RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бер картина тарихы

26.06.2018 Бер картина тарихы

Бер картина тарихы
– Эшем буйынса миңә 1984 йылда Өфөгә мәғарифты үҫтереү институтына курсҡа барырға тура килде. Дәрестәрҙән һуң бер көндө беҙҙе крайҙы өйрәнеү музейына экскурсияға алып барҙылар. Экскурсовод һөйләй, ә мин Ҡасим Дәүләткилдеев ижадына арналған бәләкәй генә стендҡа иғтибар иттем, – тип башланы һүҙен Инйәрҙәге 2-се башҡорт мәктәбенең физика-математика уҡытыу­сыһы Ләлә Ғайса ҡыҙы Мостафина. – “Зәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙы” картинаһын күреп ҡалдым да шаҡ ҡаттым. Күҙҙәр... шул тиклем таныш күҙҙәр. Был тиклем дә ҡәйнәмә оҡшар икән. Ҡулының итәгенә һалыуына тиклем. Ул ваҡытта бәләкәй генә ҡыҙ бала булған бит инде.
Тәүге профессиональ башҡорт рәссамы Ҡасим Дәүләт­килдеевтың был картинаһы иң уңышлы эштәренең береһе һанала. 1941 йылда ул Третьяков галереяһында ла тора.
Зәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙы... Кем һуң ул? Оҙаҡ йылдар был йәш башҡорт ҡыҙы исемһеҙ, йыйылма образ булып йөрөй. Ә ул үҙебеҙҙең яҡташыбыҙ, Белорет районының Уҫманғәле ауылы ҡыҙы Мәрйәм Йомағолова булып сыға. Уҫманғәлелә тыуып үҫеп, аҙаҡ үлгәнсе ошо райондың Береш­тамаҡ ауылында ғүмер кисерә. Ә Ләлә Ғайса ҡыҙы – кинйә улы Салауаттың ҡатыны.
– Музейҙан ныҡ тулҡынланып сыҡтым, – тип һүҙен дауам итте Ләлә Ғайса ҡыҙы. – “Был минең ҡәйнәм”, – тигән уй тынғы бирмәне. Картинаның Нестеров музейында һаҡланғанын һорашып белдем дә ҡайтҡас, был турала иремә һөйләнем. Шунан икәүләп йәнә баш ҡалаға юлландыҡ. Килеп ингәс тә иптәшем: “Мин әсәйемде күрергә килдем”, – тине. Музейҙың бүлек мөдире Валентина Сорокина аптырап китте. Беҙ хәлде һөйләп аңлаттыҡ. Шунан һаҡлағыстан портретты килтерҙеләр. Бик ҙур түгел. Ҡулыбыҙға алғас та артын әйләндереп ҡараныҡ. Унда “Деревня Усмангали, Белорецкий район. Юмагужина Марьям, сентябрь, 1928 йыл” тигән яҙыуҙы уҡыныҡ та шаҡ ҡаттыҡ. Барыһын да аңланыҡ. Валентина Михайловнаның иҫе китте. Бер аҙ ышанмайыраҡ торҙо, хатта. Һуңынан телевидение хеҙмәткәрҙәре менән килеп төшөрөп алып та киткәйнеләр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул тапшырыуҙы беҙ күрә алманыҡ.
– Ниндәйҙер кешеләр килеп һүрәткә төшөрөп алып киткәйне, – тип гел генә һөйләгән була әбей, ләкин ул ваҡытта бер кем дә быға артыҡ иғтибар бирмәй.
...12 йәшлек ҡыҙ урамда эштәрен бөтөрөп ингәндә ишек төбөндә ике ят кешене күреп, ҡурҡып, туҡтап ҡала. Уларҙың береһе – ҡара мыйыҡлы, оҙон, ябыҡ, сәйер генә бүрекле, икенсеһе буйға ҡайтышыраҡ була. Уныһы ҡулъяулыҡты дүрт мөйөшөнән төйнәп, башына шуны кейгән. Башҡортса һөйләшәләр. Оҙонорағы (Ҡасим Дәүләткилдеев) Мәрйәмдән матур күлдәген кейеүен һорай. Үҙен һүрәткә төшөрәсәге тураһында әйтә. Ҡыҙ тыңлаусан ғына ризалаша. Уны урын кейеме өйөлгән һикегә ултырталар. Апаруҡ ваҡыт үтә. Ҡыҙ эстән генә: “Әсәйемдәр ҡайтһа, эләгә инде, бер нәмә лә эшләп өлгөрә алмайым”, – тип ҡайғыра. Был турала ағайҙарына әйтер ине, ҡурҡа.
Бына шулай яҙыла әлеге билдәле картина. Данлыҡлы рәссамдың булып киткәнен ауылда белмәй ҙә ҡалалар.
Мәрйәм әбейҙең ире Мирсәйет үҙенең дуҫы Баһау менән Берештамаҡ ауылына Берештән күсеп сыға. Улар ошо ауылға нигеҙ һалыусылар ҙа булып тора. Бер иштән генә йорт төҙөп, 1936 йылда күрше булып йәшәй башлайҙар. Ләкин оҙаҡ йәшәргә тура килмәй, һуғыш башлана. Фронтҡа китер алдынан ике дуҫ бер-береһенә һүҙ бирешә – әгәр яуҙа береһе ятып ҡалһа, иҫән ҡалғаны уның ғаиләһенә ярҙам итәсәк. Мирсәйет яу яланында һәләк була. Мәрйәме Зинзия менән Рәйсә исемле ике ҡыҙы менән тороп ҡала. Баһау контузия алып, 1943 йылда ҡайтып төшә. Вәғәҙә иткәненсә, дуҫының ғаиләһен ярҙамынан айырмай. Аҙаҡтан өйләнеп, ике ҡатын менән йәшәй. Мәрйәмдең Баһауҙан тағы ла Әнисә, Садретдин, Салауат тигән балалары тыуа. Мәрйәм төҫкә һылыу, егәрле, аш-һыуға оҫта ҡатын була. Ирҙәр эше тип тормай, бөтәһен дә башҡара. Кәрәк булһа, елдереп атта һыбай сығып китә. Матур йырлай.
Баһау бабайҙың тәүге ҡатыны Зәлифәнән ете балаһы була. Улар тағы ла Хәтимә исемле етем ҡыҙҙы ҡарай. Бөтәһе 13 бала. Икмәк табыу­сы берәү генә. Ләкин улар бер ваҡытта ла һүҙгә килешмәйҙәр. Булғанын уртаҡлашып татыу ғүмер итәләр. Береһен дә ситкә типмәй­ҙәр. Балалар бергә уйнап үҫә. Әйткәндәй, әле лә аралашып йәшәйҙәр.
– Ҡәйнәм менән 13 йыл бергә йәшәнек. – Ләлә Ғайса ҡыҙы йәнә хәтирәләргә бирелде. – Минең өсөн шул тиклем һәйбәт булды. Балаларымды ҡарашты. “Килен, өйҙә икәүләп ултыра алмайбыҙ. Балаларҙы мин ҡарайым, һин эшкә сыҡ инде”, – тип дүрт айлыҡтан ҡыҙҙарымды ул алып ҡалды. Үҙемдең ейән-ейәнсәрҙәрем тыуғас ҡына был эштең ни тиклем ауыр икәнен аңланым. Шул тиклем ҙур ярҙам күрһәткән икән ваҡытында ҡәйнәм. Ойоҡбаш, бейәләй бәйләүҙең ни икәнен дә белмәнем. Үҙен һәр ваҡыт рәхмәттәр әйтеп кенә иҫкә алам. Үкенестә түгел, иҫән саҡтарында донъя күрһәтеп йөрөттөк. Салауат Мәскәүгә лә алып барҙы, Кремлде күрһәтеп алып ҡайтты. Эй уға ҡыуаныуҙары. Урындары йәннәттә булһын.
1989 йылда 73 йәшендә Мәрйәм әбейҙең йөрәге тибеүҙән туҡтай. Ул Берештамаҡ ауылында ерләнгән. Ә теге ике бер иш йорт әле лә бар. Күпме иҫтәлек, билдәле рәссамдың эҙҙәре һаҡлана унда.
Беҙ мәктәптә уҡыған ваҡытта зәңгәр күлдәкле ҡыҙ һүрәте дәреслектең артында була торғайны. Күрше ауылда ғына йәшәгәнен ул ваҡытта кем белгән инде? Берештамаҡ минең тыуған ауылым Йөйәктән 12 саҡрым алыҫлыҡта ғына ята. Синыфыбыҙ менән барып күргән дә булыр инек, бәлки...

Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА.
Белорет районы.

Бер картина тарихы
Бер картина тарихы










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»