RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Милләттәштәребеҙ «Ҡурай»һыҙ ҡалырмы?

25.01.2011 Милләттәштәребеҙ «Ҡурай»һыҙ ҡалырмы?

Милләттәштәребеҙ «Ҡурай»һыҙ ҡалырмы?«ҡурай» йыр-моң каналына әле күптән түгел генә гәзит уҡыусылар менән бергәләп исем һайлағайныҡ. Халыҡсанлығы менән яңы канал тиҙ арала тамашасыларҙың һөйөүен яуланы. Быны телеканал редакцияһына килгән әллә күпме хат та дәлилләй. Уны спутник буйынса Калининградтан алып Көньяҡ Сахалинға тиклем ҡарайҙар, Үзбәкстанда, ҡаҙағстанда, Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, күрше өлкәләрҙә йәшәүсе милләттәштәребеҙҙең йыуанысы ул. Германиянан, Американан, ҡытайҙан килгән хаттарҙа ла рәхмәт һүҙҙәре яңғырай. Әммә, баҡтиһәң, «ҡурай»ҙың эштәре ул тиклем үк көйлө түгел икән. Редакциябыҙға күптән түгел генә Гәүһәр исемле инәй хат алып килде.
«Һаумыһығыҙ, хөрмәтле «Йәшлек» гәзите хеҙмәткәрҙәре!
Һеҙгә был хатты Өфөлә йәшәүсе бер нисә пенсионер инәй яҙа. Беҙ инде күптән хаҡлы ялдабыҙ. Йылдар үткән һайын ҡартаябыҙ, төшөнкөлөккә бирелә барабыҙ, кемдер – яңғыҙлыҡтан, кемдер ауырыуҙан ғазаплана, кемдәребеҙҙең ғаиләһендә ҡыйынлыҡтар тыуа. ҡыҫҡаһы, ҡартлыҡ шатлыҡ түгел, тип юҡҡа әйтмәй­ҙәр бит.
Бына күптән түгел «ҡурай» каналын ҡарай башлағайныҡ. Бик матур канал, үҙебеҙҙең башҡорт бейеүҙәрен, йырҙарын, тапшырыуҙарын кинәнеп ҡарайбыҙ. Әммә, үкенескә күрә, каналда эшләүселәрҙең тапшырыуҙар төшөрөргә мөмкинлектәре юҡ икән. Элек унда 11 кеше эшләгән булһа, хәҙер дүртәүгә генә ҡалдырғандар, монтаж бүлмәләре, студиялары ла юҡ. Ә бит беҙ йырҙар, бейеүҙәр, башҡортса тапшырыуҙар, Башҡортостан филармониялары артистарының сығыштарын ҡарарға теләйбеҙ. Ниңә «ҡурай»­ҙарҙың ундай мөмкинлектәрен сикләгәндәр икән?» – тигән борсоулы юлдар бар ине.
Өҫтәүенә хаттың аҫтына ун ҡултам­ға ҡуйылған. Ябай телевизор ҡараусыларҙың борсоулы һорауҙарына яуап алыу, өҫтәүенә, «ҡурай» каналының тын алышын белер өсөн телеүҙәккә юлландыҡ.
Һәр тапшырыуҙары фекерле
Милләттәштәребеҙ «Ҡурай»һыҙ ҡалырмы?
Телеканал «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы базаһында ойошто­рол­ған. Тәрбиәүи әһәмиәте лә ҙур «ҡурай»ҙың. «Һәр бер тапшырыу мәғәнәле, фекерле булырға тейеш», – ти был хаҡта каналдың баш мөхәррире Айгөл Әхмәҙиева. Ошо йүнәлештә бында бик күп эш башҡарыла. Әллә нисәмә йыл буйына телевидение архивында йыйылған иң һәйбәт тапшырыу­ҙарҙы, концерттар­ҙы, халыҡ яратып тыңлаған йырсылар, бейеүселәр, актерҙарҙың сығышын күрһәтәләр. «Йәшмә», «Һандуғастар төйәге», «Таныш көйҙәр», «Моң илсеһе», «Аҫылйәр», «Наза» тапшырыуҙарында һәр кем күңеленә ятышлыһын таба ала. «ҡурай» ТӨРКСОЙ халыҡ-ара ойошмаһы менән дә хеҙмәттәшлек итә. Телеканалда төрөк йырҙарын да ҡуялар. Ошо бәйләнеш һөҙөмтәһендә донъяның 19 илендә күрһәткән төрөк телевидениеһы аша башҡорт йырҙары яңғырай, республикабыҙ тураһында мәғлүмәти тапшырыуҙар күрһәтелә. Канал тәүлек әйләнәһенә эшләй. Ул дүртәр сәғәтлек алты блоктан тора.

Башҡортостанда дубляж бүлеге ҡабат тергеҙелде
Милләттәштәребеҙ «Ҡурай»һыҙ ҡалырмы?
Яңы пландар, уй-ниәттәр менән йәшәй «ҡурай». Башҡортостандағы беренсе йыр-моң каналы музыкаль тапшырыуҙар күрһәтеү менән генә сикләнеп ҡалмай. Унда дубляж бүлеге лә булдырылған. Айгөл Уйылдан ҡыҙы Татарстанға бер барып ҡайтыуында ТНВ каналының ун йыл тирәһе эшләп килгән дубль-видео бүлегенең эшмәкәрлеге менән таныша. Баҡтиһәң, унда халыҡ инде әллә нисәмә йыл татар телендә сериалдар ҡарап кинәнә икән. Үҙебеҙҙә лә шундай дубляж бүлеген булдырыу теләге менән янып ҡайта ул. Әммә бүлек булдырыр өсөн ниндәйҙер аҡса бүленмәй, эшкә йәмәғәт башланғысында тотоналар. Элекке директор­ҙары Рәмис Рәжәп улы Дәүләтбаев студия бүлеп бирә һәм техник яҡтан кәрәкле әйберҙәр менән тәьмин итә. Ситтән кеше йәлеп итмәйҙәр, үҙҙәренән актерҙар йыйып, 2010 йылдың башында ошо бүлекте ойошторалар.
Тәүге дубляж аша үткән сериалдары әле Башҡортостан юлдаш телеканалында бара. Ул – «Эдера» итальян фильмы. 44 сериянан торған картина 15 ноябрҙә экрандарға сыҡты. Бында күрһәтелеп бөткәс, «ҡурай»ҙа ла күрһәтеләсәк. Башҡортса яңғыраған итальян фильмын халыҡ яратып ҡарай, телефондан шылтыратып, рәхмәт белдерәләр. «ҡайһы берҙәре хатта, ниндәй киностудия төшөрҙө, тип тә һорай, – тип көлә Айгөл Әхмәҙиева. «Эдера» сериалы матурлығы, йомшаҡлығы, яғымлылығы менән халҡыбыҙға яҡын, тап шунлыҡтан уны һайлағандар ҙа инде. Юғиһә Рәсәй телевидениеһын үлтереш тә, ҡан ҡойош, йүнһеҙлеккә илтеүсе фильмдар баҫып алған. Ә бында «Эдера» фильмы аша кешеләрҙең бер-береһенә ҡарата матур мөнәсәбәтен, нисек матур, ипле һөйләшеүен, этикет ҡағиҙәләрен күреп, өйрәнергә була.
Шулай, телевидениела эшләүсе коллегалары Варисә Ниғмәтуллина, Клара Шәрипова, Зөлфиә Сафина, Зилә Ниғмәтуллина тәржемә эшләгәндән һуң, башҡортса күрһәтелгән йәнһүрәттәр, сәхнә, телевидение аша тауыштары күптән таныш Фирҙәт Ғәлиев, Фәрүәз Урманшин, Зилә Дибаева, Фирҙәүес Харисова тексты уҡый башлай. Әммә уҡыйҙар тип кенә әйтеү дөрөҫ булмаҫ ине. Сөнки улар был эште бөтә күңелен һалып башҡара, һәр ҡайһыһы әллә нисәмә ролде әллә нисәмә кеше образына инеп, төрлө тауыштар менән уҡый. Америка фильмдарының ҡайһы берҙәрен ҡурҡыныс тауыш менән тик бер генә, ә Татарстанда бөтә ролдәрҙе тик ике генә кеше уҡыһа, беҙҙә иһә ысын художестволы тәржемә килеп сыға. «Кинола, сәхнәлә уйнағанда, иркенлән китеп, бөтә әйтергә теләгәнеңде ым-ишара, хәрәкәттәр менән дә еткереп була. Ә тар студияла ултырып, роль уҡығанда бар ҡоралың – тик тауышың ғына. Геройҙың бар уй-кисерештәрен еткереү еңелдән түгел, шуға ла беҙ улар менән йәшәй башлағанбыҙ, ролгә инеп бөткәнбеҙ инде», – ти Фирҙәүес Харисова.
«Был эште ҡыҙыҡ күреп башлағайныҡ, үҙебеҙ ҙә ҡыҙығып киттек. Һәр кем төп эшенән тыш (Фәрүәз Урманшин менән Фирҙәт Ғәлиев – радиола алып барыусылар, Фирҙәүес Харисова – телевидение режиссеры, Зилә Дибаева – «ҡурай» каналында мөхәррир һәм фильмдың режиссеры) килеп, буш ваҡыты булғанда үҙ ролдәрен уҡып китә», – Зилә Дибаева өсөн был фильм тотош бер донъяға әйләнгәне күренеп тора. Үҙен героиняларына ла оҡшата ул. Әйткәндәй, героиня тигәндән, ҡыҙыҡ хәлдәр ҙә булып бөтә. Сериалдың төп героиняһы Эдера ауырлы була һәм бала таба. Уның ролен уҡыусы Асия Шаһмина ла тап шул ваҡытта декрет­ҡа китә. Әле төп ролде Зилә Дибаева уҡый.
Тәүге фильмдың уңышы был эштең дауамы буласағына өмөт уята. Мөмкинлек булһа, артабан фәнни-популяр, документаль фильмдарҙы ла тәржемә итергә иҫәптәре бар. Шулай уҡ Төркиә, Афғанстан, Үзбәкстан фильмдары беҙҙең менталитетҡа яҡын булыуы менән иғтибар­ҙы йәлеп итерлек. Фильмдарҙы һатып алыу буйынса һөйләшеүҙәр алып барыла, әммә бөтә нәмә әлеге лә баяғы аҡсаға ҡайтып ҡала.
Әйткәндәй, өлкәнерәк быуын кешеләре беләлер, Башҡортостанда дубляж бүлеге элек тә бик әүҙем эшләгән булған. Уны Аҡмир Нуретдинов етәкләгән. «Американан килеп, беҙҙә компьютерҙар булмаған саҡта уҡ «Иисус Христос» фильмын тәржемә итеп уҡынылар. Был беҙҙең өсөн бик аптырарлыҡ күренеш булғайны. Дубляж бүлегендә эшләүе бик ҡыҙыҡлы ине. Илшат Йомағолов, Хәй Фәхриев, Зәйтүнә Бикбулатова кеүек ҙур артистар беҙгә, әле йәш кенә студенттарға, тиң итеп ҡарай, үҫергә, үҙебеҙҙе һынарға мөмкинлек бирә ине. Шул саҡ әллә күпме фильм тәржемә ителде. Әммә, үкенескә күрә, улар бөгөн күрһәтелмәй, бәлки, юғалып та ҡалғандарҙыр. Заман еле ҡағылып, дубляж бүлеге ябылды. Кәрәкле техника ла, аҡса ла булманы. Шуға беҙҙә дубляждың тергеҙелеүе бик ҡыуаныслы хәл», – Фирҙәт Ғәлиевҡа, баҡтиһәң, был эш күптән таныш һәм танһыҡ икән.
Милләттәштәребеҙ «Ҡурай»һыҙ ҡалырмы? «ҡурай» каналының проблемалары бөгөнгә асыҡ ҡала. Социаль канал булғанлыҡтан, рекламанан да аҡса килмәй. Монтаж бүлмәһе, студия, тапшырыу төшөрөргә мөмкинлек булмауы көйөндөрһә лә, иң ҡурҡынысы ул түгел әле. Каналдың тапшырыу­ҙары август айына тиклем интернетта он-лайн режимында күрһәтелгән булған. Төмән өлкәһендә йәшәүселәр, мәҫәлән, бик хафаланып шылтырата, сөнки башҡорт каналын тап интернет селтәре аша ҡарап ҡыуанғандар. Италияла йәшәүсе милләттәшебеҙ Тәнзилә Ғилманова ла илай-илай шылтырата икән. Силәбе, ҡурған, Ырымбур, Свердловск, Татарстан башҡорттары тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Ярай, әлегә каналды юлдаш тәрилкәһенән ҡарайҙар, әммә уның аҡсаһы апрель айына тиклем генә түләнгән. Артабан «ҡурай»ҙың нисек көн итере билдәһеҙ. Кабель телевидениеһы ғына тороп ҡалһа, каналды Баш­ҡор­тостан ҡалаларында ғына ҡарай аласаҡтар. Ә сит илдәрҙә, өлкәләрҙә йәшәүсе, туған йыр-моңдарына, туған телен ишетеүгә сарсаған милләттәштәребеҙ нимә эшләргә тейеш? Пекинда, Италияла, Германияла ла көтәләр бит «ҡурай»ҙың таныш, күңелдәрҙе иретер туған моңон.

Руфина ДӘҮЛӘТОВА.
Ю. КӘРИМОВ фотолары.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»