RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Үҙаллылыҡ емеше

08.04.2019 Үҙаллылыҡ емеше

Йыйынтыҡтан айырым баҫмаға әйләнгән “Шоңҡар” – бөгөн уҡыусыларының һөйөүен яулаған журнал

Шағирә, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты Таңһылыу ҠАРАМЫШЕВА:
“Йәшлек” гәзите “Шоңҡар” журналының юбилейына, бигерәк тә уның асылыуының әһәмиәтенә төп иғтибарҙы бүлеп, мәҡәлә яҙыуымды һорағас, байтаҡ ваҡыт уйланып йөрөнөм. Журналдың асылыу тарихын ғына бәйән итмәйенсә, ниндәйҙер мөһим фекерҙәр әйтеү ҙә кәрәк бит. Ысынлап та, эш бит “Шоңҡар”ҙың тәүге баш мөхәррире мин булыуҙа, уны мин асып йөрөүҙә генә түгел, мәҡәлә тәрәнерәк булырға тейеш.

“Шоңҡар” журналы сыға башлаған йылдарҙа ер шарындағы иң һуңғы империя – СССР тарҡалып, 1990 йылдың октябрендә – Башҡортостан Рес­публикаһының Дәүләт суверенитеты тураһында декларация, ә 1993 йылда Конституцияһы (ул 2002 йылда үҙгәртелде) ҡабул ителеп, Рәсәй Федрерацияһы тигән өр-яңы илдә йәшәй башлаған сағыбыҙ ине. Тап ошо йылдарҙа, республикабыҙ суверенитеты емеше булараҡ, күп кенә яңы милли матбуғат баҫмабыҙ барлыҡҡа килде, шул иҫәптән – “Шоңҡар” ҙа.

Бына, алдымда журналдың үҙем мөхәррирлек иткән осорҙағы һандары. Тәүге һан 1993 йылдың октябрь айында, әле ойоштороусыһы ла юҡ саҡта, “Китап” нәшриәтенең ижтимағи-сәйәси, әҙәби-нәфис йыйынтығы, айырып әйтәм, йыйынтығы рәүешендә донъя күргән, журнал булып түгел! Шуға ла “Шоңҡар”ҙың юбилейы был айҙа билдәләнмәй. Артабан “Шоңҡар”ҙың тағы бер һаны ошондай йыйынтыҡ сифатында баҫылып сығасаҡ. Шунан һуң ғына ул айырым журнал булып донъя күрәсәк: уның тәүге һаны 1994 йылдың ғинуарында нәшер ителәсәк. Ойоштороусыһы булып Башҡортостан Республикаһының Йәштәр эштәре буйынса дәүләт комитеты сығыш яһаясаҡ. Республикабыҙ йәштәренең әҙәби-нәфис, ижтимағи-сәйәси журналы булараҡ сыға башлаған был баҫма, башҡа мәғлүмәт сараларыбыҙ кеүек үк, “Башҡортостан” республика дәүләт нәшриәтендә баҫыла башлап, тиҙ арала популяр булып китәсәк, ҙур тираждар йыясаҡ...

“Шоңҡар” журналын асыу идеяһы минеке түгел ине. Мин уның тәүге баш мөхәррире генә булдым, уны ойоштороуға, аяҡҡа баҫтырыуға билдәле кимәлдә көс түктем, йөрәк, зиһен яҡтылығымды һалдым. Эш былай булды: 1993 йылдың йәй аҙаҡтарында Башҡортостан “Китап” нәшриәтенең ул саҡтағы директоры, яҙыусы Ғәлим Хисамов шылтыратты. Мин ул саҡта, “Урал” БХҮ-ендә яуаплы секретарь булып эшләп алғандан һуң, ейәнсәремде ҡарашып өйҙә ултыра инем. Ғәлим Афзал улы, йәштәр журналы асыу идеяһы бар, һин шул миссияны үҙ өҫтөңә алһаң ине, тигәс, уға, был вазифаға ир-аттан берәйһен һайлағыҙ, ә мин уға ярҙам итешермен тиһәм дә, ризалашманы. Тәүәккәлләнем! Минең “Йәшлек” гәзитен ойоштороу эшендә ярайһы ҙур тәжрибәм бар, шуға күрә был үтә лә яуаплы эшкә тотонорға йөрьәт иттем. Әммә “Шоңҡар”ҙағы башланғыс “Йәшлек”тәгенән күпкә ауырыраҡ булып сыҡты. Сөнки унда, яҡшымы-яманмы, беҙ айырылып сыҡҡан “Ленинец” гәзитенең хеҙмәткәрҙәре ултырып эшләй торған бер нисә бүлмәһе бар ине, унан “Ленинсы” тәржемәселәре “Йәшлек”тең тәүге хәбәрселәре булып китте, ә бында бөтөнләй буш урын! Бер ниндәй ҙә база юҡ! Мин бар ҙа, минең артымда торған Ғ. Хисамов ҡына! Бина итеп үҙем йәшәп ятҡан ике бүлмәле ҡыҫынҡы «хрущевка»ны һайларға тура килде. Кадрҙар эҙләп табып, бер тин дә эш хаҡы булмаған эшкә Әхмәр Үтәбайҙы, Дамир Шәрәфетдиновты, Әлмира Кәримованы, Лилиә Яхинаны, Рухия Насипованы саҡырҙым, рәссам Иҙел Ҡаһармановты Әхмәр табып алып килде. Улар көн дә минең фатирға эшкә килә, рубрикалар уйлайбыҙ, материал туплайбыҙ, баҫманы форма­лаш­тырабыҙ, биҙәйбеҙ, иҙән тулы ҡағыҙ... Мин Устав яҙам, журналға ойошто­роусы эҙләп, Аҡ йортҡа юл тапайым. Ярай ҙа баҡсамда үҫтерелгән бәрәңге бар, шуның менән туҡланабыҙ. Бер бүлмәлә ҡыҙым, бәләкәс ейәнсәрем, беҙгә хыялыйҙарға ҡарағандай һынсыл ҡараш ташлап йөрөүсе сабыр кейәү бала... Ярты йыллап шулай хитланғандан һуң, Башҡортостан Яҙыусылар союзының ул саҡтағы идара рәйесе, яҙыусы Динис Бүләков үҙҙәренең бинаһынан йылытылмаған бер бәләкәй бүлмә бүлде, һәм булған ғына хеҙмәткәрҙәрем менән беҙ уға, донъялағы иң йылы урын күреп, күсенеп килдек.

Журнал асылыуҙың әһәмиәте тураһында ул саҡта мөхәррир һүҙендә былай тип яҙғанмын: “Мәсьәләнең айышына тағы ла бер төптәнерәк ҡараһаҡ, һүҙҙең туған тел, ил яҙмышы, милләт ғүмере тураһында барыуы аңлашыла”. Был буш һүҙҙәр генә түгел. Сөнки “Шоңҡар” тәүге һандарынан башлап, ниндәй генә теманы яҡтыртмаһын, уларға милли күҙлектән баҡты, халҡыбыҙ мәнфәғәттәрен яҡтыртты. Сөнки мин шуны яҡшы аңлай инем, кеше хоҡуҡтары милләт хоҡуҡтарынан айырылғыһыҙ! Милли азатлыҡ аша ғына кеше азат була ала! Яңы баҫманың ижтимағи-сәйәси йөкмәткеһен тап ошо йүнәлештәге рубрикалар билдәләне лә инде. Шундайҙарҙың ҡай берҙәрен генә атап китһәм дә күп нәмә аңлашылыр тимен. Әйтәйек, “Урал рухы”, “Ҡанбаба”, “Тәүтөйәк”, “Һис бирмәгән башҡорт Уралын”, “Арҙаҡлы башҡорттар”...

Йәштәребеҙҙең әҙәби баҫмаһы булараҡ та журналда рубрикалар матур уйланылғайны. Поэзия рубрикаһы “Илһам”, прозаныҡы – “Сәсмәүер”, драма әҫәрҙәренеке – “Сәхнә”, музыка өлкәһенеке – “Аһәң”... Аҙағыраҡ был рубрикаларҙың ҡайһы берҙәре бүтән милли баҫмаларыбыҙға ла, хатта радио тапшырыуҙарына ла күсте. Әҙәби рубрикаларҙа ул саҡта йәш әҙиптәребеҙ иҫәбендә йөрөгән, хәҙер инде танылған яҙыусылар булып киткән Әхмәр Үтәбай, Тамара Искәндәриә, Гөлсирә Ғиззәтуллина, Йомабикә Ильясова, Фәрзәнә Аҡбулатовалар йыш сығыш яһаған иң ҡәҙерле авторҙарыбыҙ ине. Тематик яҡтан төрлөсә уйланылған рубрикаларҙа Булат Рафиҡов, Ғәзим Шафиҡов, Әкрәм Бейеш, Дамир Вәлиев, Ғайса Хөсәйенов, Рәшит Шәкүр, Марат Ҡолшәрипов, Фәнил Фәйзуллин кеүек абруйлы шәхестәребеҙ һүҙ алды. Исемдәре әлегә билдәле булмаған йәш әҙиптәргә, ғалимдарға журнал биттәренән урын биреп, хатта ҡайһы берҙәренә тотош һанды бағышлап та (мин бында Салауат Ғәлләмовты күҙ уңында тотам), баҫма яңы «йондоҙҙар» асыуға өлөш индерҙе.

Мин журналыбыҙҙың милли мәнфәғәттәрҙән сығып уйланылыуы хаҡында әйттем. Айырып шуны ла өҫтәге килә: барлыҡ заманда ла ижтимағи аң өс таяуға таяна, улар – белем, мәнфәғәт һәм кешенең эске таянысы булған выжданы. Белем – ул, беләбеҙ, теория, ә уны файҙаланыуҙың үҙе түгел. Үҙе – мәнфәғәт, йәғни белемде үҙ маҡсатыңда ҡулланыу. Белемде һәм мәнфәғәтте намыҫҡа, выжданға ярашлы файҙаланғанда ғына йәмғиәт алға китә алалыр, тип уйлайым. Үкенес, беҙ әлегә выждан төшөнсәһе тарафынан тыйылған алымдар ҡулланылған, саралар маҡсаттарҙы аҡлай, тип инанылған донъяла йәшәйбеҙ. Һәр хәлдә тотош егерменсе быуат шундай булды. Шуға ла ул тарихтағы иң ҡанлы быуат булып иҫәпләнә. Бер түгел, ике Бөтә донъя һуғышы, тиҫтәләрсә бүтән яу, һалҡын һуғыш! Хәйер, бер егерменсе быуат ҡынамы? “Урал батыр” эпосында тасуирланған дәүерҙәрҙән алып килә түгелме ҡанлы саралар! Барса был хәл, минеңсә, әхлаҡһыҙ сәйәсәт һөҙөмтәһе. Мәғлүмәт баҫмаларында, мәнфәғәттәр тураһында яҙыуҙан тыш, барлыҡ дәүерҙәрҙә лә үҙгәрмәй торған мәңгелек ҡиммәттәр тураһында даими рәүештә һүҙ алып барылырға тейештер, тип иҫәпләйем. Ә улар – һөйөү, шәфҡәтлек, ихтирам, кешенең эске азатлығы, сафлығы, юғары әхлаҡ идеялары. Хәйер, быларҙың береһе лә һәр милләттең азатлығы идеяларына ҡаршы килмәй, киреһенсә, улар аша тормошҡа ашырыла түгелме? Шулай икән, беҙ күберәк демократия ҡиммәттәре тураһында яҙырға бурыслы булып сығабыҙ. Нимә ул демократия? Халыҡ власымы? Әллә халыҡтың үҙе менән идара итергә рөхсәт итеүеме? Маҡсатмы ул демократия, әллә сара ғынамы? Ә нимә ул тоталитаризм? Милләтселек нимә? Шулай уҡ та сепаратизммы ул? Хаталанмаймы был юҫыҡта власть идеологтары? Нимә ул дини экстремизм? Уҡыусыларыбыҙ менән ошо хаҡта асыҡлабыраҡ һөйләшергә ваҡыт етте, тип уйлайым. Сөнки тарихтың әленән-әле ҡабатланып тороу ғәҙәте бар. Йәнә лә өҫтән милли республикаларҙы бөтөрөп, унитар дәүләт тергеҙеү мәсьәләһе күтәрелә түгелме? Бынан егерме биш йыл элек яуланылған ҡаҙаныштарыбыҙ тартып алынып бөтөп бара. Ҡабат сигенер юл юҡ. Нишләргә? Ниндәй дәүләттә йәшәргә теләйбеҙ? Демократик илдәме? Ул саҡта уянырға ваҡыт, “шоңҡар”ҙаштарым – фекерҙәштәрем, ҡандаштарым ғына түгел, рухташтарым!

“Шоңҡар” журналы бөгөнгө илебеҙҙәге сәйәси хәлгә күберәк иғтибар итер, тип ышанғы килә. Ғөмүмән, мәғлүмәт саралары тура һүҙле, тимәк, дөрөҫтө әйтеүсе булырға бурыслы. Юҡҡа ғына журналист һөнәре донъяла иң хәүефлеләрҙән һаналмай бит! Бер юлы ялғанға ла, хәҡиҡәткә лә хеҙмәт итеү мөмкин түгел, барыбер һайларға тура килә. 90-сы йылдарҙа рөхсәт ителгән һүҙ азатлығы тоталитар диктатура ҡоролошоноң ысын йөҙөн асып күрһәтте. Күҙ алдына килтерәйек: тормошобоҙҙан был азатлыҡ бер нисә генә айға булһа ла юғалып торһа, сәйәси репрессияларҙың ҡабатланыуы ихтимал. Матбуғаттың өнөн тығыу – ул халыҡ өсөн ҡурҡыныс хәл. Хоҡуҡтарыбыҙ өсөн көрәшергә лә көрәшергә әле. Һәм был көрәштән 90-сы йылдарҙағы үҙаллылығыбыҙ емештәре булып донъяға килгән баҫмалар тәү сиратта ситтә ҡалмаһа ине.




Автор: Т. ҠАРАМЫШЕВА
Фото: Юлай Кәримов






Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»