RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Бәйләнештә булайыҡ”

28.01.2018 “Бәйләнештә булайыҡ”

“Бәйләнештә булайыҡ”
– Һеҙ “Йәшлек”тең хәбәрсеһеме? – ҡатын кешенең тулҡынланғаны һиҙелде.
– Эйе, – тинем. Ғәҙәттә, киске ваҡытта шылтыратҡандарҙың һүҙе оҙон була, шуға креслоға менеп ҡунаҡланым.
– Минең... мин... – нисек итеп һүҙен башларға белмәй ҡаңғырҙы, – ни... һөйләшергә, кәңәшләшергә, тимме икән... әллә һеҙҙе бушҡа эшегеҙҙән айыраммы?
– Һеҙ бик ваҡытлы шылтыраттығыҙ, – ысын шулай – бөтә эште бөтөрөп, ҡулыма китап алырға ғына йөрөгәйнем.
– Ярай, атыу, – йомшаҡ итеп “әтеү” тимәне, ҡаты итеп әйтте, ҡыйыулығы артты. – Һөйләйһе хәбәрем, ни... Хәбәр ҙә түгел инде ул, тотош ғүмер... Иремдең һөйәркәһе бар.
Һуңғы һөйләмде бер тында әйтте лә, шымды.
– М-да, – ҡулыма ҡәләм алдым, блокнот битенә сыймаҡлап йондоҙҙар яһарға тотондом. – Була торған хәл.
– Ирем уны шундай ярата, – әллә иламһырап ҡуйҙы, әллә миңә шулай тойолдо ғына. – Ә мин... бер рәхмәтлемен ул ҡатынға, бер күрә алмайым, изалап бөттөм. Бер кемгә лә һөйләп тә булмай.
“Ыҙалап” тигәнде “изалап” тине. Учалылар ғына шулай тиме икән әллә башҡа райондарҙа ла ул һүҙҙе ҡулланалармы?”– тип уйлап, тауыш бирҙем:
– Әйҙәгеҙ, баштан башлайыҡ.
Трубканың теге яғында ҡаушап ҡалдылар, буғай. Ә минең үҙемде “баштан” һүҙе йөрәк­һеттесе: элек, балалар бәләкәй саҡта, йоҡлар алдынан әкиәт һөйләгәндә, йыш ҡына уларҙың башын ҡатыра торғайным: “Йәшәгән, ти, әбей менән бабай, уларҙың өйө, мунсаһы, һарайы – бар нәмәһе булған, ти, таштан. Һөй­ләйемме баштан?” Эскерһеҙ бәләкәстәр: “Эйе”, – тигән була. Һәм һин, өлкән кеше, шаярып ошо ике һөйләм менән бер туҡтауһыҙ уларҙың мейеһен ҡайнатаһың...
– Баштан? Вис баштанмы?! – ҡатын телгә килде, шаулап трубкаға тын алды. – Мин кейәүгә көсләшеп сыҡтым. Сәпсим үк муйынына аҫылынып түгел. Әхирәтем туйына шаһит итеп саҡырҙы. Кейәү яғынан шаһит – күрше ауыл егете ине. Төҫкә-башҡа матур, ҡалҡыу буйлы. Миңә әллә ни ҡараманы ла. Ҡыҙы барҙыр, тип, уға ҡарата һеләгәйемде ағыҙмаҫҡа тырыштым. Иҫе­решеп алған ҡунаҡтар бер заман кәләш менән кейәүҙе генә түгел, беҙҙе лә бергә “ҡушты”: ҡосаҡлашырға ла, бергә уйындар­ҙа ҡатнашырға ла мәжбүр иттеләр, хатта “әсе” лә ҡысҡырҙылар. Туй күңелле үтте. Иң һуңында кәләш менән кейәүҙе еңгә йортона ҡуныр­ға алып барғас, беҙ улар менән бергә ҡалдыҡ. Еңгә тейешле кеше, туй мәжлесенә кире барыр алдынан, кескәй табын әҙерләп, өҫтәлгә шараптар ҙа ҡуйғайны. Ҡыҙмаса булып алған егеттәр беҙҙе лә шампан шарабынан ауыҙ итергә ҡыҫтаны. Шуғаса тәмләп ҡараған нәмәбеҙ түгел ине, әхирәтем дә, мин дә иҫерҙек тә ҡуйҙыҡ. Талсығыуыбыҙ ҙа, тулҡынланыуыбыҙ ҙа еткәндер инде. Утты һүндереп, музыка ҡуйып, кәләш менән кейәү ҡосаҡлашып бейергә төшкәс, шаһит егет мине дивандан торғоҙоп, ҡосағына тартты. Шарап шауҡымы, ярым ҡараңғылыҡ, музыка... Ирендәр үҙенән-үҙе бер-береһенә тартылды... Иртән дөбөр-шатыр өйөнә ҡайтып ингән хужабикәнең шат тауышына уянып киткәндә, уның ҡосағында ята инем. Ҡотом алынды. Эш бөткәйне... Әсәйемдең, ҡыҙ кешенең төп байлығы шул, башыңды юғалт­һаң юғалт, шуныңды һаҡла, ир-егет аҫтына йәйелеп ятма, тигән һүҙҙәрен иҫләп, үкереп илап ебәрмәҫ өсөн юрғандың ситен тешләнем. Күҙемдән йәштәрем субырлап ҡойолоп китте. Егет тә уянды. Күҙҙәрен асып, бер әүәл түшәмгә төбәлеп ятты, шунан башын минең яҡҡа бороп, илама, тине йомшаҡ ҡына. Уның йомшаҡ тауышына оторо ярһып түгелдем. Ул тороп ултырҙы, ныҡ ауыр көрһөндө. Иҙәндә туҙып ятҡан кейемен үрелеп алып кейгәс, миңә ҡарамай ғына ҡабат өндәште: “Илама. Өйлә­нешербеҙ”. Һүҙендә торҙо. Ул шундай кеше, әйтә икән, таш яуып торһонмо, һыуҙар кирегә аҡһынмы, һүҙен тота. Туйҙан һуң беҙгә киттек. Икебеҙҙең ҡиәфәткә ҡарап, әсәйемдең шунда уҡ йөҙө йәмерәйҙе. Уның: “Нимә?” – тип әйтеүе булды, буласаҡ ирем, йүнләп айынмаған да килеш, эште боҙоп ташлағанбыҙ, тине. Ҡыҙыу ҡанлы әсәйем әрләп, тәүҙә уны бәргесләп сығарҙы, шунан, исемләп әйтеп, шуныңды йәйеп ятҡас, һинең хәҙер баҙарҙа хаҡың – һуҡыр бер тин, тип мине оҙон һепертке менән ярҙы. Ни эшләйем һуң, тип илағас, сыҡ та аҫылын, тине: “Миңә лә бынан һуң аҫылынырға ғына ҡалды”. Күреүегеҙсә, икебеҙ ҙә теребеҙ... Атай эштә ине, ул белмәй ҙә ҡалды. Ә, бәлки, һиҙенһә лә (әсәйем бик оҙаҡ туҙынды бит), ләм-мим өндәшмәне. Ҡустыларым да ҡыҫылманы, икенсе бүлмәгә боҫҡайнылар... Мине туҡмап арығас, әсәйем, туҙған һеперткене ишек төбөнә бәреп, ҡоҙалыҡҡа килһендәр, тине: “Баш­һыҙлығың арҡаһында бәхетеңде аяғың аҫтына һалып тапаның”. Фатихаһы шул булды. Туйыбыҙ ҡарамаҡҡа гөрләп үткәндәй булһа ла, ысынында иһә, үтә күңелһеҙ ине. Ирем бер туҡтауһыҙ көрһөндө, мин уфтандым, әсәйем ҡарашы менән мине өтөп-өтөп алды. Туй тамамланып, ҡунаҡтар таралышҡас, ата-әсәһен оҙат­ҡандан һуң өйгә инергә ашыҡмаған иремә тәҙрә аша ҡарап, әсәйем әлеге лә баяғы һүҙен ҡабатланы: “Башһыҙлығың арҡаһында бәхетеңде аяғың аҫтына һалып тапаның. Үҙеңдекен генә түгел, уныҡын да... Кейәү алдында түшәлеп ят, сәсең менән ерҙе һепер...” Атай-әсәйем иремде ярата, уның өсөн өлтөрәп торалар. Мин үҙем дә уны яратам, тик ул ғына һалҡыныраҡ. Юҡ, ул ҡаты ла түгел, миңә ҡарата үтә яҡшы мөғәмәләлә, инде өс балабыҙ бар, ә шулай ҙа...
Хәҙер ваҡиғалар майҙанында өсөнсө герой – иренең һөйәркәһе пәйҙә буласаҡ (әйткәндәй, уның алдан дуҫлашып, йәрәшеп йөрөгән ҡыҙымы икән?), тип уйлап та өлгөрмәнем, трубка уфтанды:
– Өсөнсөһөнә малай алып ҡайт­ҡас, уның “тояғын” йы­уырға туған-тыумаса йыйылды, улар таралышҡас, һуңлап иремдең дуҫы килде. Малайҙы “йыуып” оҙаҡ шаулашып ултырҙылар. Телдәре көрмәлешеп бөттө. Бәпәйҙе имеҙеп ятып, серем итеп киткәнмен. Кинәт урынлашҡан тынлыҡҡа һиҫкәнеп уяндым. Ярым шыбырлашыуға күскәндәр икән.
– Ышанаһыңмы? – ти ирем.
– Ышанам, – ти дуҫы.
– Шулай ҙа була икән ул тормошта, – тип һуҙҙы ирем. – Бер кемде лә яратҡаным юҡ ине. ЗАГС-ға инеп барабыҙ кәләш менән ғариза бирергә, ә ул сығып бара. Ишек янында бәрелешә яҙҙыҡ. Кәләш ни, танк та инде ул, инде лә китте, ә ул, бер аҙым артҡа баҫып, миңә юл бирә. Мәйтәм, мин ирме, түгелме. Ишекте тотоп, үҙем уға юл бирҙем. Рәхмәт әйткәндәй, йылмайҙы ла, баш эйеп сығып китте. Быяла ишек аша артынан ҡарап ҡалдым. Ҡарамайым, тиһәм дә, күҙҙәрем үҙҙәре ҡараны. Магнит кеүек тартылды. Шулай ҙа була, туғанҡай, бер ҡарауҙан да ғашиҡ булаһың икән...
Иремдең шулай асылып һөйләшкәнен ишеткәнем юҡ ине. Асыҡ күренһә лә, йомоғораҡ кеше ул. Эсендәгеһе тышында түгел. Ҡымшанырға ла ҡурҡып ята бирәм. Ә үҙемдең йөрәк күкрәк ситлегенән атылып сығып бара. Сөнки иремдең һәр һүҙе йөрәгемә уҡ кеүек ҡаҙала:
– Тағы ла осратырмын, тип уйламағайным, тик яҙмыштың үҙенең пландары беҙҙең иҫәпкә. Осраҡлы рәүештә тап булды. Дә-ә, шулай, туған...
– Булдымы һуң арағыҙҙа берәй нәмә? – дуҫы шөкәтһеҙ хихылданы.
Иремдең яуабын көтөп, йөрәгем, гүйә, туҡтаны. Оҙаҡ яуап бирмәне.
– Булды ла, булманы ла... – тигәс, йөрәгем артабан тибеп китте.
– Нисек инде? Һин аныҡ әйт! – тип төпсөндө иманһыҙы.
– Ул бит шундай... – ирем әллә һүҙ тапмай юғалып ҡалды, әллә һоҡланыуҙан телһеҙ ине. – Их-х... Ун өс йәшкә өлкән. Беҙ өйләнешергә ғариза биргәндә, ул ире менән айырылышып йөрөгән булған. Ни эшләп шулай икән ул, ә?
– Ярай, етәр инде... һин нимә... бисәләр кеүек, – дуҫының тауышы етдиләнде. Улар абына-һөрлөгә эйәртенешеп тәмәке тартырға сығып китте, ә мин, иремдең башҡа берәүҙе һөйөүенә шаңҡып, көнләшеүҙән дә, үҙемдең уға туптай өс бала табып биреүемә, гел ыңғайына тороуыма сәмем дә, ғәрлегем дә килеп, илап ебәр­ҙем. Иртән ул йоҡлап ята ине, мин балаларҙы алдым да, күрше бабайҙы яллап, машинаһына әйбер­ҙәрҙе тейәп, атай-әсәйемә ҡайттым да киттем. Күршемдең аптырауына, эсеүенә йәнем көйә, тип алданым. Ундай ғына эсеү иҫәпләнмәй, тип мине көйләп маташҡан булды. Атай-әсәйем беҙҙе ҡосаҡ йәйеп ҡаршы алһа ла, хәлдең айышына төшөнгәс, бартамлап йөрөмәйһең, кире ҡайтаһың, тип һүҙҙе ҡыҫҡа тоттолар. Кисен артыбыҙҙан ирем килде. Әсәйем, ул күрмәгәндә генә миңә йоҙроҡ төйҙө: “Ысматри, ҡыҙыҡай, йөҙөңдө сирып ултыраһы булма! Ҡояш кеүек балҡы, ыштубы ла!” Беҙҙе атай-әсәйем ҡунаҡ итеп, бала­ларҙы алмаш-тилмәш һөйөп, иртәгеһенә үк кире оҙатты. Юлда шып-шым киләбеҙ. Мин, балаларға күмелеп, артта ултырам.

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.
(Дауамы бар).
Ни булды һиңә? – уртала эленеп торған көҙгөгә ҡарай.
– Һөйәркәңдән һора, – тим. Әйткең килмәһә лә, тел тик торамы һуң?
– Ниндәй “һөйәркә”? – белмәмешкә һалышҡайны, талағым ташты ла ҡуйҙы: “Әллә һиңә туйға тиклем бирелгәс тә, минең намыҫым юҡ, тип уйлайһыңмы? Фәлән-фәсмәтән”. Нимә уйлағанды ғына түгел, хатта башҡа килмәгәнде лә әйтеп бөттөм. Балалар, бер миңә, бер атай­ҙарына ҡарап, илашырға тотондо, хатта биләү эсендәге сабыйыбыҙ ҙа сиҡылдай. Ғүмерҙә балаларға тауыш күтәргәнем юҡ ине, зыуыл­дығығыҙ сыҡмаһын, тип тамаҡ төбө менән улар­ға баҡыр­ҙым.

Ирем аҡланманы ла, ҡаршы ла ирешмәне. Миңә булған асыуыңды балаларға төшөрмә, тине лә, машинаны ярты юлда туҡтатып, сығып, күк йөҙөнә төбәлеп, тәмәкеһенә йәбеште... Әсәйем әйтмешләй, өс бала менән эт к...нә барайыммы, артабан өҙә-йолҡа йәшәп киттек. Яңыраҡ, улыбыҙға бер йәш тулыр саҡта, ирем аварияға осраны. Уны ауыр хәлдә дауаханаға алып китеүҙәре хаҡында хәбәр иткәс, янына барыр­ға аҡса юллап, балалар менән ултырырға, мал-тыуарҙы ҡарарға кеше эҙләп, ике көн тегеләй һуғылдым, былай бәрелдем. Этлек законы бит ул: тап шул саҡта атай-әсәйем ғүмерҙәрендә беренсе тапҡыр санаторийға ял итергә киткәйне, ҡустыларымдың имтиханы, ә ҡәйнәм үҙе кеше көнлө, тиерлек, бәләкәс балаларҙы ла, малды ла ҡарарлыҡ хәлдә түгел. Улыбыҙға манный бутҡаһы бешерҙем дә, үҙем уға ашатып ултырам, үҙем илайым. Бәпәйем бутҡаһын ҡапҡан була ла, миңә ҡушылып һыҡтап ала. Өй ҡаршыһына машина килеп туҡтаған тауыш­ҡа иғтибар ҙа итмәнем. “Мөмкинме?” – тип килеп ингән ҡупшы ҡатынға күтәрелеп ҡараным да, ҡойолоп төштөм. Иремдең һөйәркәһе икәнен шунда уҡ бөтә күҙәнәктәрем менән һиҙендем. Быны әйтеп, аңлатып булмай, тойҙом и всё! Һылыу ине, ниндәй­ҙер эске нур бөркөлә ине үҙенән. Иремдең, ун өс йәшкә өлкән, тигән һүҙҙәре иҫкә төштө. Мин уны урамда күрһәм, беҙҙең йәштәштер, тип уйлар инем. Үҙемдең бысраҡ (бәләкәй бала буяп бөткән) халатым, түш тирәһе бер аҙ йыртыҡ эске күлдәгем (имеҙеүгә уңайлы булһын тип, йырттым да, шул килеш тегелмәй тороп ҡалды), тапалып бөткән тәпешкәләрем, таралмай түбәмә өйөлгән сәсем өсөн ҡып-ҡыҙыл булдым. Өйҙәге тәртипһеҙлек тураһында әйтеп тә тормайым. Береһе – мәктәпкә, береһе – балалар баҡсаһына, береһе итәккә йәбешеп йөрөгән бәләкәс балалар менән өй ипләү ҡайғыһымы? Ул да уңайһыҙлыҡ кисерә ине. Ишек төбөндә тороп, миңә тура ҡарарға ҡыймай, улыбыҙға ғәйепле йылмайҙы:
– Мин – ирегеҙҙең дуҫы... дөрөҫөрәге танышы, һеҙгә ярҙам итергә килдем.
Нимә-нимә, ә быны көтмәгәйнем.
– Етерлек ярҙам иттегеҙ инде, – тинем, күҙ йәшемде усым менән һелтәп.
– Зинһар... – тапанды. – Ул бик ауыр хәлдә. Янына барығыҙ. Уға тәрбиә кәрәк.
– Анһат һиңә әйтеүе, – юрый “һеҙ” тимәнем, уны кәмһеткем килде. – Балаларымды, нимә, һин ҡарайһыңмы? Сани­таркалар, ана, ҡараһын, шуның өсөн аҡса алалар.
– Мин ҡарап торормон! – тип тамам хайран итте.
– Эйе, һиңә ышанып ҡалдыр... Берәй нәмә эшләтһәң... – нимәгә этләшкәнемде үҙем дә аңламайым. – Үҙең бар! Нимә, әллә инде кәрәкмәйме? Һау сағында ғына кәрәк инеме?
Шул саҡта ул турайҙы, күҙемә ҡараны – нурҙары, ҡапыл утты һүндергәндәй, юғалды – ҡарашы ла, тауышы ла уҫал­ланғайны:
– Һеҙҙең ғаиләне һаҡларға тырышам, иҫәр! Балаларығыҙ хаҡына. Шәп кенә йыйынаһың да, машина табып, ҡалаға елдерәһең, ишеттеңме?!
Һеҙ шуны күҙ алдына килтерәһегеҙме, апай? Минең өйөмә килеп, иремдең һөйәркәһе минең менән командалыҡ итә! “Аһ” иттем. Ә ул ҡайһы аралалыр аяҡ кейемен сисеп, түргә уҙҙы. Сумкаһынан аҡса сығарҙы – берәр меңлектәр менән ун мең һум. Миңә һондо. Алмай аңшайып ултырғас, өҫтәлгә һалды.
– Тотонорһоң. Ҡайҙа нимә икәнен күрһәт, ни эшләргә кәрәклеген аңлат, – тине. – Телефон номерыңды ҡалдыр. Бәйләнештә булайыҡ.
Ошо “бәйләнештә булайыҡ” тигән һүҙҙәре менән сихырланымы икән? Ҡыҫҡаһы, нисектер ул минең аңымды томаланы, сөнки кисен ирем эргәһендә инем инде. “Өлкән ҡыҙың мәктәптән ҡайтҡас, бәләкәс ҡыҙығыҙҙы өсәүләп (бәпәйегеҙҙе йылы кейендерҙем, борсолма!) балалар баҡсаһынан барып алдыҡ, уларҙың та­мағын туйҙырҙым, һыйырыңды һауҙым (һөтө бер литрҙай ҙа булманы), малға бесән һалдым, тауыҡтарыңа ем һиптем, этегеҙгә аш бирҙем”, – тип шылтыратып, миңә отчет бирҙе был. Тел төбөнән һиҙеп торам, иремдең хәле уны борсой. Ләкин яуызланып, ирем хаҡында бер ни әйтмәнем. “Мин бер аҙнаға эштән һорап киткәйнем, дүрт көндән эшкә”, – тине. Шунан аңлап ҡалдым: тимәк, бер аҙнаның ике көнөн ирем эргәһендә үткәргән. Ә кем уға шылтыратҡан, ҡайҙан иремдең аварияға эләккәнен белгән? Ошо турала белешкәс, шәфҡәт туташтары иңбаштарын һелкетте. Йәнәһе лә, белмәйҙәр. Ә үҙҙәре мин килеп еткәс, палатаға сиратлап инеп, мине баштан-аяҡ ҡарап, тикшереп сыҡтылар. Беҙҙе сағыштыраларҙыр, тип үртәлдем. Операциянан һуң саҡ тын алып ятҡан иремдән төпсөнөргә намыҫым ҡушманы. Өс көндән дауаханаға иремдең яҡын ғына ир туғаны килде. Хаҡлы ялда ине ул, ҡустымды үҙем ҡарармын, балалар янына ҡайт, тине. Ҡайтыуым тура­һында белдереп, көндәшемә шылтыратып торманым. Арып-йонсоп ҡайтып төштөм. Килеп ингәйнем, өйөмдө танымай торҙом – уға нур ҡунғайны! Таҙалыҡ һәм тәртип ине бар ерҙә: мейес ағартылған, ҡорғандар матур итеп эленгән, һауыт-һаба урынына урынлаштырылған, иҙәндә, балаҫтарҙа бер сүп юҡ, йыуынты биҙрәләре һәр ваҡыттағыса тулып түгелеп ултырмай, уйынсыҡтар туҙып ятмай... Ә ул, иремдең һөйәркәһе, улым менән иҙәндә туп тәгәрәтешеп уйнап ултыра. Рәхмәт әйтер урынға, асыуланып баламды йүгереп барып күтәреп алдым. “Ни эшләп уны иҙәнгә ултыртҡанһың, һыуыҡ үтһен, тиһеңме? Үҙеңдең балаң булмағас та, кешенеке йәл түгелме?!” – тип ҡысҡырҙым. Балаһы юҡтыр, тип, үҙемә ҡалһа, иң ауыртҡан еренә тоҫҡағайным ағыулы телемде. Баҡтиһәң, уның өлкән ике улы бар, имеш. Ә мин уны төптө балаһыҙ, тип уйлағайным. Тултырып ҡараны ла, абруйын һаҡлап ҡына иҙәндән күтәрелеп, йылдам әйберҙәрен йыйып, улыбыҙға ҡулын болғап йылмайып, сығып китте. Миңә, һау бул да, тимәне. Ма­шинаһын ҡабыҙа алмай байтаҡ этләнгәнен ишетһәм дә, сыҡманым. Әлеге лә баяғы күршеләрҙең ярҙамы менән машинаһының двигателен тоҡандырып, ниһайәт, ҡайтып китте. Артынса күрше әбей инде (шымсылар ҙа инде, бер нәмәнән дә ятып ҡалғылары килмәй!). Иремдең хәлен белешеп, сәйгә өмөтләнеп урындыҡ ситенә сүкәйһә лә, дауаханала йүнле йоҡо ла эләкмәне, юлдан да арығанмын, тип уны тиҙ генә кире борҙом. Ысын арығайным. Бар нәмәнән дә. “Бынау туғаныңды әйтәм, би­герәк шәп, уңған, өйөңдө “ялт” итте бит, балаларҙы ла бик яҡшы ҡараны”, – тип әйтеүе ярама тоҙ һалды. “Ҡайһы яҡтан зат икәнен генә аңғарманыҡ”, – уның был һүҙҙәре мине үсекләр, уның менән сағыштырыр өсөн әйтелгәндәй ине. Хәҙер бына көнө-төнө киләсәгебеҙҙе уйлайым, аптырайым, нисек артабан йәшәргә? Айы­рылышырғамы?
– Ә ирегеҙҙең хәле нисек? – бик оҙаҡ трубканы терәп тороуҙан ҡолағым ғына түгел, битем дә уттай яна ине, шуға телефонды икенсе ҡолаҡҡа күсерҙем.
– Арыу инде, – яуабы илтифатһыҙ ғына яңғыраны. – Дауахананан сыҡты.
– Мин – ғаилә, ир менән ҡатын араһындағы мөнәсәбәттәр буйынса белгес түгел, – тинем йондоҙҙар сыймаҡлауымды дауам итеп, – ә шулай ҙа ғаиләне һаҡлау яғындамын. Айырыуса ирегеҙ һәйбәт икән, ни эшләп айырылышыу тура­һында уйларға? Ул да бит һеҙгә, айырылышайыҡ, тимәгәндер?
– Ҡайҙан, юҡ, балалар, тип үлеп бара.
– Шулай булғас, артабан ғаилә тормошон көйләргә кәрәктер. Айырылышыу – иң һуңғы сара. Яҡшы ирҙәр урамда тәгәрәшеп ятмай. Ҡәҙерен белергә кәрәк.
– Ул бит мине яратмай, тегене ярата.
– Һеҙҙе лә яраталыр. Үҙенсә һөйәлер. Арбағыҙ ирегеҙҙе, әүрәтегеҙ. Барыһы ла үҙегеҙҙең ҡулда.
– Әллә инде... – трубка әүәлгесә уфтанды. – Тың­лағанығыҙ, кәңәштәрегеҙ өсөн рәхмәт. Бүлешкәс, еңел булып ҡалды.
Беҙ уның менән бик йылы хушлаштыҡ. Иң һуңында “бәйләнештә булайыҡ” тип әй­теүҙән саҡ-саҡ тыйылып ҡалдым. Ваҡытында телемде тешләп өлгөрҙөм.

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»