RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Үҙе һылыу, үҙе талантлы

29.03.2019 Үҙе һылыу, үҙе талантлы

Резеда Хәйбуллина тыуған ауылында яҡташтарын мәҙәни тормошҡа ылыҡтырыуға ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәй

Матурлыҡ конкурстарында еңеүсе ҡыҙҙарға һәр ваҡыт иғтибар ҙур була. Хатта тиҫтә йылдар үтһә лә, кешеләр уларҙың тормошо, эшмәкәрлеге, ғаиләһе менән ҡыҙыҡһына. 2004 йылда үткән иң тәүге “Салауат йыйыны”ның “Сая ҡыҙҙар” конкурсы еңеүсеһе булған Резеда Әбделғужинаның (хәҙер инде Хәйбуллина) да йәшәйеше менән ҡыҙыҡһыныусылар байтаҡ. Интернет селтәре аша дуҫтарға өҫтәгән һәр кем уның ҡайҙа йәшәүен һәм эшләүен һораша.

– Тыуған яғымда, Ейәнсура районының Үрге Муйнаҡ ауылында йәшәүемде белгәс, күптәр аптырай. “Нисек ауылда? Балаларың да ауыл мәктәбендә уҡыймы?” – тигән һорауға һәр саҡ: “Эйе”, – тип яуап бирәм. Беренсенән, ауыл мәктәбен тамамлап та, тормошта юғары маҡсаттарға ирешкәндәр бар. Үҙем дә Өфөлә уҡыуҙы маҡсат итеп ҡуйманым: Ейәнсура башҡорт гимназияһын тамамлағас, Салауат музыка училищеһына уҡырға индем. Икенсенән, бөгөн ауылда ла ҡалалағы кеүек уңайлыҡтар менән йәшәргә була. Ә бындағы саф һауа менән тыныслыҡ ҡалалағыларҙың төшөнә лә ингәне юҡтыр, – ти, йылмайып.

Резеда Факил ҡыҙы, һигеҙ йыл район мәҙәниәт йортонда эшләгәндән һуң, 2011 йылда тыуған ауылына күсеп ҡайта. Шунан башлана ла инде ауылдағы күңелле һәм матур мәҙәни тормош. Ете йыл ете көн кеүек елеп кенә уҙғандай: бер-бер артлы килгән байрамдарға көндәлек эштәр үрелеп, көндәр – аҙнаға, аҙналар айға бәйләнә. Урта һәм Үрге Муйнаҡ ауылдарын берләштергән мәҙәниәт йортонда тормош ысынлап та гөрләй: бейеү һәм йыр ансамбле, театр түңәрәге эшләй. Район кимәлендәге бер генә конкурс та, фестиваль дә был ауыл таланттарынан тыш үтмәй: Резеда үҙе ойоштороу эштәрендә әүҙем ҡатнаша, әҙерләгән бәйгеселәре гел призлы урындар яулай.

Ғаиләлә милли көрәш буйынса Башҡортостан чемпионы булған өс ағаһы, бер ҡустыһы янында үҫкән берҙән-бер ҡыҙ ул Резеда. Шуға ла холҡона бер аҙ саялыҡ, шуҡлыҡ, шаянлыҡ һәм тура һүҙлелек хас (юҡҡа ғына “Сая ҡыҙҙар” конкурсында халыҡты бейеп кенә түгел, һыбай сабып та, уҡтан мәргән атып та хайран итмәне бит!). Шул уҡ ваҡытта ҡатын-ҡыҙҙарға хас сабырлыҡ, уңғанлыҡ һәм нәзәкәтлек тә бар.

Сәхнәне яратыуы өсөн Резеда тәүге уҡытыусыһы Гөлнар Әҙип ҡыҙы Юлдашбаеваға рәхмәтле. Хәреф танырға өйрәтеү менән бер рәттән, ул уҡыусыларын бейеүгә лә ылыҡтыра. Шуға ла уҡытыусыһы Ейәнсура башҡорт гимназияһына эшкә күскәс, ҡыҙ шунда уҡырға бара. Артабан Йәмил Йәнбәков етәкләгән “Оло Эйек” бейеү ансамблендә сығыш яһай башлай. Йыр уҡытыусыһы Фәнүр Тоҡомбәтов унда йырға һәләт барлығын да асыҡлай. Шуғалыр ҙа Резеда хәҙер үҙе лә балалар менән эшләргә ярата. Ситтән тороп Башҡорт дәүләт педагогия университетының Сибай факультетын тамамлай. Ире Илнур менән Рәмил һәм Лениза исемле балалар үҫтерә.

Тынғыһыҙ йәндәр эргәһендәге кешеләргә лә тыныс ҡына йәшәргә ирек бирмәй, тиҙәр. Резеда Хәйбуллинаға ҡарап, ысынлап та шулай булыуына ышанаһың. Былтыр башҡа ауылдарҙың мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре менән концерт программаһы әҙерләп, район буйлап гастролдәр ойошторҙо. Тамашасыларға рухи аҙыҡ, яҡшы кәйеф булһа, билет һатҡан аҡсаға мәҙәниәт йорттарында төрлө сара ойошторолдо. Быйыл иһә “Өҫкәлек буйы егеттәре” проектын тормошҡа ашырып, Мәзит, Ғәббәс, Өмбәт, Урта, Түбәнге һәм Үрге Муйнаҡ ауылдарының көслө заттары менән матур тамаша әҙерләне. Унда ситтә йәшәгән билдәле шәхестәр ҙә ихлас ҡатнашты.

– Әлбиттә, ауылдарҙа эшһеҙлек проблемаһы ҙур. Балаларын ҡалдырып, ирҙәр генә түгел, ҡатындар ҙа ситкә эшкә китә. Үҙ эшем менән яҡташтарыма аҙға ғына булһа ла проблемаларҙан арынырға ярҙам итһәм, бәхетлемен. Тамаша залынан кешеләр йылмайып сыға икән, тимәк, һалған көсөм юҡҡа түгел, – ти райондың алдынғы мәҙәниәт хеҙмәткәре, сая һәм талантлы Резеда Хәйбуллина.




Автор: Г. Ҡыуатова
Фото: vk.com






Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»