөгән, уның һәр һүҙен иғтибар менән тыңлаған , үтә ҡәҙерләп, иңдәренән ҡосаҡлап ҡына йөрөткән ир-егеттәрҙе тамаша ҡылыу йөрәккә май булып яғылды.

Зәйтүновтарҙың әсәйҙәре, Хәкимә Сәғит ҡыҙы, 1933 йылдың 14 декабрендә Әбйәлил районының Яңы Балапан ауылында Сәғит һәм Ғәфүрә Шаһниязовтар ғаиләһендә тәүге бала булып донъяға килгән. Ғаиләлә бер ҡыҙ һәм өс малай (Марат, Шаһыбал, Самат) үҫә улар. Иң олоһо булараҡ, ҡустыларын ҡарау буйынса бөтә көс Хәкимәнең иңдәренә төшә, етмәһә, 1940 йылда атаһы хәрби хеҙмәткә алына. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 8 йәшлек ҡыҙсыҡ башҡа бала-саға менән бер рәттән иген сәсеү, мал ҡарау кеүек эштәрҙә ҡатнаша. 1942 йылда атаһы яраланып, госпиталдә дауаланғас, бер аҙға ялға ҡайта, һәм аслыҡтан үлер хәлгә еткән ҡатынын, балаларын йәлләп, һыйырын һата ла, ғаиләһен Белорет ҡалаһына күсерә.

– Ҡыйын замандар булды, – тип иҫләй Хәкимә Сәғит ҡыҙы. – Һуғышҡаса үҙебеҙ ҡурсаҡ эшләп уйнаған була торғайныҡ. Үлән өҫтөндә ҡатыҡ эсеп ултырғанды хәтерләйем... Бер көн баҫыуҙан башаҡ сүпләп, урамда елгәреп торһам, атайымдың, ҡайҙан алдың, кеше күреп ҡалмаһын, тип, өйгә индереп ебәргәне лә әле генә булған кеүек... Белоретта әсәй комендант булып эшкә инде, Интернационал, 22 адресы буйынса бер әбейҙә йәшәнек. Уның улы һуғышҡа киткәс, фатирсылар индерә ине. Урыҫ малайҙары мине йәберләне. Биш йәшлек Марат ҡустым таш тотоп ала ла, бар, апай, ҡайт, тип уларҙы тотҡарлаған арала, мин ҡасам. Ул да ҡала малайҙарының йәберләүенән, гел ас йөрөүҙән йонсоп киткәндер, бала бит әле, тыуған ауылды ла ныҡ һағынғандыр, бер көндө, ауылға ҡайтам, тип сығып киткән. Тауҙарға барып еткән дә, шунда бағанаға ҡарап торғанында Мөбәрәк исемле таныш ағай уны күреп ҡалған. Ҡайҙа китеп бараһың, тип һорағас, ҡустым, Яңы Балапанға, тигән. Әйтеп сыҡтыңмы, тигәнгә, юҡ, ҡасып, тигән. Еңелсә кейенгәнһең дәһә, тип ағай әүрәтеп, уны кире килтереп китте: “Бына, малайығыҙ юғала ине бит...” Атайым ул ваҡытта әле ҡабаттан фронтҡа китмәгәйне, Маратҡа көйҙө, рөхсәтһеҙ йөрөмә, тине. Ләкин Марат, мин ауылға ҡайтам, тип, ҡайта ла китә ине. Аҙаҡ миңә эләгә, ҡарамағанһың, тиҙәр...

Иртә менән беҙҙе тәҙрә туҡылдатып уяталар: “На работу, а-то хлеба не дадим”. Беҙ көрәшкә тотоп сығабыҙ. Икмәк тигәндәре – ҡый тулы бойҙай. Эшләгән кешегә 500 грамм, ҡарамаҡтағыларға 250 грамм. Ҡай саҡ икмәк тә бирәләр кәртешкәгә. Уны телһәң, телемдәре бысаҡтың ике яғына йәбешеп тора. Нужа күреп үҫелде. Беҙ етешһеҙлектә йәшәнек, ризыҡ етмәне. Балаларға именлек бирһен.

Сәғит Шаһниязов һауыҡҡас, яңынан һуғышҡа китә. Ҡыҙыл Йондоҙ һәм I дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордендары менән наградланған фронтовик яу яланынан әйләнеп ҡайтҡас, ғаиләһен ауылға кире күсерә. Уны бригадир итеп ҡуялар.

– Атайым, һин эшләмәһәң, мин башҡаларҙы нисек эшләтәйем, тип, кешегә эш ҡушыр алдынан, иң тәүҙә миңә эш ҡушты, – тип хәтер дәфтәрен артабан аҡтарҙы ағинәй. – Йәш саҡта ниндәй генә эштә йөрөмәнем! Беҙ, үҫмер ҡыҙҙар, Белорет районының Мөхәммәт ауылы эргәһендә урман сәстек. Йәйәү барабыҙ, йәйәү ҡайтабыҙ. Йүнләп ашарға ла, өҫтә йүнле кейем дә юҡ. Аҙаҡ Иҫке Ғәбдиндә сусҡа, тауыҡ фермаларында эшләргә тура килде. Мәктәпте тамамлағас, күрше Мораҡай ауылына йөрөп, һатыусы булып эшләнем, Туйышта һауынсы эшен дә атҡарҙым.

1950 йылда улар Шаһиморат Зәйтүнов менән тормош ҡора. Бер нисә ай йәшәгәндән һуң, ирен әрмегә алалар – ул Алыҫ Көнсығышта өс йыл хеҙмәт итә. Ҡайтҡас, Шаһиморат яңы өй һала һәм 1954 йылда Сәкинә исемле ҡыҙҙары донъяға килә. Артабан бер-бер артлы алты малайҙары тыуа. Шаһимораттың ауылда “оҫта” тигән даны ҡалған. Колхоздың бик күп бинаһы уның ҡулы менән төҙөлгән. Яңы Балапанда магазин, клуб, Мораҡай, Байым, Йәнекәй ауылдарында фермалар, шулай уҡ бик күп шәхси йортто төҙөүҙә лә ҡатнаша ул. Тырыш хеҙмәте тиҫтәләрсә Маҡтау грамотаһы, Рәхмәт ҡағыҙы менән билдәләнгән.

– Тик үҙенең ғүмере ҡыҫҡа булды, – ти Шаһимораттың хәләл ефете. – 1986 йылда, ҡаты ауырығандан һуң, донъя ҡуйҙы. Алты малайҙы башлы-күҙле итеү минең елкәгә ятты. Ул саҡта тик Сәкинә ҡыҙым ғына кейәүҙә ине. Әлеге ваҡытта ул Ташбулатта кейәүем Рәил менән дүрт бала (өс малай, бер ҡыҙ) үҫтереп, туғыҙ ейән-ейәнсәр һөйөп йәшәй. Алты малай араһында иң олоһо булған Мансур хәрби хеҙмәт юлын Польшала башлап, шунан Афғанстанда дауам итте. Йөрәкте ҡулға тотоп, балам имен-һау йөрөп ҡайтһын инде, тип теләп кенә йөрөнөм. Аллаға шөкөр, теләктәрем ҡабул булып, әлеге көндә ул киленем Йәмилә менән Мөхәммәт ауылында йәшәй, Вәсил исемле ул үҫтерҙеләр. Хәрби кеше булараҡ, Мансур биш йыл Германияла, һуңынан Алкинола хеҙмәт итеп, хаҡлы ялға сыҡты. Уның Афғанстандағы хәтирәләре “Һалдат һуғышты һайламай” тигән китапта сағылыш тапҡан. Фирғәт улым ауылда төпләнде. Ул да атаһы кеүек оҫта ҡуллы, ярҙамсыл. Киленем Әсмә балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Күпләп ҡош-ҡорт, мал тоталар. Уларҙың татыу ғаиләһендә ике ул һәм бер ҡыҙ үҫте. Балалары юғары белемле.

Өсөнсө улым Фәнгиз Белоретта йәшәй. Ул Белорет металлургия комбинатында 30 йылдан ашыу эшләй. Фиҙакәр хеҙмәте өсөн 2005 йылда Башҡортостан Президентының Почет грамотаһына лайыҡ булды, 2010 йылда уға республиканың атҡаҙанған металлургы исеме бирелде. Гөлниса киленем менән ике балаға ата-әсәй улар. Киленем башланғыс синыфтар уҡытыусыһы, Башҡортостандың Мәғариф министрлығы грамотаһы менән бүләкләнгән Рәсәйҙең почетлы хеҙмәткәре! Йөрәкте утҡа һалып, 1967 йылғы Фуат улым йәшләй генә үлеп ҡуйҙы. Ул Сибай педагогия училищеһын тамамлағайны... Басир улым ғаиләһе менән әле Ташбулатта йәшәй. Мәктәп директоры булып эшләй. Киленем Гөлсинә лә уҡытыусы, мәктәптә рус теленән уҡыта. Уларҙың да ике улы юғары уҡыу йортонда белем ала.

Кинйә улым – Илдусым, Гөлназ киленем менән йәшәйем. Балаларҙы үҫтергән саҡта беленмәһә лә, хәҙер уларҙың хәстәренә мохтажмын. Аллаға шөкөр, һәр балам тормошта үҙ урынын табып, матур итеп йәшәй. Килеп, хәлемде белешеп тороуҙары ла бәхет.

Бер туҡтауһыҙ ике бүлмә араһында йөрөп, аш-һыуҙы хәстәрләгән хужабикә ҡәйнәһен йөпләне:
– Беҙ, ҡәйнәмдең биш килене, бер туған апай-һеңлеләр кеүекбеҙ. Бер ваҡытта ла һүҙгә килешеп йөрөгәнебеҙ юҡ, үҙ-ара татыубыҙ, бер-беребеҙгә ярҙамлашып йәшәйбеҙ. Бөтәбеҙ ҙә, юғары белемле педагогтарбыҙ. Ҡәйнәм бик бәхетле кеше. Килендәрҙе һайлап ала белгән, тим. Мин дә тормошомдан ҡәнәғәтмен. “Әсәйем – минең бер генәм”, – тип өҙөлөп торған улым, “һөйгәнем” тип терәк булған тормош иптәшем, “киленем” тип минән таяныс, йыуаныс эҙләгән ҡәйнәм бар. Тормошто бер-беребеҙһеҙ күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ. Бына шулай булғанда ғына йәшәүҙең йәме бар, тип уйлайым.

Бала саҡтан уҡытыусы булырға ынтылып, инде 17 йыл мәктәптә эшләйем (өсөнсө йыл мәктәп директоры вазифаһын башҡарам). Уңыштарым өсөн иң тәү сиратта әсәйемә рәхмәтлемен. Ул мине иргә ышаныслы таяныс, балаға хәстәрлекле әсәй, ололарға ҡарата иғтибарлы, ихтирамлы, сабыр булырға өйрәтте. Ул үҙе лә ҡәйнәһен, өләсәйемде, матур итеп тәрбиәләп ҡараны, һуңғы юлға оҙатты.
Баязит – ғаиләнең иң оло ҡыуанысы. Тик “бишле” билдәһенә генә өлгәшкән малай атаһына оҡшап, йор һүҙле, кеше менән тиҙ генә уртаҡ тел таба. Атаһының уң ҡулы ул – бар эште лә икәүләп эшләйҙәр. Баязит төрлө ярыш-конкурста әүҙем ҡатнаша. Буш көнө юҡ тиерлек: саңғы һәм көрәш түңәрәктәренә лә йөрөй, йыр һәм бейеү менән дә шөғөлләнә.

– Уҡытыусым Ғәлиә Малыбаева менән тикшереү эшен атҡарып, районда беренсе урын алып ҡайттым, – ти йылмаяҡ малай. – Район музейында ҡоштар ҡараныҡ, аҙаҡ Таһир Күсимовтың музейына барып, геройҙың ҡылысын күрҙем. Йыр уҡытыусыһы Ринат Булат улы менән әҙерләнеп, Асҡарҙа “Яҙғы тамсылар” йыр конкурсында 1-се урын алдым. Шунан Сибайҙа төбәк конкурсында ла еңеп, хәҙер Өфөгә барырға йыйынабыҙ.
Нисек ҡыуанмайһың ошо еңеүҙәргә, нисек ғорурланмайһың ошондай балалар үҫтергән Зәйтүновтар ғаиләһе менән?! Бар йәһәттән һәр береһе тик маҡтауға, хөрмәткә лайыҡ! Фәнгиз ағай: “Шулай һыр бирмәй йәшәп ятҡан булабыҙ”, – тигәс, Басир ағай һағышлы йылмайҙы:
– Атай беҙҙе бәләкәй саҡта гел дә, әллә ниндәй ирҙәр булып үҫерһегеҙ әле, тип арҡанан һөйә торғайны.
– Эйе... – Фәнгиз ағайҙың да тауышы йомшара. – Тағы ла бер һүҙе һәр саҡ ҡолаҡта яңғырай кеүек: “Һин ҡайҙа йөрөһәң дә, кеше бул!” Шул һүҙен тоттоҡ атайҙың. Балаларҙы ла шуға өйрәттек.

Татыу, ишле, бай күңелле ғаиләлә ололарҙы ихтирам-ҡәҙер итеп, балаларҙы һанлауҙарына шаһит булынды. Шундай ихлас, эскерһеҙ мөнәсәбәттәрҙән, яҡшы мөғәмәләнән башланалыр ҙа инде күңел бөтөнлөгө, шунан ғибәрәттер ысын бәхет.




Автор: Б. Ҡаһарманова
Фото: Автор фотоһы






Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»