RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Хеҙмәттәре юғары социаль баһаға лайыҡ

25.12.2010 Хеҙмәттәре юғары социаль баһаға лайыҡ

Хеҙмәттәре юғары социаль баһаға  лайыҡИшбулды Сәфәр улы Рәхимов Күгәрсен районының Тәүәкән ауылында тыуып үҫкән. Мәктәпте тамамлағандан һуң Мәләүез механика-технология техникумында белем ала. Аҙаҡ армияла хеҙмәт итә. Һалдат хеҙмәтенән һуң Һалым инспекцияһы органдарында эшләй һәм бер үк ваҡытта ситтән тороп юридик институтта уҡый. 2003 йылдан башлап элемтә өлкәһендә производство-техник бүлек инженерынан МУЭС етәксеһе вазифаһына күтәрелә. 2010 йылдың октябренән Мәләүез МУЭС-ы директоры итеп тәғәйенләнә; «Башин­формсвязь» акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советына ағза итеп һайлан­ған.

Әлеге ваҡытта Рәсәйҙә мәғлүмәт технологияларын үҫтереүгә ҙур иғтибар йүнәлтелә. Был сараның асылы дәүләт идаралығының һөҙөмтәлелеген, дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеүҙең сифатын һәм йылдамлылығын күтәреүгә, граждандар йәмғиәте һәм бизнес структураларының дәүләт власы органдары менән үҙ-ара эшмәкәрлеген яҡшыртыуға ҡайтып ҡала. Ил етәкселеге ҡуйған әлеге мөһим бурысты заманса элемтәне, телекоммуникацияларҙы ҡулланып ҡына ғәмәлгә ашырып була. Шул күҙлектән сығып баһалағанда, элемтәселәр тормошҡа, ғөмүмән, йәшәйешебеҙгә мәғлүмәт технологияларын индереүсе һәм үҙҙәренең хеҙмәте менән төбәгебеҙҙең интеллектуаль үҫешен тиҙләтеүсе, яңы технологиялар һәм инновацияларға юл асыусылар булып тора. Шуға элемтәсе бөгөн бик тә актуаль, бай йөкмәткеле, заманса һөнәр һәм ул, тәбиғи, йәштәрҙе үҙенә тарта.
Бөгөнгө яҙмала «Башин­формсвязь» акционерҙар йәмғиәтендә иң ҙурҙарҙан һаналған коллектив – Мәләүез район-ара электр элемтәһе узелы (МУЭС) эшмәкәрлеге менән таныштырабыҙ.
Хеҙмәттәре юғары социаль баһаға  лайыҡТәүҙә шуны әйтәйек: ағымдағы йылдың октябрь айында Күмертау район-ара электр элемтәһе узелы (МУЭС) Мәләүез МУЭС-ы итеп үҙгәртелде һәм идаралыҡ Мәләүез ҡалаһына күсерелде. Ә Күмертауҙа ҡала элемтә узелы эшләй. Был үҙгәреш производство мәнфәғәттәренән сығып ғәмәлгә ашырылған. Мәләүез МУЭС-ы хәҙер Күмертау ҡала һәм Ермолаев, Мораҡ, Иҫәнғол район элемтә узелдарын берләштерә. МУЭС-тың башҡаларҙан айырып торған ике үҙенсәлеге бар. Беренсенән, ул «Башинформсвязь» акционерҙар йәмғиәтендә хеҙмәтләндереү даирәһе буйынса иң ҙурҙарҙан һанала. Икенсенән, был – тотош йәштәр коллективы. Предприятиеның директоры Ишбулды Рәхимов йәмғиәт филиалдары етәкселәре араһында үҙе лә иң йәше – уға 33 йәш. Шуға ла коллективта йәштәргә хас дәртле һәм сәмле хеҙмәт ҡайнай.
Бөгөн, һәр хеҙмәт коллективындағы кеүек, элемтәселәр ҙә йыл һөҙөмтәләрен барлай. Ун бер айҙың йомғаҡтарына күҙ һалһаҡ, йылдың уңышлы тамамланыуына ышаныс ныҡлы. Атап әйтһәк, ҡалалар һәм ауылдарҙы телефонлаштырыу планы – 113,3, киң һыҙатлы интернет селтәренә тоташтырыу – 122,8, IP-интерактив телевидение хеҙмәтенән файҙаланыу күрһәткесе 141,1 процентҡа үтәлгән. Ағымдағы йылда предприятиела модернизациялауға һәм реконструкциялауға бүленгән 38,5 миллион һум аҡса тулыһынса үҙләштерелгән. Оптик-сүс линиялар һуҙыу буйынса эш ырамлы бара. Йыл дауамында Мәләүез ҡала һәм ауылдарында – 69,5, Күмертау ҡала-элемтә узелында – 5, Мораҡта – 111, Иҫәнғолда – 29,4, Ермолаевта 45,1 саҡрым оҙонлоҡтағы оптик-сүс линиялар һуҙғандар. Әйткәндәй, МУЭС буйынса, дөйөм алғанда, оптик-сүс линияларҙың оҙонлоғо 820 саҡрым тәшкил итә. Был төр заманса линияларҙы һәр йортҡа һәм фатирға, һәр ауылға һуҙыу бурысын ҡуйғандар һәм һүҙҙе эш менән раҫлайҙар. Мәҫәлән, быйыл Мәләүез ҡалаһында 4, 5, 9 ҡатлы барлыҡ йорттарға ла оптик-сүс линиялар һуҙыуҙы теүәлләгәндәр. Күмертау ҡалаһында 142 күп ҡатлы йорт ошондай мөмкинлеккә эйә. Был йәһәттән иң ҙур эш күләме ағымдағы йылға тура килә. Оптик-сүс линиялар селтәрен тағы ла киңәйтеү сараһы күрелә.
Әлбиттә, билдәләнгән үрҙәрҙе тынғыһыҙ, фиҙакәр эш менән генә яулап була.
– Хеҙмәтебеҙ темпын элемтә тармағының етеҙ үҫеүе һәм халыҡтың был төр хеҙмәттәргә ихтыяжы артыуы билдәләй, – тип һөйләй Ишбулды Сәфәр улы. – Хәҙер ҡалаларҙа ғына түгел, ауыл халҡы ла социаль картанан алып «электрон хөкүмәт»кә ҡәҙәр заманса виртуаль хеҙмәттәрҙән теләп файҙалана. Бындай мөмкинлектәргә ҡеүәтле оптик-сүс элемтә транспорты линиялары ярҙамында ғына ирешеп була. Шуға «Йорттарға ҡәҙәр – оптика!» тигән принциптан сығып эш итәбеҙ. Һәм был үҙен аҡлай. Былтырҙан интерактив IP-телевидение хеҙмәтен күрһәтә башланыҡ. Хәҙер беҙҙең хеҙмәтләндереүҙәге иң төпкөл ауылдарҙа ла абоненттар йөҙҙән ашыу телеканалды ҡарай ала. Экрандарҙағы һүрәттең сифаты ла бик юғары. Ғөмүмән, өр-яңы элемтә хеҙмәттәренә бигерәк тә ауыл ерендә ихтыяж арта. Был төр хеҙмәттәрҙе үҫтереү беҙҙең дә үҫешебеҙҙе билдәләй һәм элемтә баҙарындағы башҡа төр операторҙар алдында абруйыбыҙҙы бермә-бер күтәрә.
Ишбулды Сәфәр улы хаҡлы, бөгөнгө элемтә операторҙары араһындағы көслө дәғүәселектә заманса элемтәне, телекоммуникацияларҙы ҡулланып һәм сифатлы сервис-хеҙмәттәр менән генә ныҡлы ышаныс яулап була. Мәләүез МУЭС-ы коллективының төп маҡсаты шундай. Ә быға ирешеү өсөн предприятиеның мөмкинлектәре бар. Үҙҙәренең хеҙмәтләндереү даирәһендәге барлыҡ ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа заманса АТС-тар урынлаштырыл­ған. Һәм ҡеүәтле цифр селтәре булдырылған. Яңыртыуҙы артабан да дауам итәләр. Яҡын киләсәктә Күмертау һәм Мәләүез ҡалаларында, шул тәртиптә, 3-сө һәм 4-се АТС-тарҙы яңыларына алмаштырасаҡтар. Ғөмүмән, элемтәне үҫтереүгә һәм яңыр­тыу­ға ҙур сығымдар, тырышлыҡ һалына һәм ул «Башин­формсвязь» акционерҙар йәм­ғиәтенең эҙмә-эҙлекле ярҙамы менән тормошҡа ашырыла.
Хеҙмәттәре юғары социаль баһаға  лайыҡ– Дөйөм эш өсөн әһәмиәтле тәҡдим-үтенестәребеҙ «Башинформсвязь» йәмғиәтендә, шәхсән уның генераль директоры Салауат Мөхтәр улы Ғайсин тарафынан аңлау һәм хуплау таба, кәрәкле ярҙам күрһәтелә. Шуға ла эшкә күңел үҫә, иртәгәһе көнгә ышаныс менән ҡарайбыҙ, – тип фекере менән уртаҡлаша Ишбулды Сәфәр улы. – Һуңғы ваҡытта матди-техник базаны нығытыу йәһәтенән беҙгә ҙур ярҙам күрһәтелде. Быға коллектив менән рәхмәт әйтәбеҙ.
Йәмғиәт быйыл МУЭС-ҡа ике «УАЗ», эшселәрҙе йөрөтөргә «ГАЗель» автомобиле, бер «МТЗ – 82» тракторы биргән. Йәнә бер автомобиль ҡайтыуы көтөлә. Йәмғиәт МУЭС-тың офисына капиталь ремонт үткәреүгә лә булышлыҡ итәсәк, тигән ышаныс бар.
Әлбиттә, бындай хәстәрлек элемтәселәргә уңайлы эш шарттары тыуҙыра, юғары хеҙмәт етештереүсәнлегенә булышлыҡ итә.
Коллективтың уңышын көстө бергә туплап, һәр нәмәне алдан күҙаллап һәм заман үлсәме менән үлсәп эшләү хәл итә. Йәш етәксе булһа ла, Ишбулды Рәхимовҡа шундай сифаттар хас. Элемтә производствоһы ҡеүәттәрен арттырыуға һәм күрһәтелеүсе хеҙмәт төрҙәрен киңәйтеүгә МУЭС-тың структур подразделениелары лайыҡлы өлөш индерә. Мәҫәлән, Йәлил Сәғитов етәкселек иткән Иҫәнғол район узелы барлыҡ күрһәткестәр буйынса ла алдынғылыҡты алып тора. Коллектив бер айҙа ғына IP-телевидение хеҙмәте күрһәтеү планын 400 процентҡа еткереп үтәгән. Ермолаев район узелы начальнигы Таһир ҡаразбаев һәм Күмертау ҡала элемтә узелы начальнигы Радик Яҡупов хаҡында ла, һәләтле, инициативалы йәш етәкселәр, тиҙәр. Ә Мораҡ район элемтә узелы начальнигы Рәүеф Хәмитов – тармаҡта оҙаҡ йылдар хеҙмәт һалған тәжрибәле етәксе.
Әйтеп үткәнсә, һуңғы ваҡытта коллектив үҙ киләсәген элемтә менән бәйләргә ҡарар иткән һәләтле белгестәр, әҙерлекле менеджерҙар менән тулыланған. Маркетинг буйынса инженер Илшат Рәхмәтуллин, яңы технологиялар буйынса инженерҙар Руслан Исмәғилев, Александр Дегтяров, Илдар Вәлиуллин, инженер-электронщик Азат Хисмәтуллин шундай белгестәр иҫәбенә инә. Баш инженер Наил Латипов йәштәрҙең белемен, эшкә мөнәсәбәтен юғары баһалай.
Коллективта йәнә шуға иғтибар иттек: элемтәселәрҙең берҙәм ғаиләһендә күп ерҙә онотолған хеҙмәт династиялары байтаҡ. Заманында Күмертауҙа элемтә узелы начальнигы булған Александр Машкиндың ҡыҙы Александра менән улы Олег бөгөн аталарының эшен дауам итә. Ирле-ҡатынлы Әлфиә һәм Наил Латиповтарҙың ғаилә династияһы ла күптәргә өлгө булып тора.
Йәштәр сәмләнеп эшләй ҙә, коллектив тормошон йәнләндереп йәшәй ҙә белә. Күптәр спорт менән мауыға. Коллектив ҡала һәм район күләмендәге, шулай уҡ «Башинформсвязь» ойоштор­ған бәйгеләрҙә, олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнаша һәм төрлө приздар яулай. Быға үҙҙәренең яҡшы йыһазландырылған спорт залы булыуы ла булышлыҡ итә.
Эйе, коллективта хеҙмәт шарттары ла, эш рәүеше лә заманса. Сөнки уларҙың хеҙмәте халыҡтың яңылыҡҡа булған ихтыяжын ҡәнәғәтләндереүгә йүнәлтелгән. Телефон бәйләнеше, телерадиотапшырыуҙар, интернет селтәре – был хеҙмәттәрҙең барыһы ла йәмғиәтебеҙҙең үҫешендә мөһим роль уйнай һәм юғары социаль баһаға лайыҡ. Элемтәселәрҙең хеҙмәте нәҡ шул баһаға бәрәбәр булып тора.

Лира КӘРИМОВА.
Мәләүез ҡалаһы.
Рәсимә ҒӘЛИЕВА фотолары.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»